«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ЯРАТҠАН ӨС ХӘРЕФ
+  - 


Айбулат СИСӘНБАЕВ
(3-сө бүлек).

Төҙөлөштә кран эшләй. Юҡ, төнөн унда бер кем дә юҡ, әлбиттә. Застройщик шулай, клиенттар иғтибарын йәлеп итә. Тәҙрәһеҙ ун биш ҡатлы бинаны тирә-яҡлап дүрт прожектор яҡтырта, ә төҙөүсе фирмаһы яҙылған кран, уттар менән яҡтыртылып, түңәрәк хәрәкәттәр яһай. Бындай шоу төнгө бергә тиклем генә дауам итә. Тимәк, ваҡыт әле бигүк һуң түгел. Әгәр Дим ошо ваҡытта инеп йоҡларға ятһа, иртән эшенә йоҡлап ҡалмаҫ. Тик кран ғына тышта ҡалырға өндәп, үҙ янына саҡырып, ҡул болғаған кеше кеүек борғоланып тора.
Дим шуға алданып, алға ынтылды һәм шул саҡта тайып йығылып, аҫҡа тәгәрәне. Ямғыр еүешләгән тауҙан шыуып төшөү ҡарлыһынан бер ҙә кәм түгел. Кейем генә бысрай шул, тән дә ауырта. Дим күлгә килеп етер-етмәҫ ерҙә туҡтап ҡалды. Күктә бер йондоҙ ҙа күренмәй, болоттар ҙа юҡ кеүек, бары ҡараңғылыҡ. Егет торорға тип эсенә боролоп ятты. Шул саҡта ҡулы менән нимәгәлер тотондо. Баҡа ғына булып ҡуймаһын! Юҡ, был ниндәйҙер баулы сепрәк. Дим тубыҡланып табышын ҡарарға кереште.
Ҡараңғыла бигүк күренмәй, әммә әйберҙең ни икәнен асыҡларға телефон яҡтыһы ярҙам итте. Кеда бит был. Ҡыҙыл төҫтә. Дим Ахунйәновҡа шылтыратып, хәҙер үк бында килеүен талап итте.
Тәк, бер кеда булғас, икенсеһе лә ҡайҙалыр ошонда булырға тейеш. Юҡ, был сәғәттә артыҡ соҡоноп йөрөү һөҙөмтәһеҙ булыр. Нисек тә булһа, шыуғалаҡ буйлап өҫкә үрмәләргә һәм өй янында полицияны көтөп алырға кәрәк.
Бер нисә секунд эсендә шыуып төшкән тауға кире үрмәләүе байтаҡ ваҡытты алды. Әгәр бейегерәк үлән һәм селек булмаһа, бөтөнләй менеп булмаҫ ине. Өҫкә еткәнсе ҡапҡаға туҡылдатыу тауышы ишетелде.
Дим Ахунйәновты урам эсенә лә индермәй, белгәндәрен һөйләй башланы. Төнгө ун берҙә малай ҡысҡырыуын ишетеүе тураһында ла, ун бер икәнен ут һүндереү һөҙөмтәһендә белгәне тураһында ла, Гөлдө юғалтып, яңы ғына уның һыңар аяҡ кейемен табыуы тураһында ла... Бер ни ҙә йәшермәне.
- Тимәк, һин ул ҡыҙ менән ут һүндереү аша аралашаһың, ҡайһы саҡта бергә трамвайҙа бараһығыҙ. Әммә һин уның фамилияһын да, туғандарын да, әхирәттәрен дә белмәйһең? - Ахунйәнов асыҡлыҡ индерергә тырышты.
- Эйе, әммә быларҙың барыһы ла мөһим түгел. Ул бит юғалды, уны шул уҡ енәйәтсе алған. Албаҫтымы, кемме, белмәйем. Хәҙер үк кинологтарҙы саҡырығыҙ, уларҙың эттәре кешеләрҙе таба ала, мин беләм!
- Туҡта, башта туғандар кеше юғалыуы тураһында ғариза яҙырға тейеш. Шунан ғына ниҙер эшләргә мөмкин. Әлегә бер кем дә мөрәжәғәт итмәне,- Ахунйәнов Димде ут бағанаһына яҡыныраҡ етәкләп алып өҫ-башын ҡарай башланы.
- Улар белмәйҙәрҙер, мин беләм. Гөл юғалған. Участкаға алып бар, фотороботын төҙөрбөҙ.
- Әллә эскәнһең, өр әле, - участка полицияһы егеттең йөҙөн үҙенә бороп, күҙенә ҡараны. - Беләһеңме нимә? Хәҙер үк өйөңә инеп йыуынып ал һәм йоҡларға ят! Тағы берҙе иҫереп мине саҡыртһаң- бикләп ҡуям!
- Ә Гөл?
- Ниндәй Гөл тағы? Хәҙер үк күҙемдән юғалмаһаң, үҙең ошо күл буйында юғалырһың! - Ахунйәнов ҡыҙа башланы.
Дим полицияны ышандырырға тип әллә күпме дәлил килтерергә теләне, әммә башына бер һүҙ ҙә килмәгәс, эстән генә һүгенде лә, ярһыуын йәшереп, ҡапҡа артында юғалды.
Ахунйәнов бер аҙ ҡойма буйында ятҡан ҙур аҡ эткә ҡарап торғандан һуң трамвай юлдары буйлап атлап китте. Бында машина менән килеп туҡтауы ҡыйын шул. Уны алыҫтараҡ ҡалдырырға тура килде.

* * *

Дим ҡулына йыуылған кеды һыңарын тотоп, солан тәҙрәһе аша тышҡа ҡарап тора. Бында һалҡын булһа ла, түҙерлек. Сөнки ошонда ғына күлгә сыҡҡан тәҙрә бар. Уның ярында әлеге лә баяғы эт еҫкәнеп йөрөй. Әгәр Гөлдөң аяҡ кейеме нисек унда эләккәнен берәйһе белһә, ул - ошо эт кенә. Йәһәтерәк, хужаһын асыҡларға кәрәк.
Дим кеда һыңарын ҡалдырып, Тамара әбей йортона йүнәлде. Борондан бында йәшәгән ҡатын, моғайын, эт хужаһын беләлер. Әбей ниҙер ишетһен өсөн оҙаҡ һәм көслө генә ишеккә туҡылдатырға тура килде. Ниһайәт, тәҙрә аша кемдеңдер һыны күренде. Дим шул тәҙрә алдына тороп баҫҡас, ул ишек яғына атланы.
- Бәй, Дим, һинме ни? Мин әле кем килгән, тип баш ватам. Әллә берәй жуликтар йөрөймө икән, тим.
- Тамара инәй, бында уралып йөрөгән ҙур аҡ эттең хужаһы кем ул? - Дим һаулыҡ та һорашып тормайынса, килеү сәбәбен асыҡларға булды.
- Тороп тор, хәҙер сығам,- Тамара бер аҙ шым торғас, өйөнә боролоп инде. Әйләнеп сыҡҡанында ул башына яулыҡ ябынып, өҫтөнә плащ кейгән ине. - Әйҙә әле, улым, Сашкаға барып киләйек. Мин уның баҙында сөгөлдөр-кишеремде һаҡлайым. Врач миңә йәшелсә ашарға ҡушты, - тип әбей күршеһен етәкләп алды.
Дим күлгә тағы бер ҡараш ташлап, һорауын ҡабатланы.
- Анау йөрөгән аҡ эт кемдеке ул?
Әбей туҡтап ҡалды. Бер аҙ күлгә тексәйеп торғас, яуап ҡайтарҙы.
- Былмы ни? Ул бит Маһмай. Маһмай уның ҡушаматы. Мин ниндәй эт, тигән булам. Хужаһыҙ ул. Уны көткән ғаилә бер-ике йыл элек күсеп китте. Шунан бирле ул тегендә-бында һуғылып йөрөй.
Маһмай һиңә, ул бит сусҡа кеүек, кем дә булһа этте ашатып тора, тип уйланы Дим. Былар Сашаның өй ҡырына етте. Егет тупһаға менә башланы.
- Ҡайҙа киттең? Бына бит баҙ! - Әбей баҙ ауыҙына эйелеп, асҡыс менән йоҙаҡты аса башланы.
Бындағы люк ҡоҙоҡ, йә бункер ҡапҡасына оҡшаш, баҙ тип уйламаҫһың да.
- Шунда баҫҡыс булырға тейеш, мә! - тип әбей пакет һуҙҙы. - Эрерәк сөгөлдөрҙәр йыйып бирһәң, дүртәү етер ул. Ах, онотҡанмын, фонаригың бармы?
- Телефонымда бар, күрәм ул, - Дим яуабын баҙ төбөнән ҡысҡырҙы. Әммә Тамара быны ишетмәне, ахыры. Үҙалдына һөйләнә башланы:
- Ошонда ҡайҙалыр свите тоҡанырға тейеш. Баҙында ут бар ул. Ҡайҙа икән? - Кәрәкмәй! Сөгөлдөр алдым! - тип ҡысҡырҙы Дим.
Баҙ үҙе буйы-арҡырыһына метрҙан саҡ ҡына киңерәк. Әммә бер ниндәй ҙә лампочка бында күренмәй. Ер аҫтында дымлы һәм һыуыҡ. Егет баҫҡысҡа менгәндә пакеты стенаға һуғылды. Ундағы фанера шылып китте, ахыры. Ниндәйҙер ҡыштырлаған тауыш ишетелә башланы. Дим бынан берәй ҡомаҡ килеп сыҡмаһын, тип, тиҙерәк тышҡа ашыҡты. Үҙе артынан люкты ябып торғанда ғына уның ҡолағына шыбырлау тауышы ишетелде. Ул тауыш өс кенә хәреф еткерҙе: "Дим..."
- Сыҡтың дамы ни? Ҡайҙа? Эрерәктәре юҡ инеме? - Тамара бауылдарға кереште.
- Теләһәгеҙ, төшөп башҡаларын алам, - тип яуапланы Дим.
- Юҡ, ярай, әлегә бара ул. Аҙаҡ, Сашка ҡайтҡас, тағы берәй рейс сығартырмын, - тигән һүҙҙәр менән әбей баҙҙы йоҙаҡларға кереште.

* * *

-Аша, аша, - Саша Маһмайға сей ит киҫәген һуҙҙы. Ул яңы ғына шабашканан ҡайтты. Бер аҙ һаҡау булғанлыҡтан, ир заманында һөнәри белем алырға оялды. Оялды, тип, булдыра алманы. Техникум программаһы ла уға ауыр бирелде. Шуға киләсәккә бер ниндәй ҙә пландар ҡороп тормай, ниндәй эш килеп сыға, шуға тотондо. Тик башҡа шабашкасыларҙан айырмалы рәүештә, ул аҡсаны эскегә түгел, ә Маһмайға бөтөрҙө.
Саша икенсе ит киҫәген кеҫәһенә һалып, баҙын аса башланы. Сыйылдап асылған люкты артҡа ырғытып, ҡулын аҫҡа һуҙып, эстә ут тоҡандырҙы. Бына ул Дим ҡыйшайтҡан фанера киҫәген ситкә ташлап эскә үтте. Бында урын иркенерәк. Дөрөҫөрәге, был гастарбайтерҙар йәшәй торған вагончик. Тик ул ер аҫтына күмелгән һәм бөтә яҡлап йомшаҡ матрастар менән йылытылған.
Иҙәндә хәлһеҙ һәм яланаяҡ Гөл ята. Өҫтөндә лә үҙенең кейеме түгел, еңелсә генә йәйге күлдәк. Александр кеҫәһенән ит киҫәген сығарып, ҡыҙ янына сүкәйеп ултырҙы.
- Мин һиңә ашарға килтерҙем. Мә, - тип Гөлдөң кипкән ирендәренә сей ит киҫәге менән төрттө.
Ҡапылдан ҡыҙ һуңғы көстәрен туплап, аяғүрә торҙо һәм таштай ҙур әҙәмдең елкәһенә тутыҡҡан сөй менән сәнсте. Яранан сағыу ҡыҙыл ҡан аға башланы.
- Дим, Дим! - тип һөрәнләне ҡыҙ. Саша тиҙ аңына килеп, ҡыҙҙың сикәһенә усы менән һуғып ебәрҙе. Быны көтмәгән ҡыҙ "аһ" тип тә әйтеп өлгөрмәй, аңып юғалтып, иҙәнгә ҡоланы.
Ир ашыға-ашыға тышҡа үрмәләне. Инде кейеме ҡыҙыл ҡанға буялып бөттө. Сашаның бындай ҡиәфәттә килеп сығыуына Маһмай өрә башланы. Ир ыңғырашыуын тыйып, баҙ ҡапҡасын йоҙаҡларға кереште.
Эт өрөүенә Дим сыҡты. Ҡанға батҡан күршеһенең баҙ бикләгәнен күреп, тиҙ генә кире өйөнә йәшенде. Гөл шунда! Башҡа бер ҡайҙа ла булыуы мөмкин түгел. Ахунйәновҡа шылтыратырға кәрәк!
- Алло, - телефондың теге яҡ осонда тыныс тауыш ишетелде.
- Алло, был Дим! Мин Гөлдөң дә, теге малайҙың да ҡайҙа юғалғанын таптым! Улар күрше Сашаның баҙында. Әле генә ул шунан ҡанға батып килеп сыҡты, - Дим тулҡынланыуынан бөтә хәрефтәрҙе лә аныҡ әйтә алманы.
- Ашыҡма. Тимәк, һин, ҡыҙың күршенең баҙында, тиһең?
- Эйе!
- Быны нисек дәлилләрһең?
- Көндөҙ мин унда әбейҙең йәшелсәһен алырға төштөм. Унда бер фанера алына ине, әле Саша шунан ҡанға батып килеп сыҡты!
- Шунан? Бәлки күршең яңылыш ҡырҡылғандыр?
- Юҡ, Гөл шунда. Малай ҙа шунда. Һеҙ был енәйәттең осона сығырға теләмәйһегеҙме ни?
- Туҡтале, Дим, малай табылды.
- Нисек инде табылды?
- Буйға, төҫкә оҡшаш малай кәүҙәһен кисә төҙөлөштә тапҡандар. Лифт шахтаһында ҡыҫылып торған булған.
- Ә кем ҡысҡырҙы һуң төнөн?
- Этем белһен, унда төнөн кем генә йөрөмәй. Башҡаса миңә шылтыратма, йәме? Мин ниндәйҙер истеричка өсөн документһыҙ-ниһеҙ кеше баҙына төшөп йөрөй алмайым.
- Ә? - Дим ниҙер әйтергә уйланы, тик башҡа бер ниндәй ҙә фекер килмәй ине.
- Ҡыҙыҡай һинән үҙе ҡасҡандыр әле. Бик сәйерһең, - Ахунйәнов трубканы ташланы.
Аңлашылды. Бында ғәҙелһеҙлек эҙләп башҡаларға мөрәжәғәт итеү мәғәнәһеҙ. Хөкөмсө ҡоралын үҙ ҡулыңа алырға кәрәк. Ҡул һелтәр өсөн инде һуң. Күп аҙымдар үтелгән. Ә бәлки, Дим бер ҡайҙа ла бармағандыр? Ул бит бөтөн көстән тырышып та ҡараманы? Бер урында тыпырсыныу был. Юҡ. Хәҙер алға һәм алға, үҙеңә енәйәт ҡылырға кәрәк булһа ла ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Полиция бында барыбер килмәй. Хәҙер бер кем яҡлау тәҡдим итеп, ишек шаҡымаҫ, үҙеңә бар ишектәрҙе осора тибергә кәрәк.
Дим атылып тышҡа сыҡты. Тик артабан ни эшләргә белмәй ине. Сашаға инеп, уға пистолет тоҫҡарғамы? Ә еңергә көс етерме? Әллә лом тотоп, баҙ ҡапҡасын шаҡарып ҡарарғамы? Ни эшләргә?
Ҡапыл йорт алдынан Маһмай йүгереп үтте лә туҡтап ҡалды. Ауыҙына ниҙер ҡапҡан. Эт һуҙылып ятып табышын кимерергә тотондо. Был бит ҡыҙыл кеды! Дим кире өйөнә инеп, үҙе тапҡан һынарын эҙләргә тотондо, әллә был берәҙәк шуны һөйрәтеп йөрөтәме? Юҡ, Дим тапҡаны өйҙә. Шул саҡ егет эткә тоҫҡап ата башланы. Тик пистолеттың зыяны күберәк пулянан түгел, тауышынан килә ине.
Маһмай ашыҡмай урынынан торҙо. Биш тапҡыр яңғыраған атыуҙың береһе лә эткә эләкмәгән, ахыры. Улайһа, мә һиңә тағы, мә! Атыуҙан сыҡҡан шартлау урынына буш затвор тауышы ишетелде. Маһмайҙан һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә булып ҡан аға.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.20 | Ҡаралған: 472

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru