«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ ХАЛЫҠТЫҢ ҺОРАУҘАРЫНА ЯУАП БИРҘЕ
+  - 


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткән аҙнала республика халҡының һорауҙарына тура бәйләнеш аша яуап бирҙе. Дүртенсе тапҡыр үткәрелгән был сара дүрт сәғәттән ашыу ваҡытҡа һуҙылды. Тура бәйләнештә телгә алынған иң мөһим мәлдәр тураһында.

Мобилизация

Башҡортостан өлөшләтә мобилизация планын үтәгән. Шул уҡ ваҡытта өс балаһы булған 200 кеше махсус операциянан кире ҡайтарылған, улар урынына сикләүҙәре булмағандар саҡырылған. Хәҙер властарҙың бурысы - ир-егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. "Махсус хәрби операция зонаһына киткән егеттәргә ихтирамымды белдергем килә. Шәхсән үҙем уларҙы бер тапҡыр ғына оҙатманым һәм егеттәрҙең ғаиләләре менән лайыҡлы хушлашҡанын күрҙем. Улар туристик сәйәхәткә юлланмай, ә ғүмер һәм сәләмәтлек өсөн хәүефле ергә китә", - тине Радий Фәрит улы.

Ирекмәндәр батальоны

Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан батальоны Росгвардия ғәскәрҙәре составына инәсәк, сөнки ул, нигеҙҙә, СОБР һәм ОМОН ветерандарынан төҙөлгән. "Башҡортостан халҡы махсус хәрби операцияла үҙ ирке менән ҡатнаша. Был башҡорт халҡының характерын, уның менталитетын күрһәтә. Элекке ваҡыттарҙан алып шулай. Беҙ тыуған ил өсөн барлыҡ һуғыштарҙа ҡатнашҡанбыҙ. Был гендар аша тапшырыла", - тине республика Башлығы.

"Отставкаһы" тураһында

"Мин республиканың һайлап ҡуйылған етәксеһе, халыҡ миңә ышанған, республиканың үҫешен минең менән бәйләй һәм мин бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым. Әммә үҙемдең эшемә хеҙмәт кеүек ҡарайым. Әгәр башҡа эш менән шөғөлләнергә ҡушһалар - эшләйәсәкмен. Бойороҡ булһа - шинель кейеп, ҡайҙа ҡушалар, шунда барасаҡбыҙ. Имеш-мимеште 2024 йылда уҙасаҡ һайлауҙар алдынан тараталар. Был посҡа ултырырға теләүселәр бар, шуға күрә "цирк"ҡа әҙер булырға кәрәк".

ВУЗ-дарҙы берләштереү

"БДУ менән ӨДАТУ-ҙы берләштереү тамамланыу алдында. Мин был ҡарарҙың дөрөҫ булыуын эшем менән раҫлармын. Беҙ вуздарҙы уларҙы бөтөрөү өсөн түгел, ә көсәйтеү өсөн берләштерҙек. Беҙ берләшкән университетты финанслауҙы көсәйтеп, Рәсәй вуздары картаһында ҙур уйынсы булдырабыҙ. Берәүҙе лә ҡыҫҡартмаясаҡбыҙ, әммә ялҡауҙарҙы ла тотмаясаҡбыҙ. Студенттар ошондай яҡшы вузда уҡыуҙары менән ғорурланасаҡ".

Башҡортостан сода компанияһы

"Республика Башҡортостан сода компанияһының милектәше булып ҡалды, ә Рәсәй өлөшөндә булған акциялар пакеты "Рус водороды" компанияһының ышаныс идаралығына тапшырылды. "Сода" матур күрһәткестәргә өлгәшә, килем бар, быйыл насар булмаған дивидендтар алдыҡ, шулай уҡ мәрхәмәтлек ярҙамы ла алабыҙ. Санкцияларҙың бер пакеты БСК-ға етди ауырлыҡ килтерҙе, компания көслө баҫымды күтәрә, шуға күрә әле төп проблема - йәшәү, тауар һатыу".

Хоспис

"Өфө хосписы юғары әҙерлек стадияһында: уның ҡыйығы ябылған, йөҙләнгән, барлыҡ инженер структураһы: йылылыҡ, газ, яҡтылыҡ һәм башҡалар әҙер, биҙәү эштәре бара. Был 13,5 мең квадрат метр, 60 палата, төҙөкләндерелгән территория. Уны киләһе йылдың тәүге яртыһында тапшырасаҡбыҙ. Мин башҡа губернаторҙарға үҙебеҙҙең проектты бушлай файҙаланырға тәҡдим иттем".

Шәхси санкциялар

"Уларҙа сәйәси мәғәнә юҡ. Ни өсөн был ғәмәл башҡарыла һуң? Мин бер ваҡытта ла үҙемдең позициямды йәшермәнем - һәр саҡ "путинсы" булыуымды һәм бының менән ғорурланыуымды белдерҙем. Илебеҙ махсус хәрби операцияға бәйле шундай ауыр хәл-торошта булғанда, кешеләр үлгәндә, үҙ позицияңды белдереү мөһим. Береһенә лә таш ташламайым. Кемдер йомшаҡ, кемдер ахмаҡ һәм танауынан арыны күрмәй, кемдер әҙәм аҡтығы булып сыҡты. Әгәр һин ошо илдә йәшәйһең икән, ауыр минуттарҙа уға ярҙам итергә тейешһең".

Транспорт реформаһы

"Өфөлә уның беренсе этабы тамамланды, киләһе йылдан брутто-контракттарға һәм автобус паркын сираттағы киңәйтеүгә күсәбеҙ. Автобустарҙың бер өлөшөн беҙ райондарға тапшырабыҙ һәм шунда икенсе этап башлана ла инде. Уның тәү бурысы - ауылдарҙың район үҙәге менән автобус бәйләнешен юлға һалыу".

Төҙөкләндереү

"Кузнецов затонында Башҡортостандағы иң ҙур - 2200 урынлыҡ мәктәп, ә Бишбүләк районында - сыуаш теле өйрәнелгән мәктәп, Межгорьела бассейн төҙөләсәк. Һупайлыла Рыльский урамын ҙур реконструкция көтә, ә уны юбилейға төҙөкләндереү быйыл уҡ башланасаҡ. Хакимиәтемә тура бәйләнешкә килгән барлыҡ һорауҙарҙы ла тикшереүгә алырға ҡушам, унда төҙөкләндереү буйынса күп мәсьәләләрҙе бармаҡ шартлатып ҡына ла хәл итергә мөмкин".

Ҡышҡы таҙалыҡ

"Бик күп коммуналь техника алдыҡ һәм баш ҡала хакимиәтенән ҡарҙы ентекле таҙартыуҙы талап итәсәкбеҙ. Өфө ҡарға батырға тейеш түгел. Ҡар иретеү пункты төҙөлөшө лә уларҙың контролендә".

Көнсығыш сығыу юлы

"Баш ҡаланан көнсығыш тарафына сығыу юлын төҙөгәндә ул-был хәлдәр килеп сыҡһа, төҙөлөш тағы ла 10 йылға артҡа күсеүе мөмкин. Ә объектты төҙөп бөтөү - дөйөм республика бурысы. Финанс планы - график буйынса, ә төҙөлөш хатта графиктан алда бара. Юл һалыныу менән яңы күпер эшләнәсәк, тирә-яҡ территория инвестиция һалыу өсөн ылыҡтырғыс буласаҡ, торлаҡ төҙөлөшө шунда күсәсәк. Был - киләсәктең үҫеш нөктәһе".

"Өфө" футбол клубы

"10 йылда клуб республиканан 7 миллиард һумдан ашыу аҡса алған. Шул уҡ ваҡытта ул шәхси ҡулдарҙа ҡалған, шуға күрә беҙ юридик идара итеүгә инергә тип килештек. Клубты финанслауға 400 миллион һум бүләбеҙ, коммерция генийы Шамил Ғәзизов арҡаһында ул алға сығырға мөмкин. Әлегә уларҙың уйынының алға сығыу ниәте күренмәй".

Яңы йыл корпоративтары

"Офиста йыйылыу, коллегаларҙы ҡотлау, бер бокал шампан шарабы эсеүҙә бер хилафлыҡ юҡ. Яңы йыл байрамын берәү ҙә бө-төрмәгән. Беҙ коллегаларыбыҙ, ғаиләбеҙ менән йыйылып, уны байрам итергә лайыҡлы. Әммә тағун ваҡытында киң ҡолас менән, артистар саҡырып байрам итергә кәрәкмәй. Әлегә был урынһыҙ".

Шәхси тормошо тураһында

"Хоккей уйынында йәрәхәтләнеп, тубығыма операция яһанылар, хәҙер сәләмәтлегем яҡшы, реабилитация бара, унан һуң ҡабат хоккейға ҡайтырға кәрәк. Былау - үтелгән этап, хәҙер мин башҡа аш-һыу әҙерләргә өйрәндем - уха, тандырҙа ҡабырғалар томалап бешерәм. Был ял бирә. Балаларға, әлбиттә, ваҡыт етмәй. Оло улым Фәрит ҡайһы берҙә эшемә сәй эсергә килә. Балаларымдың фотоларын хәүефһеҙлекте уйлап күрһәтмәйем, сөнки асыҡ эшмәкәрлек алып барам һәм агрессив мөхиттә йәшәйем".

Республика Башлығы тағы ниндәй мөһим нәмәләр әйтте?

- 2023 йылда Башҡортостанда барлыҡ сүп-сар түгеү урындары бөтөрөлөргә һәм алданған өлөшсөләр проблемаһы хәл ителергә тейеш.
- "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" программаһы буйынса киләһе йылда туристик урындарға ике тапҡырға күберәк пенсионер бара аласаҡ.
- Башҡортостанда әҙерлектең нигеҙ режимы индерелде, әммә өҫтәмә хәүефһеҙлек саралары кәрәк түгел.
- "Һөт кухняһы" продукцияһын алыу өсөн педиатр белешмәһен оҙайтыу эше еңелләштереләсәк.
- Йыл һайын муниципалитеттарға төҙөлөш эргәһендәге юлдарға таш түшәүгә 10 миллион һум аҡса бирергә тырышыласаҡ.
- Өфөләге Совет майҙанында фуд-зона, музей экспозициялары буласаҡ һәм йәрминкәләр уҙғарыласаҡ.

Әйткәндәй...
"Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева тура бәйләнеш мәлендә Башҡортостан Башлығына республиканың төп символдарының береһе булған Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау мәсьәләһе буйынса халыҡтың борсолоуын еткерҙе. "Был минең өсөн үтә нескә һәм яуаплы мәсьәлә,- тине Радий Фәрит улы. - Һәйкәлгә, һис һүҙһеҙ, реконстукциялау талап ителә. Был мәсьәлә йәмәғәтселектә бик ҡыҙыу һөйләшеүҙәр, бәхәстәр ҙә тыуҙырҙы. Һәйкәлдең проектланыуы бик ҡатмарлы, шуға ла беҙ архивтан уны төҙөүҙең бөтә процестары тураһындағы документтарҙың күсермәләрен алдырҙыҡ. Әлеге ваҡытта подрядсыны таптыҡ, 2023 йылдың мартына проект эшләнәсәк. Ул ваҡытта һәйкәлде алырға кәрәкме һәм быны ни тиклем тиҙ башҡарыу кәрәк икәнлеге аңлашыласаҡ. Әгәр хәүеф бар һәм тиҙ арала алырға кәрәк булһа, Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығын һәйкәлһеҙ ҡаршы аласаҡбыҙ. Йәмәғәтселек менән нимә мөһим булыуы буйынса фекерләшеп, уртаҡ тел табырбыҙ".
Хәтерегеҙҙә булһа, быға саҡлы йәмәғәтселек менән фекер алышыуҙарҙан һуң Салауат Юлаев һәйкәлен постаментынан алғас, уны бер ҡайҙа ла алып китмәйенсә, шул уҡ майҙанда реставрациялаясаҡтар, тигән ҡарарға киленгәйне.


"Киске Өфө" гәзите, №44, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.11.22 | Ҡаралған: 160

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru