«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺИГЕҘ ГИМНАЗИЯ ҺӘМ ЛИЦЕЙҘА ТУҒАН БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ УҠЫЙҘАР
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфө ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы "Өфө ҡалаһында этномәҙәни белем биреү: эш тәжрибәһе һәм үҫеш перспективалары" темаһына арналған түңәрәк ҡор үткәрҙе. Унда баш ҡаланың белем биреү учреждениеларында республиканың дәүләт телдәрен, туған телдәрҙе уҡытыу буйынса тупланған тәжрибә, эш һөҙөмтәһе тикшерелде.

Түңәрәк ҡор күптән түгел Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан "Төп дөйөм белемде туған башҡорт телендә биреү проблемаһы" тигән темаға арнап уҙғарылған кәңәшмәнең дауамы булараҡ ҡабул ителде. Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов баш ҡаланың мәғариф учреждениеларында башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыу эше нисек ойошторолоуына ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Артабан Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова ошо өлкәлә алып барылған эштәр тураһында дөйөм мәғлүмәт еткерҙе.
- Өфөнөң һигеҙ башҡорт гимназия һәм лицейында 5748 бала уҡый, был башҡорт балаларының 52 процентын тәшкил итә, - тине Елена Роберт ҡыҙы. - Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында һәм М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында башҡорт милләтле уҡыусылар һаны иң юғарыһы. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, башҡорт мәктәптәрендә белем алыусы башҡорт балалары йылдан-йыл кәмей бара. Был белем усаҡтарына микрорайондар беркетелеүенә лә бәйле. Шулай итеп, ҡала буйынса туған телдәрҙе өйрәтеү һәм туған телдәрҙә уҡытыу 33 проценттан күберәкте, ә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү 85 процент тәшкил итә...
Сарала шулай уҡ Өфө ҡала округы хакимиәте Мәғариф идаралығының тел сәйәсәте бүлеге начальнигы Зөлфиә Ханнанова, 40-сы башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Нәйлә Вәлиева, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Илдар Моталов, М. Абдуллин исемендәге 109-сы мәктәп директоры Ольга Ғабдуллина, сыуаш йәкшәмбе мәктәбе етәксеһе Леонид Михайлов, әрмән йәкшәмбе мәктәбе директоры Шамам Ахоян, 24-се ҡала мәктәбенең татар теле уҡытыусыһы Зәбирә Риянова сығыш яһаны. Һәр кем үҙе етәкләгән мәғариф учреждениеһындағы эш тәжрибәһе, балаларҙа туған теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, Башҡортостанға һәм бында йәшәгән башҡа милләт вәкилдәренә ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу йәһәтенән тәжрибәләре менән уртаҡлашты. "Беҙҙең мәктәптә туған телдәрҙе өйрәнеү буласаҡ беренсе синыф уҡыусыларының ата-әсәләре менән күрешеп һөйләшеүҙән башлана. "Мәктәп - ата-әсәләр өсөн" проекты сиктәрендә лекторий ойошторолған. Ата-әсәләргә туған телдә уҡытыуҙың мөһимлеген аңлатабыҙ һәм уларҙы борсоған һорауҙарға яуаптар табырға, мәғлүмәти ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ", - тине М. Абдуллин исемендәге 109-сы мәктәп директоры Ольга Ғабдуллина.
Әлбиттә, түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусыларҙың милли мәғариф өлкәһендә кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле һорауҙарға айырым туҡталып, фекерҙәр һәм кәңәштәр тыңларға форсаты булманы. Шулай ҙа киләсәктә эште ниндәй йүнәлештә дауам итеү, ҡайһы мөһим мәсьәләләргә айырыуса иғтибар бүлеү кәрәклеге билдәләнде. Өфө ҡалаһы мәктәптәре уҡыусылары башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ теләп өйрәнһен өсөн тәү сиратта заман талаптарына тулыһынса яуап биргән дәреслектәр һәм уҡытыу әсбаптары эшләп сығарыу кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Әйткәндәй, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ғалимдары менән баш ҡала педагогтары төҙөгән бишенсе-туғыҙынсы синыф уҡыусыларына башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән уҡыу әсбаптары әле бер нисә мәктәп нигеҙендә тикшереү үтә.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.16 | Ҡаралған: 1011

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru