«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБИПҠА ЛА ЫШАНМАҺАҢ...
+  - 

Республикала тажзәхмәттән вафат булыусылар һаны арта. Ковид госпиталдәрҙә хәл-торош нисек икән? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Дим районы ҡала клиник дауаханаһының баш табибы урынбаҫары, медицина фәндәре докторы Шамил ТИМЕРБУЛАТОВ яуап бирә.

Һеҙҙең дауахана икенсе йыл инде ковидҡа ҡаршы режимда эшләй. Ошо арауыҡта ниндәй үҙгәрештәр булды?

- Бөтә был эпопея былтыр февралдә башланды. Бер йыл ковид госпитале булараҡ эшләнек, 2021 йылдың апреленән ғәҙәти режимға күстек, әммә бер нисә аҙна элек, яңы тулҡын башланғас, ҡабаттан госпиталь рәүешендә эшләйбеҙ.
Нимә әйтә алам - вирус үҙгәрҙе, ул тере һәм тормошҡа яраҡлаша. Хәҙер, былтырғы менән сағыштырғанда, ауырыусылар араһында 30-40 йәштәгеләр, йәғни тап эшкә яраҡлы категория күберәк икәнлеге күҙәтелә. Сир ҙә ауырыраҡ үтә, үпкәләрҙә генә түгел, ашҡаҙан-эсәк трактында ла проблемалар артты. Беҙ ҡулланған препараттарға сир бик бирешеп бармай. Билдәләре лә тиҙ күренә - элек инкубация осоро бер аҙна булһа, хәҙер ике-өс көндә кешенең үпкәләренең ҙур өлөшө зарарлана.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында тажзәхмәттең тағы ла ҡурҡынысыраҡ штаммы барлыҡҡа килеү ихтималлығы тураһында иҫкәртәләр. Был турала нимә уйлайһығыҙ?

- Шулай булыуы бик тә ихтимал.

Дауаханаға прививка эшләткәндәр күп эләгәме?

- Процент нисбәтендә әйтә алмайым, әммә улар бик аҙ һәм реанимацияға һәм ИВЛ-ға эләкмәйҙәр. Прививка һеҙҙең сирләмәүегеҙгә гарантия бирмәй. Ул бары тик хәл-тороштоң реанимацияға барып етмәҫен генә гарантиялай. Беҙҙең вакциналарҙың хатта үҙгәреп торған вирусҡа ла ҡаршы тороуы дәлилләнә.

Вакцинацияның төп ҡатмарлыҡтары нимәлә? Ни өсөн ҡайһы бер илдәр тулыһынса вакцинациялана, ә беҙҙә өгөтләргә кәрәк?

- Моғайын, был беҙҙең менталитетыбыҙға һәм "миңә теймәҫ әле, үтер әле" тигән өмөткә бәйлелер. Әгәр ниндәйҙер препаратты һайлаһаң, ул мотлаҡ сит илдеке булырға тейеш, улар яҡшыраҡ, тигән миф та йәшәй. Эпидемия башланғас, барыһы ла вакцина һәм уның тиҙерәк эшләнеүен көттө. Һуңынан үҙҙәре үк: "Ни өсөн бик тиҙ эшләнеләр? Бик шикле", - тип яҙа башланылар.
Беҙ үҙебеҙҙең поликлиникалар базаһында ғына 20 мең самаһы кешегә прививка эшләнек һәм бер ниндәй ҙә проблема осратманыҡ. Эйе, реакция була, температура күтәрелә, тән һыҙлай - был организмдың вакцинаның эшләүен күрһәткән тәбиғи реакцияһы!

Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә лә тиҫтәләрсә миф йөрөй...

- Бер йыл элек тажзәхмәттең булмауы, уның донъя заговоры булыуы раҫланған роликтар киң таралды. Хәҙер - вакцина насар һәм уның тәьҫире булмауы, 5G вышкалары аша Билл Гейтстың беҙҙең менән идара итеүе, вакцинациянан һуң телефонда блютус ҡабыҙыу менән үҙеңде табырға мөмкин булыуы тураһында роликтар таратыла. Йәки илдең баш акушер-гинекологы бер нисә тапҡыр кире ҡағыуына ҡарамаҫтан, бала тапмаған ҡатын-ҡыҙға вакцина эшләтергә ярамағанлығы тураһында яҙалар. Беҙҙең дауахана базаһында республикала берҙән-бер "ковид" бала табыу бүлеге эшләй һәм үҙ тәжрибәбеҙҙә ауырыуҙы үткәреүселәр ҙә, прививка эшләтеүселәр ҙә бала тапҡанын күрәбеҙ.

Һеҙҙеңсә, был имеш-мимештәр менән көрәшергә кәрәкме?

- Беҙ медиктар, ә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре түгел. Беҙ бары тик вакцинаның составы, уның нисек эшләүе һәм тәьҫире тураһында дөрөҫ мәғлүмәтте тарата алабыҙ. Берҙән-бер ҡоралыбыҙ - дөрөҫ мәғлүмәт, хәҡиҡәт.

Үҙегеҙ һәм коллективығыҙ прививка эшләттегеҙме?

- Эйе, вакцинацияланыуҙың иң ҙур күрһәткесе беҙҙә. Башҡаса булыуы мөмкинме? Мин көн һайын сирлеләрҙе тикшерәм, табиптар "ҡыҙыл зона"ла тәүлегенә һигеҙәр сәғәт эшләй, һуңынан бер аҙ ял итә лә, ҡабат эшкә тотона. "Ҡыҙыл зона"ла көсөргәнеш бик ҙур, шуға күрә эҫе булһынмы, һыуыҡмы - улар һәр саҡ беше, һауа үтмәгән костюмдарҙа, респираторҙарҙа һәм күҙлектә йөрөй, сөнки талап шундай. Хәҙер иң мөһиме - мөмкин тиклем күберәк кешегә прививка яһап, вирустың таралыуына юл ҡуймау, тулҡынды туҡтатыу. Үкенескә күрә, башҡа варианттар юҡ. Был режимда даими эшләргә мөмкин, әммә кешелектең табиптар ресурсы сикһеҙ түгел.

Станислав ШАХОВ
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.08.21 | Ҡаралған: 802

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru