«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒҮМЕРҘЕ ЗАЯ ҮТКӘРМӘЙЕК!
+  - 

Тиҙҙән Яңы 2021 йыл етә һәм миңә 40 йәш туласаҡ. Йыш ҡына үҙемә: "20 йыл элек бөгөнгө аҡылым булһа, тормошом ниндәйерәк булыр ине икән?" тигән һорауҙы бирәм.

"Эсмә, тартма, ҡалғанына ирешеп була!" Ысынлап та, тап шулай. Наркотиктар тураһында уй бөтөнләйгә башыңа инеп тә сыҡмаһын.
Сиктән тыш ауыр ваҡыттарҙан тыш, бер ҡасан да үтескә аҡса алма. Шәхси эшҡыуарлыҡ башлауға ла, машинаға ла, телефонға ла, ҡыҙыңа бүләк эшләү өсөн дә. Аҡса юҡ икән - уны эшләп табыуҙың башҡа юлдарын эҙлә, йәки бөтөнләйгә ҡул һелтә.Кредит - хәйерселеккә илткән беренсе һәм иң ҙур аҙым. Сараһыҙҙан алғанда ла тиҙерәк кире ҡайтар һәм бүтән үтескә һорамаҫҡа тырыш.
Һиңә береһе лә бурыслы түгел, быны ла хәтереңдә тот. Дәүләт тә, атай-әсәйең дә, йәмғиәт тә һине тәьмин итергә тейеш түгел. Үҙең эшләп тапмаһаң, бер нәмә лә ҡулыңа буштан төшмәҫ.
Үҙеңде сикләй бел. "Был ғүмерҙә бер тапҡыр йәшәйбеҙ!" тигәнгә оҡшаш бөтә һүҙҙәр ялған, улар артына хурлыҡ һәм унан да ауырыраҡ эҙемтәләрҙән башҡа бер ниндәй ҙә мәғәнә йәшерелмәгән. Кредитҡа алынған аҡсаға айфон һатып алмаһаң йәки Яңы йылда Парижға барып ҡайтмаһаң да бер ни булмаҫ. Ҡулланыусылар ҡарашынан баш тарт, аҡыллыраҡ бул.
Үҙеңде ихтирам ит. Был ялған ҡиммәттәргә алданма, маҡтанма, алдашма. Үҙ баһаңды белеү телефон маркаһына, ҡиммәтле кейем-һалымға йәки машинаға бәйле булмаһын. Шул осраҡта ғына ниндәй шарттарҙа ла һине хөрмәт итерҙәр. Намыҫ һәм абруй төшөнсәләрен берәү ҙә юҡҡа сығармаған. Һәр осраҡта ла кеше булып ҡала бел, выжданыңды һатма. Хаҡлыҡ һинең яҡта икән - бер ниҙән дә ҡурҡма.
Башҡа кешеләрҙе ихтирам ит. Хатта кемдер быға лайыҡ түгел булып тойолһа ла, хөрмәт күрһәтеү - тәртипле кешегә хас һыҙат.
Үҙеңде ҡулда тота бел. Итәғәтле, тыныс һәм әҙәпле була белеү бөйөклөктөң төп билдәһе. Был сифаттар шәхси эшҡыуарлыҡта ла ярҙам итә.
Кәрәкмәгән әйберҙәр һатып алыуҙан тыйыл, аҡсаң әлегә артығы менән етһә лә йыйып бар. Был һаранлыҡты аңлатмай, ни бары ошо әйберҙе һатып алырға кәрәкме-юҡмы - шуны алдан уйла.
Эшеңә яуаплы ҡара. Бөйөк ҡаҙаныштар юлы хеҙмәттән башлана, йыш ҡына түбән эш хаҡлынан. Бындай эште илке-һалҡы ғына башҡарырға ярай, тип уйлама. Яуаплылыҡтан тыш, минән бер ниндәй артыҡ яғы булмаған кешеләрҙең юғарыға үрләүенә шаһит булғаным бар, ундайҙар бик аҙ, шуға юғары баһаланалар.
Аҡсаңды нимәгәлер һалырға тырыш. Пирамида һәм дуҫтарыңдың "стартап"тарына түгел. Күсемһеҙ милек, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, банк депозитына, мәҫәлән. Тиҙ генә байып китеү юлдарын эҙләмә, улар хәйерселеккә йә төрмәгә илтеүе бар. Белем ал. Интернет бының өсөн уғата уңайлы. Аҡса телен аңларға өйрән (бының өсөн бухгалтерҙар курсын үт), бизнес өлкәһен энәһенән ебенә тиклем төшөнөп өйрән. Хатта бөйөрөк һатырға ғына йыйынһаң да бының кәрәге тейер. Күберәк белгән һайын мөмкинлектәрең дә артыуын иҫеңдә тот.
Ялҡауланма. Буш ваҡытыңды уйындар һәм интернетта үткәреүҙе туҡтат, берәй китап уҡы, балыҡ тоторға бар йә саф һауала йөрөргә сыҡ, бассейнға булһа ла барып кил. Бер ваҡытта ла ялҡауланма, юғиһә, 20 йылдан япа-яңғыҙ ҡалырға ҡурҡасаҡһың.
Бер ваҡытта ла бизнесты "нулдән" башлама. Бер нәмә лә белмәй тороп, фараздарға ғына нигеҙләнеп, тиеүем. Үҙең бер нисә йыл эшләгән һәм яҡшы белгән өлкәлә бизнес башлау иң отошлоһо. Әммә икенсе пунктта әйтелгәндәрҙе иҫтә тот: аҡсаң етмәйерәк тора икән - эшләп тап, быға ваҡытың бар әле.
Ваҡыт - хазинаға тиң. Йәшәргә өйрәнгәнсе, ғүмер уҙып та китә. Төп байлыҡ машиналар, фатирҙар, банктағы шәхси иҫәп тә түгел һәм улар 40 йәшкә еткәс мөһимлеген дә юғалта. Хобби, туғандарың өсөн ваҡытыңды йәлләмә.

Шулай итеп...
Был ун биш кәңәште тулыһынса үтәп йәшәүгә ышаныуы ауыр, беләм. Әммә тормошҡа ашырыр ниәттәрең, сәмең бар икән - тырышлыҡ һалып ҡара. Кәңәштәремде тотҡан берәү ҙә үткән ғүмеренә зарланып ултырмаҫ, тип вәғәҙәләйем.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.20 | Ҡаралған: 559

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru