«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТИМЕР ЮЛ ҺӨНӘРМӘНЕ
+  - 


Хеҙмәттәштәре араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанып, оҙаҡ йылдар дауамында һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап эшләй алған шәхестәр һәр ваҡыт һоҡландыра. Эше еңелдәрҙән һәм ябайҙарҙан булмаһа ла, тап бына шундай үҙ өҫтөнә алған яуаплылыҡты тулы кимәлдә тойоп йәшәгәндәрҙең береһе - өс тиҫтәнән ашыу йыл тимер юлсы булып хеҙмәт иткән Ибраһим Ғәфүр улы ДӘҮЛӘТБАЕВ менән булыр бөгөнгө әңгәмәбеҙ.

Тимер юлсы булырмын, тип уйламағанһығыҙҙыр ҙа әле йәш саҡта...

- Эйе, ысынлап та шулай. Тамырҙарым менән Ейәнсура районы Башҡорт Самаҙыһы ауылынанмын. Элек ауылдаштар, синыфташтарҙың күбеһе Өфөлә хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алды. Яҡшы өлгәшкән өсөн "Артек"ка ла барып, георграфияны бик яҡшы белгән кеше булараҡ, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, юғары уҡыу йортоноң география факультетына документтарымды тапшырғайным. Ләкин Дамир ағайым: "Эшләй башла, ситтән тороп уҡырһың әле", - тигәс, янғын һағына водитель булып урынлаштым. Ағайым аҙаҡ үҙе кәләш алды ла, ауылға ҡайтты ла китте. Мин бында торҙом да ҡалдым, сөнки янғын һүндереүҙә эшләй ҙә башламаҫ борон уҡ ятаҡтан урын бирҙеләр, йәштәрҙе күтәрмәләп торалар ине. Шулай итеп, уҡыуға ваҡыт тығыҙланды, эшкә ныҡлап ылығып кителде.
Аҙаҡ, өйләнгәс, кәләштең ағай-энеһе тимер юлына эшкә саҡырҙы. Хеҙмәт юлымды 1987 йылда 49-сы юл машинаһы станцияһында өсөнсө разрядлы монтажлаусы булып башланым. Аҙаҡ юл түшәүсе кранда стропальщик та булдым, ул саҡта Кропачево яҡтарынан Күмертау, Төйлөгәнгә ҡәҙәрем йөрөнөк. Тимер юлы буйлап Башҡортостанды арҡырыға-буйға иңләгән саҡтар күп булды, әммә йәшлек менән, дәрт-дарман көслөлөгө менән эштең ауырлығы ла һиҙелмәгән. Беҙ, ауыл малайҙары, атай-әсәйҙән хеҙмәт тәрбиәһе алып, эшкә бәләкәйҙән күнегеп үҫкән кешеләр бит инде. Ә тимер юлында коллектив һәйбәт булды.

Тимер юлсыһының эше миҙгеленә ҡарамай, һәр ваҡыт тышта. Икенсе эшкә күсергә теләк булманымы?

- Тиҫтә ярымдай йыл эшләгәс, бер тапҡыр ғына эш урынын алмаштырып ҡараным. "Синтезспирт" заводына урынлашҡайным да, эш хаҡы юғарыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, бер-ике көндән тимер юлына кире ҡайттым. Тик инде 49-сы юл машинаһы станцияһына түгел, ә Өфө тимер юлы дистанцияһына (ПЧ-17) килдем. Бында хәҙер 18 йылдан ашыу эшләйем: һалынған тимер юлдарҙы хеҙмәтләндерәбеҙ. Тимер юлдарының төҙөклөгөн көн дә даими ҡарап тороу, ваҡытында ремонтлау бик мөһим. Коллегаларым менән 5-се километраждан ун өсөнсөгә тиклем ике йүнәлештә лә киткән юлдарҙы - таҡ һәм йоп юлдар тибеҙ, хеҙмәтләндерәбеҙ, бынан тыш Черниковка-Көнсығыш станцияһы ла беҙҙең ҡарамаҡта. Ошо арауыҡта тегеләй-былай йөрөп, көнөнә 15-20 километр ара үтәһең һәм ямғыр, ҡар ҙа тип тормайһың - буш ваҡыт юҡ. Коллективыбыҙҙа 18-ләп егет, өс төркөмгә бүленеп эшләйбеҙ. Мин, ғәҙәттә, ике-өс егет менән Лощинная станцияһына табан йүнәләм, кемдер Черниковка-Көнсығыш станцияһының ике паркында эшләй. Быйыл йәй үтә эҫе килгәс, таңғы сәғәт биштән эш башлайбыҙ. Сөнки тимер юлын 25 градустан эҫерәк көндә бөтөнләй урынынан ҡуҙғатырға ярамай. Болт-фәлән бороп, төҙәткеләп йөрөүҙән тыш, кәрәк саҡта шпалдарҙы ла алыштырабыҙ, бесән дә сабабыҙ, яҙын юлға һыу китмәһен тип буйынан-буйына соҡор ҙа ҡаҙабыҙ, ҡыш мин ҡар йыйғыс машина менән етәкселек итәм.
Әйткәндәй, хәҙер ағас шпалдар юҡ тиерлек, улар тимер-бетон һәм 270 килограмм ауырлыҡта. Юлды алыштыра башлаһаң, ауырғараҡ тура килә инде, ләкин "Unimat" һәм "Duomatic" тигән махсус машиналар, мотовоз ярҙамында атҡарырға тырышабыҙ был миҙгелле эште. Дөрөҫөн әйткәндә, коллективта эшсе ҡулдар етерлек булғанда бер ниндәй ҙә ауырлыҡ һиҙелмәй, эшебеҙ гөрләп тора. Ләкин хәҙер йәштәр, нишләптер, тимер юлына ябай хеҙмәтсән булып килә һалып бармай шул, ҡыҙғанысҡа күрә. Бына миҫал өсөн генә әйтәм, элек Лощинная станцияһының үҙендә генә 29 кеше эшләй ине, хәҙер ике станцияға 18-19 кеше ҡалдыҡ.
Ә бит беҙҙә башҡа өлкәләрҙәге кеүек ҡыҫҡартыуҙар булманы, эш хаҡтарын да түбәнәйтмәнеләр, бик күп төрлө хеҙмәт шарттары ла булдырылған. Йәштәр хәҙер ауыр эштән ҡурҡа, еңел аҡса табырға ынтыла, тиер инең, шул уҡ Себерҙә лә аҡса эшләүе ябайҙарҙан түгел инде. Бына быйыл да үҙемдең Ейәнсура егеттәренән бригада төҙөп алайым тигәйнем, булманы. Саҡ ҡына эшләйҙәр ҙә, икенсе урынға күсә лә китәләр. Шулай ҙа уңайы сыҡҡанда йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашырға, уларҙы тимер юлына эшкә ылыҡтырырға тырышып торам. Бригадир ҙа, мастер булып та килгәндәре бар, әрләмәй-нитмәй генә эш айышына төшөнөргә ярҙам итеп, күтәрмәләп ебәрәм үҙҙәрен. Үҙем дә бригадир булып эшләп ҡараным, шунан кире баш тарттым. Ошо иң юғары 6-сы разрядлы монтажлаусы булыу ҙа еткән, тинем.

Һеҙҙең эштә иң төп сифат ниндәй?

- Егеттәргә һәр ваҡыт уяу булығыҙ, алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөгөҙ, тип өйрәтәм. Тимер юлы хәүефле урын, уға ныҡ яҡын барырға ла ярамай: кеше поезд үткәндә унда оҙағыраҡ баҫып торһа, нисектер, арбап, үҙенең аҫтына тарта ла ҡуя ул. Юҡҡа ғына хәүефһеҙлек техникаһы буйынса ла 2 метрҙан да яҡын торорға ярамай. Иғтибарлы булыуың үҙең өсөн дә, хеҙмәттәштәреңдең ғүмер именлеге өсөн дә бик әһәмиәтле сифат. Мәҫәлән, беҙҙең төркөмдә һәр ваҡыт берәү сигналсы - ул башҡалар тимер юлында эш башҡарған арала ике яҡты ла яҡшы күҙәтеп торорға, поезд килеүен хәбәр итеп, эште туҡтатырға бурыслы. Шулай, тимер юлының торошон күҙәтеп йөрөгән һәр эшсенең иңенә оло яуаплылыҡ та һалынған, бер яңылышлыҡ булһа, бөтәбеҙ ҙә яуап бирергә тейешбеҙ. Сөнки быға меңәрләгән кеше ғүмере, тонна-тонна тауар теүәллеге бәйле. Мин инде бер ваҡытта ла эштән баш тартып торманым: сәғәт төнгө өс булһынмы, ҡар-ямғыр яуһынмы, эшкә сыға ла китә торғайным. Әле лә бер ҙә мах биргән юҡ, маҡтаулы ҡағыҙҙар, рәхмәт хаттары, почет грамоталары алып, "Почет таҡтаһы"нан төшмәй дәртләнеп эшләп йөрөйөм. Яҡшы хеҙмәтем өсөн "Тимер юл транспортында һөнәре буйынса иң яҡшыһы" званиеһы бирҙеләр. Тырыштарҙы күреп, күтәрмәләп торалар, шөкөр. Фиҙаҡәрлектән тыш, үҙ эшеңдең айышына төшөнөп башҡарыу ҙа мөһим. Ә борорға ҡушһа, борам, ҡушмаһа, теймәйем, тип кенә йөрөгән егеттәр тимер юлсы булып эшләй алмай.

Өс тиҫтәнән ашыу йылда ниндәй үҙгәрештәр булды?

- Төрлө үҙгәрештәр булып тора инде ул. Элек 49-сы юл машинаһы станцияһында эшләгәндә эшкә электричка йөрөттө, халыҡ туп-тулы булыр ине. Хәҙер кеше шәхси транспортҡа күсеп бөттө, тиерлек. Хеҙмәт һаҡлау буйынса уполномоченный булғас, хеҙмәткәрҙәрҙең шәхси һаҡланыу сараларына ла ҙур һәм етди иғтибар бүленә, тип әйтә алам. Тимер юлдары ла таҙара, элек мазут күп була торғайны. Етәксебеҙ беҙгә модуль төҙөтөп, матур фонтан ҡуйҙырып ебәрҙе һәм барлыҡ уңайлыҡтары булған урында эшләйбеҙ. Һәр кемдең эшкә килергә күңеле төшөп торһон тип, гөлдәр ҙә үҫтерәм унда. Һуңғы йылдарҙа тимер юлда тауар, пассажир ташыу кәмене тиһәләр ҙә, был артыҡ һиҙелмәне, шул уҡ тиерлек көсөргәнештә эшләйбеҙ.

Ә шулай ҙа нимә борсоуға һала?

- Шул эшсе ҡулдар етмәүе инде. Ҡайһы саҡта: "Эх, егеттәр булһа, тиҙ генә ослар инек был эште", - тип әсенеп ҡуяһың. Халыҡ тимер юлында эшләүҙе, элекке кеүек, бик юғары баһалаһа ла, йәштәр араһында, әйтеүемсә, ҡара көс түгергә теләүселәр һирәк. Мин уларҙың ҡайһы берҙәрен аңлап та етмәйем ул хәҙер. Һәр береһендә кеҫә телефоны, 5 минутҡа туҡтаһалар ҙа шуны ҡулына ала һалып, ҡарай-уйнай һалып ебәрәләр. Ҡайһы саҡта түҙмәй, "Ял итегеҙ, исмаһам", тип әйтеп ысҡындырам үҙҙәренә. Берәүҙәренең ялы - тәмәке көйрәтеү. Был эште лә өнәп етмәйем: үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа тәмәке тартып ҡарағаным булманы. "Нимәгә ул һеҙгә?" - тиһәң, "Әллә, ылыҡтыра бит", - тип яуаплайҙар. Ошондай осраҡта тәрбиәләп тә алаһың инде ипләп кенә. Оҙаҡ йылдар эшләгәс, артымда лайыҡлы алмаш ҡалыуын да күргем килә. Элегерәк эшкә, коллективҡа өйрәнеп китергә ярҙам иткән егеттәр менән күрешһәк: "Ана, беҙҙең уҡытыусыбыҙ килә", - тип һәр ваҡыт хөрмәтләп иҫәнләшеп, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп торалар былай. Үҙемдең урынға ҡалдырам, разряд алырһың, тип торам әле лә, тик аныҡ ҡына береһенең дә ынтылышын һиҙмәйем.

Тимер юлында эшләгән йылдарҙа ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәлдәр булдымы?

- Булғыланы, юҡ тип әйтә алмайым. Әммә барыһы ла тиерлек, үҙем өсөн дә, хеҙмәттәштәрем өсөн дә, яҡшы тамамланып торҙо. Зөйәк - Айғыр араһында тимер юлын яңыртҡанда, мәҫәлән, бик ҡатмарлы булғайны эшебеҙ. Юл ҡапыл борола, техника рельстан шылып төшөп китмәүен дә контролдә тоторға кәрәк, башҡаһын да. Бер заман Лощинная станцияһында тимер юлы аҫтынан газ торбаһы һуҙыр өсөн соҡор ҡаҙа инеләр. Ял көнө ине, мин дежурҙа һәм үҙемә тәғәйен участкаларҙы күҙҙән үткәреп йөрөйөм. Етәкселәре менән газовиктарҙың эшен күҙәтеп торһаҡ, бер мәл былар ҡаҙған тапҡырҙан тимер юлы аҫтынан ер убылып төштө лә китте. Тиҙ арала ике йүнәлештә лә шунт ҡуйып, ул саҡта баш инженер Савельевҡа шылтыраттым. Шулай ваҡытында поездарҙы туҡтатыуым өсөн ҡул ҡыҫып маҡтаны аҙаҡ. Эштә үҙеңдең кәрәкле булыуыңды тойоуҙан да мөһиме юҡтыр хеҙмәт кешеһенә.

Тимер юлы эшсәндәренең хеҙмәт баҫҡысынан юғары күтәрелеү өсөн ниндәй мөмкинлектәре бар? Белемеңде ҡайҙа камиллаштырырға була? Ғөмүмән, хеҙмәткәрҙәр өсөн ниндәйҙер ташламалы шарттар бармы?

- Элек эшкә 2-се разряд менән алманылар, 3-сө разряд монтажлаусы булып эшкә төшкәйнем 49-сы юл машинаһы станцияһына. Тора-бара 4-се разряд алдым, был юл һалыу кранында иң юғарыһы иҫәпләнә. Ә Өфө тимер юлы дистанцияһына килгәс, үҙҙәре йүнәлтмә биреп, Өфө тимер юл транспорты техникумында уҡытып алдылар.
Ә инде хеҙмәткәрҙәрҙең ташламаларына килгәндә, бында өҫтөнлөктәр күп: Рәсәйҙең теләһә ниндәй төбәгенә йылына бер тапҡыр барып ҡайтыу өсөн бушлай билет, ике йүнәлештә лә 150 километр алыҫлыҡҡа электричкала бушлай йөрөү хоҡуғы бирелә. Йәш белгестәрҙе бөтә яҡлап күтәрмәләп торалар, профсоюз йүнәлеше буйынса курорт-шифаханаларға, реабилитация үҙәктәренә юлламалар һ.б алырға була. Мин дә үҙебеҙҙең профсоюз комитетында торам һәм әле бына һаулыҡтарын нығытып ҡайтһындар тип, 14 көнлөк ялға исемлек йыябыҙ. Эш хаҡын даими күтәреп торалар, һуңғы тапҡыр быйыл 1 июндән арттырҙылар.
Бер танышым яңыраҡ: "Шулай йәп-йәшһең, әлүктән нисек пенсиялаһың?" - тип аптырағайны. Ҡатыным: "Иртән тороп сығып киткәндән тышта, саф һауала ғына йөрөгәнгә инде", - тип фәстереп ебәрҙе. Ысынында иһә, пенсия йәше беҙҙә күтәрелмәне, элеккесә ир-егеттәр 55 йәштән, ҡатын-ҡыҙҙар 50 йәштән хаҡлы ялға сыға. Хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә ылыҡтырыуға йүнәлтелгән программаларҙы һанай китһәң, байтаҡ инде ул.

Эшкә башкөллө сумған ир-егет ниндәй ғаилә башлығы?

- Шөкөр, ғаиләнән дә уңдым. Ҡатыным Ләлә Саях ҡыҙы менән тормош ҡороуыбыҙға быйыл ноябрь айында 35 йыл туласаҡ. Ул да 15 йыл тимер юл үткәүелендә эшләне. Ике ул үҫтерҙек, береһен башлы-күҙле иттек, бәхетле олатай-өләсәйбеҙ. Өлкән улыбыҙ Росгвардияла, кесеһе Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә эшләй. Шулай ҙа мин эш буйынса командировкаларға йышыраҡ йөрөгәс, малайҙарҙың тәрбиәһе күберәк ҡатыным иңенә төштө. Үҙем уҫал атай тәрбиәһен үткәс, малайҙарыма ҡаты булманым һәм ваҡыт барҙа гел артымдан йөрөтөп, эшкә күнектереп үҫтерҙем. Ҡатыным эшемде аңлап тора, ҡайтҡанда һәр ваҡыт өҫтәлдә йылы аш, эшкә ҡасан саҡырһалар ҙа һуҡранғанын ишеткәнем юҡ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ибраһим Ғәфүр улы менән әңгәмәләшкәндә уның эшсәнлеген генә түгел, ә бөтәһенә лә хөрмәтле мөнәсәбәттә булған баҫалҡы холоҡло булыуын да аңғарҙым. Тап бына шундай тыныс ҡына үҙ иңендәге бурыстарҙы үтәп йөрөгән эшсәндәр ҡулы менән биҙәлә бит был тормош! Ошо хаҡта йәмғиәтебеҙҙәге һәр кем белһен һәм аңлаһын ине. Ә беҙ эше менән үҙенә лә, иленә лә ҡот ҡундырып йәшәгән барлыҡ тимер юл хеҙмәтсәндәрен һөнәри байрамдары - "Тимер юлсы көнө" менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.08.21 | Ҡаралған: 300

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru