«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ҺАТЛЫҠ ЙӘН ТҮГЕЛ...
+  - 

Күңелемдә күптән бер һуғыш тарихы йөрөй. Уныһы ла телдән-телгә күсеп килеп еткән. Мине әҙәби әҫәр итеп яҙыр типтер инде, бер апай һөйләгәйне. Уға ҡасандыр журналистика өлкәһендә эшләгән икенсе апай һөйләгән. Ул апайға алтмышынсы йылдарҙа бер һуғыш ветераны булған олатай һөйләп киткән. Көн дә редакцияға эшкә барған ҡатынды шул тирәлә йәшәгән һәм йыш ҡына урамда осрашып һаулашып йөрөгән бер бабай туҡтатҡан да, ҡыҙым, һин бит гәзит кешеһе, һиңә һөйләр һүҙем бар, тигән. Апай тыңлаған, әммә ул заманда был тарихты гәзиткә сығарырға батырсылығы етмәгән. Яҙған хәлдә лә, әҙәм ышанмаҫ йәки үткәрмәҫтәр ине. Киләһе апай ҙа, һөйләп тә, яҙып та уҡыусыны ышандыра алмам, тип уйланым, тип, был хәбәрҙе миңә еткерҙе. Хәл ошолай булған.

Төпкөл башҡорт ауылынан һуғышҡа алынған йәш башҡорт егете үҙ ғәскәрендә райондашы менән бергә тура килә. Ике башҡорт һәр ваҡыт бергә йөрөргә тырыша, бер-береһенә тыныс тормоштағы хәл-әхүәлдәре, туған-тыумасалары тураһында һөйләп, уртаҡ таныштарын асыҡлап, бөтөнләй яҡынлашып китә. Һуғыштың иң ҡыҙыу мәлдәрендә, беҙҙекеләрҙең әле сигенеү осоронда, бер бик ҡаты алышта еңелергә тура килә һәм совет һалдаттарының бер төркөмө ҡамауҙа ҡалып, пленға эләгә. Шулар араһында теге ике башҡорт та булып сыға.
Ҡулға алынған һалдаттарҙы фашистар территорияһындағы ауылға алып килеп, һарайға ябалар. Унан башлана һорау алыуҙар, язалауҙар. Рухтары йомшағыраҡ булғандар бер-ике көн туҡмалыуҙан һына, бөтөн белгәндәрен һөйләй, иптәштәрен һата башлай. Үкенескә ҡаршы, беҙгә билдәле геройҙың да райондашы шулай итә. Иптәшенең һатылғанын ишеткән икенсе башҡорт егете, асыуына түҙмәй, башҡортсалап һүгенеп, уны әрләй. Хатта түҙмәйенсә йүгереп килеп, йоҙроҡлап дөмбәҫләй башлай. Ике башҡорт, башҡортсалап һүгенешеп-ҡысҡырышып, һорау алыусы ниместәрҙе аптыратып, көрмәкләшеп китәләр. Быны ҡыҙыҡ күргән фашистар хәҙер инде быларҙы һөсләтеп һуғыштыра. Арығансы айҡаша был икәү. Саҡ айырып алалар. Бынан ары был ике башҡортто бер һарайҙа тотоу мөмкин булмай башлай. Беҙҙең герой милләттәшенең һатлыҡ йән булыуы менән һис килешә алмай, "Ошонда үлтереп китәм мин һине", ти ҙә, әйләнгән һайын тегегә барып йәбешә икән. Язалау отряды башлығы уларҙың был ҡыйнашыуын, туҡтауһыҙ һүҙ көрәштереүен күҙәтә торғас, һорай ҡуйған: "Һеҙ кемдәр, ниндәй милләттән?" "Башҡорттар!" - тип яуаплай егет. "Һин ни өсөн башҡа һатлыҡ йәндәрҙе тыймайһың, бында бит бер һинең дуҫың ғына түгел, башҡалар ҙа бер-береһен һата", - ти икән немец офицеры. "Башҡорт һатлыҡ йән түгел, беҙ батыр халыҡ!" - ти уға тотҡон.
Был ике башҡорт тотҡонон айырып бикләһәләр ҙә, ҡыҙыҡ күреп, ваҡыты-ваҡыты менән сығарып һуғыштырып алалалар икән. Әтәс уйынылай күреп, тамаша ҡылып, күңел аса фашистар. Бер милләттән булған егеттәрҙең, тотҡонлоҡта, тере ҡалыуға бер өмөт булмаған ерҙә, үҙҙәре язаланған, туҡмалған хәлдә лә, ниндәйҙер намыҫ төшөнсәләре сиктәрендә аймылыш булып, шулай алҡымдарынан алышҡаны был ят халыҡҡа аңлашылмай, әлбиттә. Улар быны уйын итеп кенә күрә. Бер көндө төндә беҙҙең геройҙы әлеге немец офицеры саҡыртып ала. Саҡырта ла, бөтөнләй әҙәм ышанмаҫ тарих һөйләй: "Минең ысын исемем Моратулла. Мин тәүге империалистик һуғыш ваҡытында Германияла әсирҙә ҡалған башҡорт һалдатының улымын (атаһының исемен дә әйтә, тик герой уны онота). Әсәйем немка. Атайымдың тыуған төбәген асыҡ ҡына белмәйем, артыҡ ҡыҙыҡһынғаным булманы бала саҡта. Ҡустым бар, уның исеме Абдулла. Тик документтар буйынса беребеҙ Марат, икенсебеҙ Альберт булып киттек. Атайым иртә үлде, оҙаҡ ауырып ятты. Шул ятҡанында, үлерен белгәстер, мине саҡырып алып, былай тине: "Улым, мин тыуған илемде һағыныуҙан үләм. Ғүмер буйы төшөмә шундай күренеш инде: далала таң ата, ҡыҙарып ҡына ҡояш күтәрелә, ҡолағыма ат тояғы тауышы ишетелә, бына һыбайлы ла күренә, ул дыулап сабып килә, ҡараһам, ул сапҡын мин үҙем, йөрәгем шундай елкенә, ҡаным уйнай, күңелем өҫкә-күккә күтәрелә, мин сабам, сабам, сабам... Уянһам, быларҙың береһе лә юҡ. Һығылып илайым..."
Ошо ваҡиғанан һуң күп йылдар үтте, мин хәрби уҡыуға индем, хеҙмәт иттем, һуғыш башланғас, фронтҡа алындым. Атайымдың кем булыуын берәүгә лә һөйләмәнем, үҙем дә уны юғалған индеец ҡәбиләһе вәкиле кеүек кенә ҡабул итә инем. Әммә уның ҡаны үҙенең барлығын һиҙҙерҙе. Һуңғы йылдарҙа мине ҡайҙалыр нимәлер тарта. Хатта был һуғышҡа ла, бәлки, ана шул саҡырған нәмәне табырмын кеүек булып сыҡҡайным. Йыш ҡына атайымдың төшөн күрәм: далала атта сабам, сабам, сабам... Йөрәгем тулай, ҡаным ярһый... Ә асылда атҡа яҡын барғаным да юҡ.
Һин минең атайымды хәтерләтәһең. Уның шулай тыуған илем, ватаным тип йән атыуы, ғүмер буйы шул һөйөүенә тоғро булыуы, хатта илем тип һарағайып үлеүе лә әлеге һинең йәнең ҡыл өҫтөндә көйө өҙөшөүеңә оҡшаған ине. Иртәнсәк әсирҙәрҙе, һинең баяғы иптәшеңде лә атасаҡтар. Атайым рухына хөрмәт йөҙөнән мин һине ебәрәм. Һин, әгәр тере ҡайтһаң, үҙ илеңдә ошо хаҡта һөйлә, йәме. Илеңә әйт, һинең шундай-шундай улың, һиңә тоғро үлде, тиген..." Немец офицерының хәбәрен нисек ҡабул итергә лә белмәй һалдат. Алдайҙыр, атыр алдынан албырғаталыр, тип уйлай. Офицер уны алып сығып, ауыл ситенәсә оҙатып, йүнәлеш биреп ебәргәс тә, ана атыр, бына атыр, тип килә. Шулайтып алыҫлашып барып, күҙҙән юғала. Үҙебеҙҙекеләргә юлыҡҡансы бәрелеш эсенә эләгеп, ҡаты яралана. Контузия хәлендә госпиталгә килеп эләгә. Шунда ауыр хәлдә ошо тарихты үҙенә операция яһаған хирургка һөйләй. Врач иһә, был хаҡта берәүгә лә, бер ваҡытта ла һөйләмәҫкә кәңәш итә. "Бының өсөн һине тотоп атасаҡтар", - тип киҫәтә.
Һуғыш тамамланғас, баяғы һатлыҡ йән райондашының ғаиләһен барып таба, уның менән бергә булыуын, ҡаты алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк булып ҡалыуын һөйләй. Аҙаҡ оҙаҡ йылдар ғаиләһенә ярҙам итеп, балалары менән аралашып йәшәй.
Бөгөн инде ул ҡарт һалдаттың булмағанына ла тиҫтәләгән йылдар. Ул был хәлде тәүге апайға һөйләгәндә, бик өҙгөләнеп, ошо хаҡта барыһына ла белдертергә теләп һөйләгән, тиҙәр. "Һеңлем, яҙ әле, бәлки, шул ситтә йәшәп үлгән һалдаттың зат-ырыуы уҡыр һәм сәләмен ҡабул итер. Һис юғы кешеләр шул хаҡта белһен ине", - тип әйткән булған имеш ул. Бөйөк Еңеүҙең сираттағы байрамы алдынан, был телдән-телгә күсеп килеп еткән тарих, тыуған ерҙәренән ситтә ҡалған башҡорт яугирҙарының һынмаҫ рухы, һөйөү тулы сәләме булып ҡабул ителһен ине...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.05.17 | Ҡаралған: 957

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru