«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ - ЙӘНӘЙ, АСЫЛЫБЫҘ - КӨНБАЙЫШ БАШҠОРТТАРЫ
+  - 


Боронғо башҡорт ырыуҙары номенклатураһында көнбайыш башҡорттарынан булған йәнәй ырыуы ла бар, ул үҙенең килеп сығышы буйынса үтә ҡыҙыҡлы һәм бай тарихы менән бәғзе бер башҡа ырыуҙарҙан айырылыбыраҡ тора. Икенсе бер ырыуҙар менән сағыштырғанда уға йәнәш юрматы ырыуын ғына атап китергә булалыр. Башлыса, тап ошо ике башҡорт ырыуының килеп сығышында венгр-мадъяр эҙҙәрен юллап була.

Ғөмүмән, Европа историографияһында башҡорт-мадъяр бәйләнештәре, уларҙың иртә урта быуаттарҙа туғандаш ҡәүемдәрҙән булыу мөмкинлеге тураһында байтаҡ ҡына ғилми хеҙмәттәр яҙылыуына иғтибар итеп була. Хатта ки ҡасандыр ошо ике көслө ҡәүемдең бер үк халыҡ булыуы, Көньяҡ Уралда көн итеүе хаҡында ла фараздар күп ине. Әммә XX быуатта, башлыса, боронғо венгр һәм башҡорт бәйләнештәре бары тик айырым ҡәбиләләр берлегенә ҡайтарып ҡалдырыла башлай.
Венгр тарихсыһы Иштван Зимони ошо хаҡта былай тип яҙа: "XX быуат башында башҡорт һәм венгр ҡәбиләләре атамалары араһындағы параллеллеккә Паулер иғтибар итә; ул ике ҡәбилә исеменең: Джармат - Юрматы, Енё - Йәнәй турагилешлеген билдәләй". Ошондай мәғлүмәттәр донъя күргәндән һуң ғалимдар башҡорттарҙың уғыр сығышлы булыуы хаҡындағы фаразды ҡалдырып тороп, уларҙың этногенезындағы юрматы-йәнәй уртаҡ компонентының ғына булыуын ысынбарлыҡҡа тап килә, тип раҫлай. Күп йыллыҡ тикшеренеүҙәрҙе йомғаҡлап, тарихсы Эрик Мольнар шундай һығымтаға килә: "Башҡорт халҡына ҡушылған венгрҙарға һәйкәл булып, Башҡортостандың һуңғы осорона тиклем һаҡланып килгән йәнәй һәм юрматы ырыуҙары атамалары тора, улар Венгрияның хәҙерге территорияһын биләгән замандарҙа бында тороп ҡалған Енё һәм Дьярмат исемле ҡәбиләләргә ҡараған ырыуҙаштарҙы берләштергән".
Әлеге тарихи фараз нисек барлыҡҡа килгән? Тарихсылар иң элгәре Византия императоры Константин Багрянородныйҙың (X б.) Венгрия Урҙаһы составындағы ҡәбиләләр хаҡындағы яҙмаларына һылтана. Ошо яҙмаларҙа түбәндәге мадъяр ырыуҙары һанап үтелә: "Беренсеһе - алдараҡ әйтеп үтелгән, хазарҙарҙан айырылып сыҡҡан каварҙар, икенсеһе - Неки ырыуы, өсөнсөһө - Мегери, дүртенсеһе - Куртугермат, бишенсеһе - Тариана, алтынсыһы - Генах, етенсеһе - Кари, һигеҙенсеһе - Каси." Тикшеренеүселәр Мегери атамаһының мадъярға, Курту-гермат ырыу исеменең икенсе яртыһының юрматыға, Генахтың иһә башҡорт ырыуы йәнәйгә тура килеүен билдәләй.
Ошо хаҡта тарихсы-этнограф Р.Ғ. Кузеев былай тип яҙа: "... белемебеҙҙең хәҙерге кимәлендә ныҡлы рәүештә билдәләнгән ике фактты һыҙыҡ өҫтөнә алыу мөмкинлеге бар: боронғо грекса Генах, венгрса Енё һәм башҡортса Йәнәй араһындағы бәйләнеш һәм уларҙың уртаҡ тамыры булыуы".
Әгәр ҙә башҡорттар һәм венгрҙар составында бер үк тигәндәй атамалы ҡәбиләләр теркәлгән икән (енё - йәнәй, дьярмат - юрматы), тимәк, уларҙың килеп сығышында һәм боронғо тарихында билдәле бер уртаҡ ваҡиғаларҙы юллап буласаҡ. Кемдәр булған һуң улар: венгрҙар составына килеп ингән төркиҙәрме, әллә, киреһенсә, заманында башҡорттарға ҡушылған уғырҙармы?
Юшо юҫыҡта тикшеренеүҙәр үткәргән лингвистар енё/йәнәй һүҙенең этимологик тамырҙарын табырға тырыша. Мәҫәлән, В.Г. Егоров "енё" һүҙе төрки тамырлы булып, мәғәнәһе буйынса "һыйыр" һүҙенә тап килә, тип иҫәпләй. Венгр ғалимы Д.Немет иһә уны төрки телендәге "ина" тамыры менән бәйләп, "ышаныу" (башҡортса ла инаныу һүҙе бар) мәғәнәһен белдереүе, ә шул уҡ тамырҙан "инаг" һүҙенең "ышаныслы кеше", "министр" мәғәнәләрендә ҡулланылыуына иғтибар иткән. Р.Ғ. Кузеев, ошо венгр ғалимының фекере менән килешеп, юрматы һәм йәнәй башҡорт ырыуҙарының боронғо мадъярҙар менән тығыҙ аралашҡан ҡәүемдәрҙән булып, сығыштары менән уғырлашҡан төркиҙәр булыуын ысынбарлыҡҡа тап килә, тип иҫәпләй: "йәнәйлеләрҙең ата-бабалары беҙҙең эраның I мең йыллығы аҙағында төркисә һөйләшкән, әммә уғыр-мадъярҙар менән тығыҙ ҡатнашлыҡ кисергән була".
Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин яҙғанса, юрматы/йәнәй башҡорттарының венгр-мадъярҙар менән туранан-тура ҡәрҙәшлеген раҫлау өсөн дәлилдәр етерлек түгел. Ул, мәҫәлән, юрматы ырыуының боронғораҡ ата-бабалары сарматтарҙан булып, тарихи процестар барышында уларҙың бер өлөшө башҡорттар составына инеүе, ҡалғандарының Венгр урҙаһы күскенселәре менән мадъярҙар (Мегери) етәкселегендә Паннонияға барып етеүе хаҡында бәйән итә. Ә йәнәй ырыуына килгәндә, уның хаҡында тағы ла бер ысынбарлыҡҡа тап килеүе мөмкин булған фараз ҡылып була: күрәһең, уларҙың ата-бабалары Көньяҡ Урал янына яҡын ерҙәрҙә көн иткән ярым күсмә ҡәүемдәрҙән булып, үҙҙәренән һуң кушнаренко-ҡараяҡуп археологик комплексына ҡараған ҡомартҡылар ҡалдырған. Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: йәнәй этнонимы ысынлап та башҡа төрки сығышлы халыҡтарҙа осрамай. Ә бына әйтеп үтелгән енё-йәнәй турагилешлеген тап боронғо венгр-башҡорт бәйләнештәренең кире ҡаҡҡыһыҙ дәлиле итеп ҡабул итеү фарыз.
Быны заманында тарихи ысынбарлыҡта булып, айырым сығанаҡтарҙа теркәлеп ҡалған ваҡиғалар ҙа раҫлай. VIII быуатта Һырдаръя буйы далаларында һәм Арал янындағы территорияла бәшәнәктәр союзы хасил булып, улар IX быуатта боронғо мадъярҙар йәшәгән ерҙәргә тиклем килеп етеп, һуңғыларын Хазар ҡағанатының көнбайыш тарафтарына ҡыҫырыҡлап сығара. Византия императоры Константин Багрянородный ошо хаҡта бына ниндәй мәғлүмәт ҡалдырған: "Төрөктәр (бында төрки ҡәүемдәр хаҡында һүҙ бара. - Ред. иҫк.) һәм ул саҡта ҡаңғарҙар тип аталған бәшәнәктәр араһында бәрелеш булғас, төрөк ғәскәре еңелде һәм ике өлөшкә бүленде. Уларҙың бер өлөшө көнсығышҡа китеп, Персия яҡтарында урынлашты, улар хәҙер ҙә, төрөктәрҙең боронғо ҡушаматы буйынса, саварт-асфалдар тип атала, ә икенсе өлөшө үҙҙәренең воеводаһы һәм юлбашсыһы Леведия менән көнбайыш тарафҡа барып, Ателькузу тип аталған ерҙәрҙә урынлашты". Мадъярҙарҙың бәшәнәктәр менән бәрелешенә тиклем ниндәй территорияла йәшәүе әлегә тиклем бәхәсле булып ҡала. Ул ерҙәр Арал янында, Волга йәки Дон йылғалары буйында булған, тигән фараздар бар. Был мәсьәләне ҡарағанда беҙ Волга аръяғындағы этногенез процестары һәм иртә урта быуаттарҙа (VI-IX б.б.) барған этник миграция барышын иҫәпкә алырға тейешбеҙ. Мадъярҙар, башҡа уғыр телле күсмә ҡәүемдәр кеүек, Хазар ҡағанаты менән бәйләнештә булған ҙур этник конгломератты тәшкил иткән. Константин Багрянордный иҫкә алған саварт-асфалдарҙың да уғыр телле мадъярҙар булыуы бик мөмкин.
Тикшеренеүсе Д.Моравчик был этник атаманы "еңелеү белмәҫ саварттар" мәғәнәһендә булып, савир (сувар, сабир) ҡәбиләһенә ҡарағанын белдерә. Был ҡәүемдең уғыр телле булыуына ғалимдарҙың күпселеге шик белдермәй. Ошо этникон заманында хазарҙарҙың төрки телендәге атамаһы сифатында ҡулланыла, сөнки савир компоненты хазарҙар союзы составының байтаҡ ҙур өлөшөн биләй. Ғәрәп ғалимы Әл-Масуди улар хаҡында бына ниҙәр әйткән: "Һәм улар төркисә сабирҙар, фарсыса - хазаран, тип атала. Улар - ултыраҡ төрөк тоҡомо. Ғәрәпсә уларҙы әл-хазар, тип атайҙар".
Ошо тарихи сығанаҡтар боронғо мадъярҙарҙың савир (сабир) этник сығышлы булыуын кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилләй. Грек географы һәм астрономы Клавдий Птолемей (б.э. II б.) савирҙарҙың Рипей (Урал) тауҙарынан көнсығыштараҡ тарафта йәшәүе хаҡында яҙа. Был мәғлүмәт тап савир-сабир ҡәбиләһе атамаһынан хәҙерге географик атама - Себер һүҙенең ни рәүешле барлыҡҡа килеүен дә раҫлап торғандай.
Шулай итеп, боронғо мадъяр ҡәүемдәре ҡасандыр Көнсығыш Себер территорияһында көн итеп, һуңынан, V быуатта аварҙар (жужандар) тарафынан Хазар сиктәренә тиклем ҡыҫырыҡлап сығарыла. Үҙҙәре өсөн яңы булған ерҙәргә - түбәнге Волга буйына, Төньяҡ Кавказға һәм хатта Кавказ аръяғына сығып, улар бында ярты быуатҡа яҡын ваҡыт дауамында яңы сәйәси көскә әүерелә. Тап Ателькуза исемендә аталып йөрөтөлгән ерҙәрҙә (ул Ҡара диңгеҙҙән төньяҡтараҡ, Днепр һәм Днестр йылғалары арауығында була) мадъярҙар үҙҙәрен Азия һәм Европаның боронғо халыҡтарына таныта. Ошо осорға тиклем улар хаҡында хазар, ғәрәп йә иһә Византия сығанаҡтарында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмай әле. Төрки ҡәүемдәре менән тығыҙ аралашып йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, улар үҙҙәренең этник-мәҙәни йөҙҙәрен дә юғалтмай, уғыр теленән төрки теленә лә күсмәй. Шул уҡ ваҡытта көнбайыш тарафтарына юл тотмай ҡалып, ата-бабалары төйәгендә ҡалған савир сығышлы башҡа ҡәүемдәр тулыһынса төркиләшә. Мәҫәлән, Волга Булгарияһында вассал мосолман кенәзлеге форматында йәшәүсе суварҙар этник һәм тел яғынан булгарҙарҙан айырылып тормай. Боронғо Сувар ҡалаһы янында булған, IX-X быуатҡа ҡараған Оло Тиган ҡәберлегендә табылған ҡомартҡы материалдарҙың Паннонияла табылған матди мәҙәниәт өлгөләренә оҡшаш булыуын раҫлаған ғалимдар бар. Был осраҡта шундай тарихи хәҡиҡәт дөрөҫләнә: этник төркөмдәрҙең тарихи процестар барышында һөйләш теле үҙгәргән хәлдә лә, уларҙың матди һәм рухи мәҙәниәтендә боронғолоҡ элементтары оҙағыраҡ һаҡлана.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ
әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.20 | Ҡаралған: 400

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru