«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕРҘӘН ЯҘҺАҢ - ШУЛ ЯМАН, ЙӘКИ ТАҒЫ ЛА ПАЙ ЕРҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА
+  - 

Ер мәсьәләһе башҡорт өсөн ғүмер-ғүмергә иң көнүҙәк булып торған һәм тора. Был хаҡта оҙон-оҙаҡ һүҙ сурытмай, халҡыбыҙҙың гимны дәрәжәһенә күтәрелгән "Урал" йырындағы:
"Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын", -
тигән юлдарҙы ғына килтереү ҙә етә. Был һүҙҙәр милләттәштәребеҙ өсөн оран да, аманат та, васыят та булып яңғырай. Сөнки ер һәм уға бәйле мәсьәләләр һәр дайым тыуып, ҡабатлана. Бөгөн дә ер, уны һаҡлау - иң сетерекле проблемаларҙың береһе. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ауыл хужалығы ерҙәрен файҙаланыу буйынса ойошторған эш кәңәшмәһе һәм ундағы сығыштар быны тағы бер раҫланы. Уларҙың барыһына ла туҡталып тормайынса, Башҡортостан Республикаһы Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының сектор мөдире Алексей ГНЕЗДИНдың сығышына иғтибар йүнәлтке килә.


- Ер ҡануниәтендәге үҙгәрештәр, нигеҙҙә, төрлө категориялағы, шул иҫәптән ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе халыҡҡа биреү процедураһына ҡағыла. Әлегә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе юғалтыу тураһында һүҙ алып барырға иртәрәк, сөнки беҙҙә элекке норматив-хоҡуҡи акттар ғәмәлдә һәм улар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе икенсе категорияға күсереүгә рөхсәт итмәй. Ә инде Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы тәҡдим иткән территориаль зоналарҙы индереү системаһы кире ҡағылып, РФ Хөкүмәтендә Рәсәйҙең ер тураһындағы ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү маҡсатҡа ярашлы түгел, тигән һығымта яһалған.
Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә килгәндә, ауыл халҡы, пайсылар үҙҙәренә милексе йөкләмәһен алырға әҙер булмай сыҡты. Ә нимә ул милексе йөкләмәһе? Ул ер участкаһы хужаһы статусына эйә булыусыларға билдәле бер яуаплылыҡ һала. Йәғни ергә хужа булаһың икән, һалым ҡануниәтенә ярашлы, ер өсөн, ерҙе ҡуртымға биргән осраҡта килем һалымы түләргә кәрәк. Ер теркәлмәгән икән, унан халыҡ үҙенә тейеш уңышты ғына түгел, урындағы бюджет та килем алмай. Ғөмүмән, пай ерҙәре менән ниндәйҙер алыш-биреш, шул уҡ ҡуртым килешеүе төҙөү өсөн дә ергә милек таныҡлығы булыуы шарт. Әгәр ҡуртым килешеүе дәүләт теркәүенән тыш үткәрелә икән, уның юридик көсө булмаясаҡ.
Бөгөн бары тик Саҡмағош һәм Благовещен райондарында ғына ерҙәр тулыһынса милекселәр ҡулында. Башҡа райондарҙа һәр дөйөм пай майҙанында хужаһыҙ участкалар бар. Шуға күрә, ауыл биләмәләре уларҙы суд аша үҙҙәренең милкенә алырға тейеш. Йәғни бында ике хужа барлыҡҡа килә - айырым кеше һәм кешеләр алырға теләмәгән ерҙәрҙе алыусы ауыл биләмәһе.
Әлеге ваҡытҡа 15 процент халыҡ үҙенең ергә хоҡуғын теркә-мәгән. Йәғни 55 мең кеше таныҡлыҡ алмаған һәм үҙенең пай ерҙәре менән ҡулланыу хоҡуғына эйә түгел. Ауыл Советтары, муниципаль берәмектәр тарафынан уларҙың ерҙәрен муниципаль милеккә алыу процедураһы ла бик аҡрын бара. Бөгөнгә ни бары шундай 8 мең гектар ер генә муниципаль судтар тарафынан муниципаль милеккә алынған. Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк: милексе ерен хосусилаштырмаған осраҡта ла, уны муниципаль ерҙәр иҫәбенә күсереү өсөн суд ҡарары булырға тейеш.
Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә район хакимиәттәре башлыҡтары яуаплы, әммә Ер кодексына ярашлы, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарының вәкәләттәре һәм бурыстары тағы ла ҙурыраҡ. Мәғлүм булыуынса, бөгөн республикала 818 ауыл иҫәпләнә. Һәм ошо ауыл муниципаль биләмәләре башлыҡтары дөйөм йыйылыш үткәреүҙән алып, пай ерҙәрен кемгә ҡуртымға биреү тураһында бер фекергә килеп, ошо йыйылыш ҡарары менән раҫлауға тиклем барлыҡ эштәрҙе башҡарып, дөйөм милек өлөшсөләре менән ауыл хужалығы тауары етештереүсе араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләргә бурыслы.
Халыҡ ҡуртымға биргән ерҙәренә аҙ хаҡ йәки аҙыҡлата аҙ күләмдә түләү алыу проблемаһы бар. Әммә бынан да аянысырағы - улар үҙҙәренең пай ерҙәрен һуҡыр тингә һатырға ла әҙер. Риэлторҙар, аралашсылар килеп, ауыл хужалығы предприятиеһы исеменән документтар төҙөп, кемдең ергә милек хоҡуғын раҫлаусы документы бар, шуларҙы алыш-бирешкә мәжбүр итәләр. Закон буйынса, ер пайын башҡа милек өлөшсөләренең ризалығынан тыш һатыу тыйыла. Әгәр дөйөм милектә пайы булыусы кемдер һатыуға ҡаршы була икән, тимәк, башҡалар ҙа пайҙарын һата алмай. Шуға ҡарамаҫтан, ер һатыу процесын туҡтатыу, үкенескә күрә, мөмкин түгел. Был ҙур ҡалаларға ла, ауылдарға ла ҡағыла. Әммә, мәҫәлән, Асҡын районы менән Өфө районын сағыштырып булмай. Өфө районында кешеләр ер участкаларын миллион һумға һатырға тырышһа, Стәрлетамаҡ районында бер пай участкаһын 10 - 30 меңгә һаталар. Шуға күрә, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Тағы шундай проблема күҙәтелә: пай участкаларын халыҡ йәшәгән урындарға яҡын итеп бүлеүгә юл ҡуймау тураһында махсус күрһәтмә булһа ла, быға берәү ҙә ҡолаҡ һалмаған һәм бөгөнгә күпселек пай ерҙәре ауылдарға, ҡалаларға сиктәш булып килеп сыға. Һөҙөмтәлә, теләйбеҙме, юҡмы, халыҡ йәшәгән биләмәләр ауыл хужалығы ерҙәре иҫәбенә киңәйә. Ҡала төҙөлөшө кодексы ҡабул ителеү менән, был ауыл хужалығы ерҙәре категорияһындағы ерҙәр сик категорияһындағы ерҙәргә инәсәк. Әммә бөгөн айырым райондарҙа, ерҙәр икенсе категорияға күсмәҫ элек үк, уларҙа шәхси, күп фатирлы йорттар төҙөлә.
Быйыл августа республикала ауыл хужалығы ерҙәрен рациональ һәм һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса хөкүмәт-ара комиссия төҙөлдө. Уға Хөкүмәт аппаратынан, ҡыҙыҡһыныусы министрлыҡтарҙан, башҡарма властың федераль органдарынан - Росреестрҙан, Росмилектән вәкилдәр инде. Тикшереүҙе беренселәрҙән булып ергә милек хоҡуғын ала башлаған Стәрлетамаҡ районынан башланыҡ. Ундағы хәл-торошто шулай баһаларға мөмкин: бөгөн бында ауыл хужалығы ерҙәрен файҙаланыу буйынса иң артҡы позицияла торалар. Дө-йөм майҙандың 30 процентына милек хоҡуғы теркәлмәгән. Бер генә ауыл биләмәһе башлығы ла файҙаланылмаған ерҙәрҙе муниципаль милеккә күсереү инициативаһы менән сыҡмаған. Артабан комиссия республиканың 5-6 зонаһында тағы ла тикшереүҙәр уҙғарырға инәтләй.
Беҙгә Дәүләт ер комитеты эшен ҡабаттан тегеҙеү йәки уны Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының бер бүлеге итеп ойоштороу кәрәк. Ул бары тик ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр мәсьәләһе буйынса ғына шөғөлләнергә тейеш. Ул ваҡытта был структура подразделениеһы республикала ғына түгел, федераль структураларҙың да, шул иҫәптән Росреестр, Россельхознадзорҙың да эшен координациялар ине. Сөнки был органдарҙың ҡулы федераль закон менән "бәйләнгән", һәм улар ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе өс йылға бер тапҡыр, планға ярашлы ғына тикшерә ала (мәғлүм булыуынса, бөгөн күп ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе яуаплылығы сикләнгән ширҡәтттәр, Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү кооперативтары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ер ала, әммә уларҙы өс йылһыҙ тикшереү ярамай. Өс йыл үтеүгә, улар эшмәкәрлеген туҡтата йәки икенсе атама аҫтында теркәлә. Һәм шулай сикһеҙ дауам итә. Ошо арауыҡта улар ер менән файҙаланып, уның уңдырышлылығын түбәнәйтә һәм өс йылдан һуң икенсе урындан ер ала). Әлегә илдең бер генә төбәгендә лә милек менән идара итеү комитеттары юҡ, беҙҙә улар хатта райондарҙа ла бар. Ышаныс ҡағыҙы буйынса ла, килешеү буйынса ла улар ерҙәр менән идара итеү, ҡарар сығарыу һәм килешеүҙәр төҙөү вәкәләтенә эйә. Шуға күрә, уларҙың вәкәләттәрен дә файҙаланырға кәрәк.
Зоналарҙа, әлбиттә, 5-6 районға бер инспектор бар. Был бик аҙ. Шуға ла ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең нисек файҙаланылыуын тикшереү мөмкин түгел. Бының өсөн дәүләт ер надзорын субъекттарға кире ҡайтарырға кәрәк. Башҡортостан, шул иҫәптән муниципаль, милектә булған ерҙәр урындағы дәүләт органдары тарафынан тикшерелергә тейеш.

Шулай итеп...
Ерҙе пайҙарға бүлеү ҡасандыр бирелгән хосусилаштырыу чектары яҙмышына дусар булды: һәр кем үҙенә тейеш ере бар икәнлеген белә, әммә артабан нимә эшләтергә икәнен генә белмәй ҙә, йүнләп аңлатыусы ла юҡ. Чектарҙы ла бит күптәр бер файҙаһыҙ ҡағыҙ киҫәге, тип, кемеһе кейем-һалымға, бәғзеләр бер ярты араҡыға алмаштырҙы. Бөгөн пайҙар менән килеп тыуған хәл-торош та шул ситуацияны хәтерләтә. Өҫтәүенә, хәҙер пай ерең бар һәм ул милек булараҡ теркәлгән икән, уның өсөн йыл һайын һалым түләргә, әгәр уны ҡуртымға бирәһең икән, килем өсөн һалым түләргә кәрәк. Был, әлбиттә, былай ҙа йүнләп аҡса күрмәгән ауыл халҡы өсөн еңел мәсьәлә булмаясаҡ. Әммә, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәләф Ишморатов белдереүенсә, бер гектар ерҙең хаҡы бөгөн 5 - 10 мең доллар торһа, уның кадастр хаҡы 500 мең долларға барып етеүе мөмкин. Тик мәсьәлә бында ерҙе һатыу тураһында түгел, ә нисек унан файҙа алыу хаҡында. Эш кәңәшмәһенең артабанғы йүнәлеше һәм маҡсаты тап ошо булырға тейеш тә инде.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.14 | Ҡаралған: 1891

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru