«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒАИЛӘЛӘР ТАНТАНАҺЫ
+  - 

Үткән аҙна аҙаҡтарында Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашева, ҡаланың район хакимиәттәре башлыҡтары, жюри ағзалары һәм башҡалар ҡатнашлығында "Йәш ғаилә-2017" конкурсының ҡала этабында еңеүселәрҙе тәбрикләнеләр.

Тантананы асып, Ирек Ишмөхәмәт улы йылдар һуҙымында үткәрелә килгән был конкурстың маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡалыуын, йәғни уның йәмғиәттә ғаилә институтының әһәмиәтен һәм дәрәжәһен үҫтереүгә, ижтимағи яуаплы, сәләмәт тормош алып барған, үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм таланттарын үҫтергән, урындағы йәмәғәт тормошонда, төбәк тормошонда, ил тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләрҙе ишәйтеүгә һәм арттырыуға йүнәлтелеүен билдәләне.
Ҡала башлығының сығышынан билдәле булыуынса, быйылғы "Йәш ғаилә" ҡала конкурсы алдағыларынан формаһы яғынан айырылып торған. Быға тиклемге конкурстарҙа конкурсанттар бер майҙанда сиратлап һынау тотһа, үҙҙәренең һөнәрҙәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтһә, был юлы улар бер юлы төрлө майҙансыҡтарҙа, замансалап әйткәндә, "квестар"ҙы үтергә тейеш булған. Сити-менеджер конкурстарҙың был формаһы заманса һәм уңайлы булыуын, киң таралыу алыуын да билдәләне. Еңеүҙәргә ете төрлө һынау үтеп килгән конкурста ҡатнашыусылар. Улар аш-һыу оҫталығында ла, ГТО нормаларын тапшырыуҙа ла, отҡорлоҡто, ижади һәләтлекте һынаған викториналарҙа ла, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған мода күрһәтеүҙә лә ярышҡан. Һөҙөмтә - күҙ алдында: гран-при Орджоникидзе районынан Юлиана һәм Илмир Ғәниевтар ғаиләһенә бирелде, улар Өфө данын республика конкурсында яҡлаясаҡ. Ете номинацияла ете еңеүсе билдәләнде. Бына улар: "Романтизм һәм ғаилә гармонияһы өсөн" номинацияһында Ҡалҡамановтар, "Етеҙлек һәм оригиналлек өсөн" - Ғиләжевтар, "Ғаилә традицияларына тоғролоҡ өсөн" - Нуртдиновтар, "Креативлыҡ һәм заманса ҡараш өсөн"- Нагаевтар, "Ҡабатланмаҫлыҡ һәм үҙенсәлеклелек өсөн" - Ғәниевтар, "Спорт рухлы булыуҙары өсөн" - Салауатовтар, "Артистизм һәм ижади ҡараш өсөн" - Азановтар еңеүсе тип билдәләнде. Бөтә ҡатнашыусылар көнкүреш һәм компьютер техникаһы сертификаттары менән бүләкләнде. Бынан тыш, "Башкирия" Lifestyle үҙәге Нуртдиновтарға, ә республиканың ГТО тикшереү үҙәге Салауатовтарға махсус приздарын тапшырҙы.
Октябрь районынан Гөлфинә һәм Илнар Салауатовтар был конкурста дүртәүләп: ҡыҙҙары Илсиә (6 йәш) һәм улдары Илдан (3 йәш) менән ҡатнашҡан. Ғаилә башлығы әйтеүенсә, Cалауатовтар ярыштарға, конкурстарға өйрәнеп тә бөткән. "Йәш ғаилә" конкурсында беренсе тапҡыр ҡатнаштыҡ. "Атай, әсәй һәм мин - спортсы ғаилә" конкурстарында еңгәнебеҙ булды. Былтыр ҡыш айҙарында йәш ғаиләләр араһында уҙғарылған саңғы ярыштарында ла беренселекте бирмәнек", - тине ғаилә башлығы. Уның һүҙҙәрен хужабикә: "Илдан улыбыҙ бәләкәсерәк әле, уның барыһы ла алда. Ә Илсиәбеҙ, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, "Һаумы, һаумы, әкиәт" конкурсының ҡала этабында 3 йәше тулыр-тулмаҫтан ҡатнашты, ул шулай уҡ "Мисс супер детка Башкортостана" конкурсында гран-при яуланы", - тип, балаларының тәүге уңыштары тураһында һөйләп үтте. Бөгөнгө конкурста уларҙың спорт буйынса иң яҡшы ғаилә тип табылыуы тураһында әйткәйнек инде. Тағы ошо конкурс сиктәрендә үткәрелгән интернет тауыш биреүҙә лә Салауатовтарға етеүсе булмауын да билдәләге килә. Ни тиһәң дә, бөтөн яҡтан да килгән ғаилә шул Салауатовтар.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Илнар Салауатов ГТО нормативын 5 ярым тапҡырға арттырып үтәгән. Конкурстағы спорт ярыштарын ул: "Ҡыйын булманы, күнекмә һымаҡ ҡына булды", - тип баһаланы. Ошо урында уның Бөрйән районы Байназар ауылында тыуып үҫкән, БДУ-ның Сибай институтында уҡып, көрәш буйынса Рәсәй, республика турнирҙарында сынығыу үткән көрәшсе икәнен дә әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Ошондай атайҙар Гөлфинәләй уңған ҡатынға тап булһа, уларҙың ғаиләһе мотлаҡ Илсиә, Илдан һымаҡ талантлы балалар тәрбиәләйҙер инде ул...

Илгизәр БУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.17 | Ҡаралған: 793

Киске Өфө
 
Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru