«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠСАҺЫҘЛЫҠ КӨРСӨГӨН "ШАЙМОРАТИКТАР" ЯРҘАМЫНДА ХӘЛ ИТТЕК
+  - 

Рөстәм ДӘҮЛӘТБАЕВ Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта - иҡтисадсы, бөтә Рәсәйҙә үҙенең "шайморатиктар" тип аталған тауар талондары менән билдәлелек яулаған Рөстәм Дәүләтбаев. Рөстәм Хәйбулла улы ХХ быуат башы немец иҡтисадсыһы Йохан Сильвио Геззелдең "Ирекле аҡса" теорияһын Рәсәйҙә, хатта донъяла ла беренсе булып тормошҡа ашыра алған белгес. Быға тиклем Геззель теорияһы утопия тип иҫәпләнгән була. Ул теория, уйлап сығарылғандан һуң 100 йыл үткәс, башҡорт егете Рөстәм Дәүләтбаевты илһамландыра. Һөҙөмтәлә, уның Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылында атҡарылған "иҡтисади мөғжизә" тип аталған тәжрибәһе үҙенең ғәмәлгә яраҡлы икәнлеген дәлилләй. Хәҙер "шайморатиктар" феномены менән Рәсәйҙең бик күп төбәктәрендә ҡыҙыҡһыналар. Башҡортостандағы был уникаль күренеште өйрәнергә, Рөстәм Дәүләтбаев менән әңгәмәләшергә, тип, ике йыл элек Санкт-Петербург Аграр университеты ректоры Виктор Алексеевич Ефимов Ҡырмыҫҡалы районына килгәйне. Профессор менән әңгәмәне гәзитебеҙҙең бер һанында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Ә шулай ҙа, "шайморатиктар" тигән тауар талондары ни яғы менән үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы? Рөстәм ДӘҮЛӘТБАЕВ менән шул хаҡта әңгәмә ҡорабыҙ.

Үҙем тураһында

Мин - иҡтисадсы. Тамырҙарым - Сибай ҡалаһынан. Атай-әсәйем хеҙмәт командировкаһына ебәрелгәнгә күрә, бала сағым Монголияла үтте. Монголиянан ҡайтҡас, мәктәпте Сибай ҡалаһында тамамланым. Унан һуң Магнитогорск дәүләт университетында уҡыным, уны тамамлағас, ике йыл ошо ҡалала эшләнем һәм Сибайға ҡайттым. Ҡала хакимиәтендә эшләнем. 2004 йылда Сибайҙан Өфөгә күстем. Өфөнән Ҡырмыҫҡалы районына барып эләктем. Әле Өфөлә йәшәйем. Мине бөгөн йыш ҡына Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына иҡтисадсылар алдында лекция уҡырға саҡыралар. Кешеләрҙе "шайморатиктар" тип аталған иҡтисади тәжрибәм ҡыҙыҡһындыра. Фәндә күптән билдәле булһа ла, ғәмәлдә әллә ни билдәлелек яуламаған ошо эште Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов хужалығы нигеҙендә башлап ебәргәйнек. Тәжрибәлә беҙ кире процент иҫәпле аҡса (деньги с отрицательной процентной ставкой) ҡулландыҡ. Ошо темаға башкөллө сумыр алдынан йәшәйеш нигеҙен тәшкил иткән ҡайһы бер темалар тураһында һөйләшеп алайыҡ.

Халыҡҡа герой кәрәк

Кем ул герой? Ул - халыҡ менән иңгә-иң терәп алға барыусы, ауыл, ҡала, төбәк, ил мәнфәғәтен ҡайғыртыусы шәхес. Тимәк, власть эйәһе. Власть ниндәй булырға тейеш? Көслө һәм ихтыярлы. Халыҡ менән идара итергә теләһәгеҙ, көсөгөҙҙө һәм ихтыярығыҙҙы эшкә егә алаһығыҙ. Әммә ул юлды кәңәш итә икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Нисек кенә булғанда ла, халыҡҡа таянырға кәрәк. Ысын мәғәнәһендәге власть формулаһы биш кенә нигеҙҙән тора. Бына улар:
- Рухи байлыҡ матди байлыҡтан өҫтөнөрәк. Был йөрәгеңдә Аллаға һөйөү йөрөтөүҙе аңлата. Мөлкәт кешене ҡотҡармай, ә күңелдәге Алла ҡотҡара.
- Дөйөм ихтыяж шәхси ихтыяждан өҫтөнөрәк. Халыҡ ихтыяры бер кеше ихтыярынан мөһимерәк. Ошоно хәтерендә тотҡан лидерға халыҡ та ышана.
- Ғәҙеллек - закондан юғарыраҡ. Әхлаҡ - закондан өҫтөн. Бөгөнгө көн ысынбарлығынан сығып ҡулланғанда, беҙ кәмендә закондарҙың ғәҙел булыуын талап итергә тейешбеҙ. Әхлаҡ нимә? Ололарҙы ололау, ғаилә, дин ҡиммәттәре. - Хеҙмәт итеү эйә булыуҙан ҡиммәтерәк. Власты шәхси мәнфәғәтең өсөн түгел, ә халыҡҡа хеҙмәт итеү өсөн файҙаланалар. Халыҡ үҙенә хеҙмәт иткән кешегә генә власть бирә. Ялағайланмай, ә ысын мәғәнәһендә халыҡҡа хеҙмәт итеү кәрәк. Власть милектән мөһимерәк. Бай хакимдар һәр ваҡыт бәләгә тарый. Ошоно аңлау эсер һыу һымаҡ кәрәк. Милекте властан өҫтөнөрәк ҡуйған заман үҙенең һуңғы көндәрен кисерә. Беҙ бының тере шаһиттары.
Бөгөн милли идея кәрәк, тигән саҡырыуҙар, бәхәстәр йышайҙы. Идея түгел, хыял кәрәктер, тип уйланыла. Власть хыял берлегенән тыуа. Халыҡ менән бер киләсәк өсөн хыялланған лидер ғына иленә файҙа килтерә. Хыялдары халыҡтың хыялы менән тап килмәгән лидер - иленә ҡайғы ғына алып килә. Байығып, сит илгә күсеп китергә хыялланған кеше ысын лидер була алмай.
Либераль идараның төп хатаһы аҡса ярҙамында идара итеүҙә. Был юлдың ҡайҙа алып бара икәнлеген бөгөн үҙ күҙебеҙ менән күрәбеҙ. Аҡса менән идара итеү ришүәтселеккә, теҙгенде ҡулдан ысҡындырыуға килтерә.
Беҙ бөгөн, беҙгә яңы геройҙар кәрәк, тибеҙ. Геройҙар власты үҙ ҡулына алырлыҡ булырға тейеш. Хыялдың дәғүәселәре - закон менән аҡса. Миллион һум эшләп алыу хыялы - бик алдатҡыс, тоҙаҡлы юл. Үҙем шул тоҙаҡҡа эләккәнем булды. Эләктеңме - бар нәмәңде юғалттың, тигән һүҙ. 1991 йылда Советтар Союзы "һалҡын һуғыш"та тәүҙә мәҙәниәт өлкәһендә еңелде, унан килеп, иҡтисади еңелеүгә дусар булды. Шунан төрлө алдаҡ реформалар, милекте тартып алыуҙар башланып китте. Был күренеште халыҡ һис кенә лә тыныс ҡабул итә алманы, әлбиттә.

Артель һәм кооператив етештереү

Ҙурҙан ҡупҡанда, беҙҙә көнбайыштың ирекле баҙары бөтөнләй юҡ. Беҙҙә һөнәрселек, кәсепселек (промысловая экономика) иҡтисады өҫтөнлөк итә. Маҡсатты аҡса алыштыра, һәр кеше үҙ һөнәренән килем алырға тырыша. Быларҙан тыш, икенсе идара ысулы ла бар. Ул - "дөйөм эш шәхси милектән өҫтөнөрәк" тигән ҡағиҙәгә нигеҙләнгән "Етештереүҙең Азия ысулы" тип атала. Был да беҙгә хас. Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Сталин ваҡытында инновациялар күп булған. Ниндәй маҡсат алға ҡуйылған? Кешене йыһанға осороу маҡсаты. Йыһанды яулау хыялы кешеләрҙе илһамландырған. Күҙ алдына килтерәйек әле: 1945 йылда Советтар Союзы һуғыштан иң күп юғалтыуҙар кисереп килеп сыға. Һәм, 1945 йылдан алып, 16 йыл эсендә, СССР иҫ киткес тиҙ үҫеш алып, Гагаринды йыһанға осороуға өлгәшә. Был - меңәр йылдар буйы күрелмәгән хәл. Был алға китештең нигеҙ ташы ниҙән ғибәрәт инде? Иосиф Сталин режимында ҡулланыусы продукцияһының 40 проценты шәхси артель тип аталған предприятиеларҙа, беҙҙеңсә, кооперативтарҙа етештерелгән. Быны күптәр белмәй ҙә. СССР-ҙағы тәүге инновацион тауарҙар (телевизор, радиоалғыс, радиола), көнкүреш тауарҙарының күпселеге шәхси артелдәрҙә эшләп сығарылған.
Власҡа Хрущев килгәс, ул илдәге был артелдәрҙе дәүләт ҡарамағына күсереү тураһында указға ҡул ҡуя. Шулай итеп, заманса ҡорамалдар менән эшен йәйелдереп өлгөргән күп кенә артелдәр юҡҡа сыға. Артель йәки кооператив нимә ул? Ул - артып ҡалғанды бергә туплап, үҙеңә етмәгән тауар алыу ҡағиҙәһен күҙ уңында тотҡан бер маҡсатлы кешеләр берләшмәһе. Артелде артель иткән нәмә - уның идара үҙенсәлеге. Хәҙерге ойоштороу-хоҡуҡи формалар төрлө-төрлө: яуаплылығы сикләнгән асыҡ, ябыҡ йәмғиәттәр, акционерҙар йәмғиәттәре һәм башҡалар. Капиталистик формаларҙа капитал идара итә. Нимә ул капитал? Ул - аҡса. Йәғни, ойошмаға күпме аҡса һалаһың, һинең тауышың да - шул саҡлы. Ә икенсе бер иптәш аҡсаны күберәк һалһа, күпселек тауыш уныҡы буласаҡ. Был ғәҙелме? "Ҡалын" кеҫәле кеше менән аҡсаһыҙҙың кемеһе аҡыллыраҡ? Ҡырҡа ғына әйтеп булмай. Идара йәһәтенән кешенең аҡсаһы күп булыуы ғына әле уның аҡыллы булыуын гарантияламай. Кооператив ошо етешһеҙлекте төҙәтә лә инде. Кооператив идараһында тәү сиратта - кеше, унан һуң - капитал тора. Тауыш биреү ярҙамында хәл ителгәс, мәсьәләләр ҙә уңышлыраҡ йырып сығыла, уртаҡ фекерҙәр ҙә тиҙерәк табыла. Ни өсөн тигәндә, кооперативта маҡсат та, хыял да, киләсәк тә - бер. Ярай әле һуңғы төр бөгөн яңынан "уяна" башланы.
Донъя иҡтисады өс төргә бүленә. Был турала ла әллә ни һөйләп бармайҙар. Беренсеһе - шәхси сектор. Шәхси секторға транснациональ корпорацияларҙан алып, шәхси эшҡыуарҙарға тиклем - барыһы ла инә. Икенсеһе - дәүләт секторы. Унда хәрби заказдар, хәрби сәнәғәт - дәүләттең үҙенә генә ҡараған өлкә инә. Өсөнсөһө - кооператив сектор. Кооператив сектор ул - кешеләр төркөмдәренә ҡараған иҡтисади берлектәр.
Был секторҙар динамикала нисек үҫә? Шәхси секторҙың иҡтисад күләме йылына 1 процентҡа күбәйә, дәүләт милке - 1 проценттан да аҙыраҡ капитал йыя. Кооперативтар секторының иҡтисади күләме йылына 15 процентҡа арта. Шәпме? Шәп! Капитализм ҡояшы байыуға табан бара, уның артынса ижтимағи аң күтәрелә. Йәнә, Аллаға шөкөр - беҙҙең ҡотло илебеҙҙә ҡулланыусылар йәмғиәте тигән бик шәп хоҡуҡи форма йәшәп килә. Халыҡ-ара закондар был өлкәне бик ентекле күҙәтеү аҫтында тота. Был хатта БМО-ла ла яҙылған. Был - беҙҙең юл, тип әйтә биреп ҡуйғайным инде. Ни өсөн? Сөнки Рәсәй, атап әйткәндә, Башҡортостан ошо форманың бишеге ул. Кооперативтар беҙҙең ырыу бүленеше өҫтөнлөк алғанда уҡ барлыҡҡа килгән. 1831 йылда барлыҡҡа килгән беренсе артель "Ҙур артель" тип атала, уға декабристар нигеҙ һала. Уның уставы музейҙа әле лә һаҡлана. Был артель әле беҙ һанап үткән нигеҙҙәргә таяна. Бөгөн был хәрәкәтте Европа ла, Һиндостан да, Ҡытай ҙа күтәреп алды. Рәсәйҙә был әле яңы башланып ҡына тора. Беҙҙең быуын эште башлай ғына ала. Ә инде уны дауам итеү - үҫеп килеүсе йәштәребеҙ иңенә төшөр бурыс.

Кооперативтар өлгөһө

Донъяның иң бай кешеләре, халыҡ-ара тел менән әйткәндә, донъя элитаһы төйәкләнгән Швейцария һәр саҡ алтын урталыҡты һаҡлай. Унда 62 мең ағзаһы булған "Иҡтисади түңәрәк кооперативы" тип исемләнгән ойошма бар. Уның йыллыҡ тауар әйләнеше 1 миллиард 650 миллион доллар. Быны һумға әйләндерһәң, 70-кә ҡабатлаһаң, 115 миллиард һум килеп сыға. Швейцариялағы кооперативта ағза иҫәпләнгән 62 мең кеше өсөн 115 миллиард һумлыҡ тауар әйләнеше күпме килем килтерә икәнлеген күҙ алдына килтереүе ауыр түгел. Сағыштырыу өсөн: Күмертау ҡалаһында 61 мең кеше йәшәй. Әлеге 115 миллиардлыҡ тауар әйләнеше Күмертау предприятиеларында булһа, бай-бай ғәрәп илдәре ары торор ине. Йәнә бер миҫал. Испанияның төньяғындағы Басктар илендә "Мондрагон кооперативы" корпорацияһы 2008 йылғы көрсөктө бик еңел үткәрә. Шул уҡ ваҡытта Испанияның башҡа төбәктәре көрсөктән бөгөлөп төшә. "Мондрагон кооперативы" дөрөҫ юл һайлаған: уларҙың иҡтисады һатыу итеүгә генә нигеҙләнмәгән. Көрсөк етһә, һатыу иҡтисады емерелә лә төшә.
Тағы, бөгөн бик әүҙем ҡулланылышта йөрөгән термин менән аталған иҡтисад - импортты алмаштырыу ҙа бар. Ҡайһы бер сәйәсмәндәр уны поляк алмаһын Ирандан килтерелгәне менән алыштырыу тип кенә аңлай. Ысынында, уның мәғәнәһе башҡаса. Импортты алыштырыу - урындағы етештереүҙе әүҙемләштереү менән бәйле. Йәғни, бында ил эсендә етештерелгән тауарҙы халыҡ үҙе файҙалана, тигән һүҙ. Сит ил менән идара итеү өсөн уның ауыл хужалығын эшкә яраҡһыҙ итеү ҙә етә. Беҙ аҙыҡ-түлекте үҙебеҙ етештерергә өйрәнһәк, бер кемгә лә бойһонмай башлар инек. Шуның өсөн дә 1991 йылда тәүге туҡмаҡ ауыл хужалығы башына төштө. Ер - иҡтисадтың нигеҙ ташы. Иҡтисадҡа иң күп файҙа ауыл хужалығы тармағынан килә. Бер крәҫтиәндең хеҙмәте бүтән тармаҡтарҙан 15 кешене эш менән тәьмин итә. Ауыл хужалығына һалынған бер һум башҡа тармаҡтарға 2,64 һум файҙа килтерә. Бына был - импортты алыштырыу моделе. Уны йәмғиәттәр иҡтисады, тип тә атайҙар. Кешелек ҡапыл йәмғиәттәргә берләшеү юлына йөҙ борҙо.
Ябай ғына кооператив схема миҫалын әйтәйем әле. Кооперативтағы кешеләр менән бергәләп, 30-ар мең һум торған 10 "айфон"ды 28-әр меңгә алырға теләйһегеҙ икән, ти. Һатыусыға барып, был теләгегеҙе әйтһәгеҙ, ул риза булмаясаҡ. "Мин бит һалым түләйем", - тип әйтәсәк. Ә һеҙ уға: "Ә һин телефондарыңды ал да, беҙҙең кооперативҡа ин. Беҙ һинән тауарыңды һатып алырбыҙ, һин һалым түләмәй генә килем алырһың. Кооперативтар күпселек һалымдарҙан азат ителгән", - тиһәгеҙ, һатыусы ҡуш ҡуллап риза буласаҡ. Бына һиңә 28 меңгә 30 меңлек телефон!

Сараһыҙҙың көнөнән...

Аҡса, һүҙлектәрҙә күрһәтелгән мәғәнәһенән тыш, тағы бер мөһим һыҙатҡа эйә. Ул тауарҙы, эште хаҡы буйынса билдәләү ысулы ғына түгел, идара системаһы ла. Быны ла әллә ни һөйләп бармайҙар. Аҡса ул - идара итеү өсөн булдырылған абстракт нәмә. Элегерәк миңә бер кеше: "Рөстәм, һин матур һөйләйһең дә ул, ғәмәлдә, ошолай уҡ матур итеп эш эшләй алыр инеңме икән? Һөйләгәндә, бөтәбеҙ ҙә шәп, ә һин берәй нәмә килтереп сығарып ҡара", - тип әйтеп һалды. Был һүҙҙәр мине сығырымдан сығарҙы, әлбиттә. Һөҙөмтәлә, мин эшләгән берләшмәлә, илдә иҡтисади көрсөк барыуына ҡарамаҫтан, ике йыл эсендә: тауар әйләнеше - ун ике тапҡырға, етештереүсәнлек - 20 процентҡа, эш хаҡы - 28 процентҡа артты. Беҙ Артур Нурғәлиев менән халыҡта "шайморатиктар" тип исемләнгән идара итеү системаһын булдырҙыҡ.
"Шайморатиктар" аптырағандың көнөнән күрелгән сара булараҡ башланды. Оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында "оҙон" аҡса эшләгән Артур Нурғәлиев көндәрҙән бер көндө күңел ҡушыуы буйынса үҙенең туплаған байлығын Башҡортостандағы ауыл хужалығы тармағына һалырға ҡарар итә. Ул 150 миллион һумға фермаларҙы тулыһынса йүнәткән, мал-тыуар һатып алған һәм ер эшкәртеү эшенә тотонған. Аяҡҡа баҫтым ғына тигәндә, донъяны көрсөк быуа, түләй алмау касафаты беҙҙең геройыбыҙға ла килтереп тондора. Эшҡыуар хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләй алмай башлай, тегеләр прокуратураға мөрәжәғәт итә. Суд, билдәле, хеҙмәткәрҙәрҙе яҡлап сыға һәм суд приставтары эшҡыуарҙың иң тиҙ, иң еңел һатыла торған тауарын - мал-тыуарын тартып алып, һуйып, итен һатырға булып китә. Кем өсөндөр мал - ит сығанағы булһа, крәҫтиән өсөн ул - һөт бирә торған ҡорамал, станок бит инде. Булған ғына производство шулай "үлтерелә" яҙа. Шул көндәрҙә ул миңә, быға тиклем инвестиция механизмы буйынса кәңәш һораған танышына, мөрәжәғәт итте лә инде. Ул ваҡытта минең дә үҙ эшем "янып" өлгөргәйне.
Беҙ ауыл хужалығында касса айырмаһының шаҡтай икәнлеген 2006 йылда уҡ аңлағайныҡ. Яҙғыһын сәсеүгә төшһәң, көҙгә тиклем һин хеҙмәткәрҙәреңә эш хаҡына, яғыулыҡ-майлау материалдарына, запас частарға аҡса түгәһең дә түгәһең. Ахыр сиктә, көҙ еткәс, уңышты йыйып алғас, уны һата башлап ҡына бер аҙыраҡ килемгә эйә булаһың. Ул килемде лә бурыстарыңды ҡайтарыуға тотонаһың әле. Банкҡа процентты түләргә кәрәк. Шундай күңелһеҙ хәл бына. Ә көрсөк башланғас, банктар кредитты бөтөнләй бирмәҫ була. Һөҙөмтәлә, яҙғы сығымдарға ла аҡса ҡалмай, тау шикелле бурыс йыйыла.
Әлеге эшҡыуар менән эшләй башлағас, көндәлек сығымдарға аҡса булһын, тип, 2006 йылда беҙ Шайморатов ауылында һәм район үҙәге Ҡырмыҫҡалыла ике магазин төҙөп ултырттыҡ. Күпселек халыҡтың аҡсаһы булмаһа ла, бюджет урындарында эшләүселәрҙеке бар ине әле. Улар берәй нәмә һатып алырға кәрәкһә, Өфөгә юллана, үҙенә кәрәклеһен баш ҡала магазиндарынан алып ҡайта. Тимәк, аҡса Өфөгә китә. Беҙгә бына ошо кешеләрҙе үҙ магазиндарыбыҙға йөрөтә башларға кәрәк ине. "Әйҙә, уларға кәрәкле тауарҙарҙы үҙебеҙ һатып алып, һата башлайыҡ, "бюджет"тағылар Өфөгә бармаҫ, беҙҙән һатып алыр, беҙ ул һумдарҙы үҙ эшебеҙҙе үҫтереүҙә файҙаланырбыҙ", - тигән тәҡдимем эшҡыуар тарафынан хуплау тапты. Күпмелер ваҡыттан һуң: "Магазиндар табыш килтерәме?" - тип ҡыҙыҡһындым. Эшҡыуар: "Әйтеүе генә еңел, мин бит үҙ эшселәремә аҡса түләй алмайым, шуға, улар ҙа минең магазиндан кә-рәк-яраҡ ала алмай", - тип яуапланы. Шулай итеп, беҙ аҡса ролен үтәүсе тауар чектарын үҙебеҙ эшләп сығарып, тауарҙы һумға ла, әлеге тауар чектарына ла һатып алып була торған система булдырҙыҡ. Идеяны бергәләп барлыҡҡа килтерҙек, ә проектты мин эшләнем. Ошо урында аҡса системалары хаҡында әйтеп үтеү кәрәк.

Өс төрлө аҡса

Донъяла ниндәй генә исемле аҡса юҡ. Ысынында, аҡса ни бары өс төрлө. Тәүгеһе - беҙҙең зитыбыҙға тейгән, беҙҙе ыҙалатҡан, әхлаҡ нигеҙәренә бөтөнләй тура килмәгән - ыңғай процент иҫәпле аҡса. Ул аҡсаның дәүмәле ваҡыт үтеү менән үҫә бара. Нимәһе әһәмиәтле, дин процентҡа аҡса биреүҙе лә, кредит алыуҙы ла тыя. Ә беҙ, сараһыҙҙан, ошо системаны файҙаланып йәшәй бирәбеҙ. Башҡа барыр юлыбыҙ юҡ. Процентһыҙ, 0 процент иҫәплеһе - аҡсаның икенсе системаһы. Ул система борондан ҡалған, архаик система. Алтын һымаҡ, йылдар үтеү менән ҡиммәтен дә юғалтмай, әммә үҫеш моделе лә юҡ уның. Өсөнсө система - кире процент иҫәпле аҡса. Ул Боронғо Египетта уҡ файҙаланылған. Кешеләргә, расписка яҙҙырып, иген биргәндәр. Ә иген ваҡыт үтеү менән үҙҡиммәтен юғалта. Шулай итеп, был аҡсаның ҡиммәте лә түбәнәйә. Ваҡыт үтеү менән "ҡартая", хаҡы төшә торған аҡса - "кире процентлы" тип атала. Уны йыйып булмай. Тиҙ арала нимәлер һатып алыу отошло. Беҙ үҙебеҙҙең кире процент иҫәпле аҡса системаһын булдырҙыҡ, тигәйнем инде. Ул аҡсаны йыйып барыуҙы файҙаһыҙ иттек. 28 көндә ике процентҡа кәмей торған тауар талондары ине улар. Йәғни, кеҫәңдә 100 шартлы берәмек ята икән, тотонмаһаң, бер айҙан һуң ул 98 һум ҡала. Барыһы ла ирекле. Теләмәһәң, алма. Ҡасан һум килерен көт. Һум килһә, хеҙмәт хаҡын һумлата алырһың. Теләһәң - бөгөн үк ал. Беҙҙең өсөн кешеләрҙең аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары менән бәйле көндәлек мохтажлығынан арыныуы мөһим ине. Бер мәл, ышанаһығыҙмы, юҡмы, халыҡ геү килеп, "шайморатиктар" ярҙамында алыш-биреш итә башламаһынмы! Аҡса юҡлыҡтан баш осонда "эленеп" торған бурыс төйөндәре сиселде. Беҙҙең аҡса күҙ асып йомғансы "ҡул араһына инде": инәйҙәр юл буйҙарында ошо аҡсаға көнбағыш, һөт-май һатты, таксистар кеше ташыны. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең талон бөтөн Ҡырмыҫҡалы районы буйлап таралды.

"Шайморатиктар"ҙың яҙмышы

Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылындағы алдынғы хужалыҡ бөгөн дә уңышлы ғына эшләп килә. Беҙ барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләргә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Был ихласлығыбыҙ үҙ ваҡытында, беҙҙең менән хоҡуҡ органдары ҡыҙыҡһына башлағас, ярҙам да итте. Суд беҙгә "шайморатиктар"ҙы баҫтырып сығарырға рөхсәт итте. Әле беҙ уның электрон варианты өҫтөндә эшләйбеҙ. Тик бер генә уңайһыҙлыҡ бар - күп кеше әле электрон карталар менән эш итә белмәй. Әйткәндәй, халыҡ тарафынан ҡушылған "шайморатик" һүҙе лә символик мәғәнәгә эйә. Барыбыҙ ҙа беләбеҙ - ул Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов исеме менән аталған. Шайморатов - дәүләт тарафынан танылмаған, әммә халыҡ тарафынан танылған, ихтирам ителгән, йырҙарға ҡушып йырланған батыр. Икенсенән, һүҙҙең семантикаһына килгәндә, ул шаһи һәм морат һүҙҙәрен ҡушыу ярҙамында яһалған. Шаһи - төп, морат - хыял. "Төп хыял" тигән һүҙ. "Шайморатиктар"ҙы уңышлы файҙаланып, шуны аңланым: тормошҡа ашмаҫ хыялдар юҡ. Теләһәң, бөтөн донъяны яуларға була. Хыялың ғына булһын. Мин бер егетте беләм - уны һеҙ ҙә беләһегеҙ - бала сағынан үҙенә иң ҙур маҡсат ҡуйған: донъяны яуларға теләгән һәм хыялын тормошҡа ашырыу өҫтөндә арымай-талмай эшләп, 2014 йылда тиҙ йөрөшлө шашка буйынса донъя чемпионы булған. Айнур Шәйбәков тураһында әйтәм...

Шулай итеп...
Иҡтисад белгесе Рөстәм Дәүләтбаевтан беҙ шундай һабаҡ алдыҡ: аҡса юҡ, тип, бойоғорға кәрәкмәй. Беребеҙҙә - һәләт, икенсебеҙҙә - идара итеү мөмкинлектәре, өсөнсөбөҙҙә - аҡса бар. "Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй" тигәндәй, берләшеп, бер хыялға табан атлайыҡ! Уңышлы булыуҙың ябай ғына моделе был.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.16 | Ҡаралған: 1615

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru