«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОРМОШ ҮҘГӘРӘ, ТАЛАПТАР ҘА ҮҘГӘРӘ, УЛАР ИЛЕБЕҘҘЕҢ ТӨП ЗАКОНЫНДА САҒЫЛЫШ ТАБА
+  - 


"Үҙемдең йәмғиәт өсөн ниндәй мөһим кеше икәнемде һайлауҙар һәм башҡа тауыш биреүҙәр ваҡытында ғына белеп ҡалам", - ти бер танышым. Шаярта, әлбиттә. Әммә һәр шаярыуҙа хәҡиҡәт тамсыһы барлығын да оноторға ярамай. Әле лә илдә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индерелеп, ул ғәмәлдә ҡабул ителде, шулай ҙа халыҡтың фекерен дә иҫәпкә алырға булдылар һәм 1 июль тауыш биреү көнө тип билдәләнде. Әлбиттә, Конституция - ул илдең төп норматив-хоҡуҡи акты, йәмғиәттең үҫеш йүнәлешен билдәләүсе компас. Шуға күрә, уның ғәмәлдә ҡулланыла башлау-башламауы халыҡ ихтыярына бәйле һәм тауыш биреп, үҙенең һайлауын белдергәнгә тиклем йәмғиәттә етди аңлатыу эштәре алып барыла. Беҙ ҙә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф БАЙҒУСҠАРОВҡа үҙебеҙҙе борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Бөгөн, моғайын, ғәмһеҙҙәр һәм үтә битарафтар ғына Төп Законға индерелгән үҙгәрештәр һәм төҙәтеүҙәр хаҡында һөйләшмәй һәм бәхәс алып бармайҙыр. Ауылда булһынмы ул, ҡалаламы, социаль селтәрҙәрҙәме - ошо тема даими күтәрелә. Закон сығарыусы булараҡ, һеҙҙең ҡарашҡа, был үҙгәрештәрҙең әһәмиәте һәм мөһимлеге нимәлә?

- Төп Закон һәр кем өсөн бик мөһим документ һәм уның һуңғы редакцияһы 1993 йылда ҡабул ителгәйне. Шунан һуң тормош бик ныҡ үҙгәрҙе, яңы талаптар барлыҡҡа килде. Беҙгә шуларҙың барыһын да иҫәпкә алып, ошо документҡа индереп, нығытып ҡуйыу кәрәк. Мин халыҡ менән күп осрашам, халыҡ араһында йөрөйөм, был эш пандемия ваҡытында ла туҡтаманы, телефон, интернет селтәрҙәре аша онлайн осрашыуҙар ҙа үткәреп торҙом. Күпселекте, әлбиттә, социаль мәсьәләләр борсой. Был йәһәттән нимә тиер инем: Конституцияға индерелгән үҙгәрештәрҙә пенсияның йыл һайын индексацияланыуы нығытыласаҡ. Халыҡ та: "Законда бит яҙылған, уны Конституцияға индереү кәрәкме?"- тип, ошо мәсьәләне асыҡлауҙы һорай. Эйе, кәрәк. Хатта Закон проектының тәүге вариантында ул "даими рәүештә" тип яҙылғайны, әммә даими - киң төшөнсә, ул ике-өс йылға бер тапҡыр ҙа үткәрелеүе мөмкин. Ә инде төп документта йыл һайын пенсияларға, пособиеларға, социаль түләүҙәргә индексация үткәрелеү нығытыла икән, ниндәй генә хәл-торошҡа ҡарамаҫтан, ул тормошҡа ашырылырға тейеш. Ошо хаҡтағы талап айырым ҡанунда ғына яҙыла икән, илдә көрсөк килеп тыуғанда, башҡа ғәҙәттән тыш хәл булғанда индексациялау туҡтатылып та тороуы мөмкин, әммә Конституцияға индерелгән икән, ул мотлаҡ башҡарыласаҡ. Һәм закон буйынса ул илдәге инфляция кимәленән кәм булырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта, йыл һуңына эш хаҡының инфляциянан күберәк артыуы асыҡланһа, ошо артҡан күләмгә тағы ла индексация өҫтәләсәк. Минеңсә, был бик мөһим, сөнки дәүләт үҙ өҫтөнә халыҡ алдында оло бурыс ала, һүҙ бирә, уның үтәлешенә гарант булып тора.

Шул уҡ ваҡытта Төп Законда элек пенсияға сығыуҙың аныҡ ваҡыты билдәле һәм ул яҙылып ҡуйылғайны. Ә үҙгәрештәр индерелгәндән һуң был статья алып ташланды һәм пенсияға сығыу ваҡыты бөтөнләй күрһәтелмәй. Йәғни, бер нисә йылдан һуң уның ваҡытының тағы ла оҙайтылыу ихтималлығы ла юҡ түгел... Законда, әлбиттә, был мөҙҙәт яҙылған, әммә ул Төп закон түгел, ҡанунға үҙгәрештәр индереүе еңелерәк...

- Мин һеҙҙән был һорауҙы беренсе тапҡыр ишетәм. Ундай хафаланыу булырға тейеш түгел, сөнки пенсия йәшен үҙгәртергә кәрәк икән, барыбер закон ҡабул итергә кәрәк буласаҡ. Уйлап ҡараһаҡ, пенсияға сығыу йәше Конституцияла уҙған быуаттың 30-сы йылдарында индерелә. Унан һуң нисәмә йылдар шул күрһәткес буйынса йәшәнек. Бында бит халыҡтың йәшәү кимәленең үҙгәреүе, ғүмер оҙайлығы һәм башҡа күрһәткестәр иҫәпкә алына. Мәҫәлән, ул ваҡытта ғүмер оҙайлығы 57-60 йыл булған. Хәҙер иһә 73 йыл.

Ҡабул ителәсәк Төп Закондағы тағы ла мөһим мәлдәргә урап ҡайтайыҡ...

- Тел мәсьәләһе лә бик мөһим. Төп Законда бөтә Рәсәй территорияһында рус теле дәүләт теле буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта киләһе пунктта уҡ, республикалар үҙҙәренең дәүләт телдәрен булдырырға хоҡуҡлы, тип айырым пункт итеп яҙып ҡуйылды, сөнки дәүләттең бурысы - милли телдәрҙе лә һаҡлауға, үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Тағы ла шуныһы мөһим: дәүләт, муниципаль органдарҙа һәм башҡа ойошмаларҙа субъекттарҙың дәүләт телдәре рус теле менән бер рәттән ҡулланылырға тейеш. Был улар араһында береһе өҫтөнөрәк, икенсеһе кәмерәк тигән ҡараш булмаҫҡа тейеш, тигәнде аңлата.

Рус теле менән бер рәттән субъекттарҙың дәүләт телдәрен дә ҡулланыу мөмкинлеге тураһындағы статья Конституцияла электән дә бар ине, әлбиттә. Һорауым саҡ ҡына икенсерәк: быға тиклем рус теленең дәүләт теле статусы булманы. Хәҙер ул ошо статусты алды, тимәк, закон буйынса, субъекттарҙың дәүләт телдәре лә, рус дәүләт теле лә бер тиң. Әммә мәғариф системаһын алып ҡараһаҡ, рус әсә теле лә, рус дәүләт теле лә ФГОС буйынса уҡытыу планының инвариатив өлөшөндә урын ала, ә субъекттарҙың дәүләт телдәре - вариатив өлөштә. Уларҙың тиңлеге Төп законда яҙылһа ла, ғәмәлдә тиңлек юҡ бит: субъекттарҙың дәүләт теле сәғәттәр булһа уҡытыла, сәғәттәр булмаһа, йәки ата-әсәләр, уҡытыусылар коллективы һайламаһа - уҡытылмай, факультатив булып ҡына ҡала...

- Телдәр тураһында Закон әҙерләгәндә республикала эшсе төркөм төҙөлдө, уға мин дә керҙем һәм республиканың мөнәсәбәтен белдерергә тырыштыҡ. Тәүге вариантта ул факультатив булырға, ФГОС-ҡа инергә тейеш түгел тип яҙылғайны. Минең шәхси фекерем: ул ФГОС-та, йәғни мотлаҡ уҡытылған предметтар рәтендә булырға тейеш, тинем. Икенсенән, балаларҙан йыл һайын ғариза яҙҙыралар ине. Законға уны үҙгәртеп, баҫҡыстар буйынса ҡалдырҙыҡ. Йәғни улар ике тапҡыр ғына ғариза яҙа: башланғыс синыфҡа килгәндә, урта синыфта. Шулай уҡ фондтар булдырыу мәсьәләһен дә ҡараныҡ. Беҙҙең тәҡдимдәр иҫәпкә алынды, милли төбәктәрҙең дәүләт телдәре ФГОС исемлегенә индерелде.
Рус теле илебеҙҙең теле, дәүләт теле булараҡ мотлаҡ уҡытылырға тейеш. Республикалар Рәсәй составында, шуны оноторға ярамай, шулай булғас, уларҙың дәүләт телдәрен мәжбүри уҡытырға кәрәкмәй. Ә кем теләй, уларға балаларын әсә телендә лә, дәүләт теле булараҡ та уҡытыуға бер ниндәй ҡаршылыҡ юҡ. Күптәр балаһы башҡортса һөйләшмәгәнгә мәктәпте генә ғәйепләй ҙә ҡуя. Бында мәктәптең бөтөнләй ғәйебе юҡ. Өйҙә балаларың менән башҡортса һөйләшмәйһең, аралашмайһың, тәрбиә бирмәйһең икән, улар телде белмәйәсәк. Мәҫәлән, минең балаларым 39-сы лицейҙа уҡыны, башҡорт теле аҙнаһына бер тапҡыр ғына инде, әммә улар бит башҡортса һөйләшә, тарихты белә, сөнки өйҙә тәрбиә башҡорт телендә алып барыла. Шундай миҫалдар ҙа килтерә алам: юғары вазифалар биләгән башҡорттарҙың балалары араһында ла башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәгәндәре бар.

Ике дәүләт теле лә барлыҡ власть органдарында ла тиң ҡулланылырға тейеш, тинегеҙ. Бөгөн, бер кемгә лә сер түгел, тормошобоҙ яйлап цифрлы өлкәгә күсеп бара, күп тармаҡтарҙа хеҙмәтләндереү интернет аша алып барыла. Әммә Госуслуги, банктар һәм башҡа хеҙмәттәрҙә хеҙмәтләндереү бары тик рус телендә генә башҡарыла. Һәм бында ике телдең тиңлеге тураһында һүҙ алып барып булмай. Мәҫәлән, мин Госуслуги аша ниндәйҙер документ алырға башҡортса һорау ҡалдырырға теләйем икән, быны эшләй алмайым, тимәк, минең хоҡуғым боҙола. Республика хеҙмәттәре быны, бәлки, эшләр, әммә федераль органдарҙың республика буйынса идаралыҡтары, бүлексәләре менән нимә эшләргә?

- Республикала БР халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса терминологик комиссия бар, ул даими эшләргә, дәүләт телдәренең ҡулланылышы законға ярашлы алып барыламы, граждандарҙың хоҡуҡтары боҙолмаймы, юҡмы икәнен тикшереп торорға тейеш. Юлда йөрөгәндә лә бик күп ерҙәрҙә башҡортса тәржемәләрҙең хаталы булыуын күрәм. Был хаталарҙы төҙәтеү ҙә ошо комиссияның бурысы. Һеҙҙең һорауығыҙ менән дә килешәм, хеҙмәтләндереү республиканың дәүләт телдәрендә алып барылырға тейеш. Комиссияға был фекерҙе еткерермен. Әгәр ҙә федераль органдарҙың урындағы ойошмалары был талаптарҙы үтәүгә ҡаршы икән, мәсьәләне шул уҡ закондың үтәлешен контролдә тоторға бурыслы комиссия күтәреп сығырға хоҡуҡлы. Әле беҙгә, депутаттарға, ундай мөрәжәғәт, тәҡдим менән сыҡҡандары юҡ. Тимәк, улар уйлауынса, барыһы ла һәйбәт.

Конституцияға индерелгән үҙгәрештәрҙән тағы ниндәй әһәмиәтле мәлде билдәләр инегеҙ?

- Дәүләт Думаһына Президент вәкәләтенең бер өлөшө бирелә, йәғни парламент яңы Хөкүмәт ағзаларының кандидатураһын раҫлай. Был нимәне аңлата: халыҡ үҙе һайлаған депутаттары аша ошо кандидаттарҙы раҫлауҙа йәки кире ҡағыуҙа ҡатнаша ала. Минең шәхси фекеремсә, беҙҙе бит халыҡ һайлап ҡуйҙы, ҡанундар сығарыу өсөн вәкәләт бирҙе. Әммә Хөкүмәт ағзаларын һайларға тигән вәкәләткә эйә түгел инек. Халыҡ яңы Конституция биргән хоҡуҡтар буйынса ошо вәкәләттәрҙе ҡулланырға тейешле депутаттар корпусын яңынан һайлаһын, тигән тәҡдим дә булғайны, әммә ул үтмәне. Минеңсә, шулай дөрөҫөрәк булыр ине. Был яңылыҡты ябай ғына итеп аңлатҡанда, шул: әгәр депутаттар Хөкүмәт вәкилдәрен раҫлаһа, уларҙан талап та итә аласаҡ. Әлеге ваҡытта беҙ уларҙан бик һорай, талап итә алмайбыҙ, сөнки уларҙы ил Президенты раҫлай ине. Улар парламент алдында халыҡ өсөн эшләйәсәкбеҙ, тип һүҙ бирһә, талап итеүе лә, халыҡтың үҙ депутаттары аша министрҙарға талабын еткереүе лә еңелләшәсәк, тип уйлайым.

Шул уҡ ваҡытта ундағы бер статья депутаттарҙы алдан киҫәтеп тә ҡуя бит: әгәр өс тапҡыр ҡаршы тауыш бирһәгеҙ, ил Президенты парламентты тарҡатырға хоҡуҡлы, тип...

- Парламентта эш нисек ойошторолған: шундай аңлашылмаусылыҡтар, фекер айырмалыҡтары килеп сыға икән, шунда уҡ эшсе төркөм төҙөп, ул мәсьәләләрҙе һөйләшеүҙәр өҫтәле артында хәл итәбеҙ, булған тәҡдимдәрҙе ҡарап һәм дөйөмләштереп, бер фекергә киләбеҙ. Хөкүмәт ағзаларын раҫлау ҙа шулай булыр тип уйлайым. Кемгәлер ҡаршы булғанда яңы кандидатура тәҡдим итәләр йәки үтмәгән кандидатура менән һөйләшкәндән һуң, ул бер йыл эсендә шундай-шундай эштәрҙе эшләргә вәғәҙә бирә, тигән һынау ваҡыты менән килешеүгә киләләр. Беҙ бит халыҡ өсөн эшләйбеҙ һәм мәсьәләләрҙе килешеп хәл итергә тейешбеҙ. Әлбиттә, халыҡты уйламаһаң, аяҡ терәп ҡарышырға ла мөмкин. Шуға, минеңсә, һәр ваҡыт ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшергә, диалогтар ҡорорға, уртаҡ фекергә килергә кәрәк. Шулай уҡ тотош исемлеккә түгел, һәр кандидатура өсөн айырым тауыш биреләсәк, шуға эш парламентты таратыуға тиклем барып етмәҫ, тип ышанам.

Һәр төбәк үҙ депутаттары аша үҙ кешеһен, йәғни үҙ республикаһы, крайы, округына файҙа килтерерлек кешене Рәсәй Хөкүмәтенә тәҡдим итә аламы?

- Унда тауыш биреү күпселек менән бара. Барлығы 450 депутат, ниндәйҙер төбәк үҙ кешеһен үткәрергә теләһә, 230 кеше менән һөйләшеп килешергә кәрәк була. Әлбиттә, беҙ республика халҡын кандидаттар менән таныштырасаҡбыҙ, уларҙың фекерен беләсәкбеҙ. Әгәр халыҡ кемдеңдер кандидатураһына ҡаршы булһа, һайлаусыларҙың фекерен, мәнфәғәтен яҡлауҙы күҙҙә тотасаҡбыҙ.

Конституцияла федераль территориялар булдырыу тураһында статья бар. Ул территориялар ниндәй буласаҡ һәм нимәне аңлата?

- Улар әле лә һәр бер илдә һәм беҙҙә лә бар. Уларға, мәҫәлән, оборона маҡсатындағы федераль ерҙәр инә. Шул уҡ ябыҡ территориялар бар. Улар ҙа федераль ерҙәр тип һанала. Улар булған һәм буласаҡ һәм ихтыяж булғанда ғына өҫтәмә рәүештә булдырыласаҡ. Шулай уҡ урмандарҙың да бер өлөшө федераль ҡармаҡта, әммә улар бит барыбер республикала ҡала. Ундай ерҙәр күп һәм хатта халыҡ уларҙың муниципалитеттыҡымы, республиканыҡымы, федераль ерҙәрме икәнен дә белмәй. Барыбер шул ерҙән йөрөй, шунда йәшәгән, йәшәй. Уларҙың төбәктәргә файҙаһы нимәлә: федераль төбәк булғас, улар федераль кимәлдә финанслана, төҙөлөштәр, төҙөкләндереү өсөн аҡса федераль каналдарҙан килә. Минеңсә, республикаға өҫтәмә аҡса килә икән, ул бик һәйбәт. Кешегә республика ҡаҙнаһынан түгел, ә федераль ҡаҙнанан эш хаҡы түләйҙәр икән - был да һәйбәт. Унда бит беҙҙең халыҡ эшләй. Һалымдар республика бюджетына күсә. Ә был инде республика мәнфәғәтендәге юлдар, төҙөлөштәр, ремонт эштәренә тотонола.

Тағы бер уйландырырлыҡ урын: беҙ бит бығаса халыҡ-ара хоҡуҡи акттарҙың өҫтөнлөклө булыуына өйрәнгәнбеҙ, хатта, Европа судына барып етәсәкбеҙ, тип тә эре сирттерәбеҙ. Әлбиттә, Төп Законда сит илдәрҙең Рәсәй Конституцияһына ҡаршы килгән ҡарарҙары эргәһендә Рәсәй закондарының өҫтөнлөгө тураһында әйтелгән әйтелеүен. Шул турала ентекләберәк аңлатмаҫһығыҙмы?

- Бында Рәсәй граждандарының хоҡуҡтарын боҙоусы ҡарарҙар тураһында һүҙ бара һәм был статьянан ҡурҡырға ярамай. Мәҫәлән, әгәр сит илдә кейәүҙә булған ҡатын-ҡыҙ балаһы менән айырылып ҡайтһа, сит ил закондары буйынса баланы тартып алып, атаһына биреүҙәре мөмкин. Был осраҡта Рәсәй гражданының хоҡуғы боҙола һәм Конституция суды ошо хаҡта ҡарар сығарһа, сит ил ҡарары илебеҙҙең Төп Законына ҡаршы килә икән, сит ил законы түгел, ә Рәсәйҙеке өҫтөнлөклө буласаҡ. Был, минеңсә, бик дөрөҫ. Башҡа илдәрҙә ундай закондар бар һәм ул тап ил граждандарының хоҡуғын яҡлай ҙа инде. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡларға һәм һаҡларға тейешбеҙ.

Төп Законға илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса ла яңы статья индерелгән...

- Илебеҙҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләү менән бер рәттән, тарихи дөрөҫлөк мәсьәләһе лә алға ҡуйыла, сөнки, үкенескә күрә, һуңғы ваҡытта, айырыуса сит илдәрҙә, улар беҙҙең йәштәргә лә йоғонто яһай. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙә СССР-ҙың, Рәсәйҙең өлөшө ҙур түгел, тигән аңлатыу алып барыла һәм киң тарала. Беҙҙең ата-бабаларға ҡуйылған һәйкәлдәр емерелә, ҡәберлектәр юҡҡа сығарыла. Был, әлбиттә, дөрөҫлөккә тап килмәй: фашизмды беҙҙең ата-бабаларыбыҙ еңеп сыҡты. Быны беҙҙең балаларыбыҙ ғына түгел, бөтөн ил, бөтөн донъя белергә һәм танырға, тарихи дөрөҫлөк балаларыбыҙҙы тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнарға тейеш.
Әммә шул уҡ ваҡытта бындай хәлдәр үҙебеҙҙә лә күҙәтелә: тарих дәреслеген алып ҡараһаҡ, унда элек барлыҡ ҡаҙаныштарҙы совет халҡы яулағайны, хәҙер - Рәсәй граждандары йәки рус халҡы. Ә бит хәҡиҡәт бөтөнләй икенсе: Рәсәй генә түгел, хәҙер айырым йәшәгән БДБ дәүләттәре халыҡтарының да илебеҙ яҙмышына индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Был хатаны төҙәтеү өсөн яңы тарих дәреслектәре лә кәрәк...

- Һеҙҙең менән килешәм. Ни өсөн шулай килеп сыҡты һуң? Быға тиклем уҡыу әсбаптарын һәр ойошма яҙа ла, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығына тәҡдим итә йәки һата һәм улар артабан субъекттарға таратыла ине. Беҙ тарихты боҙоп күрһәтеү күренештәре менән килешмәнек һәм уҡыу әсбаптарын лицензиялы ойошмалар ғына сығара алыуы тураһында закон ҡабул иттек. Ул закон көсөнә инде. Киләсәктә ундай тарихи хәҡиҡәтте боҙған дәреслектәр булмаҫ, яңы тарих дәреслектәре тарихты тулыһынса асып күрһәтер, тип ышанам.

Тағы ниндәй төҙәтеүҙәрҙе, үҙгәрештәрҙе билдәләп китерһегеҙ?

- Тағы бер мөһим мәл: чиновниктарҙың, президент булһынмы, депутаттармы, министрҙармы, субъекттар башлыҡтарымы - ғөмүмән, был категорияға ҡараусыларҙың исемлеге бар - сит ил гражданлыҡтары, йәшәүгә хоҡуҡтары һәм сит илдәрҙә иҫәптәре булмаҫҡа тейеш. Был күптән кәрәк ине, сөнки сер түгел, күп чиновниктар үҙ илебеҙҙә эш боҙоп, сит илгә сығып ҡаса һәм шунда рәхәтләнеп йәшәй. Бындай чиновник, әлбиттә, үҙенең ерен, үҙенең халҡын уйламаясаҡ, ул тиҙерәк сит илгә сығып китеүен һәм шунда матур итеп, теттереп йәшәүе тураһында хыялланасаҡ. Әлбиттә, ҡайһы бер чиновниктар был төҙәтеүгә ҡаршы, ә минең иң ныҡ ҡыуанғаным ошо статья булғандыр, моғайын. Ошоноң буйынса сығыш та яһаным. Беҙҙең халыҡ өсөн тағы нимә мөһим: ғаилә темаһына килгәндә, үкенескә күрә, сит илдәрҙә генә түгел, хатта Рәсәйҙә лә бер енес вәкилдәре араһында ҡоролған ғаиләләр бар. Беҙҙә борон-борондан традицион: ир - атай, ҡатын - әсәй булған ғаилә культы һаҡланған. Ғаилә ҡатын менән ир кешенең союзы. Беҙ ҙә йәштәргә шуны һеңдерергә тейешбеҙ. Һәм ошо турала Төп Законға ла яҙылып ҡуйылды. Сил илдәрҙән килгән мәҙәниәт ил территорияһына инеп бара, хатта традицион бумаған ориентация вәкилдәре үҙҙәренең демонстрацияларын үткәрергә уйлай. Был беҙҙең илебеҙгә лә, халҡыбыҙға ла ят күренеш.
Шулай уҡ үҙгәрештәр балалар темаһына ла ҡағыла. Балалар, уларҙы тәрбиәләү, балаларҙы үҫтергәндә ғаиләгә ярҙам итеү, шулай уҡ етем ҡалған балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу - дәүләтебеҙҙең иң мөһим бурыстарының береһе булырға тейеш һәм Конституцияла нығытылып, шундай кимәлгә күтәрелде лә.

Шулай итеп...
Әлеге ваҡытта Төп Закон бөтөн процедураларҙы, Конституция судының тикшереүен үтеп, ҡабул ителгән һәм үҙ көсөнә инергә лә мөмкин ине. Әммә Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡ үҙ һүҙен әйтмәй тороп, уның үҙ көсөнә инмәйәсәген белдерҙе. "Мин был ҡарар менән тулыһынса килешәм, сөнки бында төп һүҙ - халыҡ һүҙе. Коронавирус хәүефе һөҙөмтәһендә тауыш биреү 25 июндән 1 июлгә тиклем бара. Мин халыҡтың - хуплаймы ул, хупламаймы - килеп тауыш биреүен һорар инем, сөнки ҡайһы берәүҙәр, Законды ҡабул итеү-итмәү беҙҙән генә тормай бит ул, тигән ҡарашта. Әгәр халыҡ фекеренән тормаһа, тауыш биреү үткәрелмәҫ, шунда уҡ көсөнә инер ҙә ҡуйыр ине. Халыҡ нисек әйтә - шулай буласаҡ. Ә инде халыҡ ыңғай тауыш биргән осраҡта, Төп закон беҙҙең балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә хеҙмәт итәсәк", - тип халыҡты тауыш биреүҙәрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы Зариф Закир улы.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.20 | Ҡаралған: 433

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru