«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛҠАН ИЛДӘРЕ МЕНӘН ТАНЫШТЫМ...
+  - 



"Атаң барҙа ир таны, атың барҙа ер таны", ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, мосафирлыҡ беҙҙең милләткә хас күренеш. Тик төрлө дәүерҙә ул төрлөсә сағылыш таба. Әгәр беҙҙең ата-бабаларыбыҙ һыбай атланып, меңәр саҡрым юлдар үтеп йөрөй торған булһа, замандаштарыбыҙ инде автомобилдәрҙә, самолеттарҙа, караптарҙа киңлектәр яулап, ер-һыу танып йөрөйҙәр. Сәфәр рухы минең дә күңелемде ситләтеп үтмәне һәм мин йылдан-йыл донъяның ҡыҙыҡлы һәм матур урындарын аңымда беркетелгән картала асыҡлап барам.

Шулай итеп, көҙҙөң йәмле бер мәлендә күптән инде уйҙарымды арбаған Балҡан ярымутрауы илдәренә юл тоттом. Был сәйәхәттә миңә Албания, Босния һәм Герцеговина, Македония, Сербия, Черногория илдәре менән танышырға насип булды. Ике самолет алыштырып, Адриатик диңгеҙ ярына барып төштөм, ә артабанғы хәрәкәт өсөн классик ысулды - автостопты һайлап, урыны менән автобус һәм тимер юл транспортын да ҡулланып, дөйөм алғанда 3200 саҡрым юл үттем. Йоҡлар өсөн туҡтаған урындар ҙа бер-береһенән ныҡ айырылып торҙо, бер нисә мосафирхана, тәбиғәт ҡосағында ойошторолған йәйләүҙәр, урындағы халыҡ, сит илдә йәшәүсе яҡташтар һәм бер мәсет миңә был сәфәрҙә торлаҡ бүлде. Аш-һыу яғынан да миңә, тормошҡа ябай ҡараған юлсыға, еңелдән тура килде, ваҡыты менән үҙем әҙерләп тамаҡландым, ашханаларға ла инеп сыҡтым һәм дә урам ризығынан да баш тартаманым - уныһы инде иҫтә ныҡ ҡалғаны: "бурек" тигән эремсек бәлеше, бар илдәр өсөн уртаҡ ашамлыҡ һәм ағас-ҡыуаҡтарҙа бешеп еткән емештәр.
Сәфәр өсөн юҡҡа ғына был илдәрҙе һайламаным, беренсенән, улар үҙҙәренең билдәһеҙлеге менән ҡыҙыҡһыныу уятты; икенсенән, ул илдәргә барыу өсөн беҙҙән виза талап ителмәй; өсөнсөнән, был илдәрҙә сәйәхәт итеү ҡыйбатҡа төшмәй - ҡыҙыҡлы һәм мажаралы сәйәхәт өсөн был иң мөһим шарттарҙың береһе.
Әйткәндәй, ул илдәр сағыштырмаса яңы дәүләттәрҙән һанала. Югославия тарҡалғандан һуң үҙаллы тормош башлап киткән Черногория һәм Македония - бынан бер нисә йыл элек кенә туризм ярҙамында ныҡлап аяҡҡа баҫа башлаған илдәр. Элекке көслө дәүләт үҙәге булған Сербия бөгөнгө көндә етемһерәгән һымаҡ күренһә лә, иҡтисад яғынан туғандаш илдәренән юғарыраҡ кимәлдә. Ә Босния һәм Герцеговина һаман әле 22 йыл элек тамамланған 44 айлыҡ граждандар һуғышынан һуң һушына ҡайтмаған кеүек. Албанияға килгәндә, ул бөтөнләй башҡа. Ул 90-сы йылдарға тиклем диктатор Энвер Ходжа етәкселегендә бар донъяға бикле дәүләт булып дан алған, һәм унан һуңғы йылдар ағымында Европала иң хәүефһеҙ ил тип иҫәпләнгән, бөгөнгө көндә үҙенең ҡунаҡтары өсөн хозур тәбиғәтен һәм халҡының киң күңелен асҡан.
Төрлө быуаттарҙа Балҡан ере төрлө дәүләттәр биләмәһе булып торған: Боронғо Греция, Рим империяһы, Осман империяһы, Австро-Венгрия империяһы, Көнсығыш блок. Бында һәр береһенән боронғо амфитеатрҙар, таш ҡәлғәләр, мәрмәр биналар һәм панелле йорттар рәүешендәге мәҙәниәт һәм архитектура ҡомартҡылары ҡалған.
Сәфәрҙәремдә мин мотлаҡ рәүештә урындың тарихы менән танышырға тырышам, сөнки тарих бөгөнгөнө аңлау өсөн көслө ҡорал. Һәм нисәмә быуаттар буйына боролоп, сырмалып аҡҡан тарих, һис шикһеҙ, әлеге заманда шул урында йәшәгән халыҡҡа барып тоташа. Шулай итеп, кешелек бар донъяның иң ҡиммәтле ҡомартҡыһы булып сыға.
Юлымда миңә, әлбиттә, кем менән генә аралашырға тура килмәне, һәр береһе иҫемдә ҡалған кеүек һәм ҡайһы берҙә донъялағы бар халыҡ менән танышып сығырға мөмкиндер, тигән уйҙар ҙа килә башҡа. Бәлки, был тормоштоң ысынбарлығын аңларға ярҙам итәлер кеше затына, бәлки, шуға күрә лә сәйәхәттәр күп кешегә тынғы бирмәйҙер.
Ҡасандыр мин бер дуҫымдан ҡыҙыҡлы фараз ишеткәйнем: һәр милләтте айырым организм итеп ҡабул итергә була һәм, әлбиттә, милләттең һәр вәкиле үҙаллы шәхес булып торһа ла, унда милләттең күпселек һыҙаттары сағылыш табасаҡ. Шуға күрә, аҙаҡҡы сәфәремдә күргән илдәрҙең һәр береһен үҙенә күрә айырым һыҙаттарға эйә булған кеше заты тип тасуирларға ҡыйыулыҡ итеп ҡарайым әле.
Македония, мәҫәлән, үҙ көсөнә артыҡ ышанып етмәй йәшәгән "үҫмерҙәй" булып, ҡояш аҫтында үҙ урынын аҡрынлап килеп тапҡан "зат". Тарихтан билдәле булыуынса, теленең дә үҙаллы булып иҫәпләнә башлауына бик күп ваҡыт үтмәгән. Эргә-тирәләгеләр эткеләп-төрткөләп, талап маташыуына артыҡ иғтибар бирмәгән, үҙ яйына шым ғына хәрәкәт итеп йөрөгән берҡатлыраҡ талип булып, археология факультетын тамамлап, бөгөнгө көндә үҙ эшен күрһәтеп таныла башлаған белгескә оҡшаған ул. Ҡайһы бер күршеләре уның исемен ят итһәләр ҙә, ысулдарын табып, барыһы менән килешеп йәшәп, үҙенә ҡыҙыҡһыныуҙы йылдан-йыл арттыра бара был Македония исемле "йәш егет".
Сербия, Босния һәм Герцеговина, Хорватия (үҙе менән танышып өлгөрмәнем әле, әммә апайҙарынан күп ишеттем) исемле "ҡыҙҙар" һәм "ҡустылары" Черногория - бер туғандар. Былар бала саҡтарынан барыһы ла бер телдә һөйләшәләр, шуға бер-береһен бик яҡшы аңлайҙар. Тик ҙурайып, дүртеһе дүрт төрлө урында төпләнеп йәшәп киткәс, телдәре диалектик үҙгәрештәр кисергән, йәғни кемеһе кем икәнен айырыр өсөн телдәренә ябай үҙенсәлектәр индергәндәр. Черногория рәхәтләнеп Адриатик диңгеҙе буйында ҡыҙынып ята, емеш-еләк ашай, тауҙар гиҙә, ҡунаҡ ҡабул итә һәм күрһәткән хеҙмәттәре өсөн килем алырға ла бик әүәҫ - был һыҙатты инде ул "апаһы" Хорватиянан өйрәнеп алған. Кемдер Черногорияны еңел холҡло тип тә иҫәпләйҙер, бәлки, сөнки артыҡ бер ни хаҡында бошонмай. Кесе булыуына күрә, "апайҙарының" ыҙғыштарына ҡыҫылмайынса, киләсәккә яҡты өмөттәр һәм ҡыйыу пландар менән тыныс ҡына йәшәп ятҡан "егет" ул Черногория. Сербия иң олоһо, һәм ул барыһынан да үҙ һүҙен тыңлатып өйрәнгән. Ғаилә тотҡаһы, ғөрөф-ғәҙәт һаҡлаусы, тәмле-тәмле аш-һыуҙар бешереүсе, балаларға бик иғтибарлы, үҙенә ҡарата ғәҙелһеҙлекте кисерә алмай торған "оло апай". "Оло апай" Босния һәм Герцеговинаны үҙаллы тормошҡа ебәрергә теләмәйенсә, ыҙғыш барышында уларға күп кенә яра һала, һәм Босния һаман әле әрнеүҙәренән йүнәлеп бөтмәгән кеүек. Өҫтәүенә, Хорватия "һеңлеһе" лә был ғаилә конфликтына ут өҫтәп ебәрә. "Апаларына" үсегеп, ситтән килгән ярҙамды ҡабул итеп, туғандары менән мөнәсәбәттәрен көскә яйға һалып ала, һәм һаман да аңлайышһыҙлыҡтарҙан тулыһынса үҙҙәрен азат итмәгән улар. Шуға күрә, Босния һәм Герцеговинаның сифаттарына килгәндә, бик күпте күрергә була. Кешегә тәү сиратта артыҡ ышанып бармай, һәм өйрәнергә ваҡыт талап итә, әммә ҡабул иткәндән һуң, ул бик ҡунаҡсыл, асыҡ һәм киң күңеллелек күрһәтә. Ҡабул иткән ҡунаҡтары менән ул бар тормошо, яҙмышы һәм булмышы менән бүлешергә ынтыла. Кешеләр яғынан иғтибарға һәм тоғро мөнәсәбәткә хаҡ бирә.
Албания. Күңелемдә иң йылы хәтирәләр ҡалдырған ил, "өләсәйҙәр" менән генә сағыштырырлыҡтыр уны. Ул ниндәйҙер боронғо телдә һөйләшә һәм уны берәү ҙә аңламай. Күңеле шул тиклем ихлас һәм киң, өйөнә ингән бер кешене йылы ҡараш менән ҡаршы ала, өҫтәл янында ултыртып, шунда уҡ хәстәрләй башлай. Үҙенең хәлдәрен һөйләгән арала ейәндәренең хәлен дә белешә, өләсәләрен һағынғандармы-юҡмы тип, оҙаҡҡа килделәрме, тип һораша. Барыһы ла уның өйөндә үҙен иркен һәм уңайлы хис итеүен теләп, бының өсөн барлыҡ шарттар булдырырға тырыша. Оҙатып ҡалғанда иһә һағышын йәшермәй, моңайып та китә кеүек. Әлбиттә, ҡабат килеүҙе һорай һәм, ысынын ғына әйткәндә, бындай ихласлыҡ менән ҡарағандарға нисек "юҡ" тип әйтергә мөмкин...
Был илдәрҙәге яҡшы кешеләр менән танышыу минең күңелдә бик сағыу тәҫьораттар ҡалдырҙы һәм бындай мөмкинлек килеп сығыуына мин, әлбиттә, шатмын. Әйткәндәй, улар ҙа миңә ҡарата бик ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Бигерәк тә минең сығышыма. Сөнки ғүмерҙәрендә лә Башҡорт иле тураһында ишеткәндәре булмаған. Үҙебеҙ менән яҡыныраҡ таныштырыр өсөн мин күстәнәскә алған бал менән барыһын да һыйларға тырыштым, милли орнамент менән ҡулдан сигелгән ҡулъяуыҡтар ҙа тараттым, бүлешә алған тиклем тарих тураһында, милли кәсептәребеҙ хаҡында, айырыуса башҡорт аты тураһында, тәбиғәтебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәр, көнкүрешебеҙ тураһында ла һөйләнем һәм йыр-моң менән бүлешеп, халыҡ йырҙарын йырлап ишеттерҙем.
Ер-һыу таныу, донъя менән аралашыу һәр ваҡыт ҡара-ҡаршы бара. Рухи байлыҡ менән бүлешкәндәргә, шуның менән үк яуап ҡайтарғанда ғына, кешеләр араһында ышаныслы һәм тоғро мөнәсәбәттәр тыуыуы мөмкин. Кешелектең маҡсаты бер - татыулыҡ. Һәм тәү сиратта беҙ үҙебеҙ менән татыу мөнәсәбәттә булһаҡ, беҙҙе уратҡан был ғәжәп донъя менән дә татыулыҡҡа инеү мөмкинлеге асылыуында һис тә шик ҡалмаҫ.
Донъяны аңлар өсөн сәйәхәт иң якшы һәм хәүефһеҙ ысул. Һәм ата-бабаларыбыҙ ерҙәр гиҙеп, Башҡорт иленең данын ҡитғаларға таратҡан икән, бөгөнгө көндә лә беҙгә көс-ғәйрәт, рух байлығын арттырыуҙа сәфәрҙәр булышлыҡ итә.

Денис ӨМӨТБАЕВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.17 | Ҡаралған: 895

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru