«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХИ КӨСӨБӨҘ ТЕЛЕБЕҘҘӘ, МОҢДАРЫБЫҘҘА, ҠУРАЙЫБЫҘҘА
+  - 

Кино - кеше күңеленә үтеп инерҙәй иң мауыҡтырғыс сәнғәт төрө ул. Мәғәнәле, юғары зауыҡлы фильмдарҙың тәрбиәүи әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бала саҡ хәтирәләренән иҫтә ҡалған: ауылға яңы кино килтерһәләр, ауыл клубы шығырым тулы була, бар ауыл халҡы берҙәй булып экрандағы тормош менән йәшәй торғайны. Кино ҡарап, ҡыҙҙар - матурлыҡ, нәзәкәтлек, егеттәр илһөйәрлек, ирҙәрсә ныҡлыҡ сифаттарын күңелдәренә һеңдерҙе. Былары - нәфис фильмдарҙың йоғонтоһо тураһында, ә тағы документаль, ысын хәл-ваҡиғаларҙы, шәхестәрҙе яҡтыртҡан таҫмалар бар бит әле. Уларҙың әһәмиәте бигерәк тә ҙур. Сөнки нәфис фильмдарҙы йылдар үтеү менән икенсе артистарҙы уйнатып, яңынан төшөрөргә була, ә донъянан киткән шәхестәрҙең тормошо ҡабатланмай.

Юлай Ғәйнетдиновтың халыҡ таланттары тураһында төшөрөлгән документаль фильмдары - бына ошондай ҡабатланмаҫ, алтынға тиң оло ҡомартҡы ул. Уның "Хазина" телетапшырыуҙары ваҡытында иң үтемле, тамашасыларҙың иң көтөп алған тамашаһы ине. Хәҙер ҙә уларҙы халыҡ яратып ҡарай, тик улар экрандарға бик һирәк сыға.
Юлай Ишбулды улы Баймаҡ районынан сыҡҡан таланттар тураһындағы документаль фильмдары йыйылмаһын Баймаҡ район китапханаһы фондына бүләк иткәс, был таҫмаларҙы халҡыбыҙға еткереү өсөн "Алтын ҡомартҡы" тип аталған район эстафетаһы үткәрергә ҡарар ителде. Ул китапханалары булған һәр ауылда үтте. Сараларҙа ауыл хакимиәте башлыҡтары, китапханасылар, мәктәп уҡытыусылары, клуб хеҙмәткәрҙәре, "Ағинәйҙәр", "Атайсалдар" ҡорҙары ағзаларының берлектә дәррәү ҡатнашыуы эстафетаның уңышын тәьмин итте лә инде. Эстафета райондың 39 ауылында үтеп, төрлө быуын кешеләрен бергә йыйҙы. Кисәләр барышында Юлай Ишбулды улының төрлө йылдарҙа төшөрөлгән телефильмдары күрһәтелде. Күп ауылдарҙа ул фильм геройҙарының хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә әйләнде, сөнки тапшырыуҙарҙың геройҙары күптән инде баҡыйлыҡҡа күскән шәхестәр. Иҫке Сибайҙа - йыраусы Мәүжиҙә Айытҡолованы, Кәрешкәлә - ҡурайсы Нәжметдин Ишбаевты, Ниғәмәттә - атаҡлы фольклорсы Кәрим Дияровты, Ишмөхәмәттә - яугир йырсы Мәхмүт Галинды, Татлыбайҙа - ҡурайсы Салауат Хәйбуллинды, Ишбирҙелә - оҫта ҡурайсы Данияр Моратовты, Өмөтбайҙа - бейеүсе Марсель Мәжитовты, Һаҡмарҙа - Мөхәмәт һәм Азамат Ҡәҙерғоловтарҙы, Ҡолсорала - талантлы шәхес Хәким Моратовты хөрмәтләп иҫкә алдылар. Әхмәр ауылында ҡурайсы Хәбир Байтимеровтың туғандары, Яратта Әхмәтовтар аталары Мөхәмәтхәбиб Хәлфетдин улы хөрмәтенә аят уҡытып, ҙур табын үткәрҙеләр.
Юлай Ғәйнетдиновтың фондында арҙаҡлы шәхестәр - дәүләт эшмәкәре Зәкәрейә Аҡназаров, тарихсы Әнүәр Әсфәндийәров, яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев, талантлы етәксе Әкрәм Ниғмәтуллин, артист Хәмзә Ҡурсаев, яугир Бәҙри Мәмбәтҡолов, сәсән Шәһәрғәзе Ғәбдиев, ҡурайсылар остазы Әҙеһәм Искужин тураһында ла ҡабатланмаҫ, баһаһы юйылмаҫ документаль таҫмалар бар. Әлбиттә, был яҙмаларҙы ла Шүлкәлә, Юлыҡта, Түбәлә, 2-се Этҡолда, Сыңғыҙҙа, Темәстә кинәнеп ҡаранылар, оло шәхестәр тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, хәтирәләр яңыртылды.
Бынан 20 йыл элек Баймаҡта үткән тәүге "Байыҡ" бейеү бәйгеһенә арналған таҫма баймаҡтар өсөн айырыуса ҡәҙерле бүләк булды. Әкрәм Ниғмәтуллин башланғысы менән ойошторолған был бәйгелә данлыҡлы бейеүсе Мөхәмәт Иҙрисов үҙе ҡатнашып, оло фатихаһын биргән. Буранбай ауылынан Зарифа һәм Фәттәх Аралбаевтар, Үрге Яйыҡбайҙан Әлфиә Иҙрисова, Үрге Иҙрис ауылынан Айытҡол Сәлихов, Ҡуянтауҙан Урал Боҫҡонов, Әхмәҙиә Хәлитов, Әбделкәримдән Азамат Кәримов, Ишмырҙанан Илмир Йәнбәков, Билалдан Дилара Әхмәтова, Күгиҙелдән Азамат Нарынбаев, Күсейҙән Әүхәҙи Ласынов, Аҡморондан Алтынбай Дурдыев һәм бик күптәр ошо сараларҙың төп геройҙары булған. Билдәле бейеүсе, хореограф, үҙенсәлекле тарихи бейеүҙәр авторы Йәүҙәт Бикбирҙинға арналған документаль фильм Күсейҙә күрһәтелде. Үҙҙәренең талантлы яҡташтарын күсейҙәр онотмай, рәхмәт уларға, ләкин бер нәмә күңелде ҡыра: Йәүҙәт ағай һалған бейеүҙәрҙе башҡарғанда, ниңәлер, алып барыусылар уның авторлығын әйтергә онота. Уйлап ҡараһаң, республиканың күп райондарында ул ижад иткән бейеүҙәр башҡарыла бит.
Юлай Ишбулды улының фильмдары нигеҙендә Бөрйән-йылға ауылында мәҙәниәтебеҙ үҫешенә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған ҡаһарман затыбыҙ Вилүр Рәхимғолов, Байыш ауылында мәшһүр ҡурайсы Ташбулат Дәүләтшин, Йомашта данлыҡлы Юнысбаевтарға, Буранбайҙа "Буранбай вариҫтары"на арналған сағыу сара үтте.
Шуныһын да билдәләргә кәрәктер: эстафета барышында һәр ауыл үҙенсәлекле, ауылдаштары өсөн күркәм булған сара үткәрергә тырышты. Ә шулай ҙа осрашыуҙың иң тулҡынландырғысы Таулыҡайҙа булды. Байрамда Юлай Ғәйнетдинов үҙе ҡатнашты. Ауылдаштары менән бергәләп Таулыҡайҙың 400 йыллығына арналған фильмды ҡаранылар. Ауылдаштары Юлай Ишбулды улына оло рәхмәтен белдерҙе.
"Хазина" тапшырыуҙарында ҡатнашырҙай яңы исемдәрҙе асыҡлау - "Алтын ҡомартҡы" сараһының тағы бер маҡсаты ине. Аллаға шөкөр, бар икән әле беҙҙә ундай таланттар. Улар беҙҙең арала йәшәй. Икенсе Этҡолдан Рафаэль Хәлитов, Яңылбикә Арыҫланова, Ғәҙелбайҙан Фирғәт Әсәнов, Иҫке Сибайҙан Әлфиә Ибраһимова, Ишбирҙенән Фәнил Хәсәнов, Буранбайҙан Фәттәх һәм Фәнүр Аралбаевтар, Хәбир Раев, Урғаҙанан Рима Ғәлина, Ҡараталдан Хәмит Кәримов кеүек йырсыларыбыҙ моңдарында башҡорт халҡының мәңгелек йөрәк тибеше сағылды. Үрге Яйыҡбай ауылынан данлыҡлы Рәмил һәм Рәил Хәсәновтар ҙа эстафетаның йөҙөк ҡашы булды. Аһәңле йырҙары, көйҙәрҙең тарихын яҡшы белеүҙәре, әле көйләп, әле өзләп, ҡурай тотоп сәхнәлә баҫып тороуҙары менән күпме кешеләрҙе дәртләндерә ошо егеттәр.
Күп йәштәрҙе оло сәнғәт юлына сығарған, күп йырҙар авторы һәүәҫкәр композитор Вилүр Мәүлитовҡа арналған кисә Күгиҙел ауылында үтте. Сарала уның ижадташ дуҫы, билдәле шағир, йырсы Фәнис Сирбаевтың ҡатнашыуы үҙе бер биҙәк булды. Улар бергәләп ижад иткән йырҙарҙы халыҡ яратып тыңланы.
Эстафета үткән ауылдарҙа сәхнәгә һәр сығышы алтын ҡомартҡыға тиң таланттар күтәрелде. Йәштәрҙең ҡатнашыуы сараларға айырыуса бер биҙәк өҫтәне. Йәнйегет ауылында Фәрүәз Рафиҡов исемле бик шәп егет үҫеп килә, Сибай институтының иҡтисад факультеты студенты. Үҙе думбырасы, өзләүсе, йырсы. Байыштан Инсаф Ҡолмөхәмәтов, Мерәҫтән Раушания Кинйәбулатова, Һаҡмарҙан Рәлиә Ямантаева, Темәстән Байрас Харисов - Баймаҡ бейеүселәре данын дауам иттереүселәр. Иҫке Сибайҙан бар яҡлап һәләтле Ғайсар Рәхмәтуллиндың сығышы барыһына ла оҡшаны. Кәрешкәнән Гөлнара Казарбаева 6 йәштән "Урал батыр" эпосын яттан һөйләй, хәҙер ул эпосты ете телдә һөйләп, зона бәйгеһендә I урынды алған, Баймаҡ лицей-интернатының 10-сы синыф уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы. Кәрешкәнән Гүзәлиә Нәбиева скрипкала халыҡ көйҙәрен оҫта башҡарып, милләтебеҙҙең музыка сәнғәтенә сағыу бер биҙәк өҫтәне.
Эстафета тамамланды. Рәсәй киноһы йылында үткәрелгән мәртәбәле сараларҙың береһе булды ул. Һәр үткән сара күңелгә ниндәйҙер уй-фекер һала, һәр хәлдә, битараф ҡалдырмай. Донъяны баҫып килгән глобалләшеү, бар нәмәне аҡса менән үлсәү йәки әле бер, әле икенсе бәләкәй дәүләт халҡын юҡҡа сығарыу, ҡанға батырыу - беҙҙең быуынға ошо хәтәр ваҡиғалар эләкте. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда һәр кеше өсөн ике бөйөк төшөнсә бар. Уларҙың береһе - милләтебеҙҙең мең йыллыҡтар аша юғалмай ҡалған башҡорт тигән заты булһа, икенсеһе аяулы, ҡәҙерле тыуған илебеҙ - Башҡортостан. Көн дә телевизорҙан күрһәтелгән ығы-зығы, тәбиғәт ғәрәсәттәрен ҡараған һайын, Хоҙайға мең шөкөр итәһең, әлдә әле ошо илдә, ошо ерҙә тыуғанбыҙ, ошо киң күңелле, ихлас милләттәштәр араһында йәшәйбеҙ, тип ҡыуанаһың. Ә ошо тарихи боролоштарҙа, мең төрлө михнәттәр солғанышында беҙҙең милләт үҙенең рухи көсөн нисек һаҡлаған һуң? Беҙгә, бөгөн йәшәгәндәргә, ошо хаҡта уйланырға кәрәктер. Халыҡтың үҙен һаҡларҙай рухи көсө телебеҙҙә, боронғо көйҙәребеҙҙә, ҡурай, думбыра моңдарында, ҡаурый ҡәләмебеҙҙә. Сөнки улар һәр кешенең иң нескә, иң саф хистәрен, кешелек сифаттарын ҡуҙғыта торған көс ул. Юлай Ишбулды улының бөртөкләп йыйған аҫылдарҙан-аҫыл алтын ҡомартҡыһын быуындарҙан-быуындарға еткереү - шулай уҡ мәҙәниәтле кешеләрҙең мөҡәддәс бурысы ла инде.

Луиза ДӘҮЛӘТШИНА,
проект авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Баймаҡ ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.12.16 | Ҡаралған: 1220

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru