«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАҪМАЛАРҒА ЯҘЫЛЫП БҮЛӘКЛЕ БУЛДЫЛАР
+  - 

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, "Юлдаш" радиоһы үткәргән үҙенсәлекле "Башҡортостандың милли матбуғатына ярҙам ит" акцияһына йомғаҡ яһалды. Ул Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарылыуға 25 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо. Акцияның һөҙөмтәләре "Юлдаш" радиоһының "Теге өсәү" тапшырыуы барышында билдәләнде.

Милли матбуғатҡа яҙылыу акцияһы 23 майҙан 9 июнгә тиклем дауам итте. Был турала белгән 165 мең кеше араһында ойоштороусыларҙың бөтә талаптарын 700-ҙән ашыуы тулыһынса үтәгән һәм еңеүсе тап шулар араһынан билдәләнгән. Осраҡлы һайлап алыу программаһы буйынса Учалы районынан Әлфиә Күсәева 10 мең һум, Баймаҡ районынан Земфира Ғүмәрова 20 мең һум аҡса отҡан. Ә акцияның төп призын - 30 мең һумды алыу бәхете Әбйәлил районы Ишкилде ауылында йәшәүсе Нурия Усмановаға йылмайған. Ауылда 35 йыл фельдшер булып эшләгән ханым республика гәзит-журналдарына даими рәүештә яҙылып уҡый. "Социаль селтәрҙәрҙә лә бик күп башҡорт төркөмдәренә яҙылып, республика һәм район кимәлендәге яңылыҡтар менән танышып барам. Әммә ғәҙәт буйынса гәзит-журналдар уҡыуҙан да баш тартмайым, улар аң өсөн рухи аҙыҡ бит. Башҡортса гәзиттәргә яҙылмай ҡалғаным юҡ", - ти был турала Нурия Усманова.
Акция шарттарына ярашлы, тағы ла "Юлдаш" радиоһы бүләктәренә Альбина Боҫҡонова менән Азамат Ғәҙелшин, "Ашҡаҙар"ҙыҡына Гүзәл Фазылова лайыҡ булды. Шулай уҡ 13 кеше башҡорт гәзит-журналдарына бушлай яҙылыу мөмкинлеген алды. "Юлдаш" радиоһындағы тура эфирҙа ойоштороусылар - Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, "Башҡортостан" нәшриәт йорто филиалы - Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков тә ҡатнашҡайны. Улар радио тыңлаусыларҙы милли матбуғатҡа 25 июнгә тиклем яҙылып ҡалырға саҡырҙы.
БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов әйтеүенсә, әлеге көндә республикала барлығы 48 гәзит һәм журнал башҡорт телендә баҫыла. Улар араһында балалар, ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы, һөнәри тармаҡтарға арналғандары ла бар. "Почта России" сайты йәки мобиль ҡушымтаһы ярҙамында был баҫмаларҙың барыһына ла почта бүлексәһенә барып йөрөмәй, өйҙән генә яҙылырға була", - тине Марат Әсғәт улы.
"Башҡортостандың милли матбуғатына ярҙам ит" акцияһын ойоштороусылар иң актив ҡатнашыусыларға башҡортса гәзит-журналдарға яҙылып уҡыуҙары өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм киләсәктә лә был дуҫлыҡ дауам итеренә ышанысын белдерҙе.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Акция барышында Учалынан Әлфиә Күсәева "Киске Өфө"гә бушлай яҙылыу хоҡуғына эйә булды. Ҡотлайбыҙ!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.20 | Ҡаралған: 458

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru