«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠСА ҠОТОРОҒО ЛА – ЭПИДЕМИЯ
+  - 


Телетапшырыуҙарҙы, айырыуса ҡыҙыҡлыраҡ фильм-сериалдарҙы ҡарап бөткәнсе сәсең ағарыр. Зәңгәр экрандарҙа барған көсөргәнештән дә түгел, ә шундағы әкиәти иллюзиянан ысынбарлыҡҡа ҡайтарыусы һуңғы ваҡыт әүҙемләшә төшкән SOS кадрҙарҙан.

Телетапшырыуҙы 5 минут һайын бүлдереп, 10-ар минутҡа һуҙылған әрһеҙ реклама ролигында бирелһә лә, әлеге кадрҙарҙы реклама тип әйтергә һис тел әйләнмәй. Һуңғы ваҡыт ауырыу, зәғиф балаларҙы дауалауға аҡса йыйыу маҡсатында ана шулай ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙәр йышайҙы. Күрәһең, сирле сабыйҙар һаны ла арта бара һәм был яҡшы, етеш, социаль имен тормоштан түгел, әлбиттә, уныһын дәлилләп тороу кәрәкмәй. Хәйер, тормошобоҙ кимәленең ике ҡапма-ҡаршы ҡотопҡа бүленеп, байҙар менән ярлылар араһының бер-береһенән алыҫлаша, һыуына барыуына дәлилдәр артабан булыр түбәндәрәк.
Үҙе фәҡирлек сигендә көн күрһә лә, ябай халыҡтың күңеле ҡатмаған, шөкөр: мөмкинлектәренән сығып, 50-шәр, 100-әр тәңкәләп булһа ла, шул сирле балалар иҫәбенә аҡса күсереүселәр байтаҡ икән. Айырыуса пенсионерҙар араһынан. Тиндәрҙән һумдар йыйыла, тиһәләр ҙә, барыбер кәрәкле сумма йыйылмай йә уны туплау бик оҙаҡҡа һуҙыла, ә сир аҙа йә инде аҡсаның кәрәге лә ҡалмай - ул һуңлай. Ә дауалау хаҡтары көндән-көн ҡиммәтләнә бара, айырыуса, әгәр ата-әсәнең сит ил табиптарына көндәре төшһә. Ә бына ошо мәлдә ил менән идара итеүсе власть әһелдәре майҙа йөҙә. Улар араһында иң байҙары - депутаттар һәм ҡайһы бер министрҙар.
"АиФ" аҙналыҡ гәзитенең ошо йылғы 34-се һанында "Беҙҙең власть бер йылда күпме аҡса эшләгән" тигән баш менән аҡылы камил кешене аяҡтан йығырлыҡ ғибрәт мәғлүмәттәр биргән инфографика баҫылып сыҡты. Рейтинг лидеры Камчатканан сенатор В.Пономарев. Ул бер йыл эсендә 2,76 млрд (!) килем алған. Унан ҡала - Дәүләт Думаһы депутаты Г.Аникеев - 2,34 млрд һум "эшләгән". Шулай уҡ бер йыл эсендә. 3-сө урында РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры Д.Мантуров - 586 млн, артабан вице-премьер Д.Чернышенко - 432 млн, уға етәгеләре РФ Президентының Алыҫ Көнсығыштағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Ю.Трутнев - 180 млн, РФ ауыл хужалығы министры Д.Патрушев - 159,9 млн, РФ Дәүләт Думаһы спикеры В.Володин - 100 млн. Артабан 50 млн һумдан кәмерәк йыллыҡ килем алыусыларҙан РФ Һалым хеҙмәте башлығы Д.Егоров, "Роскосмос" башлығы Д.Рогозин, Рәсәй "Сбербанк" рәйесе Э.Нәбиуллина, Федерация Советы спикеры В.Матвиенко һәм башҡалар. 6 сенатор һәм уларҙың ғаиләһенең, Дәүләт Думаһының 12 депутатының, 14 парламентарий ҡатындарының Францияла, Испанияла, Италияла, Германияла, Бөйөк Британияла, Швейцарияла, Кипрҙа, Черногорияла, Болгарияла күсемһеҙ милектәре бар. Төбәк депутаттары ла юғары рангтағы "халыҡ ялсыларынан" ҡалышмай икән. Әлеге лә баяғы, "алтын балыҡ"ты ҡулға төшөрөп, үҙҙәренә хеҙмәт иттереүсе һәм Үҙәк контроленән аулаҡ, әллә уларға ла өлөш сығарыусы Камчатка эшмәкәрҙәренән берәү - урындағы депутат И.Евтушок бер йылда 2,35 млрд һум килем алған. Шул әкиәттәге "алтын балыҡ"тың ғына эше инде был. Элек ҙур ғына бер компанияның хужаһы булып эшләп алған Төмән депутатының килеме иһә бер йылда 4 тапҡырға артҡан һәм йәмғеһе 143 млрд һум тәшкил итә. Бынан тыш, уның 51 ер участкаһы бар. Их, мең йәшәгер Лев Толстой бөгөн иҫән булһа, кешегә күпме ер кәрәген төшөндөрөп бирер ине бындай ҡомһоҙҙарға...
Коронавирус нимә ул, беҙҙең власть чиновниктары, депутаттар араһында унан да хәүефлерәк эпидемия - аҡса ҡотороғо таралған һәм ныҡлы тамырланған: буржуйҙар туҡтай алмай аҡса туплай ҙа аҡса туплай (әллә урлай - этем белә...), йәғни улар, күрәһең, туя белмәү билдәһе - булимия менән яфалана меҫкенкәйҙәр. Был осраҡта аҡсаға туйына алмау сиренә ҡарата ла тап ошо термин урынлы булыр.
Былар хаҡында яҙғанда әлеге зәңгәр экрандарҙан, гәзит биттәренән ярҙам көтөп, өмөт менән төбәлгән сирле балаларҙың ялбарыулы ҡараштары күҙ алдынан китмәй. Ошо сама байлыҡ эйәләре, әҙәп өсөн генә булһа ла, исмаһам, сирле балаларҙы ҡотҡарыу фонды булдырып, бер аҙ ғына аҡса күсереп барһалар, күпме сабый ғүмерҙәрен ҡотҡарырға ярҙам итерҙәр, сауаплы булырҙар ине. Юҡ, үҙҙәренең һәр тине иҫәпле, ә бына закон уйлап сығарыу ирке үҙ ҡулдарында булғас, ябай халыҡтың хәйерсе аҡсаһына яҫҡына әле улар: нисек тә хәләл көсө менән үҙ көнөн күрергә тырышҡан кешеләргә "үҙмәшғүлдәр" ҡушаматы тағып, уларҙан һалым түләтеп, кәмһетәләр, мыҫҡыл итәләр. Яңыраҡ ҡына "Бизнес-ФМ" радио каналы ана шундай бер ғибрәт хәл хаҡында бәйән итте. Ярославль ҡалаһынан үҙ автомобилендә Мәскәүгә юлланыусы бер водитель Бла Бла Кар сервис хеҙмәте аша үҙенә бер юлдаш ултыртып ала. Мәскәүгә еткәс, быларҙы гаишниктар туҡтата һәм законһыҙ эшҡыуарлыҡта (!) ғәйепләп, водителдән штраф түләтәләр, ә машинаһын штраф туҡталҡаһына ҡыуып алып китәләр...
Шулай итеп, Рәсәй законында ябай кеше кеҫәһенә инеп ятҡан 500 тәңкә лә хатта (юл хаҡы) күренеп бара һәм ҙур килем иҫәпләнә, тик ниңәлер был закондар "халыҡ ялсылары"ның үҙҙәре өсөн генә эшләмәй. Улар кеҫәһен бүҫергән хәрәм малда бер кемдең эше юҡ, уларҙың миллиондары законлылығын төпсөнөүсе лә юҡ: "гонаһ"тан ары тороуың хәйерле, үҙеңә ҡиммәткә төшөүе бар, тип ҡурҡалар, ахыры, контроль органдары, һәр кемгә лә үҙенең йылы урыны ҡәҙерле шул... Яңыраҡ ҡолаҡҡа салына биреп ҡалған хәбәр - чиновник һәм депутаттарҙың хәләл килем икәне иҫбат ителмәгән милкен һәм аҡсаларын конфискациялау һәм Пенсия фондына күсереү ниәте тураһындағы һүҙ имеш-мимеш кенә булып сыҡты, ахыры. Әллә был пауза байҙарға аҡсаларын йәшереп өлгөрөргә, килем "легендалары" уйлап сығарырға "тайм-аут" булдымы, юғиһә? Һәр хәлдә, закон уларҙың үҙ ҡулдарында, ә үҙҙәре ултырған ботаҡҡа үҙҙәре балта сабырға депутат һиңә Хужа Насретдин түгел...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.20 | Ҡаралған: 426

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru