«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПЕНСИЯЛА ЙӘШӘҮ ЯҠШЫ, ПЕНСИЯҒА ЙӘШӘҮ НАСАР
+  - 


Бер аҡыл эйәһе пенсия тураһында шулай тип әйткән. Эйе, Рәсәйҙең пенсия системаһы тураһында хәҙер үтә йыш яҙыла, был яҙмаларҙың барыһы ла тип әйтерлек - тәнҡит. Шуғалыр ҙа инде был системаға үҙгәрештәр ҙә йыш индерелә. Һуңғы тиҫтә йыл ярым эсендә ул туҡтауһыҙ үҙгәрештәр кисерә, тиһәк тә хата булмаҫтыр.

Иң күп өҫтәмә - 10 балл

Пенсия тураһындағы ҡануниәт йәки уның айырым хоҡуҡи акттары ғына түгел, был системаның асылы ла үҙгәрҙе, сөнки элекке совет пенсия системаһынан китеп, хәҙерге заман талаптарына яуап биргән һәм тотороҡло эшләргә тейешле “ҡоролма” хасил булырға тейеш ине. Был үҙгәрештәр дауам итә һәм быйыл ғына ла ошо ҡануниәткә түбәндәге яңылыҡтар индерелде:
1. Эшләмәгән пенсионерҙар өсөн страховка пенсияһына 6,3 процент индексация яһалды. Ул өҫтәмә уртаса бер мең һум тәшкил итте.
2. Ҡартлыҡ буйынса пенсияға түләүҙең фиксацияланған өлөшө 6044, 48 һум булды.
3. Бер пенсия коэффициенты быйыл 98,86 һум тәшкил итә.
4. Быйыл ҡартлыҡ буйынса пенсияға сығыу өсөн 12 йыл страховка стажы талап ителә. Минималь осор йыл һайын арта һәм 2024 йылға 15 йыл тәшкил итәсәк.
5. Быйыл пенсияға сығыу өсөн шәхси иҫәптә 21 балл булыуы мотлаҡ. Әлбиттә, был маҡсатҡа ирешеү өсөн стаж һәм йәш тә ҡануниәт талап иткәнсә булырға тейеш. Йыл һайын ошо балл һаны арта барасаҡ.
6. Быйылғы страховка стажының хаҡы 33 771 һум тәшкил итә. Шәхси эшҡыуар йәки үҙмәшғүл статусы булмаған кешегә Пенсия фондында ирекле страховкалау төҙөгәндә шунса пенсия иғәнәһе түләргә кәрәк буласаҡ.
7. Быйыл ҡатын-ҡыҙҙар 56 йәш тә 6 айҙа пенсияға сығасаҡ. Пенсияны улар йылдың икенсе яртыһында ала башлаясаҡ. Шул уҡ осорҙа 1960 йылдың тәүге яртыһында тыуған ирҙәр ҙә пенсияға сығасаҡ, йәғни 61 йәш тә 6 айға еткән граждандар.
8. Быйыл пенсия иғәнәһе иҫәбенә 10 балл алырға мөмкин. Был - шәхси иҫәптә барлыҡҡа киләсәк иң ҙур күләм. Хатта эш хаҡы бик юғары булғанда ла 10 балдан күберәк өҫтәмәйәсәктәр. Ә 10 балл пенсияның тағы ла сама менән бер мең һумға артасағын белдерә.
9. Быйыл 1 августа эшләгән пенсионерҙарға 296 һум өҫтәлә. Был - өс пенсия балы өсөн иң ҙур сумма, ә өҫтәмә аҙыраҡ та булырға мөмкин. Ә ғәҙәти индексация эшләгән пенсионерҙарға түләнмәй.

Күпме һеҙ, пенсионерҙар?

Башҡортостанда бөгөнгө көнгә 60 йәштән уҙған 849 мең кеше йәшәй. Шуларҙан 74 йәшкә тиклемге пенсионерҙар 623,4 мең кеше, 75 йәштән алып 89 йәшкә саҡлылар - 207,4 мең. Оҙон ғүмерлеләр беҙҙең республикала 18,6 мең генә. Был ҡатламға 90 йәштән ашҡандар инә.
"Башҡортостанстат" мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала 60 йәштән ашҡандар бөтә халыҡтың 21 процентын тәшкил итә. Ә Рәсәй буйынса был күрһәткес юғарыраҡ - 22,4 процент. 2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе ошо уҡ күрһәткестең Рәсәй буйынса 18,2, Башҡортостанда 16,6 процент булыуын билдәләгәйне. Тимәк, һуңғы ун йылда ғына ла хәл байтаҡҡа үҙгәргән.
Статистар был үҙгәреште ғүмер оҙайлығының артыуы менән бәйләй. 2020 йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, Рәсәйҙә ошо күрһәткес 73,3, Башҡортостанда 72,6 йәш тәшкил итте. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Башҡортостандағы 60 йәштән өлкәнерәктәрҙең яртыһынан ашыуы - 469,9 меңе - ҡалала йәшәй, 352,5 меңе ауыл еренә тура килә. Ә шулай ҙа был йәш ҡатламы ауыл халҡының 23,3 процентын, ә ҡаланың 19,7 процентын ғына алып тора.
Бөтә донъялағы кеүек үк, өләсәйҙәр олатайҙарҙан күберәк. Башҡортостанда 2020 йыл аҙағына 533 мең өләсәй һәм 316 мең олатай бар ине. Алтмыш йәштән алып 74 йәшкә тиклемге ҡатламда өлкән йәштәге һәр мең иргә 1450 ҡатын-ҡыҙ тура килһә, 75 - 89 йәштәгеләрҙә улар 2 592 тәшкил итә.

Ә һаман эшләп йөрөгәндәре күпме?

Эш хаҡы ла алып йөрөгән пенсионерҙар һанын билдәләүе еңел түгел - уларҙың байтаҡ өлөшө рәсми теркәлмәй эшләй бит, сөнки был осраҡта пенсияға индексация даими яһалып тора. "Башҡортостанстат" хәбәр итеүенсә, беҙҙең республикала пенсия йәшендәгеләрҙең өстән бер өлөшө эшләй. Рәсми теркәлеп эшләгәндәрен һалым органдары аша тиҙ белергә мөмкин, әлбиттә, ә хеҙмәт хаҡын "конвертта" алыусылар һанын нисек асыҡларға?
Статистар раҫлауынса, был мәғлүмәтте социаль һорау алыу үткәреү белергә ярҙам иткән. Күрәһең, был бөтә пенсионерҙар буйынса уртаса алынғандыр, сөнки 60 йәштән 70-кә тиклемгеләр араһында һаман ялға китмәгәндәрҙең өстән бер өлөштө тәшкил итеүе ышандырһа, 80 йәштән уҙып киткәндәр өсөн дә ошо уҡ күрһәткес хас булыуы шикләндерә. Ә шулай ҙа: 60 йәштән алып 70-кә тиклемге "йәш" пенсионерҙарҙың күпме өлөшө эшләүе тураһындағы мәғлүмәт кенә иҡтисади һәм йәмғиәт өсөн социаль әһәмиәткә лә эйә түгелме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай мәғлүмәтте Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе сайтында ла, башҡа сығанаҡтарҙа ла табырлыҡ түгел.

Миллиардтарса һум кәрәк

Рәсәйҙең Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе илдә иң ҙурҙарының береһе булып тора - уның республика ҡалалары һәм райондарында 68 идаралығы бар, уларҙа йәмғеһе 2,5 мең кеше эшләй. Быйылғы йылдың 1 апреленә ҡарата республика бүлексәһе 1 миллион 165 мең пенсионерҙы (ҡартлыҡ буйынса, инвалидтарҙы, социаль пенсия һ.б.), айлыҡ аҡсалата түләү алған 299 мең кешене, федераль социаль өҫтәмә менән файҙаланған 139 мең кешене, страховкаланған 5 миллион 485 мең кешене һәм 216 мең страховкалаусыны хеҙмәтләндерә. Пенсия һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәр өсөн сығым быйылғы тәүге өс айлыҡта ғына ла 56,2 миллиард һум, шул иҫәптән пенсия тәьминәтенә 54 миллиард һум тәшкил итте.

Ә пенсия үҙе ни саҡлы?

Быйылғы йыл башында сираттағы индексация яһау һөҙөмтәһендә Башҡортостанда эшләмәгән пенсионерҙар өсөн уртаса пенсия 15 316 һум тәшкил итте (1 апрелгә ҡарата), страховка пенсияһының уртаса кимәле - 15 743 һум, ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһыныҡы - 16 221 һум.
- Бөгөнгө пенсия кимәле бер кемде лә ҡәнәғәтләндермәй, - тигәйне республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы Рәйесе Константин Толкачев күптән түгелге сығыштарының береһендә. - Пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ итеүҙе һәм эш хаҡының 40 процентына еткереүҙе тәьмин иткән ҡарар табыу талап ителә. Пенсия системаһын камиллаштырыу пенсионерҙың социаль статусын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйырға тейешле. Депутаттар был мәсьәлә буйынса оло йәштәгеләр менән йыш осраша, пенсия реформаһына ҡағылышлы тәҡдимдәр ҙә күп йыйылды.
2010 йылда уртаса пенсия күләме 7 100 һум булған. Тимәк, һуңғы ун йылда ғына ла был күрһәткес ике тапҡырға артҡан тигән һүҙ. Әммә шул уҡ осорҙа аҙыҡ-түлеккә хаҡ 1,4 тапҡырҙан алып дүрт тапҡырға тиклем артты, ололар өсөн йыш ҡына ризыҡтан да мөһимерәк булған дарыу хаҡы өс тапҡырға күтәрелде. Белеүебеҙсә, долларҙың курсы 80 һумға яҡынлаша, ә 2010 йылда ул ике тапҡырға түбәнерәк ине. Былтыр иң түбән эш хаҡы кимәле 12 мең 100 һум тип билдәләнһә, пенсионерҙар өсөн йәшәү минимумы 10 мең һумдан да артманы. Шуға күрә күп пенсионерҙар эшләп йөрөүен дауам итергә, эшһеҙ булғандары хеҙмәт урыны эҙләргә мәжбүр.

Пенсия фонды беҙгә кәрәкме?

Һуңғы осорҙа Пенсия фонды бөтәсәге тураһындағы күрәҙәлектәр йышайҙы. Был Фондты ябыу яғында булғандар дәүләт аҡсаһын экономиялау, пенсияны тура ҡаҙнанан түләү зарурлығы тураһында раҫларға тырыша. Был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаттары ла сығыш яһаны. "Пенсия фонды пенсионер менән дәүләт ҡаҙнаһы араһындағы кәрәкмәгән аралашсы булып тора, шуға беҙ уны ябырға тәҡдим итәбеҙ", - тине "Справедливая Россия" фирҡәһе етәксеһе Сергей Миронов. Ул ошо турала бер нисә сығышында әйтте инде. "Бында Рәсәйҙәрҙең ғәйәт ҙур сумма аҡсаһы туплана, миллиардтар әйләнештә йөрөй, ә тиндәр генә кире ҡайта", - тип яҙҙы Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Журавлев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Ошо уҡ парламенттың икенсе бер депутаты радио аша сығышында былай тине:
- Рәсәйҙең Пенсия фонды - пенсия түләүҙәге аралашсы вазифаһын ғына башҡара, страховка иғәнәләренән йыйылған сумма пенсияны тейешле кимәлдә түләр өсөн етерлек түгел, "тишек"те федераль ҡаҙнанан ҡапларға тура килә. Пенсия фондын япһаҡ, рәсәйҙәр өсөн пенсияны яҡын арала уҡ арттырыу мөмкинлеге тыуасаҡ, сөнки бөгөн Фонд хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләргә, уның "пиар"ына, күсемһеҙ мөлкәтен аҫрарға китеп торған миллиардтарса һум аҡса экономиялана...

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.21 | Ҡаралған: 397

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru