«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӘМЕҒОЛ ОЛАТАЙҘЫҢ МӨҒЖИЗӘЛӘРЕ
+  - 


Шәмеғол Бәҙретдин улы Бикбаев - өләсәйем Ғилмикамал Бәҙретдин ҡыҙы Бикбаеваның бер туған ағаһы. Өләсәйем Әпсәләм ауылында 1898 йылда тыуған. Миңә уны күрергә яҙманы, ул 1950 йылда, мин тыуғансы вафат булғайны. Өләсәйем тураһында әсәйем Өммөкамал аша ғына ишетеп беләм. Өләсәйем бәйеттәр уйлап сығарырға оҫта булған. 35 йәшендә генә тома һуҡыр булып ҡалыуына ҡарамаҫтан, бик һәйбәт ишеткән: ҡаршыһына килгән кешене аяҡ тауышынан таныған, кешенең нимә эшләгәнен ишетеп белгән. Шәмеғол олатай өләсәйемдең күҙҙәрен аса алмаған. "Үҙеңдә көс бар, шул ҡамасаулай", - тигән.

...Шәмеғол олатай беҙгә йыш килгән. Һәр ваҡыт йәйәү йөрөгән. Туған йәнле кеше булған: алыҫ араны яҡын итеп Ишбирҙенән Яманғолға (хәҙерге Көйөргәҙе районы, өләсәйем йәшәгән, беҙҙең тыуып-үҫкән ауыл, 50-60 саҡрым самаһы) йыш ҡына хәл белергә йәйәү килгән. Уның килгәнен ишетеп ҡалған ауылдаштар тиҙерәк уға күренеп, дауаланып ҡалырға тырышып, өйгә килеп тулыр булғандар. Туғандарының ауыр хәлгә төшөүен, үҙенең ярҙамы кәрәклеген Шәмеғол олатай тойомлап белгән: "Елкә тамырым тарта, туғандарыма берәй хәл булды, ахырыһы",- тип һиҙеп, ярҙамға ашыҡҡан.
...Өләсәйем менән әсәйем Шәмеғол олатайҙарға бер нисә көнгә ҡунаҡҡа барғандар. Бер-ике көн йәшәгәс, өләсәйем күрше ауылға әхирәтенә барып килергә йыйынған, әсәйемде лә эйәрткән. Ул саҡта өләсәйемдең күҙҙәре һәйбәт күргән әле. Шәмеғол олатай кибеттән перәник алып ҡайтырға ҡушып, аҡса биреп ебәргән. Перәник алғас, әсәйемдең (8-9 йәшлек бала бит инде) берәүһен генә булһа ла алып ашағыһы килгән. Ләкин өләсәйем: "Балам, бер бөртөгөнә лә теймә, теүәл алып ҡайтып бирәйек. Бәлки бабайың һанағандыр, иҫәбен белеп ултыралыр", - тип берәүһен дә алырға рөхсәт итмәгән. Ҡайтып етеүҙәренә Шәмеғол олатай ҡапҡа төбөнә үк сығып, быларҙы ҡаршылап тора икән: "Нишләп балаға перәник ашатманың? Мин бит перәникте мотлаҡ ошо ҡунаҡ ҡыҙым өсөн алдырттым, - тип, төргәге менән алып, әсәйемә тотторған: - Туйғансы аша, ҡыҙым, Шәмеғол олатайың һыйлағанда", - тигән.
...Шәмеғол олатай улы Нурулланы һалдатҡа ебәрмәй алып ҡалған. Сөнки Нурулла олатайҙа ла кешеләрҙе дауаларлыҡ көс барлығын белгән: "Бында һин халыҡҡа нығыраҡ кәрәкһең",- тигән. Районға ҡаралырға барғанда үҙе шап-шаҡтай атлап барған Нурулла олатай, табиптар янына инһә, көскә хәрәкәтләнеп, аяҡ-ҡулы йүнләп йөрөмәгән ғәрип хәлендә була ла ҡуя икән. Табиптар: "Нишләп күрәләтә ғәрип кешене һалдатҡа ҡаралырға ебәрәләрҙер", - тип һуҡранып ҡайтарып ебәрәләр икән. Сыҡҡас, Нурулла олатай үҙ аяҡтарында һау-сәләмәт көйө ҡайтып китә икән. Шәмеғол олатай үлгәндән һуң улы Нурулла бик күп кешеләрҙе дауаланы. Мин уны үҙем күреп беләм. Мин бәләкәй саҡта беҙгә лә килеп йөрөгәнен хәтерләйем. ...Әсәйем һөйләгәндән тағы шуны хәтерләйем: совет власы йылдарында бик эҙәрлекләгәндәр Шәмеғол олатайҙы. Ҡулға алғас, төрмә начальнигына индергәндәр. Төрмә начальнигы бик ҡаты һөйләшә ти олатай менән, янай, ҡурҡыта икән. Шәмеғол олатай тыныс ҡына тыңлаған да: "Һин миңә улай ҡаты бәрелмә. Тиҙ генә өйөңә ҡайт, ҡыҙың хәл өҫтөндә ята. Минән башҡа бер кем дә уны дауалай алмай. Миңә көнөң төшәсәк бөгөн йә иртәгә", - тигән. Өйөнә ҡайтһа, төрмә начальнигының ҡыҙы саҡ тын алып ята, телдән ҡалған, ти. Тәүҙә табиптар саҡырып ҡарағандар. Улар диагноз ҡуя алмаған. Аптырағас, төрмә начальнигы, төн булһа ла, олатайҙы килтерткән: "Әгәр ҡыҙымды аяҡҡа баҫтыра алһаң, иреккә сығарып, ҡайтарып ебәрәм", - тигән. Ҡыҙҙы дауалап, аяҡҡа баҫтырып, Шәмеғол олатай өйөнә ҡайтып киткән.
...Тағы бер ваҡиға һөйләгәйне әсәйем. 1933 йылда әсәйемдең атаһы үлгән. Тома һуҡыр өләсәйем ҡулында 3 бала ҡалған: иң ҙуры булған әсәйемә - 11 йәш. Ейәнсура районы Байдәүләт ауылында директор булып эшләгән Әбдрәхим ағаһы (өләсәйемдең көндәшенең улы) әсәйемдәрҙең ғаиләһен ҡышҡылыҡҡа йәшәргә үҙ янына Байдәүләткә алып ҡайтҡан. Ике көндәш бер туғандар һымаҡ татыу йәшәгәндәр. Шуға күрә, өләсәйемдең туғандары уларҙы ла туған итеп күргән. Шәмеғол олатай Байдәүләткә лә барып, һылыуының хәлен белеп йөрөгән. Әбдрәхим бабайым быға ҡаршы булмаған. Әммә ундағы властарға был хәл бер ҙә оҡшамаған. Шулай бер ваҡыт Шәмеғол олатай Байдәүләткә килгәндә, белеп ҡалып, мәктәптән Әбдрәхим бабайымды кәнсәләргә саҡырғандар һәм олатайҙы ҡыуып ебәрергә ҡушҡандар. Әгәр ҡыумаһаң, эшеңдән алабыҙ, тигәндәр. Шәмеғол олатай быны һиҙгән. Өйҙә сәй эсеп ултырған еренән ашығып тора башлаған: "Туғандарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуймаҡсы булалар, мәлғүндәр. Туғаным ҡайтып, мине ҡыумаҫ борон, мин үҙ юлымда булайым", - тип йәһәтләп сығып киткән. Сыҡҡанда әсәйемде саҡырып алған да: "Өлкәндәр минең мөғжизә күрһәткәнгә өйрәнгән, һин- бала кеше - ҡурҡып ҡуйма. Мин Әбдрәхим абзыйыңа мине ҡыуырға риза булғаны өсөн бер мөғжизә күрһәтәм, өс көндән төҙәлер, ҡурҡма, миңә ышан",- тигән. Әбдрәхим бабайым ҡайтып еткәнсе Шәмеғол олатай ауылдан сығып та киткән. Әсәйем нимә булырын көтә башлаған. Шул көндә үк Әбдрәхим бабайҙың йөҙө йәмһеҙләнеп, салышая башлаған. Иртән тороуға бөтөнләй кеше ҡарағыһыҙ булып, ауыҙ-мороно ҡыйшайып, ҡурҡыныс хәлгә килгән. Өйҙәгеләр бик хафаланған. Өс көн үтеүгә Әбдрәхим бабайҙың йөҙө әүәлге хәленә ҡайтҡан.
...Һуғыш йылдарында әсәйем икенсе бер ваҡиғаның шаһиты булған. Шәмеғол олатай үҙенең туғандарын төрлө бәлә-ҡазаларҙан ҡурсаларға тырышҡан. Ул ваҡытта әсәйем Ейәнсура районы Ибрай ауылында уҡытыусы булып эшләгән. Әсәһе, туғандары үҙе менән бергә йәшәгән. Бөтә ерҙә аслыҡ, кешеләр астан үлгән, ашарға эт, бесәй ҡалмаған, яланда үлән етмәгән. Һыйыр быҙауларға тейеш булһа, ҡарауыллап тороп, яңы тыуған быҙауҙы урлап алып китеп, һуйып ашағандар; йәй көнө һөт ҡайнатырға тышҡы мейес ҡаҙанына һалһаң, ҡайнап сыҡҡансы, килә һалып, һоҫоп алып урлап китә торғайнылар, ти. Әсәйемдәр ҙә бер генә һарыҡ тәкәһен, бик асыҡҡанда һуйырбыҙ тип, һаҡлағандар. Муйынына ҡыңғырау тағып, бик һиҙгер һаҡларға тырышҡандар. Ләкин үҙҙәре мунсаға киткән арала теге тәкә юҡ булған. Шуныһы ғәжәп: иртән йоҡонан тороуҙарына әҙме-күпме ризыҡ йөкмәп, Шәмеғол олатай килеп еткән. "Тәкәгеҙҙе эҙләп тормағыҙ, кисә төндә үк уның итен ашап бөттөләр инде. 3-4 ай эсендә ул кешенең нигеҙе ҡороясаҡ. Етемдәрҙең ризығын урлаған кеше язаһын татыр",- тигән. Күп тә үтмәй, бөтөнләй уйламаған, етеш кенә йәшәгән, һуғыштан бронь менән ҡалған бер ир ашлыҡ урлап тотолоп, төрмәгә китә, ҡатыны аҫылынып үлә, балалары приютҡамы, ҡайҙалыр оҙатыла...
...Бөгөнгө көндә лә Шәмеғол олатайҙың рухы беҙҙе, туғандарын, һаман һаҡлай, ярҙамынан ташламай. Ҡыҙымдың күҙҙәре бәләкәй сағында 10 процент ҡына күреүе асыҡланды. Хөсәйен табип райондарға сығып, кешеләрҙе дауалаған осор ине. Мин ҡыҙымды уға күрһәтмәксе булдым. Кистән әҙерләнеп, йоҡларға яттыҡ. Таңға табан сәйер төш күреп уяндым. Ап аҡ кейемле бер бабай миңә: "Балам, ҡыҙыңды ул кешегә алып барма, ул беҙҙеңсә дауаламай", - тине. Уянғас, әсәйемә һөйләгәйнем: "Шәмеғол олатай ул, миңә лә гел аҡ кейемдә төшөмә инә", - тине. Тәүҙә ышанманым. Иртән тороуға, кистән һәйбәт торған көн боҙолғайны, буран сыҡҡайны. "Автобус килһә ярай ине, юлға ҡар һалғандыр инде", - тип борсолдом. Әсәйем миңә: "Был - Шәмеғол олатайың, һиңә ризалығын бирмәй", - тине. Шулай ҙа автобус килһә, уйлаған уйымды тормошҡа ашырыу ниәтендәмен. Баланы дауалағы килә бит инде. Һуңлап булһа ла юлда автобус күренде. Туҡталыштан боролоп ҡайта башлаған халыҡ автобусҡа табан йүгерҙек. Ҡыҙым менән мин барып етергә 10-15 метр самаһы ҡалғас, автобус ҡуҙғалды ла китте. Шулай итеп, Шәмеғол олатай беҙҙең юлды ҡыйҙы. Был ваҡиғанан һуң аҙна тирәһе ваҡыт үткәс, ауылға Өфөнән Марат Аҙнабаев етәкселегендә күҙ табиптары килде. Улар ҡыҙыма йүнәлтмә ҡалдырып киттеләр. Һуңынан Өфөгә табиптарға йөрөтөп, ҡыҙымдың күҙҙәрен дауаланым. Хәҙер, Аллаға шөкөр, ҡыҙым һәйбәт күрә.
...2013 йылда йәй көнө миңә операция яһарға тейештәр ине. Шул уҡ ваҡытта Әпсәләмдә шәжәрә байрамы үтәсәк. Был минең өсөн бик мөһим. Сөнки Күгәрсен районынан ситтә тыуып-үҫеү сәбәпле, күп туғандарымды белеп тә еткермәйем, йәки ишетеп кенә беләм. Улар менән күрешеп һөйләшкем килә ине. Ҡурғандан Тутыя апай ҙа ҡыҙы Әлфиә менән ҡайтырға тейеш. Шәжәрә байрамынан ситтә ҡалыу бик үкенесле булыр ине. Тәғәйенләнгән көндә операция яһатырға тип, дауаханаға килдем. Әммә табип минең алып килгән анализ ҡағыҙҙарын ҡарағас, ниндәйҙер сәбәп арҡаһында операция ике аҙнаға кисектерелеүе тураһында әйтте. Сәбәбен дә асыҡ ҡына аңлатманы. Шулай итеп, мин шәжәрә байрамында булып, туғандарымды күреп, ике аҙнанан һуң тыныс күңел менән операцияға яттым. Былар бөтәһе лә Шәмеғол олатайҙың рухы ярҙамында булғандыр, тинем...

Рәмилә ИҪӘНҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.20 | Ҡаралған: 1027

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru