«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИРҘӘР ИР БУЛЫП ҠАЛҺЫН, ЙӘКИ УЛЫМДЫҢ ҺОРАУҘАРЫНА ЯУАПТАР
+  - 



Әүәл, атай, илдә батыр исемен алған ирҙәр генә данланған, тиҙәр. Хәҙер килеп, ир-егеттәрҙе йылына бер тапҡыр маҡтау-данлау көнө йолаһын атҡарыу үҙе үк бер яһалмалылыҡ билдәһе түгелме ни?

Был мәсьәләгә нисек ҡарайһың бит, улым. Миҙалдың да алғы яғы ла, кире яғы ла бар. Ысынлап та, борон ҡатын-ҡыҙҙы ла, ир-атты ла махсус рәүештә хөрмәтләү көнө булмаған, күп илдәрҙә хәҙерге заманда ла бындай байрамдар ойоштороуға бер ниндәй ҙә ихтыяж юҡ. Беҙҙә күп йылдар буйына Совет Армияһын данлауға бағышланған махсус көн бар ине, ул ҡәҙимге эш көнө булды. Совет иле менән бергә уның армияһының исеме лә тарихи төшөнсә генә булып ҡалыуына ҡарамаҫтан, 23 февраль Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө атамаһын алып, дәүләт байрамы кимәленә күтәрелде. Әрме хеҙмәтен башлыса ирҙәр үтәгәс, ул беҙҙең аңыбыҙҙа ла, йәшәйешебеҙҙә лә күптән инде ир-атты хөрмәтләү көнө булып нығынды. Шуныһы ҡыҙыҡ, хәрби хеҙмәткә бер генә ҡағылышы булмаған заттарыбыҙ ҙа ошо көндә ҡотлауҙар ҡабул итә. Бәлки, быныһы ла хаҡлылыр: гүзәл заттарыбыҙ тик ҡатын-ҡыҙ булғаны өсөн хөрмәт ителгәс, ирҙәрҙе маҡтауға лайыҡлы-лайыҡһыҙҙарға бүлеү һис тә килешмәҫ ине. Ил һаҡсылары көнөнөң ирҙәр көнөнә әйләнеүендә тик беҙҙең менталитетҡа хас логика ла бар ул: ҡатын-ҡыҙҙар көнө булғас, ни эшләп әле ирҙәр өсөн махсус байрам булмаҫҡа тейеш! Был үҙенә күрә компенсация, йәғни ҡайтарма алыуға тиң инде. Ил һаҡсыһы уҡ булмаһа ла, ғаилә һаҡсыһы тигән исеме бар бит әле ул ирҙәрҙең. Ҡатын-ҡыҙ затының хатта бәләкәс кенә сысҡандан да ҡото алынып ҡурҡыуын иҫәпкә алғанда, уларҙы ошондай хәүеф-хәтәрҙән ниндәй булһа ла ир заты ҡурсалай алыуын барыһы ла белә. Яһалмамы, түгелме, йәшәһен ирҙәр көнө!

Һеҙҙең быуындың армияла хеҙмәт итеүе менән ғорурланыуы беҙҙе шаҡ ҡатыра. Хәҙер егеттәрҙең күбеһе әрме хеҙмәтенән нисек тә булһа "косить" итергә сәбәп эҙләп ыҙалана. Донъялар шулай үҙгәрҙеме, әллә ир-егетлек бүҫкәрҙеме?

"Заман башҡа, заң башҡа", тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер олатайҙар. Рух азатлығы булмаған мөхиттә лә ир-азаматтар тыуа торған. Хәрби хеҙмәт мәжбүри булһа ла, ул заман һалдаты үҙен ҡол итеп тойманы. Әрме хеҙмәтенә алынмағандарға хатта түбәнһетеберәк ҡарайҙар ине. Совет Армияһы күпме егеттәребеҙҙе ысын батырҙар дәрәжәһенә күтәрҙе! Хәҙер телеңә ни килә - шуны һөйләй, ни теләһәң - шуны эшләй алаһың. Әммә, Лермонтов яҙғанса: "Баһадирҙар - һеҙ түгел", - тип кенә ҡабатларға ҡала. Хәҙерге йәштәр нисек тә булһа хәрби хеҙмәткә бармау өсөн ялған сәбәп эҙләүҙе "косить" һүҙе менән атай: элек ҡылый күҙлеләрҙе армияға алмағандар бит. Иле ниндәй, армияһы ла шундай, тиһәк, яңылышмабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй армияһында ябай һалдаттың кешелек дәрәжәһе һанға һуғылмаған осраҡтар булып тора. Әгәр армияла ҡырағай тәртип хөкөм һөрә, көслөрәктәр көсһөҙҙө йәберләй башлай икән, был үтә хәүефле. Бындай армияла батырҙар түгел, бахырҙар күбәйә бара. Тоталитар дәүләттәргә хас булған мәжбүри хәрби хеҙмәт итеү туҡтатылып, профессиональ армия булдырыла ҡалһа, иң тәүәккәл һәм ҡыйыу егеттәребеҙ үҙҙәре үк хәрби хеҙмәткә атлығып торор ине.

Ир-егеттәр араһында тәмәке тартыу киң таралған. Йәштәштәребеҙҙең байтағы ошо алама ғәҙәткә тиҙ арала күнегә лә китә: был үҙенә күрә бер егетлек сифаты итеп ҡарала. Тәмәке ҡапҡанынан берәй заман ҡотола алырбыҙмы икән?

Тәмәкеселәрҙең берәүһе генә лә тартҡаны арҡаһында файҙа алған булһа, был донъя кимәлендәге сенсация булыр ине. Был егетлек түгел, торғаны менән ахмаҡлыҡ. Саф һауа һулар урынға үпкәңә үҙең теләп ағыулы төтөн тултырыуҙы башҡаса нисек нарыҡлайһың инде?! Әлбиттә, тәмәке тартҡан әҙәм тиҙ арала ғына үлмәй, әммә ул барыбер Хоҙайҙан бирелгән ғүмеренең байтаҡ өлөшөн елгә, йәғни төтөнгә осора. Табиптар тик Рәсәйҙә генә 230 меңдән ашыу кешенең тәмәке тартыу арҡаһында ваҡытынан алда үлеүен билдәләй.
Ата-бабаларыбыҙ күп быуаттар буйына тәмәкенең ни икәнен дә белмәгән, белгәс тә унан баш тартҡан. Урыҫтар араһында тәмәке XVII быуатта тарала башлаһа ла, тәүҙә тыйылған була. Европаса йәшәүҙе үҙ күргән Петр батша, Рәсәйҙә тәмәке тартыуҙы хуплап, уны таратыу аша дәүләт ҡаҙнаһына инәсәк килем тураһында ҡайғыртҡан. Иғтибар итегеҙ: тәмәке бынан өс йөҙ йыл элек тә, хәҙер ҙә уны һатып байыусы барондар мәнфәғәтенә хеҙмәт итә. Әммә Петр батша армияһы составында Азов походында ҡатнашҡан Алдар батыр һәм уның яугирҙары ла, 100 йылдан һуң Парижды алған башҡорт ирҙәре лә был "шайтан" үләне төтөнөн һурыуҙан баш тартҡан. Тәмәке тартып ағыуланғансы, ҡурай тартып, моң сәсеүҙе хуп күргән аҡыллы башҡорт ирҙәре. Бынан 100 йыл элек башҡорттар араһында тәмәке тартыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған да һуң, әммә урыҫ цивилизацияһы барыбер үҙенекен иткән: тәүҙә урыҫ араһында зимагор булып йөрөгәндәр, армияға һалдатлыҡҡа алынғандар тарта башлаһа, һуңынан был ғәҙәт зыялылар араһында ла таралып китә. Ирҙәрҙең тартыуы бер бәлә булһа, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тәмәкегә эйәләшеүен тотош милләт ҡазаһы, тип атарға була. Был ҡазанан ҡотолоуҙың ике генә юлы барҙыр: беренсеһе - донъяның тәмәке индустрияһы юҡҡа сығарылып, иң кәмендә кешелектең 40 йыл тирәһе тәмәкеһеҙ йәшәй алыуы. Икенсеһе - һәр кешенең аңлы рәүештә, үҙ аҡылына таянып, тәмәкенән ваз кисә алыуы. Ҡыҙғаныс, әммә әлегә, айырым кешеләрҙең дә, тотош йәмғиәт аҡылының етлекмәгән булыуы сәбәпле, былар тик хыял ғына булып ҡаласаҡ.

Һинеңсә, атай, эскелек тә шул аҡылһыҙлыҡ бәләһе булып сыға түгелме һуң?

- Шулай, тип әйтһәң дә була. Әммә бында эш беҙ уйлағандан да ҡатмарлыраҡ, улым. Эскелектең тарихи тамырҙары бик тәрәнгә, боронғо замандарға уҡ барып етә. Составында аҙ миҡдарҙа булһа ла спирт булыусы эсемлектәр тураһында кешелек күп мең йылдар уҡ белгән, тора-бара уны бик оҫта итеп әҙерләргә лә өйрәнгән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа буҙа, ҡымыҙ, әсе бал серҙәрен белгән, хатта һөт араҡыһын да яһай алған. Әммә беҙҙе, ҡеүәтле спиртлы эсемлектәрҙе һыу урынына һемерергә күнеккән хәҙерге заман кешеләрен, айыҡ аҡылын һис юймаған ата-бабаларыбыҙ менән сағыштырып булмайҙыр. Буҙа менән ҡымыҙҙың да, еңелсә генә әсетелгән ҡорт балы эсемлегенең дә кешегә файҙалы икәнен кем белмәй һуң? Әммә ата-бабаларыбыҙ сама белгән, аҡылын юйғансы эсеүҙе хурлыҡҡа һанаған, ваҡытында урыҫ араҡыһының тамсыһын да ауыҙына алмаған. Тәүҙә ир-аттарыбыҙҙың, ә һуңынаныраҡ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың да мейеһен томалаусы эскелек урыҫ мөхитенә яраҡлашыуыбыҙҙың, уның көнкүрешендәге иң яман ғәҙәттәрен үҙләштереүебеҙҙең фажиғәле һөҙөмтәһе ул. Башҡорт араһында 100 йыл элегерәк кенә алкоголиктар булмаған бит! Әйткәндәй, спирт ҡушылып боҙолмаған йөҙөм виноһын ғына ҡулланған Кавказ халыҡтары, молдовандар араһында ла эскелеккә урын булмаған заманында. Тимәк, беҙгә лә ата-бабаларыбыҙ йолаларына кире ҡайтыу зарурлығы бар. Быны үтәүҙе иң элгәре ир-аттарыбыҙ үҙ өҫтөнә алһын ине, тип теләйек.

Атай, ир-егеттең ҡатын-ҡыҙға битараф булмауы билдәле. Ирҙәр араһында, хәләл ҡатыны була тороп та, башҡа ҡатын-ҡыҙ менән сыуалғандар бихисап. Быны ғәҙәти хәл тип ҡабул итергә кәрәкмәйме икән, ғаиләләр ҙә тарҡалмаҫ ине, бәлки?

- Ниндәй генә заманда йәшәмәһен, ирҙәр ирлеген итә инде ул. Тәбиғәтенә һалынғандан бер кем дә ваз кисә алмай. Әммә әҙәп, әхлаҡ тураһында онотоу бер кемде лә яҡшыға алып бармай. Мосолмандар араһында киң таралған күп ҡатынлылыҡ был мәсьәләне үҙенсә хәл итә алған, тип әйтергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ғүмер буйына тик бер-береһен генә яратышып йәшәгәндәр аҙмы ни? Был мәсьәләне һәр кем үҙ намыҫы ҡушҡанса, иң әүәл ғаилә бөтөн-лөгөн, бала-сағаһының киләсәген уйлап хәл итергә тейеш. Шунлыҡтан, ир-егеттең был сифатын ғәҙәттән тыш итеп тә, йә булмаһа, ҡәҙимге һәм күнегелгән хәл рәүешендә баһалау дөрөҫ булмаҫ ине.

Ирҙәр холҡо, тигән төшөнсәне нисек аңлатып була?

- Минеңсә, ирмен тигән ир-егет йәшәйештә һис туҡтауһыҙ осрап торған ауырлыҡтарҙан, ҡатмарлы хәлдәрҙән баҙап ҡалырға тейеш түгел. Үҙеңде генә түгел, башҡаларҙы ла яҡлай алырлыҡ көскә эйә булырға кәрәктер. Һүҙ физик көс-ҡеүәттән бигерәк рух ныҡлығы тураһында бара. Ир-егет өсөн иң аламаһы - дыуамаллығыңды еңә алмау, ҡаты бәғерле булыу. Кемдер быларҙы ла егетлек һанайҙыр, әммә бындай сифаттарҙың булыуынан булмағаны мең артыҡ. Йөҙөң асыҡ, күңелең киң, ҡарашың яғымлы икән - һине ир-ат та дуҫ тиер, ҡатын-ҡыҙ ҙа ихтирам итер. Ваҡсыл һәм мыжыҡ булһаң, бер кем дә өнәмәҫ. Эшеңдә лә, йәмәғәт тормошонда ла, үҙ ғаиләңдә лә башҡаларҙы үҙ артыңдан эйәртә алһаң, холҡоңдоң ирҙәрсә булыуын аңларһың.

Вәли ИҘРИСОВ яуап бирҙе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.19 | Ҡаралған: 618

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru