«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ЮЛДАШ" РАДИОҺЫ – УЛ АУДИО-ТОРМОШ, УЛ ҺӘР КЕМДЕҢ ҒАИЛӘ АҒЗАҺЫ КЕҮЕК...
+  - 



Бөгөн радио тыңламаған кеше бармы икән? Юҡтыр. Сөнки ул хәҙер юлдағыларҙың юлдашы, өйҙәгеләрҙең өйҙәше, моң һөйөүсенең йыр муҡсаһы, хисленең серҙәше, мохтаждың кәңәшсеһе булып бөткән. Телевизор кеүек бәйләп тә тотмай, күҙгә лә көс һалмай ул, әммә үҙе бер аудио-тормош булып, бар булмышты ялмап ала. Заманында радио халыҡты мәғлүмәтле итеү маҡсаты менән барлыҡҡа килгән булһа, ул бөгөн дә шул маҡсатына хеҙмәт иткән талымһыҙ өлкәләрҙең береһе. Республикабыҙҙа беҙ был хеҙмәтте "Юлдаш" тип беләбеҙ. Гәзит уҡыусыларыбыҙға "Юлдаш" радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ҡасим ҡыҙы ЙӘҒӘфӘрова менән һөйләшеү тәҡдим итәбеҙ.

Тыңлаусыларығыҙ һеҙгә радионың үҙ тормоштарында ниндәй роль уйнауы хаҡында фекер белгертәләрме? Нимә тиҙәр, мәҫәлән?

- Һеҙ беҙҙең ғаилә ағзаһы, тиҙәр. Бының менән килешәбеҙ. Иртәнсәк уятабыҙ, һауа торошо, донъя, ил, республика хәл-торошонан һуңғы хәбәрҙәр менән таныштырабыҙ, юлдарҙағы хәлде аңғартып, йыр-моң менән эшкә оҙатабыҙ, көнө буйы дәртләнеп эшләрлек итеп кәйефте күтәрәбеҙ, әҙәби әҫәрҙәр, шиғри шәлкемдәр тыңлатып, уйландырабыҙ, радиосәйәхәттәр ойошторабыҙ, уйнатабыҙ, ашарға бешерергә өйрәтәбеҙ, юғалғандарҙы эҙләшәбеҙ, билдәле шәхестәр, белгестәр менән осраштырабыҙ, улар менән аралашыу мөмкинлеге бирәбеҙ, ҡәҙерле кешеләргә бүләк эшләргә ярҙамлашабыҙ, республикала уҙған фәһемле сараларға саҡырабыҙ, төрлө социаль акциялар, концерттар ойошторабыҙ, изге эштәргә өндәйбеҙ һ.б. Бының өсөн тыңлаусыға ваҡыт бүлергә лә, сығымдар сығарырға ла, шарттар булдырырға ла кәрәкмәй, бары төймәгә баҫып, радионы ҡабыҙыу ҙа етә. Бигерәк тә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр радионы яҡын дуҫына, серҙәшенә әйләндерә. Белеүегеҙсә, беҙ дәүләт радиоһы, дәүләт органдары менән халыҡты бәйләп тороусы еп, тип әйтәйек. Шуға ла закондар менән таныштырып барыу, власть вәкилдәре менән осраштырыу, ҡанундарға асыҡлыҡ индереү кеүек эште лә алып барабыҙ, бының өсөн махсус ижтимағи-сәйәси редакциябыҙ бар.
Шулай уҡ өйҙәге, эштәге йәки машиналағы радиоалғыс аша һөйләп, йырлап ҡына торған радио үткәндәрҙә ҡалғандыр, тим, сөнки "Юлдаш" республика кимәлендә күп халыҡ ҡатнашлығында саралар уҙғара. Шуларҙан иң ҙурҙары - "Юлдаш йыры", "ЮлдашХит", "Һаумы, студент!" проекттары. Замананан артта ҡалырға теләмәгән һәр мәғлүмәт сараһы кеүек үк, интернет киңлектәрендә ҙур эш алып барыла. "Бәйләнештә" битендә 35 меңдән ашыу яҙылыусыбыҙ бар, башҡа мессенджерҙарҙа ла беҙҙе еңел генә табырға, тыңларға, аралашырға мөмкин. Был тәү нәүбәттә республиканан ситтә йәшәүсе тыңлаусыларыбыҙ өсөн уңайлы.

Һеҙҙә алып барылған проекттарға айырым туҡталып үтәйек әле. Ябай кешеләр радио аша артист булып та китә ала, тиҙәр бит. Нисек башҡарыла был мөғжизә?

- Был бер ниндәй ҙә мөғжизә түгел, "Юлдаш "хеҙмәткәрҙәренең ябай, әммә бик ҙур яуаплылыҡ талап иткән бер нисә айлыҡ эше. Ул бәйге иғлан итеүҙән башлана. Һәр төбәктең үҙ гәүһәрҙәре бар. Ошо халыҡ таланттары йырҙар ебәрә. Радио үҙ сиратында уларҙың һәләтен билдәләүсе белгестәрҙе ылыҡтыра, профессиональ композитор, шағирҙар, музыканттарҙан тупланған төркөм йырҙарҙы тыңлай, баһалай. Сәнғәткә бөтөнләй бәйләнештәре булмағандар ҙа, әммә тәбиғәттән моңло тауышҡа эйәләр, билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел, тип, "Юлдаш йыры" проектында ҡатнаша. Төҙөлөштән, дауахананан, алыҫ Себерҙән, магазин прилавкаһы артынан, студент эскәмйәһенән, сит төбәктәрҙән, төрлө ауылдарҙан эштәрен ҡуйып тороп, беҙгә килеп үҙҙәрен һынап ҡарай улар. Беренсе турҙан үткәндәрен махсус радио тапшырыуҙары аша тыңлаусыларыбыҙ менән таныштырабыҙ, жюри ағзалары финалға үтеүселәрҙе билдәләгәс, улар менән тығыҙ эш башлана. Күлдәк төҫөнән алып, сәхнәләге сығыштан һуң баш эйгәнсегә тиклем етәкләп алып барырға тура килгәндәре аҙ түгел. Концертта улар тейешле кимәлдә тамашасыға күренһен өсөн визажистар, грим оҫталары саҡырабыҙ, кейемдәре буйынса стилистар менән кәңәшләшәбеҙ, сығыштарын биҙәү өсөн төрлө постановкалар эшләйбеҙ, бейеүселәр йәлеп итәбеҙ, еңеүселәргә бүләктәр әҙерләйбеҙ, телевидениеға төшөрөп, зәңгәр экрандарҙан күрһәтәбеҙ һ.б. Әлбиттә, был кешеләр барыһы ла артист булып китмәй, әммә артистарҙан кәм булмаған популярлыҡ яулай, үҙ тамашасыларын булдыра. Улар өйрәнгән мөхиттәренән айырылып, яңы донъя күрә, яңы шәхестәр менән аралаша, өр-яңы хис-тойғолар кисерә. Кемдәрҙер ғүмер буйы күңелдәрендә йөрөткән хыялдарын тормошҡа ашыра - йырсы булып ҡарай, ҡайһылары сәхнәлә "ҡала". "Юлдаш" асҡан исемдәр, ошо проекттан һуң эстрада йондоҙҙары булып китеүселәр тиҫтәнән ашты. Был беҙҙең эш һөҙөмтәһе тип ғорурланабыҙ. Уларҙың ижади юлын күҙәтәбеҙ, ярҙам кәрәк саҡта иң терәйбеҙ. Былай тәфсирләп һөйләүемдең сәбәбе бар. Ошо эште башҡарып сығыу өсөн ситтән бер кеше лә саҡырылмай, бер тин аҡса ла индерелмәй. Матди яғын компания үҙ иңенә ала, ойоштороу эштәрен 24 сәғәтлек эфирҙы тәьмин иткән радио хеҙмәткәрҙәре башҡара. Улар бер ыңғайы тапшырыуын да эшләй, командировкаларға ла йөрөй, сценарийҙар яҙа, тура эфирҙар алып бара, ошо проекттарҙы ла тормошҡа ашыра. "Ташҡа баҫылыу"мөмкинлеген файҙаланып, хеҙмәттәштәремдең күҙгә күренмәгән, күп осраҡта тәнҡит утына тотолған, һирәк маҡталған оло хеҙмәте өсөн мең рәхмәттәр еткерәм.

Радиоға тағы ла нимәләр конкурент була ала? Тыңлаусыларығыҙҙы күбәйтеү өсөн нимәләр эшләйһегеҙ йәки халыҡты йәлеп итеү өсөн нисек көрәшәһегеҙ?

- Беҙҙең холдингта ғына йәмғеһе 4 радио эшләй. Улар "Юлдаш", "Ашҡаҙар", "Спутник ФМ" һәм "Юлдаш+" интернет радиоһы. Һәр ҡайһыһының үҙ юлы, үҙ тыңлаусыһы, ниндәй ҙә булһа махсус саралары бар. Беҙҙән тыш, республикала ғына түгел, илдә киң таралыу алған радио селтәрҙәр гөрләп эшләй. Әлеге лә баяғы интернет сәскә ата. Ғөмүмән, мәғлүмәт килтереүсе, өйрәтеүсе, ҡыҙыҡтырыусы, үҫтереүсе, арбаусы бөтә төрлө саралар ҙа конкурентлыҡ тыуҙыра ала. Әммә был тәбиғи, конкуренттарһыҙ, тәнҡитһеҙ үҫеш тә булмай.
Беҙ һеҙҙең менән үрҙә телгә алған проекттар тап ана шул халыҡты йәлеп итеү саралары ла инде. Көндәлек сифатлы эш тураһында, халыҡсанлыҡ тураһында һүҙ ҡуйыртып тормайыҡ.

Тыңлаусыларығыҙ даирәһе тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?

- Башҡортса, татарса белгән, йәшәгән төбәгендә радиотапшырғыстар ҡуйылған, радиоалғыс алырға, йәки башҡа гаджеттарҙан тыңлау мөмкинлеге булған бар халыҡ, тиһәм, фәстереү булмаҫ, моғайын.
2010 йылдан 2016 йылға тиклем "Ашҡаҙар" радиоһында эшләнем. Унда бер йүнәлеш - мәҙәниәт өлкәһе. Театрҙар, филармониялар, кино сәнғәте, фестивалдәр, композиторҙар, шағирҙар донъяһындағы яңылыҡтарҙы, үҙгәрештәрҙе күҙәтеп бараһың. Ошо ижади донъяла ҡайнайһың. Тыңлаусылар 40-тан юғары йәштәге, үҙ юлдарын тапҡан, тормошта урынлашҡан, мәңгелек ҡиммәттәрҙең ҡәҙерен белгән кешеләр категорияһы. Ә "Юлдаш"ҡа килгәндә инде, уның тыңлаусыларының йәш даирәһе лә, социаль ҡатлам да бик киң. Сабый балалар ҙа, уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә, олатай-өләсәләре лә үҙ итә беҙҙең тапшырыуҙарҙы. Бәйләнешкә күберәге ауыл кешеләре, ҡатын-ҡыҙҙар сыға, әммә һуңғы осорҙа эфирҙарҙа ир-егеттәрҙең, йәштәрҙең һәм ҡала кешеләренең әүҙемлек күрһәтеүе һиҙелә. Тапшырыуҙар бар ҡатламдарҙы ла күҙ уңында тотоп әҙерләнә. Шуға, уларға бәйле тыңлаусыларҙан Тургеневса "атайҙар һәм балалар" проблемаһы күтәрелеп, дәғүә белдереүселәр табыла, йәғни йәштәргә өлкәндәр өсөн әҙерләнгәндәре, ҡарттарға йәштәр йырҙары, улар өсөн әҙерләнгән рубрикалар оҡшамай китә. Алтын урталыҡ тоторға тырышабыҙ. Иң мөһиме, тыңлаусыларыбыҙ битараф түгел. Бер генә үҙгәреш тә, яңылыҡ та, хатта хата йәки яңылышлыҡ та иғтибарһыҙ ҡалмай. Шунда уҡ шылтыратыуҙар яуа башлай. Һәр кем фекерен, кәңәшен, теләген белдерергә теләй. Бигерәк тә аралашыуға саҡырған тапшырыуҙарҙы яраталар, ихлас ҡатнашалар. "Иртәнсәккәй тороп", "Самауыр янында", "Асыҡ студия", "Илһам ҡанаттарында" кеүек интерактив проекттарҙың популярлығы тәү сиратта халыҡтың уларҙа теләп ҡатнашыуынан да киләлер.

Тел мәсьәләһе бөтөн ерҙә лә ҡырҡыу бөгөн. Милләттең һәр вәкилен борсорға тейеш телебеҙ яҙмышы, һәр кемебеҙ айбарланып уны һаҡлау тураһында хәстәрләргә тейешбеҙ. Радио көрәшсеме был майҙанда?

- Барлыҡҡа килгән көнөнән алып Башҡортостан радиоһы башҡорт теле һағында тора, уның йәшәүе өсөн көрәшә һәм ошо функцияһын әлегәсә бер көнгә лә туҡтатҡаны юҡ. Тәүлек әйләнәһенә саф башҡортса һөйләп, йырлап, бер-бер артлы фәһемле тапшырыуҙар әҙерләп торған, туған телде пропагандалаған, уның нескәлектәрен, яғымлылығын, нәфислеген һәр икенсегә еткергән тере йән ул радио.
Тел мәсьәләһендә беҙгә тәнҡит тә ишетергә тура килә. Был тәбиғи. Үҙ һөнәрен, йүнәлешен дә, башҡорт телен дә яҡшы белеп, беҙҙең эфирҙарға килеп һорауҙарға яуап бирерлек, әңгәмә ҡорорлоҡ респонденттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Күптәренә яуаптарҙы яҙып, тәржемә итеп биреүебеҙ ҙә сер түгел. Шул уҡ ваҡытта тура эфирҙа эшләгәндә халыҡ менән аралашыуҙы ла, телефонға яуап биреүҙе лә, яңғыраясаҡ сираттағы йырҙы хәтерҙә тотоуҙы ла, режиссерҙың ымдарына иғтибар итеүҙе лә, алдыңдағы компьютерҙан смс хәбәрҙәрен, яңылыҡтарҙы һөҙөп ултырыуҙы ла бер юлы атҡарырға тура килгән алып барыуысының телмәрендә ниндәйҙер хилафлыҡ булыуы мөмкин, әлбиттә. Оҙаҡ уйланып ултырып яҙылған, кәрәк урындары төҙәтелгән, ҡат-ҡат тикшерелгән гәзит-журналдарҙағы мәҡәләләр, яҙмалар менән эшләүсе хәбәрселәр менән беҙҙең хәбәрселәр араһында айырма ҙур. Беҙҙең дә яҙма тапшырыуҙар бар, уларға тел тейҙереүе ауыр, сәбәп юҡ. Тел таҙалығы өҫтөндә эште туҡтатҡаныбыҙ юҡ, быны бурысыбыҙ һанайбыҙ.
Шуны ла өҫтәп киткем килә. Бөгөн ни өсөндөр башҡорт интеллигенцияһы "митингка сыҡҡандар һәм сыҡмағандар" лагерына бүленеп ята. Ниндәйҙер ғәйепләүҙәр, һүҙ ташлауҙар бар. Үҙебеҙ өсөн яуап бирә алабыҙ. Халыҡ мәнфәғәттәре өсөн хеҙмәт итеүҙән туҡтағаныбыҙ юҡ - был беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ. Рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы һаҡлау һәм пропагандалауға ҙур өлөш индерәбеҙ - былары иһә һөнәри бурыстарыбыҙ. Шәхсән үҙемә килгәндә, үҙ телендә аралашҡан, башҡорт яҙыусыларын, шағирҙарын, рәссамдарын белгән, башҡорт театрҙарына яратып йөрөгән, республикаһының тәбиғәтенә ғашиҡ, йыр-моңдарын тыңлаған балалар үҫтерҙем - былары әсәлек бурыстарым. Эш урынымда башҡорт телендә эшләүсе грамоталы, оҫта, замананан артта ҡалмаған журналистар тәрбиәләргә тырышам. Һәр беребеҙ үҙ урынында иңдәренә яуаплылыҡ алып, хәленән килгәнде башҡара, милләтенә тоғролоғон һаҡлай һәм намыҫы алдында яуап тота икән, урамға сығып әләм болғап йөрөүҙең кәрәге лә булмаясаҡ. Минең фекерем шулай.

Радионың күп тапшырыуҙары тура эфирҙа бара, тип билдәләп үттек. Шундай тура эфир тапшырыуҙарында халыҡ менән аралашыуҙы контролдә тотоп буламы? Мәҫәлән, алып барыусылар менән кем генә бәйләнешкә инмәҫ, шулай бит, тупһыҙ һорауҙар, әҙәпһеҙ комментарийҙар, тупаҫ тәнҡит булырға мөмкин. Тапшырыуҙы алып барыусы бындай осраҡта ни эшләй ала?

- Тура эфирҙа бәйләнешкә инеүсене бер нисек тә контролдә тотоп булмай. Уның әйткән хәбәре бары тик уның тәрбиәһенә һәм психик торошона ғына бәйле. Әммә ниндәй осраҡта ла тапшырыу алып барыусы юғалып ҡалырға ла тейеш түгел, һөйләшкән икәүҙән тыш, тағы меңәрләгән тыңлаусы янда икәнде бер ҡасан да иҫтән сығарырға ярамай. Шөкөр, ундай хәлдәр һирәк. Тыңлаусыларыбыҙ "ғаилә ағзаһына" әйләнеп бөткән радио алып барыусыларына һәр саҡ тиерлек яҡшы мөғәмәләлә. Һуңғы арала уйҙарын урынлы һәм ҡыҫҡа итеп еткерергә өйрәнеп алдылар, алып барыусыны йәки ҡунаҡты уҙҙырып, тос фекер еткереп ҡуйыусылар ҙа аҙ түгел. Әлбиттә, көтөлмәгән хәлдәргә лә тура эфирҙа ултырыусы журналистар әҙер булырға һәм ниндәй хәлдә лә үҙҙәрен ҡулда тота белергә тейеш. Был ҡанун. Беҙҙә һәр дүшәмбе уҙған аҙналағы эшмәкәрлеккә анализ яһаусы йыйылыштар үтә. Унда бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡатнаша. Эфирҙы 7 көн дауамында сиратлап тыңлап барыусы дежур хеҙмәткәрҙәр сығыш яһай, тәнҡит утына тота, уңышлы тапшырыуҙарҙы маҡтай, хилафлыҡтарға иғтибарҙы йүнәлтә. Хаталар өҫтөндә эштең туҡтағаны юҡ.
Әйтеп үтергә кәрәк, ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәрҙән шылтыратыуҙар ҙа һирәкләп булып тора, һуңғы арала был юҫыҡта интернет селтәрен ҡулланыусылар ҙа бар. Урынлыларына иғтибар итәбеҙ, күптәренең эмоция нигеҙендә генә, бер нәмәгә дәлилләнмәгән, нигеҙләнмәгән һүҙ ташлау икәнлеген дә аңлайбыҙ. Бер һөйләм, бер рубрика, бер йыр ишетеп ҡалып, тотош радионың 17 йыллыҡ эшен юҡ кимәленә төшөрөргә баҙнат итеүселәр ҙә юҡ түгел. Ундайҙарға етди иғтибар итһәң, бөтөнләй эшләмәҫкә кәрәк. Әммә, бәхеткә күрә, аңлы һәм аҡыллы тыңлаусыларыбыҙ күберәк һәм уларҙың яҡшы кәйефе, йылы мөнәсәбәте беҙҙе лә юғарыраҡ эштәргә илһамландыра.

Интернеттың киләсәктә китап уҡыуҙы, гәзит-журналдарҙы, радио-телевидениены ғына түгел, хатта күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу төшөнсәһен дә юҡҡа сығарып, кешелектең яңы бер йәшәү системаһын барлыҡҡа килтереп ҡуйыуын күҙаллап борсолоу тыумаймы? Беҙҙең балаларға, балаларҙың балаларына ниндәй көндәр килә, тип борсолабыҙ бит, юғиһә...

- Һәр уйлай белгән ата-әсә балаһын үҙ заманының ҡара көстәренә, негатив күренештәренә йәки ҡаршылыҡтарға әҙерләргә бурыслы. Ашатып-эсереп уҡытыуҙы ғына алға ҡуйырға түгел, ә рухи көс туплауҙы ла күҙ уңында тоторға кәрәк. Мин, мәҫәлән, интернетты ундай "донъя" итеп күрмәйем, ә бары тик мәғлүмәт алыу сараһы итеп кенә ҡарайым. Быны балаларыма ла аңлатҡанмын. Уларҙа интернетҡа үтә бәйле булып, сыға алмай ултырыу ғәҙәте юҡ. Шунлыҡтан, үҙ балаларымдың китап уҡыу, аралашыу, хәл белеү кеүек матур ғәҙәттәрҙе йәки башҡа рухи ҡиммәттәрҙе интернет донъяһына алмаштырырын күҙ алдына ла килтермәйем. Ғөмүмән, тора-бара кешелек үҙе лә интернет аралашыуҙарҙың яҡшы һәм яман яҡтарын аңлар, кәрәк урындарын сикләр һәм шулай итеп уны ла йәшәү системаһының бер уңайлы өлөшө итеп урынлаштырып алыр ул, тигән өмөттәмен. Һәр нәмәнән дә файҙалыһын һәм ыңғайын ғына ҡабул итеп өйрәнергә кәрәк. Шул осраҡта йәмғиәттә лә, һәр шәхестең үҙ күңел донъяһында ла алға китеш тә, үҫеш тә мотлаҡ буласаҡ.

Киләсәктә тыңлаусыларығыҙҙы нимәләр менән шатландырырға уйлайһығыҙ?

- Барығыҙҙы ла 15 ноябрҙә йәнә бер ҙур проекттың йомғаҡлау концертына "Башҡортостан" концерт залына "ЮлдашХит"ҡа саҡырабыҙ. Бында инде йыл дауамында уҙып барған хит-парад еңеүселәре сығыштары буласаҡ. Тыңлаусыларыбыҙ үҙҙәре һайлаған йырҙар башҡарыласаҡ. Күренекле ҡунаҡтар ҙа саҡырылған. Уйындар, юморға бай алып барыусы егеттәребеҙ, билет алыусылар араһында уйнатыласаҡ бүләктәр - барыһы ла йылдағыса мауыҡтырғыс булмаҡсы. Быйылғы концерттың тағы бер үҙенсәлеге - 10 минут һайын тамашасылар хор менән йырлаясаҡ. Ни өсөн тиһегеҙме? Килгәс, күрерһегеҙ. "Киске Өфө" гәзитен уҡыусыларға "Юлдаш"тарҙан иң изге теләктәр. Беҙҙең яратҡан девизыбыҙҙы һеҙгә лә еткерәбеҙ: "Беҙ бергә!"

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.17 | Ҡаралған: 980

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru