«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БҮЛЕШЕРЛЕК ҠАҘАНЫШТАРЫ БАР
+  - 

Өфөлә БР Муниципаль берәмектәрҙең VI съезы булып үтте. Муниципалитеттарҙан, федераль һәм республика дәүләт власы органдарынан 600 делегат ҡатнашҡан сарала Муниципаль берәмектәр советы һәм республиканың урындағы үҙидаралыҡ органдары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалып, көнүҙәк проблемалар буйынса фекер алышынды, киләсәккә өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде.

Ултырышта Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов сығыш яһаны. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһының үҫеш тәжрибәһенән сығып, йәмәғәтселектең, бизнестың, властарҙың, коммерция булмаған секторҙың фекерен иҫәпкә алғанда ғына эш һөҙөмтәле булыуын; стратегик планлаштырыу менән бер рәттән, ҡала халҡын борсоған көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү буйынса ла эшмәкәрлек алып барылыуын билдәләне.
Ирек Ишмөхәмәт улы билдәләүенсә, 2012 йылда уҙғарылған социологик һорау алыуҙар һөҙөмтәләре нигеҙендә ҡалала халыҡ өсөн уңайлы мөхит булдырыу буйынса киң күләмле эш башлана. Бөгөн иһә респонденттар һуңғы ике йылда баш ҡалала йәшәү шарттарының яҡшырыуын билдәләй. Һуңғы 4 йылда экология, йәшелләндереү, төҙөкләндереү, урамдарҙың һәм ихаталарҙың таҙалығы, урамдарҙың яҡтыртылыуы әле генә иң актуаль мәсьәлә булып торһа, бөгөн улар артҡы планға күскән. Хәҙер иһә аҙыҡ-түлеккә һәм дарыуҙарға юғары хаҡтарҙы ауыҙлыҡлайһы, юл төҙөлөшөнөң сифатлы булыуына өлгәшәһе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлеген яйға һалаһы бар. Хакимиәт даими рәүештә халыҡ фекерен өйрәнеп кенә ҡалмай, ә уларҙың гражданлыҡ әүҙемлеген күтәрергә, урындағы әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә халыҡтың үҙен дә ҡатнаштырырға тырыша. Был йәһәттән асыҡ тыңлауҙар ҙур әһәмиәткә эйә була бара.
Муниципалитеттың иғтибарынан тәрбиә эше лә ситтә ҡалмай. Быйыл вандализм проблемаһы көн үҙәгенә сыҡҡан - баш ҡалала дөйөм милекте һәм ҡала милкен боҙоуҙың, ҡыйратыуҙың ике меңдән ашыу осрағы теркәлгән.
Шулай уҡ торлаҡ төҙөү күләме лә актуаль мәсьәләләр рәтендә тора. Һуңғы йылдарҙа уның күләме артһа ла, был йәһәттән һаман ихтыяж ҙур булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта Өфө граждандарҙы иҫке һәм авария хәлендәге йорттарҙан яңыларына күсереү буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә. Йыл һайын 500-ҙән ашыу ғаилә яңы фатирлы була. Бынан тыш, күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса ла етди эш алып барыла, быйыл ғына 439 йорт ремонтланған. Өфө халҡың тәү сиратта үҙҙәре йәшәгән йорттарҙың торошо, йорт ихаталарындағы тәртип, уларҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе борсой. Был йәһәттән дә муниципалитет эҙмә-эҙлекле эш алып бара: территория төҙөкләндерелә, парковкалар эшләнә, юлдарға асфальт түшәлә, балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйыла һ.б.
- Дөйөмләштереп әйткәндә, йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү һәм анализлау бик һөҙөмтәле, - ти Ирек Ялалов. - Беҙгә артабан да ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең яңы формаларын уйларға кәрәк. Әле бер нисә перспективалы проектыбыҙ бар. Шуларҙың береһе - әүҙем граждандарҙың фекерҙәренән идеялар банкы булдырып, уларҙы артабан бизнес вәкилдәренә тапшырырға. Тағы бер ҡыҙыҡлы проект - "Өфөлө" ("Уфимец") тип аталған мобиль ҡушымта булдырыу. Уға ҡаланы үҫтереү проекттары индереләсәк һәм тауыш биреү үткәреләсәк. Шулай уҡ төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса муниципалитет, халыҡ һәм бизнестың берлектәге "воркшоп" проектын да тормошҡа ашырып ҡарарға мөмкин.
Сығышы һуңында Ирек Ишмөхәмәт улы федераль кимәлдә ихтыяж булған муниципаль тәжрибәләрен республиканың муниципаль берәмектәре етәкселәре менән дә бүлешергә әҙер булыуын белдерҙе.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.16 | Ҡаралған: 929

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru