«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХТЫ БОҘАЛАР Ә БЕҘ ӨНДӘШМӘЙБЕҘ
+  - 

Беҙ күп милләтле илдә һәм республикала йәшәйбеҙ. Башҡортостан Республикаһында аҫаба башҡорттар һәм йөҙләп милләт вәкилдәре татыу донъя көтә, республика сәйәси яҡтан Рәсәй Федерацияһында иң тотороҡло субъекттарҙан һанала. Киләсәктә лә ошо тотороҡлоҡто һаҡлап ҡалырға ине.

Үкенескә күрә, һуңғы ваҡытта Башҡортостан менән бәйле тарихи факттарҙың боҙоп күрһәтелеүе күҙәтелә. Был боҙоуҙар урындағы баҫмаларҙа ла, рәсми сайттарҙа ла, радио һәм телевидениела ла урын ала. Был йәһәттән бигерәк тә "Аргументы и факты" гәзитенең республикала сыҡҡан ҡушымтаһы айырылып тора. Унда баҫылған мәҡәләләр халҡыбыҙ тарихына, шәхестәренә ҡарата ниндәйҙер нәфрәт менән һуғарылған кеүек хатта.
Башҡа сығанаҡтарҙа ла авторҙарҙың ниндәйҙер яңылыш мәғлүмәтте эләктереп алып, башҡорт тарихы тураһында юҡ-барҙы һөйләүе бик тә күңелде ҡыра. Мәҫәлән, бер ваҡыт: "Здесь спокойно кочевали башкирские племена, оседло проживали татары, тептяри, мордва", - тигән мәғлүмәтте уҡып, шаҡ ҡатҡайным. Ысынында, бындай хаталар халҡыбыҙҙың тарихын белмәүҙән килә. Быға үҙебеҙ ҙә ғәйепле, әлбиттә, киң мәғлүмәт сараларында сыҡҡан хаталы сығыштарҙы тиҙ генә төҙәтеү сараһын күрмәйбеҙ. Шул уҡ "Аргументы и факты" гәзите ҡушымтаһында баҫылған мәҡәләләргә ҡарата ла үҙ фекерен белдергән сығыштарҙы уҡыған юҡ. Гәзит бит үҙендә сыҡҡан материалдарға шаңдауҙарҙы, ҡапма-ҡаршы фекерҙәрҙе баҫырға шулай уҡ бурыслы.
Тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе Ҡорбанғолов үҙенең "Благовар районы ауылдары тарихы" китабында ошо хаҡта ла яҙып үтә: "Аҫаба халыҡ башҡорттарҙан тыш, Благовар районында урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, мариҙар, мордвалар, украиндар, белорустар, поляктар һәм башҡа милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың был ерҙәргә ҡасан күсеп килеүен дөрөҫ итеп билдәләйһе бар әле. Сөнки һуңғы йылдарҙа айырым кешеләрҙең сығыштарында, урындағы матбуғат биттәрендә дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәр күренә башланы. Мәҫәлән, район хакимиәте вәкилдәре ҡатнашлығында үткән бер семинарҙа телмәр тотоусыларҙың береһе: "Бында башҡорт ҡәбиәләләренән меңдәр, крәшендәр, ҡаңлылар күсмә тормош алып барған, татарҙар, типтәрҙәр, мордвалар ултыраҡ тормошта көн иткән", - тип әйтеп ысҡындырҙы. Һуңынан ошо һүҙҙәр семинарҙа ҡатнашыусы кешеләр тарафынан эленеп алып, башҡа сығыштарҙа ла ҡабатланды, урындағы матбуғатта баҫылып сыҡты. Тәү ҡарауға күңелде ҡыра торған нәмә лә юҡ һымаҡ. Ләкин уның нигеҙендә тарихты боҙоп күрһәтеү ап-асыҡ ярылып ята. Тарихи сығанаҡтарға мөрәжәғәт итһәк, был яҡтарға типтәрҙәр, мишәрҙәҙең Ҡасим ханлығынан, Темниковск кенәзлегенән һәм Урта Иҙел, Кама буйы райондарынан XVIII быуаттың тәүге сирегендә генә күсенеп килеүен күрәбеҙ. Ә был ваҡытҡа инде башҡорттарҙың ултыраҡ тормош алып барыуын раҫлаған документтар бихисап. Шуларҙың береһен миҫал итеп килтермәксемен. 1675 йылда башҡорт ерҙәренә килгән сәйәхәтселәр үҙҙәренең юлъяҙмаларында: "Нуғай даруғаһындағы бөтөн башҡорттар ҙа ер һөрә һәм икмәк үҫтерә, ҡышлауҙарында үҙ йорт-һарайҙарын төҙөй", - тип яҙа (Башҡорт АССР тарихы буйынса материалдар). Документтарҙың дөйөм йөкмәткеһенән асыҡланыуынса, был хәбәр Мең һәм Бөрйән улыстары башҡорттарына ла ҡағыла..."
Китап авторы Ҡорбанғолов яҙғанса, башҡорттар менән мишәрҙәр 300 йыллап йәнәш йәшәй, һәм улар бер-береһе менән аралашып, яҡынайып бөткән. Шул арҡала башҡорттарҙың күпмелер өлөшө мишәрҙәрҙең мәҙәниәте һәм теле йоғонтоһона бирелгән. "Ләкин был факттарҙы киҫкенләштерергә, ниндәйҙер яуыз ниәттә файҙаланырға ярамай", - ти автор.
Минең өләсәйем дә мишәр милләтенән ине. Ул үлеп киткәнсе: "Беҙ татар түгел, Совет власына тиклем булған барлыҡ халыҡ һанын алыу документтарында ла ата-бабаларыбыҙ үҙҙәрен башҡорт тип яҙҙырған", - тип әйтә торғайны. Ни әйтергә теләйем? Үҙебеҙҙең тарихыбыҙға ла, тарихты боҙоп күрһәтеүҙәргә лә битараф булмайыҡсы әле. Ә хаталар күҙебеҙгә салынһа, уларҙы төҙәтеү, үҙебеҙҙең фекеребеҙҙе белдереү өсөн йыбанмай ғына ҡулыбыҙға ҡағыҙ-ҡәләм алайыҡ.

Айнур ИШЕМҒОЛОВ.
Салауат ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.14 | Ҡаралған: 1413

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru