«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ЭТНОСЫ ӨФӨ-II ҠАЛАСЫҒЫНДА ЛА ФОРМАЛАШҠАН!
+  - 


Ҡала округы Советында хакимиәт башлығының уҙған йылға йомғаҡ яһау ултырышында ҡатнашып, республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүгә 450 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында һүҙ күтәргәйне. Ул был байрамды федераль кимәлдә үткәреү инициативаһын белдерҙе һәм кәрәкле документтар әҙерләргә ҡушты. Иҫегеҙҙә булһа, нуленсе йылдар уртаһында баш ҡалала Өфө-II ҡаласығы темаһы барлыҡ матбуғат сараларының иғтибар үҙәгендә булды, сөнки Нияз Мәжитов етәкселегендәге археологтар күп ҡатлы йорт төҙөү өсөн бүленгән территорияның Өфө генә түгел, тотош Башҡортостан, Рәсәй, хатта донъя кимәлендә тарихи әһәмиәтле булыуын күтәреп сыҡты. Артабан инде унда табылған ҡаҙылма байлыҡтарға, башҡа сығанаҡтарға нигеҙләнеп, йылдар дауамында ошо теманы иғтибар үҙәгенә ҡуйып, йәмәғәтселекте, етәкселекте инандырып, Өфө ҡалаһының тарихи сығанаҡтар буйынса билдәләнгән тарихи йәше рәсми нығытылып ҡуйырға тейеш ине. Әммә әле һаман Өфө ҡалаһының түгел, ә унда тәүге урыҫ ҡәлғәһе төҙөлөүҙең 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнәбеҙ. Тарихи хәҡиҡәт ҡасан да булһа тантана итерме? Был хаҡта ошо эштәрҙең уртаһында ҡайнап йөрөгән археолог, тарих фәндәре кандидаты Әлфиә СОЛТАНОВА менән әңгәмәләшәбеҙ.

Әлфиә Нияз ҡыҙы, беҙҙең башҡорт ҡалаһы булған Өфө-II ҡаласығының 1500-1800 йыллығын билдәләү мөмкинлегебеҙ бар, ә ни өсөн һуң Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығы тиеү менән генә сикләнәбеҙ? Бының сәбәбе, һеҙҙеңсә, нимәлә?

- Халыҡ уның асылына төшөнөп тә тормай, теләмәй ҙә. Иң мөһиме - байрам, күңел асыу, тамаша булһын. Икенсе яҡтан, бындай күренеш совет заманынан уҡ килә һәм хәҙер ҙә дауам итә: тарихты, тәү сиратта, Рәсәй тарихы итеп өйрәтәбеҙ һәм өйрәнәбеҙ. Төбәк тарихы йә бөтөнләй телгә алынмай, йә уға икенсе-өсөнсө генә түгел, иң һуңғы роль бирелә. Шул күҙлектән сығып ҡарағанда, ни өсөн хәҙерге Өфө тарихы Өфө ҡәлғәһе һәм Өфө Кремле төҙөлгән датанан алып билдәләнеүе аңлашыла.
Ысынлап та, ни өсөн беҙ 450 йыллыҡты байрам итәбеҙ, ә башҡорттоҡо булған Өфө-II ҡаласығының 1500-1800 йыллығын түгел? Бында бер нисә аспектты ҡарап китергә була. Беренсеһе: Өфө-II ҡалаһының ғәмәлдә бик боронғо булыуын ҡабул итеүе ауыр. Рус ҡалалары Киев Русе осоронда, 9-сы быуат һуңында, икенсе мең йыллыҡ башында барлыҡҡа килгән, ә бында - 1500 йылдан алдараҡ! Өфө-II ҡалаһының ысын йәшен танырға теләмәү ҙә шунан килгән сәйәси акт. Әгәр беҙҙең етәкселек ихтыяр көсө күрһәтеп, ошо хәҡиҡәтте танытыуға өлгәшһә, яҡшы булыр ине, әммә сәйәсмәндәр барыһы ла илдең идара итеүсе партияһы күрһәтмәһе буйынса ғына йәшәй. Үҙәк рөхсәт бирмәгән хәлдә улар ҡыл да ҡыбырлатмаясаҡ. Тағы ла шуныһы: был идеяны туҡтауһыҙ алға һөрөп, бөтөн ерҙә тылҡып йөрөр өсөн Мәжитов булырға, ошо идея менән "сирләргә", фанат, ныҡыш булырға кәрәк. Бөгөн ундайҙар юҡ. Өфөнө бай, ҙур тарихлы ҡала итеп таныр өсөн дөрөҫ һәм маҡсатлы сәйәсәт алып барылырға, быға киң мәғлүмәт саралары, административ һәм сәйәси ресурстар йәлеп ителергә тейеш. Һәйкәлдең һәм унда табылған артефакттарҙы археология күҙлегенән профессиональ кимәлдә, реклама йәһәтенән дөрөҫ итеп күрһәтеү, материалды аң кимәлендә еткерә, кешеләрҙең йөрәгенә үтеп инә белеү кәрәк. Шунһыҙ беҙгә ниндәй байрамды билдәләргә күрһәтмә бирелә - шуны байрам итәбеҙ һәм итәсәкбеҙ.

Ошондай шарттарҙа хәтерҙе ҡабаттан яңыртып алыу ҙа ҡамасауламаҫ, моғайын. Иртә Урта быуаттарҙа уҡ ҡала тибындағы биләмә - ә тап Өфө-II ҡаласығы барлыҡҡа килеүе нимәлә сағыла?

- Урта быуат, ғөмүмән, совет тарих фәне өсөн ҡала - ул, тәү сиратта, һөнәрселек, сәйәси, сауҙа, хәрби үҙәк. Улар һәр саҡ юлдар сатында тора һәм нығытма ролен үтәй. Өфө-II ҡаласығына ошо билдәләрҙең барыһы ла хас. Хатта уның нығытма яғы Көньяҡ Урал өсөн ғәҙәти ҙә түгел: диуар М хәрефе формаһында эшләнгән, уның эсендә төрлө конструкциялар ҡулланылған, йәғни ағас һалынған һәм ул ер менән ҡапланған диуар барлыҡҡа килгән. Диуар артында уҡ тәрән итеп соҡор ҡаҙылған. Заманына күрә бик ҡеүәтле нығытма булған. Ҡаласыҡ үҙе лә бит нығытма-ҡала тигәнде аңлата. Ә уның тирә-яғында ябай граждандарҙың ғәҙәти йорттары урынлашҡан һәм улар хәүеф килгәндә йәки хәрби хәрәкәттәр ваҡытында нығытмаға инеп ҡаса алған. Бынан тыш, Өфө-II ҡаласығы тығыҙ итеп, кварталлап төҙөлгән - был иһә нығытма өсөн бөтөнләй хас түгел. Уларҙың береһендә керамика етештерелгән, икенсеһендә металлургия производствоһы булған. Хатта 2006 йылғы тәүге ҡаҙыу эштәре барышында беҙ ювелир оҫтаһының торлағына ла юлыҡтыҡ - унда әҙер изделиелар түгел, ә сеймал, йәғни пластиналар табылды. Бынан тыш, хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһынан Медицина университетына табан тирә-яҡ территорияла ошо осорҙоң бик бай ҡурғандары бар һәм был инде унда аҡһөйәктәр - шул осорҙоң билдәле кешеләре йәшәүе тураһында һөйләй.
Беҙҙең эраның беренсе мең йыллығы уртаһында бында турбаҫлы халҡы йәшәй һәм Өфө-II уларҙың хәрби, сәйәси нығытмаһы була. Улар ошонан тороп тирә-яҡты үҙенең йоғонтоһонда тота. Турбаҫлылар - ситтән килгән халыҡ, уларҙың ҡайҙан килеүе әлегәсә билдәле түгел. Нияз Абдулхаҡ улы уларҙы Урта Азиянан сығыусылар, ти ине, сөнки Арал алдында ла бында табылғанға оҡшаш керамика бар. Икенселәр уларҙы көньяҡ-көнбайыштан, төрөктәрҙең көнбайышҡа хәрби походы ваҡытында баҫым аҫтында тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан сармат ҡәбиләләре тоҡомо, ти. Бында мәсьәлә уларҙың ҡайҙан килеүендә түгел, ә ҡаласыҡтың беҙ уйлағандан күпкә алданыраҡ, кәм тигәндә беҙҙең эраның өсөнсө быуатында барлыҡҡа килеүендә. Тора-бара ҡаласыҡтың әһәмиәте арта, бигерәк тә ул край тарихына VIII-IX быуаттарҙа ҙур йоғонто яһай. Һуңыраҡ осор хаҡында 2006 йылда башланған ҡаҙыныу эштәре лә асыҡ һөйләй. Гараж төҙөү өсөн ҡаҙылған соҡорҙо таҙартып, Мәжитов етәкселегендәге студенттар IX-XII быуат әйберҙәренә юлыға. Аҙағыраҡ тәңкәләр таптыҡ. Берәү-икәү генә түгел, ә Алтын Урҙа дәүеренең алтын аҡсалары һибелмәһенә осраныҡ. Һуңыраҡ осор бында хәҙерге ҡала төҙөлә башлағас, юҡҡа сыға. Мәғлүм булыуынса, яңы урынға килеп ултырған рус гарнизондары, традиция булараҡ, тирә-яҡты таҙарта, үҙҙәренең Кремль эсендәге хәүефһеҙлеге өсөн эргә-тирәлә башҡаларға йәшәргә рөхсәт итмәй.
Был урынға совет заманында уҡ Әхмәров, Мәжитов иғтибар итә. Шунда йәшәгән малайҙар Әхмәровҡа керамика ҡалдыҡтарын килтерә. 2006 йылда, ҡаҙыу эштәре башланғас, шунда шәхси йорттарҙа йәшәүселәр баҡсаларынан керамика ярсыҡтарын биҙрәләп сығарып түгеүҙәре тураһында һөйләне. Шулай итеп өҫкө ҡатламды боҙоп бөтәләр. Шуға ҡаҙыныусылар иң һуңғы, йәғни X-XIV быуат әйберҙәрен генә тапты, унан һуңыраҡ осорға ҡарағандары халыҡ тарафынан юҡҡа сығарылған. Ҡаҙыу эштәре элекке тарихсыларҙың, тәү сиратта Петр Рычковтың, хәҙерге Өфө территорияһында элек башҡорттар йәшәгән, тигән яҙма мәғлүмәттәренә, Көньяҡ Урал өсөн үҙенсәлекле булған ҡала төҙөү традицияларына, Урта быуат дәүеренең икенсе сығанаҡтарында, Меркатор һ.б. карталарында күрһәтелгән Башкирт, Пашкарти ҡалалары булыуын раҫланы.

Шул осорҙа был мәғлүмәттәр башҡорт донъяһында ғына түгел, тотош ил, донъя кимәлендә сенсация булғайны. Әммә йылдар үтеү менән ошо күтәренкелек һүрелде...

- Был тарихты беҙ яҡшы итеп яҡтырттыҡ, ҡаҙыу эштәре шунда уҡ киң йәмәғәтселектең, урындағы археологтарҙың ғына түгел, ә беҙҙең үҙәк органдың - Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының да иғтибар үҙәгендә булды. Әлбиттә, ниндәйҙер бер төркөм был яңылыҡты ҡабул итергә теләмәне, улар үҙҙәренең фекерен башҡорттарҙың күсмә халыҡ булыуына бәйләргә һәм шул сәбәпле уларҙың ҡалалары булмаған, тип раҫларға тырышты. Ғәмәлдә иһә, Евразия далаһында бер ваҡытта ла тулыһынса күсмәндәр йәшәмәгән, улар ярым күсмә тормош алып барған. Йәй дауамында ялан зонаһында йәйләп, һуңынан даими торлаҡ урындарына ҡайтҡандар, уларҙың ҡайһы берҙәре ергә бәйләнеп, ҡалалар төҙөгәндәр, тулыһынса ултыраҡ тормошҡа күскәндәр. Бындай миҫалдарҙы Себер, Урта Азия далаларында ла күрергә мөмкин. Ҡаҙағстан далаларында төрлө ваҡыттарҙа ҙур нығытмалар төҙөлөп, улар һуңынан ҡалаларға әүерелгән, аҙаҡ юҡҡа сыҡҡан. Сөнки ярым күсмә тормош алып барыусылар климатҡа, эпидемиологик шарттарға ныҡ бәйле. Был шарттар халыҡты икенсе урындарға күсенергә лә мәжбүр итә, ә уларҙың тораҡтары яйлап юҡҡа сыға. Әгәр инде һуңынан шарттар яҡшырһа, улар ҡабат үҙҙәренең төйәгенә ҡайта.
Көньяҡ Урал - һуғыштар, климат һәм башҡа сәбәптәр һөҙөмтәһендә халыҡты далалы-урманлы, урманлы зонаға даими ҡыуалап торған төбәк. Заманында Лев Гумилев та, башҡа тарихсылар ҙа Евразия далаларында йыл әйләнәһенә күсмә тормош алып барыу мөмкин түгеллеген билдәләгән.
Ә был ҡаланың урта быуаттарҙа каруан юлында ултырыуын унда табылған дөйә, ишәк һөйәктәре ҡалдыҡтары ла раҫлай. Өфө-II ҡаласығы халҡы өсөн сауҙа етди урын алып тороуын бында бик күп сит ил әйберҙәре табылыуы ла һөйләй. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы факт: ҡала халҡы, ғәҙәттә, ҡайһы бер ташламаларҙы иҫәпкә алмағанда, ауыл хужалығы менән шөғөлләнмәй. Әммә ундағы халыҡҡа аҡһымлы аҙыҡ кәрәк һәм шуға күрә ит - даими талап ителгән ризыҡ була. Был йәһәттән беҙ саҡырған остеологтар (һөйәктәр буйынса белгестәр) һәр ваҡыт хайуан һөйәктәренең ныҡ ваҡланғанын билдәләй, тимәк, ит бында дефицит булған, тиергә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, Өфө-II ҡалаһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу көслө булды һәм беҙ тәүбурыс итеп ҡуйған маҡсатыбыҙға - төҙөлөш эштәрен туҡтатыуға һәм уны музей комплексына бирҙертеүгә өлгәштек. Табылған экспонаттар бик күп һәм уларҙы теләһә ниндәй музей күрһәтергә риза булыр ине. Уларға тирә-яҡтағы, тарихсыларҙың ғына түгел, тотош халыҡтың ҡаҙанышы булып торған ҡурғандарҙа табылған бай ҡаҙылмаларҙы ла ҡушҡанда - был экспозицияның әһәмиәте бик ҙур буласаҡ.

Бөгөнгө музей һеҙ күҙаллаған концепцияға тап киләме?

- Музей идеяһын күтәреп сыҡҡанда беҙ уның үҙенсәлекле археологик үҙәк булыуын күҙаллағайныҡ, унда керамик оҫтахана, үҙенең реставрация бүлеге, археологияға ҡағылышлы бөтә нәмә: химия, консервация, реставрация, металлургия, керамика, ювелир, һөйәк ҡырҡыу производстволары һ.б. булырға тейеш ине. Заманында беҙ ситтән белгестәр саҡыра, радиоуглерод анализдар эшләтә инек. Хәҙер был эш һүнеп ҡалды, сөнки археологтар юҡ, ә улар булһын өсөн уларҙы беренсе курстан уҡ тәрбиәләргә кәрәк. Археолог - ул берәм-бөртөк һөнәр. Медицинала тар һөнәр белгесе тигән кеүек, археолог та шундайҙарҙан. Әгәр беренсе курста 10 кешенән торған төркөм тупланһа, уларҙың береһе генә археолог булһа ла бик шәп. Әммә ул ысын белгес булһын өсөн тиҫтәләрсә йылдар талап ителә. Унан һуң, химияла органик һәм органик булмаған химия, физиканың, башҡа фәндәрҙең үҙҙәренең бүлектәре булған кеүек, археологтар ҙа осорҙар буйынса махсуслаша. Бөгөн музейҙа Урта быуаттар буйынса махсуслашҡан археолог юҡ. Шуға күрә тап ошо осор буйынса дөрөҫ итеп һөйләй, мәғлүмәт еткерә белеүсе юҡ һәм музей, беҙ уйлағанса, археология үҙәгенә әйләнмәне.

Радиоуглерод анализдар тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле: уларҙы ҡайҙа эшләттегеҙ һәм һөҙөмтәләре нисек булды? Сөнки Нияз Абдулхаҡ улының анализдар һөҙөмтәһен алып, ҡыуанып йөрөгәне әле лә күҙ алдында...

- Австралияла эшләткән анализдарҙы ҡараһаҡ, уларҙың һөҙөмтәһе ҡаласыҡтың йәшен беҙҙең эраның II быуатынан башлап XVIII быуатҡа тиклем күрһәтә. Алдараҡ Киев лабораторияһында ла анализ эшләткәйнек, әммә унда үҙебеҙ түгел, РФА-ның География институты аша ебәргәйнек. Һөҙөмтәләр беҙҙең өсөн мәғлүмәтле булманы, сөнки барыһы ла буталсыҡ, хатта беҙҙең эраға тиклем VIII быуат та күрһәтелә. Ә бына Австралиянан килгән һығымталар археологтарҙың бик күп быуыны эшләгән хронологияға тап килә һәм беҙ күҙаллаған аныҡ картинаны күрһәтә.
Был анализдарға ышанырға мөмкинме? Теүәл фәндәргә ҡаршы барып булмай, шуға күрә анализ һөҙөмтәләре ҡабул ителде. Шулай уҡ беҙ Миәстә, унда боронғо металдар менән шөғөлләнгән лаборатория бар, ҡаласыҡта табылған алтынға анализ эшләткәйнек. Уның һөҙөмтәләре был ҡиммәтле металдың урындағы булыуы - беҙҙә Урал аръяғында Учалы-Сибай алтын тамыры бар икәне сер түгел - һәм Филиппов ҡурғандарынан табылған сармат алтынына тап килеүен асыҡланы. Радиоуглерод анализ өсөн сеймалды төрлө тәрәнлектән алдыҡ. Был урын - көньяҡ Уралда булған мәҙәниәттәрҙең барлыҡ компоненттары бер урынға тупланып, бер халыҡты тәшкил иткән ер. Бында шулай уҡ кешенең көнкүреше һәм артабан үҫеше өсөн кәрәк булған барлыҡ мәғдәндәр ҙә бар. Ә кем уларға хужа - ул донъяға хужа. Шуға күрә Өфө-II ҡаласығы бронза дәүерендә үк тарихи-мәҙәни үҙәк була, үҙенең әһәмиәтен Урта быуаттарҙа ла юғалтмай. Шул сәбәпле бында күпләп киләләр, ә шундай миграция ағымы булған ерҙә яңы этник процестар башлана. Көслө халыҡ, телдең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, урындағы халыҡҡа исем бирә, бик йыш хакимлыҡ иткән халыҡтың теле лә өҫтөнлөк итә. Өфө-II ҡаласығында тап ошо миксты күрәбеҙ ҙә инде: бында урындағы бахмутин, ҡара-абыҙ, финн-уғыр, турбаҫлы, кушнаренко, ҡара-яҡуп мәҙәниәттәре - беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ берләшеп, башҡорт этносын барлыҡҡа килтерә.
Рус халҡының тарихын ҡарағанда ла, хәҙерге рустар, XVIII быуаттағылары, Алтын Урҙа осорондағылары, Киев Русе дәүерендәге көнсығыш-славян ҡәбиләләре һәм унан алдағылары - улар бөгөн барыһы бергә беҙҙең заманда осрашһа, бер-береһен аңламаҫ ине. Өфө-II ҡаласығында ла шулай. V-VIII, X-XII, XIII-XIV, XVIII-XIX быуаттарҙа һәм хәҙер йәшәгән башҡорттар - улар төрлө кимәл, уларҙы сағыштырырға ярамай. Әммә улар - бер халыҡ! Бынан бер ҡайҙа ла китмәгәндәр, һәр ваҡыт ошонда йәшәгәндәр, башҡа халыҡтарҙы ҡабул иткәндәр, ҡушылғандар.
Бындай анализдарҙы күп эшләттек, улар фәнни хеҙмәттәребеҙҙә баҫылды. Һуңғы монографик хеҙмәтте Нияз Мәжитовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнап үткәрелгән конференцияға ҡарата әҙерләнек һәм ҡатнашыусыларға тараттыҡ. Унда ингән мәғлүмәттәр - барыһы ла беҙ шәхсән ошо ҡаласыҡта эшләгән эшмәкәрлек һөҙөмтәһе.

Шулай итеп...
Радий Фәрит улының инициатива белдереүенә нигеҙләнеп, был мәлде башҡорт халҡының мәнфәғәтендә файҙаланыу дөрөҫ һәм урынлы булыр ине, сөнки борондан килгән яҙма сығанаҡтар, лаборатор анализдар менән раҫланған дәлилдәребеҙ бар. Илдең генә түгел, донъяның Өфө-II ҡаласығы тураһында хәбәрҙар булған археологтары был тарихтың - Өфөнөң нисә йәштә булыуын билдәләү нисек, нимә менән тамамланыуын ситтән генә ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Ошо ҡыҙыҡһыныуҙарҙы ла ҡандырһаҡ ине лә бит.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.20 | Ҡаралған: 487

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru