«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАЯРТА БЕЛӘЛӘР БИТ!
+  - 

Дүртенсе йыл рәттән республиканың мәктәп уҡыусылары Башҡорт Юниор КВН лигаһының миҙгел уйынында ҡатнашып, тамашасыларын иң шәп көләмәстәре менән ҡыуандыра. Уйындың сираттағы финалы ошо көндәрҙә баш ҡаланың Конгресс-холл бинаһында үтте.
Быйыл лиганың дүртенсе миҙгеле финал уйынында биш команда еңеүсе исеме өсөн көрәште. Учалы районынан "Тик ҡыҙҙар", Сибай ҡалаһынан "Кендек", Дыуан районынан "Төньяҡ амурҙары", Өфө ҡалаһынан "Башҡорттар.RU" һәм "XX Централ" командалары тәүге уйында ҡатнашҡан иллегә яҡын төрлө команданы тапҡырлыҡта уҙҙырып, баш ҡала тамашасыһына иң шәп көлкөлө кисә бүләк итте. Ғәҙәттәгесә, һәр команда үҙенсәлекле, быға тиклем бер ҡайҙа ла яңғырамаған көләмәстәр һөйләне, мәҙәк хәл-ваҡиғаларҙы һынландырҙы. Финал уйынының темаһы "Беҙ эштәр менән мәшғүл, ҡыҙҙар менән түгел!" тип аталғас, ҡыҙҙар-егеттәр араһындағы мөнәсәбәттәр, мөхәббәт темаһына арналған шаяртыуҙар күп булды. Балаларҙың тормоштағы хәл-ваҡиғаларға, күренештәргә иғтибарлы булыуын, һәр нәмәгә юмор күҙлеге аша үҙ ҡарашы булыуына тағы бер ҡат инандыҡ был уйында. Капитандар ярышы "Кендек" КВН-командаһы лидеры Руслан Ғәлиевтың сығышынан башланды. Тамашасылар Русландың "Апайым еҙнәгә "Донъям минең" тип яратып кейәүгә сыҡты һәм донъяның артына тибеп йәшәп китте", тиеүенән ихлас көлдө. "Тик ҡыҙҙар" командаһы капитаны Илзирә Ильясованың иһә үҙенең бишенсе синыфтан алып депутат булырға хыялланыуы, шуға "Өйгә эште иртәгә ысынлап эшләп киләм", тип, уҡытыусыларын һәр ваҡыт ышандыра килеүе тураһында бәйән итеүе лә рәхәтләнеп көлөргә сәбәп булды.
Башҡорт Юниор КВН лигаһының финал уйынында быйыл "Кендек" командаһы беренсе урын алды. "Башҡорттар.RU" - икенсе, "Төньяҡ амурҙары" - өсөнсө урынға лайыҡ булды. "XX Централ" һәм "Тик ҡыҙҙар" командаларына әүҙемлектәре өсөн маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Кендек" КВН-командаһы капитаны Руслан Ғәлиевтан квнсы кешенең асылы тураһында ҡыҙыҡһынғас: "Йыл әйләнәһенә күргән, ишеткән көлкөлө хәл-ваҡиғаларҙы, уйына килгән мәрәкәләрҙе ҡуйын дәфтәренә теркәп барған, бер туҡтауһыҙ ижад иткән кеше", - тип яуаплағайны. Башҡорт асыҡ КВН лигаһына талантлы башҡорт балаларына ижад итергә, үҫергә, шәхесен тәрбиәләргә мөмкинлек биреп, ошо йүнәлештә алып барған эштәре өсөн рәхмәт әйтергә генә ҡала.

Ғәлиә ШӘМСЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.17 | Ҡаралған: 869

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru