«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺИНЕ НИ БОРСОЙ? "ИНЦИДЕНТ"ҠА ЯҘЫП ЕБӘР!
+  - 



Радий Хәбиров БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәндән һуң граждандарҙы борсоған проблемаларҙы тиҙ хәл итеү маҡсатында социаль селтәрҙәрҙә "Инцидент" системаһы булдырылғайны. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә "Инцидент" ун меңдән ашыу гражданға көнүҙәк проблемаларын, яңыларын да, быға тиклем власть ҡулы етмәгәндәрен дә, хәл итергә ярҙамлашҡан.

Был ниндәй программа?

Ул компьютер программаһы, социаль селтәрҙәрҙән проблемаларҙы һәм халыҡтың зарланыуын эҙләгән яһалма интеллект. Ысынында, ул һәр фатирҙа булған ҙур "ҡолаҡ", уның аша туранан-тура республика етәксеһенә үҙеңде борсоған хәбәреңде, йомошоңдо еткерергә була. Власть вәкилдәре өсөн был программа халыҡ аныҡ ҡына нимә талап итә, нимә теләй икәнен белер өсөн кәрәк. Мәҫәлән, был "ҡолаҡ" аша тәү сиратта асфальтты ҡайҙа һалырға, ҡайһы урынды сүп-сарҙан таҙартырға, ҡайһы дауаханаға ниндәй табип ялларға, үҙ эшен атҡармаған ҡайһы арамъя чиновникты эшенән бушатырға кәрәклеген белергә мөмкин. Былар тураһында халыҡтан да яҡшыраҡ кем һөйләр?

Система нисек эшләй?

Яһалма интеллект социаль селтәрҙәрҙәге постарҙа һәм комментарийҙарҙа проблемалар, зарланыуҙар табып, "диспетчер"ға еткерә. Был БР Башлығы Хакимиәтенең эш төркөмө хеҙмәткәрҙәре, улар ял көндәрһеҙ һәм тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләй, "инциденттарҙы" райондар йәки профилле ведомстволар буйлап тарата. "Инцидент"ты алғас, был өлкәгә яуаплы чиновниктың ошо мәсьәләгә төшөнөү һәм ул нисек хәл ителәсәге тураһында яуап биреү өсөн бер тәүлек ваҡыты бар. Ҡайһы саҡта, ысынлап та, бындай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мәсьәләне хәл итеп булмай. Мәҫәлән, ауыр юл участкаһын тиҙ генә ремонтлап ҡуйыу мөмкин түгел, бының өсөн кәрәкле аҡса табыу һәм конкурс үткәреү кәрәк. Ул саҡта кешегә "Хөрмәтле Фәлән Фәләнович, хәҙер үк эшләй алмайбыҙ, әммә сентябрь аҙағына барыһы ла әҙер буласаҡ", тип яуап бирәләр. Бындай һорауҙар контролдән төшмәй, яуаплы чиновниктан сентябрь аҙағында мотлаҡ ошо мәсьәләнең хәл ителеше буйынса отчет талап ителәсәк.

Программа мәсьәләне күрһен өсөн нимә эшләргә?

Әлегә "Инцидент" бөтә зарланыуҙарҙы һәм мөрәжәғәттәрҙе лә "күреп" бөтә алмай. Ҡайһы саҡта кешеләр робот һәм модераторҙар иғтибарын йәлеп итеүсе һүҙ тип иҫәпләп, социаль селтәрҙә #инцидент хештегын ҡуя. Был дөрөҫ түгел, сөнки система хештегтарҙы түгел, ә яҙылғандың йөкмәткеһен иғтибар үҙәгенә ала. "Инцидент" һеҙҙең пост йәки комментарийҙы һайлаһын өсөн ул тәү сиратта социаль әһәмиәтле, икенсенән, күптәрҙе борсоған проблема тураһында булырға тейеш.
Миҫал өсөн:
- "Өфөлә ҡасан юлдарҙы төҙөкләндерәсәктәр?" йәки "Минең ҡоймам ҡыйшайҙы, ни эшләргә?" тигән хәбәрҙәрҙе робот дөйөм һәм шәхси осраҡ, тип иҫәпләп үткәреп ебәрә.
- "Ивановка ауылында бер метр асфальт та ҡалманы" йәки "Балалар баҡсаһының ҡоймаһы ҡыйшайған, ә унда йөҙ бала йөрөй" тип яҙһаң, был мәғлүмәтте система күрәсәк. Сөнки һүҙ аныҡ территория проблемаһы тураһында бара һәм проблема балалар хәүефһеҙлегенә ҡағыла.

Бар мөрәжәғәттәр ҙә күренәсәкме?

БР Башлығы Хакимиәте эргәһендәге эш төркөмө етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итеүенсә, "Инцидент"тың һыңары буласаҡ яңы портал әлеге ваҡытта һынауҙар үтә. Ул "Инцидент+" тип аталасаҡ һәм уның ярҙамында республикала йәшәгән һәр кем төрлө тема буйынса тиерлек хат яҙып ебәрә аласаҡ. Портал көҙгә ҡарай киң йәмәғәтселеккә сығыр, тип көтөлә.

Ни өсөн чиновниктар "Инцидент"ҡа ҡолаҡ һала?

Ай һайын "Инцидент" буйынса эш һөҙөмтәләренә ҡарап, ҡала һәм райондар рейтингы төҙөлә. Унда барыһы ла иҫәпкә алына: эш тиҙлеге, яуаптар сифаты, ҡайтарылған яуаптан граждандар ҡәнәғәтме-юҡмы икәнлеге һ.б. Рейтинг Радий Хәбиров өҫтәленә һәм уның Хакимиәте өҫтәленә һалына. Насар күрһәткестәр артынан һәр ваҡыт тикшереүҙәр һәм етди һығымталар килә. Район хакимиәттәре башлыҡтары хәҙер мутлашыуҙың ауыр эҙемтәләргә килтереүен белә. Бының мәғәнәһе лә юҡ, сөнки халыҡ тағы ла "Инцидент"ҡа дөрөҫөн яҙып, мөрәжәғәт итәсәк.

Ҡағыҙға яҙырға ярамаймы?

Ҡағыҙға ла яҙырға ярай, әммә яуап биреүҙе түҙемле генә көтөп торорға кәрәк буласаҡ. "Граждандар мөрәжәғәттәре тураһында"ғы законға ярашлы, чиновниктар 30 көн эсендә һеҙгә яуап бирергә тейеш.

Тағы ҡайҙа зарыңды еткерергә?

- Бөтә ведомстволарға "Электронная приемная" сервисы letters.openrepublic.ru аша хат ебәреп була. Уның аша ебәрелгән бөтә мөрәжәғәттәр ҙә рәсми булып иҫәпләнә, шуға күрә чиновниктар бер ай эсендә уға мотлаҡ иғтибар итергә һәм яуап бирергә тейеш.
- Юлдағы соҡорҙар тураһында "Дорожный эксперт" ҡушымтаһы аша хәбәр итергә була. Был сервис Радий Хәбиров тәҡдиме менән Транспорт һәм дәүләт хужалығы буйынса дәүләт комитеты тарафынан төҙөлгән. Был осраҡта юлдағы соҡорҙо фотоға төшөрөп, картала урынын билдәләп ебәрәһегеҙ. Яуаплы кешеләр заявканы күрә, өс көн эсендә ремонтлап ҡуйыуҙы хәстәрләргә тейештәр. Ғәмәлдә, әлегә мөрәжәғәт итеүселәр бик күп, шуға эштәр бер ни тиклем тотҡарлыҡ менән бара.
- Тыйылған алкоголь һатыуға ҡаршы "АнтиКонтрафактАлко" мобиль ҡушымтаһы аша мөрәжәғәт итергә кәрәк. Акциз маркаһын сканер аша үткәргәндә ҡушымта һеҙгә алкоголле эсемлек тураһында мәғлүмәт сығара: күләме, ниндәй магазинда һатыла. Ошо уҡ ҡушымта аша рөхсәтһеҙ продукция менән һатыу итеүселәргә лә ялыу яҙырға була.
- Газонда ҡалдырылған автомобиль хужаларына штраф һалыу эшен райондың административ комиссиялары атҡара. Уларға ялыу яҙыу өсөн тейешһеҙ урында ҡалдырылған машинаны фотоға йәки видеоға төшөрөп, һәр комиссияның интернеттағы битендә ҡуйылған бланкыны тултырып, почта аша ебәрергә кәрәк.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.19 | Ҡаралған: 497

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru