«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘНЕҢДЕ АРТЫҠ АҘЫҠТАН, ЙӘНЕҢДЕ БЫСРАҠЛЫҠТАН ҺАҠЛА!
+  - 



Бөгөн ҡатын-ҡыҙ матурлығын баһалау ҙа яңыса ҡараш алды булһа кәрәк. Улай тиһәң дә... Ниндәй генә заманда ла ул гүзәллекте шул сибәрлек, аҡыл, сәләмәт рух һәм тән билдәләйҙер инде. Әммә бөгөнгө күҙлектән үҙ-үҙеңде тәрбиәләй белеү, кейенеү, стиль формаларын тотоу, биҙәнеү, биҙәүестәрҙе ҡуллана белеү кеүек төшөнсәләр ҙә ҙур роль уйнай. Был юлы ошо хаҡта һәм ҡатын-ҡыҙ тормошона бәйле башҡа төшөнсәләр тураһында әңгәмә алып барыусыларыбыҙ "Сәләмәт ғаилә" медицина үҙәге етәксеһе Зилә АКСЕНОВА һәм стилле башҡорт кейемдәре, биҙәүестәр эшләү оҫтаһы Сәрүәр АСЛАЕВА булыр.

Әңгәмәбеҙ матурлыҡ темаһына бағышланғас, баштан уҡ асыҡлап китәйек: һеҙ ниндәй осраҡта ҡатын-ҡыҙға "матур" тигән тамға баҫыр инегеҙ?

Зилә Аксенова:
Беҙ хәҙер һәр нәмәнең ике яҡлы икәнен аңларлыҡ йәшкә еткәнбеҙ. Матурлыҡ та ике яҡлы күренеш. Халыҡ әйтмешләй, төҫө барҙан төңөлмә, йәғни тышҡы матурлыҡтың күҙ биҙәге икәнен дә инҡар итмәйбеҙ. Күҙ алдыңа килеп баҫҡан сибәр, матур кешене күрмәй ҙә, һоҡланмай ҙа булмайҙыр. Был - беренсе сиратта. Икенсе сиратта иһә уның был тышҡы ҡиәфәтен эске донъяһы йәки тулыландыра, йәки юҡҡа сығара. Артабан инде һин был әҙәмде ошо тотош барлығы менән ҡабул итәһең йәки кире ҡағаһың. Эске тулылығы булмаһа, ары һин уның матурлығын күрмәйһең дә.
Матурлыҡты баһалауҙың киләһе баҫҡысы - сәләмәтлек. Әлеге лә баяғы рух һәм тән һаулығы. Һау булмаған кеше матур була ла алмай. Хатта матур төҫлө кеше лә сәләмәт булмағанда бөтөнләй икенсе сырайҙа, ҡиәфәттә булып китә. Ниндәйҙер ерең ауырта йә булмаһа күңелеңдә йән ауырыуы бар икән, һиндә тышҡы ҡиәфәт ҡайғыһымы инде! Ә инде тәнеңдә таҙалыҡ, күңелең көр икән, был эске нур үҙенән-үҙе тышҡа бәреп сығып, эргә-тирәләгеләргә лә яҡшы энергия булып тараласаҡ. Бындайҙарға башҡалар ҙа тартыла, уның ыңғай эмоцияларынан, таҙа аураһынан көс-дәрт алырға теләүселәр аҙ булмай.
Тағы ла, нисек кенә тапалған фраза булмаһын, шуны әйтәм: ҡатын-ҡыҙҙың шәхси бәхете, ғаиләһенән, иренән, балаларынан уңыуы уның уй-хыялдары йәшәйеше менән тап килгән булыуы ла бик мөһим. Сөнки бер ҡыҙ ҙа йәшлегендә, мин ғүмеремде кемдер менән көрәшеп үткәрәйем йәки бесәйҙәр аҫырап, үҙем өсөн генә йәшәйем, тип хыялланмай. Һәр ҡыҙ баланың да күңелендә саф мөхәббәт, ышаныслы ир-егет, сәләмәт балалар һәм бөтөн ошо камиллыҡты һыйҙырыр йылы йорт һүрәте ята. Ир-егет күҙлегенән, бәлки, былар үтә ябай һәм бер ҡатлы һымаҡтыр, әммә ҡатын-ҡыҙ өсөн хыялдарҙың тормошҡа ашыуы бик мөһим. Ошондай ҡатын-ҡыҙ ҙа матур була. Улар бәхетенән балҡып, үҙен ҡарап, йылылығы менән бүлешеп йәшәй белә. Сәрүәр Аслаева: Һәр йәштең дә үҙ матурлығы була, тип иҫәпләйем мин. Ҡыҙ бала үҙенең йәш, саф тышҡы ҡиәфәте, тәжрибәһеҙ, бер ҡатлы эске донъяһы менән матур. Ғәҙәттә, уларға нимә кейһә лә килешә, хатта бер аҙ ҡылансыҡлыҡ та, еңел-елпелек тә, көләкәслек тә биҙәй уларҙы. Ҡатын кешене тотанаҡлыҡ, иплелек һәм самалылыҡ күркәмләйҙер. Бында кәүҙә яғын самалау ҙа инә. Юғиһә, йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тормошҡа сыҡһа, үҙҙәрен ҡарарға онота ла ҡуя. Унан инде олоғая барған инәйҙәрҙең дә матурлығы була. Мин, мәҫәлән, бигерәк тә шул инәйҙәрҙең бөхтә, тәрбиәле, урынлы кейенгән, биҙәнгәндәрен яратам.
Һәм бына әңгәмәсем Зилә менән дә килешәм: эске торошонда тәртип тота алған кешенең тышы ла күркәм була. Тәнен артыҡ аҙыҡтан, ялҡаулыҡтан азат итә белгәндәр йәнен дә, телен дә бысраҡлыҡтан һаҡлаясаҡ һәм, әлбиттә, ул кейем-һалымына ла, биҙәүестәренә лә, биҙәнеүенә лә иғтибарлы буласаҡ.

Үҙегеҙҙе генә түгел, башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла матурыраҡ, камилыраҡ итеү өсөн ниндәйҙер эштәр башҡараһығыҙ һеҙ, шулай бит? Йәғни, үҙ ҡулдарығыҙ менән матурлыҡ булдыраһығыҙ. Нимәнән ғибәрәт был шөғөлдәр? Һәм ни өсөн һеҙ тап ошо юлды һайланығыҙ?

Сәрүәр Аслаева: Бәләкәстән, үҙемде белә-белгәндән тегенәм, һүрәт төшөрәм. Әсәйем мин тыуғас, минең бала аҡсаһына тегеү машинкаһы һатып алған һәм шуны һәр саҡ "был һинеке" тип әйтә килде. Шунлыҡтан, нисә йәшемдә ул машинка артына ултырғанымды аныҡ ҡына әйтә лә алмайым. Һәр хәлдә, бик бәләкәй булғанмындыр, буйым етмәй, көсөм етмәй ыҙалағанымды хәтерләйем. Бала саҡта өйҙә бер үҙем ҡалғанда ҡурсаҡтарға күлдәк тегеп ҡыялам, әсәйемдең кәрәк тауарҙарына ла тейеп ҡуямдыр инде, әрләнеп тә торам, әммә был шөғөлдө ҡуймайым. Әле уҡымағанда уҡ берәй журнал-фәләндә ҡатын-ҡыҙҙың кейеменә оҙаҡ текәлеп ултырам, уларҙың беҙгә ят булған күлдәктәрен сәйерһенеп өйрәнәм. Унан уларҙы үҙем төшөрөп ҡарайым. Был ҡыҙыҡһыныу аҙаҡ ғәҙәткә әйләнеп китте һәм миндә ул бөгөн дә бар. Ят кейемде күреү менән башта күҙем менән "фотоға төшөрәм", унан ҡағыҙға эшләп ҡуям.
Ошо урында үҙемдең үтә лә тәбиғәтте яратыуымды әйтеп үткем килә. Яңғыҙым урман-ҡырҙарға сығып китеп, хыялланып, илһамланып йөрөүем, бәлки, сәйерерәк тә күренәлер. Әммә был минең асылым ине. Күгәрсен районының тәбиғәте, Мораҙым ҡаялары, ер-һыуы бала сағымда, йәшлегемдә булмышымды тултырған бер моң шикелле булды. Йөрөп ҡайта ла йығылып ятып һүрәт төшөрә инем. Рәссам булырға хыялландым. Әммә атай-әсәйем "Беҙҙә һүрәт төшөрөү хупланмай" тип ҡаршы төштө. Тик мин һаман ныҡыш булып, мәктәпте тамамлағас, рәссамлыҡҡа уҡып сыҡтым. Унан Башҡорт дәүләт академия драма театрында бутафор булып хеҙмәт юлын башланым. Шунда артистарҙың боронғо башҡорт костюмдарын реставрациялап, йүнәтеп-тулыландырып-рәтләп ултырыу миндә милли кейемдәргә ҡыҙыҡһыныу уятты. Тора-бара тарихты, архив материалдарын өйрәнеп, үҙем дә был кейемдәрҙе тегә башланым. Иң беренсе заказ биреүселәрем "Каруанһарай" төркөмө булды. Үҙем уларҙан бер генә йәшкә өлкән булһам дә, ул саҡтағы әле студент ҡына егеттәр: "Апай, ярҙам ит әле", - тип мөрәжәғәт иттеләр. Ярты йыл тирәһе китапханаларҙа соҡона торғас, егеттәргә ете ырыуҙың ете үрнәк костюмын тектем һәм 90-сы йылдарҙа улар башлап минең өлгөләрҙә сәхнәгә сыҡтылар.
Унан Стәрлетамаҡ драма театры эшкә саҡырҙы. Унда ла милли кейемдәр тектем, биҙәүестәр эшләнем, грим менән яңы образдар яһау серҙәрен өйрәндем. Ун биш йыл ошо өлкәлә, шунан бер аҙ ательела эшләгәс, хәҙер үҙемдең эш менән шөғөлләнәм. Йәғни, милли кейемдәрҙең сәхнәгә ярашлыларын ғына түгел, ә тормош-көнкүрештә яраҡлыларын да тегәм. Унан уларға ярашлы биҙәүестәр: ҡашмауҙар, алҡалар, сәсүрместәр һәм уларҙың күн варианттарын да яһайым. Башҡорт халҡында күн материалға хөрмәт ҙур булған һәм был әле лә шулай.
Туҡһанынсы йылдарҙа бер журналист "Ниндәй хыялың бар?" тигән һорау биргәндә мин "Ҡала урамында милли кейем кейеп һәм милли биҙәүестәр тағып йөрөү" тигәйнем. Бөгөн шул хыялымды тормошҡа ашыра алам - әле көн һайын плащ урынына кейеп йөрөрлөк итеп елән ижад итәм.
Зилә Аксенова: Мин бала саҡтан табип булырға хыялландым. Бер туған апайым уҡытыусы булырға ҡарар итте. Тик яҙмыш беҙҙең хыялдарҙы бутап ташлап, ул - табип, ә мин уҡытыусылыҡҡа уҡырға индек. Биолог-химик мин. Тик булмышым был ҡалыпҡа ғына һыйманы, нимәләрҙер эҙләп-эҙләнеп, яңылыҡтар көҫәп тик йөрөнөм. Ун биш йыллап Башҡортостан Президенты хакимиәтендә лә эшләргә тура килде, шәхси балалар баҡсаһы асып ҡарау тәжрибәм дә булды. Шулай эҙләнеү барышында массаждар курсына барып юлыҡтым. Үҙем өсөн, ғаилә өсөн файҙалы булыр, тип уҡып сыҡтым да, кинәт ошо өлкәлә үҙемде асҡандай булдым. Йөрьәт итеп, ошо йүнәлештә эш асырға уйланым. Дәүләт эшен ташлауыма туғандарым, әхирәттәрем бер төптән ҡаршы төштө, "Бынау заманда... өс бала менән... нимә уйлап..." тип, шәхси эш асыуҙан дүндерергә өгөтләне. Тик мин бер нәмәгә ҡарамай, 42 йәштә яңы тормош башланым. "Сәләмәт ғаилә" тип аталған медицина үҙәге астым һәм кешеләргә матур булыу өлгөләрен күрһәтергә ҡарар иттем. Етәксе булып ҡына ултырмайым, биткә массаж яһайым һәм ошо тәңгәлдә белемемде, оҫталығымды камиллаштырғандан камиллаштыра барам. Мәскәү, Екатеринбург, Ҡаҙан ҡалаларында уҡып алдым. Массаж эшләп кенә ҡалмайым, косметологтарҙы, массажсыларҙы уҡытам.
Саҡ ҡына элеккерәккә ҡайтһаҡ, бына мин йәшерәк саҡта утыҙ, утыҙ биш йәштәге ҡатын-ҡыҙ инде оло һанала һәм уның төҫ-йөҙө лә ярайһы уҡ ололарса була ине. Бөгөн ҡырҡ йәшлек ҡатын-ҡыҙ ҙа әле ҡыҙҙар төҫөндә ҡала ала. Был кейем һәм прическанан ғына тормай. Йәш көйө ҡалырға теләгән ҡатын-ҡыҙ мотлаҡ бит тиреһе тураһында ла хәстәрләй. Мәҫәлән, фейс-фитнес тигән бер ысул бар. Йәғни, бит мускулдарына күнекмәләр яһатыу ул. Биттәге мускулдарҙы ла хәрәкәттә тоторға кәрәк бит. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Халыҡ-ара фейс-фитнес академияһында уҡып, тренер таныҡлығы алып ҡайттым һәм үҙемдең салонымда фейс-фитнес буйынса ла клуб асып ебәрҙем. Косметикаға һәм пластик операцияларға мөрәжәғәт итеүҙән тыш, бит-йөҙҙө йәшәртеүҙең тағы ла бик күп серҙәре барлығын күрһәткем килә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға.

Беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары бына һеҙ алып барған ике өлкәгә лә мөрәжәғәт итәме, үҙ-үҙҙәрен биҙәргә, матурларға, сәләмәт итергә ынтылыштары, теләктәре бармы уларҙың? Нисек баһалайҙар улар үҙ тороштарын һәм һеҙ нисек баһалайһығыҙ? Профессиональ күҙлектән ҡарап анализлағыҙ әле?

Сәрүәр Аслаева:
Беҙ, башҡорт-ҡатын ҡыҙҙары, ысынлап та үҙебеҙҙе бик хәстәрләп бармайбыҙ. Бигерәк тә ауыл ерендә тыуып үҫкәндәр. Төрлө милләт халҡынан торған артистар араһында эшләгәндә лә шуны аңғарҙым: башҡорт артистары уларҙы сәхнә өсөн биҙәгәндә лә тартына. Мәҫәлән, рус апайҙары биҙәндергәндә, бөхтәләгәндә, матурлағанда кинәнеп китеп ултыра. Беҙҙекеләр, нишләптер, иғтибарҙы күберәк кейемгә йүнәлтә, ә ҡалғанында артыҡ эштәре юҡ. Ә асылда ул кейем бит һылап-һыйпалған йөҙлө, ҡупшыланған сәсле һәм башҡа биҙәктәргә төрөлгән һомғол кәүҙәлә күпкә яҡшыраҡ күренә. Шул уҡ биҙәүестәрҙе лә миҫалға килтерә алам. "Нимәгә кәрәк ул?" тип ебәреүселәр ҙә юҡ түгел. Заманса күлдәк өҫтөнә һалынған этно йәки милли биҙәүестең үҙе үк бер нәзәкәтлек икәнен аңлатырға тура килә күп осраҡта. Икенсе яҡтан, һин әлеге беҙҙең космик һәм нанотехноологиялар заманында үҙеңдә бәләкәй генә бер миллилек биҙәген йөрөтәһең. Был тамырыбыҙ менән бәйләп торған нескә генә бер еп кеүек миңә. Тик бында ла шаштырып ебәрмәйек, көнсығыш бейеүселәренеке һымаҡ ялтырауыҡтарҙы түш тултырып тағыу яҡлы түгелмен. Үҙебеҙҙең стиль, биҙәктәр, формалар тотолһон биҙәүестәрҙә. Был бик мөһим.
Зилә Аксенова: Мин үҙ күҙәтеүҙәремдән сығып, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бер аҙ үҙенә ҡул һелтәп ҡуйҙы, тиер инем. Замандар ҙа еңел түгел. Көн итеү өсөн ҡатын-ҡыҙ көнө-төнө хеҙмәт итергә мәжбүр. Күптәрҙең матурлыҡ салондарының ишек тотҡаһына ла ҡағылғаны юҡтыр. Тик бына һуңғы йылдарҙа йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың әүҙемлеген тоям. Үҙ ҡиәфәттәрен йәштән ҡайғырта башлағандарҙың һаны күбәйә. Улар эштән тыш, фитнес клубтарҙа шөғөлләнергә лә ваҡыт таба, массаждан да баш тартмай, ғаилә ағзаларын да сәләмәт тормошҡа көйләй. Миңә килгән башҡорт ҡатындары менән мотлаҡ бит-йөҙҙө матур һаҡлау тураһында башҡортсалап һөйләшеү алып барам, массаж серҙәрен асам, кәңәштәр бирәм. Улар шунан "Туҡта, мин әсәйемде лә алып киләйем әле" йәки "Ҡәйнәмә лә әйтәйем әле" тип ҡабынып китәләр. Бына шулай йәш быуын өлкән быуынды тәрбиәләй башланы. Ҡыҙым йә һеңлем кәңәш итте, тип тартынып ҡына килеп ингән оло апайҙар массаж һәм файҙалы кәңәштәр алып ҡына түгел, күңелдәре үҫеп, рухтары күтәрелеп сығып китәләр. Ҡатын-ҡыҙҙа үҙ-үҙенә ышаныс артырыу, уның һоҡланғыс яҡтарын күрә белеү, маҡтау ҙа файҙалы бит ул.
Салонға килгән ҡатын-ҡыҙҙың башҡорт икәнлеген аңғарһам, мин үҙем дә асылып, кинәнеп китәм, һәр ваҡыт ташламалар яһайым, бөтөн теләктәрен дә үтәргә, уға ысынлап та файҙа килтерергә тырышам. Был сифат беҙҙең, бер милләттән булған халыҡтың, ҡанындалыр, күрәһең.

Ҡатын-ҡыҙҙың ниндәйҙер матурлыҡҡа, илаһилыҡҡа ынтылып йәшәүе уның эргә-тирәһендәгеләргә йоғонто яһаймы икән? Уның тәрбиәһендәге балалар ниндәй булып формалаша? Янындағы ир кешегә ниндәй роль бүленә? Ниндәйҙер юғары хистәргә ымһынып, улар ысынбарлыҡтағы тормоштан айырылып китмәйме - нисек уйлайһығыҙ?

Сәрүәр Аслаева:
Ижади ҡатын-ҡыҙ булып, хис-тойғоларға бирелеп, илһам сығанағы эҙләп көн итһәм дә, ярайһы уҡ көслө рухлы ҡатын ул мин. Үҙемдең эске көсөмдө самалай алам. Үҙем көслө булғас, янымда булырға тейеш ир-егеттең тағы ла көслөрәк булыуын теләйем. Минең ярҙамға һәм йыуатыуға мохтаж ирҙе мин ни эшләтәйем? Уға бирер энергиямды балаларыма биреүем яҡшыраҡ түгелме ни?
Мин тәбиғәтем менән ирекле, азатлыҡ һөйгән кешемен. Ижади эшем өсөн дә уйҙарымдың, хыялдарымдың ирекле булыуы кәрәк. Бындай ҡатын-ҡыҙға сәләмәт һәм дөрөҫ тормош алып барыу мөһим. Сөнки ул балаларын ҡулынан тотоп өйрәтеп, мыжып, вәғәз уҡып ултырмаясаҡ. Балалары уның йәшәйешенә ҡарап өйрәнәсәк. Һәм ошо ваҡытта был йәшәйештең дөрөҫ ҡоролған булыуы ҙур роль уйнай. Ә инде эске донъя, күңел торошона килгәндә, матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләрҙә күҙгә салыныр боҙоҡлоҡ та булмай ул. Улар үҙҙәре бала йәнле, нескә, тиҙ йәрәхәтләнеп барыусан булалар. Балалар быны бәләкәй саҡтарында уҡ аңғара һәм тора-бара үҙҙәре үк әсәйҙәрен йәмғиәт тупаҫлығынан һаҡлай-ҡурсалай башлай.
Тәрбиәмдә үҫкән ике улым, инәнән күргән тун бескән, тигән шикелле, икеһе лә рәссамдар. Береһе үҙенең "Мин һүрәт төшөрәм" тигән балалар һүрәт төшөрөү студияһын асып, ошо өлкәлә йәш быуынды тәрбиәләй. Икенсеһе институтты тамамлап, әлеге көндә хәрби хеҙмәт үтә. Мин уларҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, эргәмдә ҡуша болғандырып йөрөтөп үҫтерҙем. Малайҙар тип ҡарап торманым, ҡамыр тотһам, ҡамыр тотторҙом, заказ алһам, береһе машинкала тегенә, икенсеһе биҙәктәрен төшөрә башлар ине. Ир, ғаилә башлығы буласаҡ кешеләргә бер һөнәр ҙә артыҡ булмаясаҡ, тип өйрәттем. Улар хәҙер татлы итеп ашарға ла бешерә, ағас менән дә, тимер менән дә эш итә белә, техниканы ла аңлай һ.б. Тормошта ҡатын-ҡыҙға йөк түгел, ә терәк, кәрәк була белегеҙ, ул ниндәй осраҡта ла һеҙгә мөрәжәғәт итерҙәй булһын, тип ҡабатлайым. Үҙем ошо тәңгәлдә ауырлыҡтар кисергәс, улдарымдың һайлаған ҡатындарын бәхетле итерҙәй ирҙәр булыуын бик теләйем.
Зилә Аксенова: Алда әйткәнсә, мин һәр ваҡыт эҙләнеү һәм үҫеш юлында булдым. Күп ҡатын-ҡыҙҙарға хас булған эш-өй-баҡса маршруты ғына мине ҡәнәғәтләндермәй ине. Шул уҡ ваҡытта йәнәшәмдә булған ир кешенең дә бер урында тапанып, ҡатып ҡалыуы менән риза булманым. Ундай кешегә минең ҡыҙыҡһыныуым юғалды ла ҡуйҙы. Нисә йылдар янында талпынып-талпынып өҙгөләндем дә, бер үҙем остом да киттем. Бәхеткә янымда өс ҡыҙым бар. Мин үҙем йомшаҡ, һығылмалы, йәлләй һалып бара торғанмын. Шул яҡтарым арҡаһында йыш ҡына утты үҙемә йүнәлтәм дә ҡуям. Әммә ниндәй генә хәлдә лә көлдән бар була торған йәнем бар, Аллаға шөкөр.
Милләтебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарындағы ҡатылыҡты хупламайым. Ул ҡатылыҡ булырға тейеш, тик уны һин үҙең генә белергә тейешһең. Ул эстә, бик тәрәндә йәшерелгән булырға тейеш. Һүҙҙә лә, төҫтә лә, хәрәкәттә лә ул бер нисек тә сағылмаһын. Ул иһә һиңә һынмаҫҡа, тура юлдан яҙлыҡмаҫҡа һәм күңелеңә һалынған матурлыҡты ғүмер буйына тота белергә ярҙам итһен. Өс ҡыҙ әсәһе булараҡ, ҡыҙҙар үҫтереүсе ата-әсәләргә бер кәңәшем бар: ҡыҙҙарға ҡаты булмағыҙ, уларҙы кәмһетмәгеҙ. Киреһенсә, артыҡ осондормай ғына уларҙы йомшаҡ, йылы һүҙҙәр эсендә йөҙҙөрөп йөрөтөп үҫтерегеҙ. Мин ҡыҙҙарымдан "Һин шундай матурҡайһың, инде аҡыллыһың, сәсең бик ҡупшы, күҙҙәрең йондоҙ кеүек, һин минең күбәләгем, ҡошсоғом һ.б." тигән һүҙҙәрҙе йәлләмәйем. Нимәнелер уңышһыҙ эшләп ташлағанында ла: "Мин һине был эш өсөн түгел, ә ошолай булғаның өсөн яратам бит",- тип йыуатам. Ҡыҙҙар өсөн бындай һүҙҙәр, йылы ҡараш, йомшаҡ мөнәсәбәт, иркәләү бик мөһим. Үҙемдең хәтеремдә әсәйемдең: "Йыуантыҡһың, кем ҡарар икән?"- тип шаяртыуы ауыр бер тойғо булып ҡалған. Шул һүҙ арҡаһында мин нисә йылдар тартынып, оялып йәшәнем. "Ҡыҙҙы ҡырҡ урындан тый" тигәнде беҙҙә хата аңлап ташлай ҡайһы берҙәр. Был тәртип нормаларын аңлата, ә баланың күңелен, рухын үҫтереүҙе сикләүҙе түгел.
Балаларың менән мөнәсәбәт тота белеү - ул үҙе матурлыҡ. Балаң менән нимә тураһында булһа ла һөйләш. Аҡсаң булмаһа ла, уға әллә нимәләр алып бирмәһәң дә, һин уның күңелен яулай алаһың. Дуҫ бул уға. Атай-әсәй булыу ашатыу-кейендереү, һин теләгәнсә эшләтеү-йәшәтеү һәм әрләп-тыйып тороу тигәнде түгел, ә баланың ҡанаттарын нығытыу һәм осорға өйрәтеү тигәнде аңлата. Үҙ фекере булған, ижади ҡомары сикләнмәгән, ҡурҡмаған, баҫылмаған балалар ғына камил шәхес булып формалаша ала. Ә һин уны әүәләүсе ҡул булма, уға үҫеп китә алырлыҡ тупраҡ ҡына бул.

Матурлыҡтың иң ҙур күрһәткесе - холоҡ, тиелә. Дөйөм алып әйткәндә, башҡорт ҡатынының холҡон гүзәллек өлгөһөнә индереп буламы?

Зилә Аксенова:
Һис шикһеҙ. Беҙҙең милләт ҡатын-ҡыҙы шундай оло йөрәкле әсәй була белә. Ул балаһы өсөн уйлап та тормаҫтан утҡа инә, һыуға төшә торған йән. Был - беренсенән, икенсенән, башҡорт ҡатындары бик тоғролар. Әлбиттә, был бал мискәһенә дегет булыусылар ҙа юҡ түгел, әммә холҡобоҙҙа был һыҙаттың умыртҡа һөйәге булып ятҡанын беҙ беләбеҙ. Өсөнсөнән, башҡорт ҡатындары бик ғорур, улар хыянатты, алдаҡты, кәмһетеүҙе күтәрә алмай. Был үҙе үк уны түбәнлектәрҙән бейегерәк итә. Дүртенсенән, беҙ эшкә талымһыҙбыҙ. Үҙебеҙҙе йәлләп, наҙлап, аяп тормайбыҙ. Тотабыҙ ҙа йәбешеп эшләй башлайбыҙ. Ныҡышбыҙ. Һына һалып, ебей һалып бармайбыҙ. Бөтөн был төшөнсәләр әлеге лә баяғы холоҡтоң ҡатылығынан киләлер. Әммә мин ошо ҡатылыҡ артында милләтте милләт итеп һаҡлаусы бер нәмә яталыр, тип уйлайым.
Сәрүәр Аслаева: Мин үҙем, мәҫәлән, йошағыраҡ, наҙлыраҡ, иркәрәк булырға теләр инем. Хатта шулай булғанда, яҙмышымдағы күп хаталарҙы ситләп тә үтер инем, тим. Әммә холоҡто беҙгә Хоҙай үҙе һала һәм беҙ унан ҡаса алмайбыҙ. Ошо холҡом менән мин алһыҙ-ялһыҙ эшләп, ике баламды аяҡҡа баҫтырғанмын, уларҙы әҙәм араһында әҙәм булырлыҡ итеп тәрбиәләгәнмен. Ошо холҡом менән урамда ҡалған урындан фатир йүнәтеп кергәнмен, ошо холҡом менән йәмғиәттә хөрмәт-абруй ҡаҙанғанмын. Ошо холҡом менән киң күңелле лә, изге лә, йомарт та була беләм. Шуға, беҙ уға зарланмайыҡ, шөкөр, тиәйек.
Борон-борондан башҡорт ир-егетен ҡатын-ҡыҙ тәрбиәләгән. Ғөмүмән, ерҙәге барыһын да -кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла әсә тәрбиәләй. Был - тәбиғи. Ирҙәр бала тәрбиәһендә ҡатнашмай, тигән фекер хаталыр ҙа, бәлки. Ир-егеттең был йәшәйештәге функцияһы саҡ ҡына башҡараҡ. Тәбиғәт бит беҙҙе үҙе шулай яралтҡан. Ҡатын-ҡыҙ баланы ҡорһағында етлектереп тыуҙыра, баға, үҫтерә, тәрбиәләй, бөтөн тереклек итеү серҙәренә төшөндөрә, күңелен байыта, рухын нығыта һәм ҙур донъяға сығарып ебәрә. Тимәк, уның холҡонда йомшаҡлыҡ та, ҡатылыҡ та булырға тейеш. Ҡатылыҡ булмаһа, беҙҙең ҡулда ниндәй ирҙәр үҫәсәк? Ә инде холоҡ гүзәллегенә килгәндә, ниндәй генә ҡаты ҡатындың да йомшаҡ һәм гүзәл яҡтары бар икәнен уның яҡындары белә. Хатта был тормошта мин бик ҡаты булып күренгән ҡатын-ҡыҙҙың асылда шундай изге йөрәкле, киң күңелле булғандарын беләм. Күп йомшаҡтарға ҡарағанда улар күпкә ышаныслыраҡ та, арҡаланырлыҡ, ауыр саҡта таянырлыҡ та булалар. Былар буш һүҙ түгел, барыһы ла тормошта һыналған, меңәр ҡат һыналған төшөнсәләр.

Бая матур олоғайыу тураһында әйтә ҡуйғайныҡ. Һеҙгә, әлбиттә, был хаҡта уйларға иртә, әммә был ғүмере булған һәр кемгә лә килә торған осор. Һеҙ үҙегеҙҙең ололоҡта нисек булыуығыҙҙы, ниндәй тормош алып барыуығыҙҙы теләр инегеҙ? Алла бирһә, мин, ҡартайғас, тип башлайыҡ...

Сәрүәр Аслаева:
Алла бирһә, мин, ҡартайғас... ошо шөғөлөмдө тағы ла төплөрәк, киңерәк итеп йәйелдереп ебәрергә хыялланам. Ейәндәр ҡараусы өләсәй генә түгел мин. Уларға һөнәр өйрәтеүсе иптәш, дуҫ, яҡын кеше булыр инем. Минең әле лә тормошҡа зарланып ултырырға ваҡытым юҡ, ҡартлыҡта иһә, ғүмер тағы ла ҡыҫҡара төшкәндә, күп нәмәгә өлгөрөп ҡалырға теләр инем, тип уйлайым. Урамдарҙа милли кейемдә генә йөрөгән ҡупшы әбей булғым килә. Ҡала халҡының, балаларҙың күҙе шуға өйрәнһен. Милли кейемдәрҙе сәхнә биҙәге генә итмәйек, көнкүреш варианттарын тегеп алып, иркен кейенеп йөрөйөк. Ҡартлыҡҡа минең пландарым бына шундай.
Зилә Аксенова: Алла бирһә, мин, ҡартайғас... һаман шул күңел талабы артынан эйәргән ҡатын-ҡыҙ булып ҡалырға те-ләр инем. Үҙемә оҡшағанды ғына башҡарырға, күңелемә ятҡанды ғына һөйләргә, аяғым тартҡан ергә генә барырға. Йөрәгемде лә бикләмәйем, ялҡынлы хистәргә лә, тетрәндерер һөйөүгә лә асыҡмын. Олоғайыу ул тышҡы күренеш кенә, ә эске донъя олоғаймайҙыр ул, тип уйлайым. Мин үҙемде бер нисек тә мыжыҡ, ауырыу әбей итеп күҙ алдына килтермәйем. Һаман ошолай илһамланып йәшәргә һәм йәшнәргә иҫәбем.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Күреүегеҙсә, ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы күп яҡлы. Уларҙа, ярылған көҙгө ярсығында ҡояш нуры уйнап-сағылған шикелле, мең төрлө хистәр балҡый-нурлана. Бер генә нурҙы тотоп алып, береһендә генә йылынып та булмағандай. Шул уҡ ваҡытта ул нурҙарҙы тоймау ҙа мөмкин түгел. Улар бер өлөштө генә түгел, тотош ерҙе, донъяны яҡтыға, биҙәккә, йылылыҡҡа, наҙға сорнай. Ҡалайтаһың, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, шулайбыҙ инде...

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.03.18 | Ҡаралған: 775

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru