«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШЫЛТЫРАТЫП ЙОНСОТАЛАРМЫ?
+  - 

Бергилке банк хеҙмәткәрҙәре аҡса тәҡдим итеп аптыратты. Һеҙгә лә шулай итә торғандарҙыр. Көн һайын, хатта төрлө фирма исеменән көнөнә бер нисә тапҡыр шылтыратҡан саҡтары ла булды. Трубканы алмаһаң, смс-хәбәр яҙып ебәрергә лә иренмәйҙәр.

Күптән түгел бик яғымлы тауышлы ҡыҙ шылтыратты. Ғәҙәтенсә, дежур һорауҙарын теҙә генә башлағайны, ҡапыл шып туҡтаны. Быға тиклем "Юҡ, һөйләшә алмайым. Минең өсөн уңайлы ваҡыт түгел. Башҡаса шылтыратмағыҙ!"- тип әйткәндән һуң да үҙенең ятлап алған һүҙҙәрен әйтеп бөтмәйенсә туҡтамаған тауыш тынып ҡалды. Ни сәбәпле, тиһегеҙме? Мин уның һорауҙарына үҙенән дә яғымлыраҡ тауыш менән башҡортса яуап бирҙем. Трубканың теге осондағы ҡыҙ тағы телгә килде һәм руссалап, тупаҫ итеп: "Һеҙгә кем кәрәк? Кемгә шылтыратаһығыҙ?" - тине. Ундай аралашыуҙы көтмәгән әңгәмәсемдең албырғап ҡалыуын күңелем менән тоям. Шулай ҙа миңә ҡаршы башҡортса яуап бирһә, матур итеп һөйләшергә, туған телен белгән ҡыҙға рәхмәт әйтергә иҫәп юҡ түгел. Аңлаһа ла, аңлайҙыр, бәлки, әммә үҙе эшләгән ойошма этикетын һаҡлап, өндәшмәҫкә лә мөмкин. Әммә ҡыҙыҡай ризаһыҙлыҡ белдереп, нимәлер мығырҙаны ла, телефонын бөтөнләй һүндереп ҡуйҙы.
Бының менән генә туҡтамаҫ, тағы шылтыратыр тип көтөп йөрөйөм. Ысынлап та, иртәгәһенә шылтыратты был. Уның менән тағы ла башҡортса һөйләштем. Шунан бирле был банк бәләкәй процент менән кредит тәҡдим итмәй башланы...
Теңкәгә тейгән банк тәҡдимдәренән ҡотолоуҙың был алымы бик оҡшап ҡалды. Тағы шылтыратмаҫтар инде, тип, ҡыҙыҡ күреп, көтөп йөрөйөм. Көтөүем бушҡа булманы, яңыраҡ икенсе бер банк тағы шылтыратты. "Беҙҙең банк һеҙгә бәләкәй процент менән..." - тип, бер туған апайым һымаҡ иркә тауыш менән өндәшеүе булды, мин тағы ла туған телемдә: "Әлегә кредитҡа мохтажлығым юҡ, мине ҡайғыртыуығыҙ, хәстәрләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт", - тигәйнем, яңы ғына әкиәттәрҙәге фәрештәләй һөйләшкән әңгәмәсем тупаҫ тауыш менән: "Нимә танау аҫтығыҙҙан бығырҙайһығыҙ, нормаль телдә һөйләшә алмайһығыҙмы?"- тимәһенме. Мин иһә башҡорт теле донъялағы иң матур, бөйөк телдәрҙең береһе булыуын, ул минең ҡиммәтле байлығым һәм хазинам икәнен әйттем. Был хеҙмәткәр бигерәк түҙемһеҙ булып сыҡты. Минең әйтеп бөткәнде лә көтмәй, трубканы һалып ҡуйҙы. Шунан алып был банк та шылтыратҡаны юҡ әле.
Һеҙҙе лә ошоға оҡшаш шылтыратыуҙар йонсотоуы ихтимал. Үҙ телегеҙҙә яуап биреп ҡарағыҙ, бәлки, һеҙгә лә ярҙам итер. Туған телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен киңәйтеүҙең бер ысулы ла был. Моңло ла, һутлы ла, бай ҙа башҡорт телен белмәгән, ә бәлки, ишетмәгән кешегә танытыу алымы ла...

Лена АБДРАХМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.09.20 | Ҡаралған: 588

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru