«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘРӘКӘЛӘШЕҮҘӘР ҺӘМ УЙЫНЛЫ-ЫСЫНЛЫ ҺӨЙЛӘШЕҮҘӘР НАСАРМЫ?
+  - 


Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм фәҡәт кеше көлдөрөү маҡсатында тормошта булмаған теләһә нимәләрҙе уйлап сығарып һөйләүҙе тыйған. Шуға күрә лә, донъя йөҙөндә киң таралған һәр төрлө анекдоттарҙы һөйләп йә маймыл һымаҡ ҡыланып, әҙәм балаһын гел генә көлдөрөп йөрөүҙән тыйылыу кәрәктер ул. Быны, бар юмор ҙа ҡәтғи тыйылған икән, тип аңлау ярамай, әлбиттә. Иманыңа зыян килтермәй, әхлаҡи нормаларҙан сыҡмай, урынын һәм ваҡытын белеп кенә ҡулланғанда, уйынлы-көлкөлө һүҙҙәрҙең зыяны юҡ. Бына шул хаҡта бөгөн һүҙем.

Берәй кешегә бәғзе ваҡыт, ниҙер хаҡында тураһын әйтмәй, йәтеш кенә итеп, һүҙеңде уратып алып барып еткереү зарурлығы була. Бер мәл мәктәптә уҡыған сағымда синыфташтар менән ҡырға сығырға тура килгәйне. Сәхрәлә сәй ҡайнатып эсергә лә ниәтләп, үҙебеҙ менән бер аҙ аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба ла алдыҡ. Сәй эскән мәлдә ҡайһы бер малайҙар сәйнүкте "ҡомған" тип атай башлағас, физика уҡытыусыһы Кинйәғол ағай хәйләле генә йылмайып: "Сәйнүк була ул, егеттәр. Ә ҡомғандың функцияһы - башҡараҡ…" - тип кенә төҙәтеп ебәреүе беҙҙең өсөн мәҙәк булып тойолғайны. Бына шундай уйынлы-ысынлы, артыҡ шаштырылмаған, күңелле лә тип әйтәйек, уратып һөйләшеүҙәр, нимәгәлер ишаралау, хатта бәғзе ваҡыт төрттөрөү (урыҫса - намекать, подкалывать) тигән ғөрөф-ғәҙәт халҡыбыҙҙа борон-борондан булған. Бихисап донъя мәшәҡәттәренә генә сумып, миләттәштәребеҙ һәр саҡ артыҡ етди ҡиәфәттә генә йөрөгән, тип уйлаһаҡ, әлбиттә, яңылышасаҡбыҙ. Сама белеп, бәғзе мәлдәрҙә еңелсә юмор менән дә булышҡылап алған беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ. Йыш ҡына башҡа яҡтарҙан килен әйттереп йә уларға ҡыҙ биргән ҡоҙалар араһында уйынлы-ысынлы төрттөрөүҙәр хатта ҡыҙыҡ, гүзәл йолаға ла әүерелеп киткеләгән. Халҡыбыҙҙың шаян таҡмаҡтарында ла бының сағылышын күрәбеҙ. "Ҡамыр баҫҡан ҡоҙағыйҙың ҡулы йәбешә микән?.. Һеҙҙең яҡтың йыуасаһы майһыҙ ҙа бешә икән!.." Шундайыраҡ итеп мәрәкәләшеүҙәрҙе лә адекват ҡабул иткәндәр: "Бейе ҡоҙа, бейе ҡоҙа, бейе, һиңә - бер тауыҡ! Ул да булһа - һауын тыуыҡ: һөтөн эсерһең һауып…" Үпкәләшеү тигән нәмәләр булмаған да тиерлек. Бик һирәк кенә осраҡтарҙан тыш (шаярыуҙы аңламаған кеше лә була бит). Беҙҙең яҡта туйҙа "һыу һатып алыу" тигән йола бар. Тәүге көн ҡыҙ яғы үҙ йортонда ҡоҙаларҙы, йәғни, кейәүҙең туғандарын һыйлай, ә иртәгеһен, шул уҡ йортта, егет яғынан килгән ҡоҙалар ҡыҙҙың туғандарына хөрмәт күрһәтә башлай. Тик башта (иртәнсәк) ситтән килгән ҡоҙалар был ауылдың ҡоҙоғоноң һыуын "һатып алырға" тейеш. Берәй шаяныраҡ ҡоҙа йә ҡоҙаса, ҡулына "касса" тип яҙылған һауыт тотоп, һыу юлына арҡыры төшөп, ҡоҙаларҙы үткәрмәй һаҡта тора. Һыуға барыусылар әлеге "касса"ға күпмелер аҡса һалмайынса, үтеп китә алмай. Урам буйында уйын-көлкө менән күңелле генә итеп һатыулаша-һатыулаша, тинлек-һумлыҡтар төшөрә торғас, һауытта уба-туба аҡса ла йыйылып китә (был аҡса, әлбиттә, һуңынан, тантаналы рәүештә, йәштәргә тапшырыла).
Беҙҙең бер танышыбыҙҙың туйында: "Ул что за һыу һатып бирә торған ғәҙәт ул!.." - тип, башҡа райондан килгән төп ҡоҙа (кейәүҙең атаһы) бер мәл асыуланып та киткән. Әммә был ҡоҙа кешенең ана шундай ҡылығы башҡалар өсөн мәҙәк тойолоп, хатта туйға йәм дә өҫтәп ебәргән, имеш. Юмор аңламаған кеше, ситтән ҡарағанда, үҙе бер "көлкө объекты" ла булып китә… Әлбиттә, туйға килгәндәр ҡоҙаларын тик төрттөргөләп кенә ултырғандар, тип уйлау ҙа ярамай. "Майһыҙ ҡалаҡ ауыҙҙы йырта", тигән әйтем дә йөрөй бит әле. Бер-береңде маҡтап, хуплап ебәреү йолаһы ла, һис һүҙһеҙ, башҡорт туйын оҙата барған. "…Беҙҙең ҡоҙа хәлле икән, йыуасаһы баллы икән. Ышанмаһаң ашап ҡара, шәкәрҙән дә тәмле икән…" Мәрәкәләшеү, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ғына түгел, ә дуҫ-иштәр араһында ла була торғайны. Элегерәк, мин студент саҡта, медицина институтының дөйөм ятағында бер нисә райондан йыйылған башҡорт егеттәре бергә йәшәнек. Ифрат та шаян булған был егеттәрҙе, әйтерһең, ошо бүлмәгә һайлап алып килеп урынлаштырғандар! Барыһы ла саф башҡортса һөйләшкән шул ауыл малайҙарының бер-береһен йыш ҡына мәрәкәләшкәндәрен иҫләйем. Айырыуса, Ишембай районынан булған Сөләймән исемле егеттең теленә эләктеңме - эш харап! Бер заман, баштан үткән һәр төрлө мәҙәк хәлдәр хаҡында һөйләшеп ултырғанда, Баймаҡ яғынан килгән бер малай үҙе менән ҡышҡы каникулда ауылында булған ошо ваҡиғаны һөйләгәйне. Буш ваҡытында һунарға йөрөргә яратҡан был егет, аҡ медицина халатын кейеп (камуфляжланып), ҡуян патрондары менән яһалған ҡушкөбәген алып, саңғы таҡҡан да, төштән һуң ҡырға сыҡҡан. Байтаҡ ҡына йөрөүенә ҡарамаҫтан, бер йәнлек тә осрата алмаған. Ҡышҡы көн унһыҙ ҙа бик ҡыҫҡа бит инде: ҡараңғы ла төшә башлаған. Инде ҡайтыу яғына юлланған Юныс (исемдәрҙе үҙгәртмәнем), алыҫтараҡ, урман ситендә хәрәкәт итеп барған бер нөктәне күреп ҡалған. "Әһә!" Арҡаһына аҫып ҡуйған мылтығын алып, әлеге нөктәгә ҡарай атып та ебәргән. Шунда уҡ теге яҡтан да атыу тауышын ишетеп, Юнысыбыҙ йән-фарман ауылға табан елдергән. Һунарҙан асығып ҡайтҡан егет, кейемен һалып, киске аш ашарға ултырғас, уның бер туған еҙнәһе лә ҡырҙан ҡайтып ингән, үҙе кемдеңдер әле генә уға мылтыҡтан атыуы хаҡында һөйләнә, ти… Уңайы тура килгән һайын, әлеге Сөләймән төрттөргөләп, Юныс иптәштең "күҙен дә астырмай" торғайны. Үҙе шул хәлде: "…Юныстың еҙнәһе, фуфайкаһына һырыған дробтарҙы сүпләй-сүпләй, өйгә килеп ингән", - тип, бер аҙ арттырыбыраҡ һөйләп тә ала. "…Һинең менән бер бүлмәлә йәшәү ҙә ҡурҡыныс, Юныс. Һин бит бер туған еҙнәңде мылтыҡтан атҡан кеше…" "Нишләп кенә был хәлде егеттәргә һөйләнем икән", тигән көнгә төшкән Юнысыбыҙ "Һай, ауыҙыңа… май булғыры", тип, үҙе лә беҙгә ҡушылып көлөргә мәжбүр була ине. Ә Бөрйән районынан булған Рифҡәт исемле егет "апам" тип берәй хәбәр һөйләй башлаһа, әлеге Сөләймән: "Һин, Рифҡәт, асыҡлап ҡына әйтеп һөйлә, ҡыҙ апаңмы, әллә малай апаң хаҡында һүҙ барамы?" - тип ҡыҫтыра һалып та ебәрер ине. Бәғзе ваҡыт райондарыбыҙҙағы һөйләшеү диалекттары ла ана шулай шаяртыуҙарға сәбәп була икән ул. Мәрәкә төрлө һөнәр кешеләре араһында ла булғылай. Сибай ҡалаһында атом һыу аҫты кәмәһендә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән бер мичман йәшәй (барыбыҙға ла билдәле булған "Курск" подлодкаһында ла хеҙмәт итеп киткән ул). Хәҙерге көндә - хәрби пенсионер. Һүҙгә йор ғына булған үҙебеҙҙең "ҡара башҡорт". Үҙем дә, отставкалағы хәрби табип булараҡ, уның менән яҡшы танышмын. Осрашһаҡ, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Әлеге әйтмешләй, бер аҙ "тел сарлашып" алырға ла ярата танышым. Беҙҙең һымаҡ материкта хеҙмәт иткәндәрҙе тәнҡитләргә әүәҫ, хатта уларҙы "тыловая крыса", тип шаяртырға ла тартынмай был иптәш: "…Һин егерме биш йыл буйы аҡ халат ҡына кейеп, тылда - госпиталдә йәш медсестралар янында ғына йөрөгәнһең. Ел-ямғырға ла теймәгәнһең бит. Беләм инде мин һеҙҙе. Хеҙмәт иттем, тип йөрөгән булаһың… Нишләп миҙалдарың аҙ?.."
Был моряктың миҙалдары, әлбиттә, минекенә ҡарағанда күберәк. Уның хеҙмәт юлы ла еңелдән булмағанын тойомлайым, шулай ҙа бирешергә иҫәп юҡ: "Сирек быуат диңгеҙ төбөнән башҡа нимә күрҙең һин? "Ил һаҡлайым" тигән һылтау менән, яртышар йылға еңгәйҙе өйҙә яңғыҙын ҡалдырып, шамбы һымаҡ һыу төбөндә ятҡанһың… Ә хәҙер, инде олоғайған көнөңдә, "йәш медсестралар", тип ҡыҙҙар иҫләй башланыңмы? Еңгәмә ошаҡлайым, бына күреп тор! Әйткәндәй, нишләп әле урамға еңгәмде ҡултыҡлап сыҡмай, әпәт яңғыҙың китеп бараһың? Флоттағы ғәҙәтеңде ҡуй!" "Был яҙыусы халҡынан алыҫыраҡ йөрөүең хәйерлерәк", - тип ҡул һелтәп китеү яғын ҡарай. Ә үҙе киләһе осрашыуға миңә тағы берәй "боросло" һүҙ әҙерләп ҡуйған була…
Күп милләтле әрме сафында хеҙмәт иткән саҡта төртмә телле офицерҙар ҙа осрай торғайны. Бер-береңә ҡарата мөнәсәбәтеңде боҙмай ғына, милләт-ара һүҙ көрәштереүҙәр ҙә ҡыҙыҡ икән ул. Оҙайлы хеҙмәт дәүерендә, яҡташ һалдаттарҙы ҡурсалап, йыш ҡына казармаларға барып, уларҙы яҡлашып йөрөгәнем хаҡында хеҙмәттәштәрем - офицерҙар ҙа хәбәрҙар булғандыр инде. Башҡаларға ла шулай уҡ яҡшы мөнәсәбәттә булыуыма ҡарамаҫтан, йыш ҡына үҙемдең милләттәштәремде госпиталгә һалып дауалауымды күреп кенә баралар ине. Айырыуса, Ефремов фамилиялы сөм-ҡара сәсле, ҡара күҙле бер подполковник. Һөнәре буйынса анестезиолог ине ул. Йыш ҡына уның менән бер-беребеҙҙе мәрәкәләшеп ала торғайныҡ. Ул мине, башлыса, әлеге милләтселектә "тота". Һөйләшеүгә ифрат ипле, мәҙәниәтле булған был доктор, хәйләле йылмайып (һәр саҡ "һеҙ" тип мөрәжәғәт итә торғайны): "Халил Тухватович, почему-то в вашем отделении всегда лежат одни "башкурт малаи", - тигән һүҙҙәр ташлай. Мин дә бирешергә теләмәйем: "Потому что я сам башкорт малай. Мин бит, һеҙҙән айырмалы, үҙемдең милләтемде йәшерергә тырышмайым…" Доктор һағайып ҡала. Ә мин артабан һөжүмгә күсәм: "Дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, Сергей Николаевич, һеҙ үҙегеҙ ниндәй милләттән һүң?" "Урыҫ." "Ә нишләп сәсегеҙ, күҙҙәрегеҙ ҡап-ҡара һуң? Урыҫтар улай булмай бит. Фамилияғыҙҙы, әйтәйек, "Ефреман"ға үҙгәртһәгеҙ, килешлерәк булыр ине. Милләтеңде йәшереү килешмәгән эш…" Бының менән генә эш бөтмәй, уңайын тура килтереп, тағы берәй нәмәлә "тоторға" әҙер генә йөрөй был. Урыҫта "На ловца и зверь бежит", тигән әйтем дә бар бит. Бер көн әлеге иптәшкә сираттағы "уңыш йылмайҙы". Мин эшләгән бүлектә башҡалар менән бергә Русских тигән фамилиялы бер һалдат та ята ине. Инде яраһы йүнәлеп килгән был егетте госпиталдән сығарыр ваҡыт та еткән. Иртәнсәкке "пятиминуткала" шәфҡәт туташына "Русских перевяжи и отпусти в казарму, остальных я сам лично должен посмотреть", тигән күрһәтмәмде ишетеп ҡалмаһынмы әлеге төртмә телле доктор. Минең "Русских перевяжи" тип әйтмәҫемде лә яҡшы белгән был коллегам: "Вот слышите, Халил Тухватович своих земляков - башкиров лечит сам лично, а русских сестре доверяет…" - тип әйтеп һалды… Бына шулай, унда-бында "бәрелеп, маңлайҙарҙы күгәртә барып", ана шундай тел биҫтәләренә ҡарата үҙеңдә иммунитет туплайһыңдыр инде ул, тормош бит…
Хатта дәһшәтле һуғыш мәлендә лә халҡыбыҙ төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырышҡан. Ирле-ҡатынлы кешеләрҙең бер-береһенә шаян шиғыр яҙышҡандары хаҡында ҡасандыр бер уҡып көлгәйнем. Йәш кәләшенең: "Одеял ябынаһыңмы, юрған ябынаһыңмы? Төнгө сәғәт ун икелә мине һағынаһыңмы?" - тип тылдан яҙған хатына һалдаттың тапҡыр яуабы айырыуса оҡшаны. "Одеялдар ҙа юҡ бында, юрғандар ҙа юҡ бында. Герман снаряды яуа, һинең ҡайғың юҡ бында…"
Нимәнелер тура әйтергә уңайһыҙланған мәлдәрҙә лә бер аҙ ғына юморлы булыуың ярҙам итә. Ҡайһы берҙә ҡунаҡҡа йыйылышҡанда хужабикә кемдеңдер алдына ҡалаҡ һалырға онота (ундай хәлдәр менән һәр кем таныштыр). Бәғзеләр, айырыуса, йәштәр, ҡалаҡ һорарға уңайһыҙланып ултыра. "Нишләп ашамайһың, әйҙә, барынан етешеп ултыр", тип хужаларҙың ҡыҫтауына ла хатта "ҡалағым юҡ", тип әйтергә баҙнат итмәгәндәр бар. Минең дә шундай "инструментһыҙ" булған мәлдәрем булғылай ул, әммә, әллә ни ояла һалып бармайым: "Өҫтәл аҫтында бынау бер бесәй миңә ҡарап тик ултыра. Башына ҡалаҡ менән "эләктереп" кенә ебәрәйем, тиһәм - ҡалағым юҡ…" Ишараны аңғарып ҡалған хужабикә: "Әй, әттә генәһе…" тип һөйләнә-һөйләнә түр-баштан тиҙ генә ҡалаҡ алып килеп бирә.
Бына шулай, дуҫтар, тормош ауырлыҡтарына әллә ни һыр бирмәй генә йәшәп ятайыҡ әле ин шәә Аллаһ. Донъя мәшәҡәттәре ғүмерҙә лә бөтмәҫ ул. Бер-берең менән татыу йәшәүгә һәммәбеҙ мохтаж. Тик һәр һүҙебеҙҙе, башҡаларҙы ҡыйырһытмаҫлыҡ итеп, сама белеп, үлсәберәк әйтергә өйрәнәйек, артыҡ шаштырып ебәреүҙән һаҡланайыҡ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.21 | Ҡаралған: 409

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru