«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ УЙНАЙ
+  - 

Өфө ҡала хакимиәте уҡыусыларҙың йәйге ялы файҙалы һәм күңелле үтеүен хәстәрләп, "Өфө уйнай - 2020" оффлайн уйынын ойоштора. Сара тураһында тулы мәғлүмәтте журналистар менән осрашыуҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, хакимиәттең Мәғариф идараһы начальнигы Елена Хаффазова һәм Йәштәр эштәре буйынса комитет етәксеһе Роман Янгуров еткерҙе.

Өфөлә барлығы 123 меңгә яҡын мәктәп йәшендәге бала йәшәй, шуларҙың 66 меңе быйылғы йәйге каникулдың беренсе айын баш ҡалала үткәрергә мәжбүр. Сөнки илдә коронавирус инфекцияһына ҡаршы ҡабул ителгән һаҡланыу сараларына бәйле, балалар өсөн һауыҡтырыу һәм ял итеү лагерҙары июлдән генә ойошторола. Шуға баш ҡала уҡыусыларының ялын бер аҙ йәнләндереп ебәреү, былай ҙа ялҡытып киткән компьютер уйындарынан айырып, саф һауа һуларға мөмкинлек биреү ниәтендә тәүге тапҡыр "Өфө уйнай - 2020" уйыны ойошторола. Уйын 8 июндән алып ай аҙағына тиклем үтә.
- Бала саҡта беҙ ҙә хазина эҙләргә, "Зарница", "Казаки-разбойники" һәм башҡа уйындарҙы ярата торғайныҡ. Әммә беҙҙең балалар икенсе төрлө фекерләй, уларҙы элекке ябай уйындар менән генә ҡыҙыҡһындырып булмай. Шуға һәр балаға индивидуаль эш тәҡдим итәбеҙ, һынауҙар уның ҡыҙыҡһыныуына, белеменә, күңеленә ятҡан шөғөлдәренә нигеҙләнеп төҙөлә. Уйын өсөн ҡала квадраттарға бүленә һәм бала үҙе йәшәгән территориялағы квадратта ғына уйнай ала. Беҙҙең өсөн уҡыусының ғүмер хәүефһеҙлеге иң мөһим урында тора, шуға ул уйында ҡатнашыу өсөн юлды аша сығырға, кварталдар үтергә тейеш түгел. Баш ҡаланың 7 районында шундай хәүефһеҙ бер нисә квадрат билдәләнде, квота буйынса бер районда 100 кеше уйнай. Ҡатнашыусылар 4 көн дауамында өсәр сәғәт шөғөлләнә, һәр көн 6 задание бирелә, шунан аҙна аҙағында 2 көн баһалама комиссияһы йомғаҡ яһай. Икенсе аҙнала район кимәле үтә һәм унда еңеүселәр ҡала кимәлендә ярышасаҡ. Балаларҙы ылыҡтырыу өсөн елле бүләктәр ҙә әҙерләнек: район кимәлендә еңеүселәргә заманса сымһыҙ ҡолаҡсындар, ҡалала - юғары тиҙлекле планшеттар тапшырабыҙ. Әлбиттә, ҡатнашыусыларҙың береһе лә буш ҡул менән ҡалмаясаҡ, дәртләндереү приздары, иҫтәлекле дипломдар буласаҡ. Баланың белемен, отҡорлоғон, ижади һәләтен баһалайбыҙ. Иң мөһиме, уйын һынауҙарын үткән һайын "Инстаграм" социаль селтәрендә дәлил итеп фото, видеояҙмалар һалып барырға һәм #Өфөуйнай2020 #Уфаиграет2020 хештегтарын ҡуйырға онотмағыҙ. Барыһы ла уңышлы үтһә, һуңыраҡ тағы ла күберәк ҡатнашыусылар менән яңы уйын ойоштороу һәм был проектты федераль грантҡа тәҡдим итеүҙе күҙаллайбыҙ, - тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, уйында ҡатнашҡан уҡыусылар мотлаҡ рәүештә һаҡланыу сараларын үтәргә - битлек һәм бирсәткәлә килергә, үҙ-ара аралашмаҫҡа, хәүефһеҙ арауыҡ һаҡларға тейеш. Был талаптарҙың үтәлешен ирекмәндәр ҡаты контролдә тотасаҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.20 | Ҡаралған: 429

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru