«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОБАЙЫР БАШҠАРЫУСЫЛАРҘЫ "СӘСӘН" ТИП АТАП БУЛАМЫ?
+  - 

Миләүшә Ҡаһарманованың "Киске Өфө"нөң 45-се һанында сыҡҡан Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале тураһындағы мәҡәләһе уйландырҙы. Һәм мин яҙылғандарға ҡушылып, үҙемдең дә фекеремде өҫтәмәксемен. Иң тәүҙә шуны әйтке килә. Республикала сәсәндәр мәктәбен булдырыу һәм йыл да "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙең конкурсын үткәреп тороу, бигерәк тә бөгөн, балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә башы компьютерҙан сыҡмаған, интернет ағыуынан йәндәрҙең ҡата барған заманында баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә, тип уйлайым. Ләкин, әгәр был мәктәп ысын сәсәнлек өлгөләрен өйрәнеүгә түгел, ә тасуири уҡыу һәм актерлыҡ оҫталығын үҫтереүгә генә ҡоролған икән, ул сағында, минеңсә, исемде алмаштырырға кәрәк. "Сәсән" һүҙен буш ҡыңғырау кимәленә төшөрөү - хилафлыҡ. Алтын менән баҡырҙы бутап, йәштәрҙе аҙаштырып, оло хата яһап ҡуймайыҡ.
Ғәбит, Буранбай кеүек сәсәндәр ҙә быуатҡа бер тыуа торғандыр. Мәҫәлән, "Буранбай сәсән йырлағанда кешеләр үҙ-үҙҙәрен онотҡан: ит турап ултырған кешеләр ҡулын киҫкән, һыуҙан ҡайтып килгән ҡыҙҙар һыуын түккән, бала имеҙгән ҡатындар балаларын осорған, ауыҙына ҡапҡан - ашын төшөргән. Һуғышҡан кешеләрҙең һелтәнгән ҡулдары ҡатып ҡалған. Ауырыуҙар, сирҙәрен онотоп, тороп ултырған..." (Мөхәммәтша Буранғол, "Сәсән аманаты").
Ә Ғәбит сәсән тураһында М. Буранғол былай тип яҙа: "Ул, һөйләгәндә, үҙен-үҙе онота, көләр ерҙә көлә, илар ерҙә илап, әҫәрләнеп тора ла һалҡын һыу эсә, бик оҙаҡ һүҙһеҙ ҡала... Тик уртала туҡтап ҡалып, бүленһә, шул ерҙән ялғап китә алмай, яңынан башлай. Сәбәбен һораһам:
- Мин донъяны онотам... Улар менән яуҙа бергә булам. Ҡобайыр ҡайҙа илтһә, мин шунда. Шуның өсөн баштан төшмәй булмай, - ти ине..."
Бындай сәсәндәрҙе бер нисек тә "башҡарыусы" тип әйтеп булмай, сөнки уларҙың йәне шул заманда, шул ваҡиғаның эсендә йөрөй. Минеңсә, улар әүлиә кимәлендәге кешеләр. Сөнки Йыһанда, ерҙәге хәл-ваҡиғалар юғалмай, күктәрҙә яҙыла бара. Һәм ҡиәмәткәсә һаҡлана. Ҡайһы бер әүлиәләр Аллаһы Тәғәләнең рөхсәте менән унда инеп, ваҡиғаларҙы кино ҡарағандай ҡарай ала. Сәсәндәрҙең дә ҡайһы берҙәре шундай кимәлдә булғандыр, тип уйлайым. Ә, ғөмүмән, бөтә сәсәндәр ҙә Аллаһҡа яҡын кешеләр һәм улар был ерҙә Аллаһы Тәғәлә йөкмәткән бурысты үтәй. Ни өсөн тигәндә, улар халыҡҡа нимә яҡшы, нимә насар икәнен аңлата, хәләл менән харамды айырып күрһәтә, изгелеккә, батырлыҡҡа, ғәҙеллеккә өндәй, ерҙе, тәбиғәтте һаҡларға саҡыра, дөрөҫтө һөйләүҙән ҡурҡмай, фани донъяның байлығына ҡыҙыҡмай. Быларҙан сығып, шуны әйтмәксе булам: сәсәнлектең төп билдәләренең береһе - ул кешенең динилеге, йәғни Аллаһ закондарына буйһоноу, Ул ҡушҡандарҙы үтәп, Ул ҡушҡанса йәшәү. Шунһыҙ сәсән Сәсән булмай.

Әлфиә БАТТАЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.16 | Ҡаралған: 1134

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru