«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАМЫРҘАРҘАН ҺУТ АЛЫП
+  - 


Башҡортостан быйыл мөһим һәм әһәмиәтле саралар үҙәгенә әүерелде тиһәк, һис яңылышмабыҙ. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки йыл "Данлы тарих - ғорур вариҫ" девизы аҫтында Башҡорт тарихы йылы булараҡ үтә. Шул айҡанлы, эпидемиологик хәл-торош бигүк тотороҡло һәм тыныс булмаһа ла, ошо арала ғына үткән башҡорттарҙың этногенезына арналған халыҡ-ара конференция һәм беренсе тапҡыр Тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы ла йылъяҙма битендә үҙ урынын алды.

Форумдың "Торатау" конгресс-холында - республиканың иң ҙур һәм абруйлы саралар майҙанында ойошторолоуы ла был сараның ни тиклем әһәмиәтле булыуына бер дәлил булып торҙо. Тарих фәндәре кандидаты, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Юлдаш Йосопов билдәләүенсә, тыуған яҡты өйрәнеүсе - ул архивтарҙа ултырып шәжәрәһен эшләүсе генә түгел, ә боронғо кейем-һалым менән ҡыҙыҡһынып, уны реконструкциялаусы, милли аш-һыуҙы тергеҙеүсе, милли уйындарға яңы һулыш биреүсе, хатта ҡала йәмәғәтселеге мөхитен формалаштырыусы ла, сөнки уларҙың барыһын да бер маҡсат - тыуған ергә һөйөү, уның тарихын өйрәнеүгә, тергеҙеүгә, һаҡлауға мөкиббән бирелгәнлек берләштерә. Сараға республиканың төрлө район-ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән тап шундай 200-гә яҡын кеше йыйылды ла инде.
Әйткәндәй, форумдың тәүге өлөшө былтыр декабрҙә үк онлайн-форматта үтә һәм эш унда ҡабул ителгән резолюцияға ярашлы алып барылып, ҙур форумды уның логик тамамланыуы тип тә әйтергә мөмкин. Крайҙы өйрәнеүселәргә ярҙам булараҡ төҙөлгән фәнни-методик әсбаптың исем туйы был һүҙҙәрҙең хаҡлылығын тағы бер тапҡыр раҫланы.
Бер яҡтан, тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумын башҡорт халҡының этногенезына арналған бер көн алда үткәрелгән конференцияның дауамы тип тә баһаларға мөмкин ине, сөнки был сара сиктәрендәге лекторийҙа абруйлы ғалимдар сығыш яһаны. Мәҫәлән, филология фәндәре докторы Юлия Норманская (Мәскәү) юғалыу хәүефе янаған телдәрҙе һаҡлау һәм уларҙы уҡытыу темаһын күтәрҙе һәм лингвистиканың теге йәки был халыҡтың ҡайҙан килеп сығыуы, уның кемдәр менән яҡын мөнәсәбәттә булыуы, тарихы нисек үҫешеүе тураһындағы һорауға бик йыш математик теүәллек менән яуап биргән гуманитар фән булыуын билдәләне. "Был ҙур халыҡтарға ғына ҡағылмай, ә быны айырым район, ауыл халҡы буйынса ла әйтергә мөмкин", - тине ул һәм Томскиҙағы тикшеренеүҙәр барышында бер-береһенән 100-200 километр алыҫлыҡта ятҡан ауылдар халҡының бер үк телдә һөйләшеүен асыҡлауҙары, әммә халыҡтың үҙҙәренең был хаҡта бер ни белмәүе тураһында һөйләп китте. "Метрика кенәгәләре буйынса бындай күсенеүҙәр 16-17-се быуаттарҙа теркәлгән, әммә беҙ шәжәрәләрҙең ни тиклем тәрән булыуын белмәйбеҙ һәм тап улар тел тамырҙарыбыҙ тураһында мәғлүмәт йөрөтә, ниндәй һөйләшкә яҡынлығыбыҙҙы асыҡлай", - тине Юлия Норманская һәм ЛингвоДок (Ligvodok.ispras.ru) платформаһында башҡорт теленең диалекттарын, һөйләштәрен асыҡлау буйынса алып барылған тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре менән таныштырып, йыйылыусыларҙы был эшкә әүҙем ҡушылырға саҡырҙы: "Боронғо һөйләштәрҙе һаҡлаған оло быуын кәмей бара, ә йәштәр бары тик әҙәби телдәрҙе генә белә. Быға тиклем экспедицияларҙа йыйылған яҙмалар заманса ҡорамалдарҙан тыш башҡарылған, белгестәр уларҙы нисек ишеткән - шулай транскрипциялап ҡалдырған. Хәҙер заманса ҡорамалдар, хатта һәр кем үҙенең телефонына ҡуйып алырлыҡ программалар бар. Улар тауышты юғары сифатта яҙҙыра һәм уны махсус лингвистик программаларҙа анализлап, теге йәки был һөйләшкә яҡын булыуын асыҡларға мөмкин", - тине ул һәм тәнәфес ваҡытында уҡ диалектта һөйләшеүселәрҙең телмәрен яҙҙырып та алды.
Билдәләнеүенсә, әлеге ваҡытта РФА-ның Тел ғилеме институты базаһында булдырылған ЛингвоДок платформаһы Рәсәй халыҡтары телдәрен яҙҙырып алыу өсөн рәсми рөхсәт нигеҙендә эшләй, шулай уҡ ғалимдар 2030 йылға тиклем тел өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр буйынса дәүләт программаһын әҙерләй. Ошо программаға ярашлы Рәсәй халыҡтары телдәрен яҙҙырып алыу буйынса проект әҙерләнгән һәм 15 октябрҙә ул барлыҡ тикшеренеү һөҙөмтәләре менән Рәсәй Президентына раҫлауға тәҡдим ителәсәк. "Беҙҙең 15 октябрҙән һуң республикаларға тәҡдим ителәсәк проект буйынса эште әле үк башлау мөмкинлеге бар, сөнки Башҡортостан төбәк булараҡ та, ғалим-филологтарҙың эшмәкәрлеге буйынса ла Рәсәйҙә иң алдынғыларҙың береһе. Бары тик ике республикала ғына: Башҡортостанда һәм Татарстанда күп миллионлы тел корпусы бар. Шуға күрә беҙгә заманса компьютер системалары биргән мөмкинлектәрҙе файҙаланып ҡалырға кәрәк. Әлеге ваҡытта ЛингвоДок платформаһында Рәсәйҙең 900 диалекты буйынса яҙмалар, аудиояҙмалар, архив яҙмалары бар. Беҙҙең менән илдең 300 лингвисы хеҙмәттәшлек итә, әммә беҙ һәр ауылға барып етергә теләйбеҙ, шуға ла һеҙҙең дә ярҙамығыҙ кәрәк", - тине Юлия Викторовна.
Әйткәндәй, Башҡортостан әлегә пилот төбәк булып тора һәм РФА Өфө ғилми-тикшеренеү федераль үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты башҡортса яҙмаларҙы руссаға тәржемә итеү һәм башҡорт теле өсөн парсер эшләү өсөн махсус программа булдырырға әҙер. Был иһә фәнни анализ нигеҙенә генә түгел, ә белем биреү платформаһы булдырыу нигеҙенә лә ятырға мөмкин. Хәҙерге ваҡытта донъяла белем биреү платформалары һәр ваҡыт шундай корпустар нигеҙендә булдырыла, сөнки яһалма интеллект һәм тулы анализ базаһы нигеҙендә объектив дәреслектәр төҙөү мөмкин. Бер диалект өсөн сифатлы уҡыу платформаһы булдырыуға яҙылған 500 сәғәтлек телмәр кәрәк. Шуға ла Юлия Норманскаяның йыйылыусыларға ғына түгел, республика Хөкүмәтенә лә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе осраҡлы булманы.
Башҡортостан халҡына бик тә таныш булған тарих фәндәре докторы, билдәле археолог Нияз Мәжитовтың коллегаһы һәм дуҫы Игорь Кызласов Юлия Викторовнаның сығышын дауам итеп, крайҙы өйрәнеүселәр өсөн генә түгел, ғөмүмән, әңгәмә ҡорғанда һәр кемгә мөһим булған ҡараш тураһында белдерҙе: "Профессоналдар тарафынан халыҡ ғилемен боҙоп күрһәтеү хәүефе бик ҙур. Әлбиттә, тикшеренеүсе һөйләүсене төҙәтергә, уның фекерен матурларға тырыша ала, әммә ул быны эшләмәҫкә тейеш, сөнки һөйләүсенең телмәр характеры, һөйләү ҡоролошо боҙола. Тикшеренеүсегә шулай уҡ һорауҙарҙы үҙ яйына борорға, һорауҙа уҡ яуап сағылған һорау бирергә ярамай. Юҡҡа ғына халыҡ мәҙәниәтен өйрәнгән ғалимдарға вузда 5 йыл буйы кеше менән нисек һөйләшергә өйрәтмәйҙәр, сөнки ошо хәүефте алдан күрәләр. Йыйылған яуаптар һәр саҡ һөнәрсене өйрәнсектән айырырға ярҙам итер. Кем менән генә һөйләшһәгеҙ ҙә, хатта сал сәсле тикшеренеүсегә лә, үҙен бер нәмә лә белмәгән ҡыҙыҡһыныусы бала итеп күҙалларға кәрәк, сөнки ул халыҡ аҡылына, бик күпте белгән кешегә мөрәжәғәт итә. Йәғни үҙегеҙҙең түгел, әңгәмәсегеҙҙең абруйын күтәрергә кәрәк. Әңгәмәне үҙегеҙ теләгән юҫыҡҡа төшөрмәгеҙ, сөнки яуап биреүсе һеҙҙе хөрмәт иткән өсөн генә лә һеҙҙең фекерҙе хупларға мөмкин. Шул осраҡта ғына һеҙ саф, сығанаҡ рәүешендә тупланған халыҡ аҡылын ишетә алаһығыҙ һәм хатта һөҙөмтә һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәгәндә лә уны һаҡларға кәрәк". Был фекер тыуған яҡты йәки һөйләштәрҙе, телде өйрәнеүселәр өсөн генә түгел, кеше менән эшләгән барлыҡ профессиялар өсөн дә мөһим, сөнки кәрәкле яуап түгел, ә хәҡиҡәт ҡәҙерлерәк.
Игорь Леонидовичтың артабанғы фекерҙәре лә файҙалы һәм әһәмиәтле булды: "Әйҙәгеҙ, "Крайҙы өйрәнеү" тигәнде "Ватанды өйрәнеү" тигән һүҙ менән алмаштырайыҡ һәм нимә менән шөғөлләнгәнебеҙ шунда уҡ аңлашылыр. Нисек тип кенә аталмаһын, крайҙы (тыуған яҡты) өйрәнеү менән халыҡ мәҙәниәтен өйрәнеү өлкәһе буйынса белгес булмаған кешеләр - уҡытыусылар, зыялылар шөғөлләнә. Элек тә шулай булған, әле лә шулай дауам итә. Был донъяла бөтөн нәмә күп төрлөлөк ҡанунына буйһона: үҫемлектәр ҙә, хайуандар ҙа, кешеләр ҙә, уларҙың мәҙәниәте лә. Әгәр донъя бер төрлө генә булһа, хакимиәткә, идара итеүселәргә еңел булыр ине, сөнки бер төрлө материал менән эш итеүе еңел. Әммә беҙ күп төрлө һәм ошо күп төрлөлөктө өйрәнеүҙе нисек тәрәнәйтергә һәм киңәйтергә, йәғни тыуған яғын өйрәнеүгә халыҡты күпләп йәлеп итергә кәрәк. Эйе, әлеге ваҡытта был хәрәкәткә күберәк ололар йәлеп ителгән, ә мин теләһә ниндәй халыҡтың, шул иҫәптән күп милләтле Башҡортостандың милли мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн урта мәктәптең мөмкинлектәренә иғтибар йүнәлткем килә.
Уйлап ҡараһаҡ, мәктәптәрҙә дәрестәрҙә һәм дәрестән тыш сараларҙа мәҙәни эшмәкәрлектә әҙер фәнни, популяр, художестволы әҙәбиәт ҡулланыла һәм был беҙҙе бер ни тиклем сикләй. Ә мин уҡыусылар менән берлектә үҙаллы, эҙләнеү, коллектив ижади эшкә иғтибар йүнәлткем килә. Был эште уҡытыусынан башҡа бер кем дә башҡара алмай. Халыҡтың көндәлек тормошонда уның мәҙәниәтенең төрлө өлкәләре сағылыш таба һәм һәр кем тәбиғи фәндәр өйрәнгән тәбиғәт ҡанундарын ҡуллана ала. Телмәр, һүрәт төшөрөү, тел ғилеме, философия һ.б. бер һүҙ менән дөйөмләштереп әйтергә мөмкин - көнкүреш. Халыҡ мәҙәниәтендә көнкүреш мәктәп курсының барлыҡ махсус дисциплиналарын үҙ эсенә ала, тормоштоң бар үҙенсәлектәрен аңларға ярҙам итә. Ә беҙ мәктәп программаһын, ошо үҙенсәлектәрҙе традицион мәҙәниәт аша күрһәтә алабыҙ, сөнки мәктәп программаһы милли нигеҙле була ала. Математика, физика, химия, биология, ғөмүмән, барлыҡ предметтарҙы ла үҙ яғыбыҙға борорға, мәктәп предметын милли, халыҡтың традицион йәшәйеше менән бәйләргә мөмкин. Шунһыҙ һәр дәреслек теләһә ниндәй халыҡ, уның тормошто танып белеүе, тәжрибәһе өсөн сит мәғлүмәтте индереүсе булып торасаҡ. Мәҫәлән, математиканы милли математика тип үҙгәртергә мөмкин. Башҡорт халҡының математикаһы ниндәй ул, уның иҫәбе нисек, уның иң бәләкәй һәм иң ҙур һанды белдергән сиге ниндәй? Ниндәй һан башҡорт иҫәбендә күп булыуҙы белдерә, оҙонлоҡ, дәүмәл, ауырлыҡ, тормош һәм башҡа процестар циклдары нисек билдәләнә? Мәктәп программаһындағы классик өлөш ошо белем менән тулыландырылырға тейеш. Башҡорт химияһы ниндәй? Физикаһы?"
Ошо урында саҡ ҡына форумдан сигенеп, бер аҙ уйланып алырға ла мөмкин. Ысынлап та, башҡорт милли математикаһы тигәндә, беҙ мәктәптә халҡыбыҙҙың борон ҡулланған үлсәү, һанау сараларын беләбеҙме? Мәҫәлән, бер иле, бер ҡарыш, бер терһәк тигәндә, ниндәй оҙонлоҡ берәмеге күҙалланған. Йәки башҡорт химияһы юҡ икән, атай-олатайҙарыбыҙ әсеү, ыҫлау, буяу, тимерҙе сүкеү өсөн ҡыҙҙырыу, балсыҡ яндырыу ысулдарын һәм был эштәрҙе атҡарыу өсөн ниндәй состав кәрәклеген ҡайҙан белгән? Уларҙың ер биләмәләре сиктәрен билдәләү һәм аныҡлау өсөн географик белем кәрәкмәгәнме ни? Йәғни йондоҙҙарға ҡарап юлды, ҡояшҡа ҡарап сәғәтте билдәләү... Игорь Леонидович белдереүенсә, үҙенең тыуған ерендә йәшәгән һәр кеше белем һәм мәғлүмәт алыуҙа үҙ мәҙәниәтен киң ҡуллана ала. Әйткәндәй, ҡасандыр Башҡортостан мәғариф системаһына индерелгән "Тормош һабаҡтары" дәрестәре тап ошо мәғлүмәтте үҙенә туплай түгелме? Эйе, әлеге ваҡытта был дәрестәр мәктәп программаһынан алынған, әммә федераль дәүләт стандарттары дәрестәрҙә төбәк компонентын ҡулланыуҙы тыймай бит. Тимәк, барлыҡ предметтарҙа ла "Тормош һабаҡтары" дәреслектәрендә тупланған белемде ҡулланырға, уны тағы ла тулыландырырға була.
Ҡасандыр тыуған яҡты өйрәнеүселәр ауылдаштары, таныш-белеше, зат-ырыуының телдән-телгә тапшырыла килгән хикәйәттәренә генә нигеҙләнгән булһа, һуңынан ул архив материалдарына, башҡа төрлө ғилми сығанаҡтарға таяна башлай. Бөгөн иһә крайҙы өйрәнеүҙең генетика ысулдарын файҙаланып үҫешеүенә аптырайһы түгел. Генеалог Владимир Волков генетика менән генеалогияның бәйләнеше һәм уны тикшереүҙең киләсәге тураһындағы сығышы менән Башҡортостан ғалимдарының тикшеренеүҙәрен яңы бейеклеккә күтәрҙе тиергә мөмкин, сөнки республика генетиктарының совет осоронда уҡ асыҡлаған асыштары бөгөн дә күп нәмәгә нигеҙ булып тора. "Беҙ барыбыҙ ҙа ДНК спирален беләбеҙ, һәм унда иң мөһиме - код, ДНК коды, - ти Владимир Геннадьевич. - Ул быуындан-быуынға тапшырыла килеп, 3-4 быуат үткәс кенә уның бер генә хәрефе үҙгәрә. Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ линияһы буйынса генетика беҙҙең, йәғни кешелектең бер ата-бабанан барлыҡҡа килеүен күрһәтә. Нәҫел ағасы яйлап бүленә һәм унда төрлө милләттәр, шул иҫәптән бер тармаҡта саф башҡорт төркөмдәре барлыҡҡа килә. Беҙ дөйөм ҡанбаба күрһәтелгән шәжәрәне тикшереп ҡараныҡ һәм генетика һөҙөмтәләре уның бер ир-ат линияһынан булыуын күрһәтте". Йәғни, кешелектең Әҙәм менән Һауанан барлыҡҡа килеүе тураһындағы теория йәшәй икән, тимәк, Тажетдин Ялсығол төҙөгән шәжәрә лә юҡтан бар булмаған. Хәйер, генетика һәм генеалогия темаһына бөгөн ҙур иғтибар бирелә һәм һуңғы ваҡытта уның хатта психология күҙлегенән дә өйрәнелә башлауы тураһында мәғлүмәттәр бар. Йәғни үҙенең тамырҙарын белмәгән кеше беҙҙең заманда ҡурҡыу тойғоһон нығыраҡ кисерә һәм үҙенең тәғәйенләнешен тапмай ҡаңғырыу ғына түгел, хатта үҙенең кем икәнен дә аңлай алмай. Ә шәжәрәле кеше - ул тамырлы ағас, ул тамырҙарынан һут ала, уның тотоп торған ере, барып морон төртөр бай нәҫел-нәсәбе бар...
Артабан тыуған яҡты өйрәнеүселәр эшен дүрт секцияға бүленеп дауам итте. Башҡортостан ауылдары тарихын өйрәнеү, генеалогик тикшеренеүҙәр һәм ырыуҙар хәрәкәте, республикала археология һәйкәлдәрен өйрәнеү һәм һаҡлау, уларҙы популярлаштырыу, крайҙы өйрәнеү эшен популярлаштырыуҙа музейҙар һәм китапханаларҙың роле буйынса сығыштар һәм улар нигеҙендә ҡабул ителгән тәҡдимдәр һуңынан дөйөмләштерелеп, сараның резолюцияһына индерелде.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.21 | Ҡаралған: 262

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru