«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХИКӘЙӘГӘ ҺЫЙМАЙЫМ, РОМАНҒА ТАРТА АЛМАЙЫМ...
+  - 

Был юлы өс һорауҙы билдәле прозаик, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Әмир ӘМИНЕВҡа төбәйбеҙ.

Әмир Мөхәмәт улы, туплаған тормош һәм ижад тәжрибәгеҙ буйынса һеҙ күптән роман яҙырға тейеш булһағыҙ ҙа, хикәйә һәм повесҡа тоғролоҡ һаҡлайһығыҙ. Белеүебеҙсә, Антон Чехов та хикәйә жанрына тоғро булған. Ҡайһы бер яҙыусылар йылына берәр роман "баҫып сығара". Ижадығыҙҙың хикәйәгә, повесҡа бәйле асылын нисек аңлатырһығыҙ?

- Күренекле яҙыусыбыҙ Рәшит Солтангәрәевтың, роман яҙырға кәрәк, сөнки исемең әҙәбиәт тарихында романист булып ҡаласаҡ, тигәнен хәтерләйем. Миңә төбәп әйтмәне, дөйөм әйтте, бәлки, үҙенә ҡарата ла әйткәндер. Ул заманда Я. Хамматов, Б. Рафиҡов, Ә. Хәкимов, И. Абдуллиндарҙың бер-бер артлы романдары сыға, әҙәби тәнҡит хикәйә, повестарға ҡарағанда йышыраҡ ошо авторҙарҙың романдары хаҡында яҙа, съезд, дөйөм йыйылыштар трибунаһынан күберәк әлеге әҫәрҙәр телгә алына ине. Әлбиттә, романлы әҙәбиәт - мәртәбәле әҙәбиәт, ләкин уның художестволы кимәле, күтәргән проблемаларын, геройҙар концепцияһын, классик роман жанры сиктәренә тура киләме, юҡмы икәнен дә, башҡа туғандаш, рус, хатта донъя романистикаһы фонында асыҡларға, торошон баһаларға кәрәк бит әле.
Быға тик хикәйә, торараҡ повесть жанрында ижад иткән Рәшит ағайҙың, бәлки, көнсөллөгө лә килгәндер (Бәй, ул кемдән кәм!). Һәм әҙәбиәт тарихында романист булып теркәлер өсөн берәй роман яҙырға кәрәк, тип уй ҙа йөрөткәндер. Ләкин бында ныҡлап бәхәсләшергә урын бар. Ата-әсәгә бөтә балалары ла берҙәй ҡәҙерле булған кеүек әҙәбиәттең бәләкәй йәки ҙур төрө юҡ, насар йәки яҡшы яҙылғаны ғына бар. Әҫәргә баһа уның күләменә ҡарап ҡуйылмай, баһа һалынған фекергә, проблемаһына, художестволылыҡҡа, хатта уҡымлылыҡҡа ҡайтып ҡала. Романист Толстойҙы хикәйәсе Чеховтан юғары ҡуйып буламы? Икеһе лә титан.
Хэмингуэйға Нобель премияһын аныҡ "Старик и море" повесы өсөн бирәләр. Миңә ҡалһа, Распутиндың повестарына ҡарағанда "Уроки французского" хикәйәһе күпкә көслөрәк. Повестарын яҙмаған хәлдә лә бөгөнгө рус прозаһында ул тап ошо хикәйәһе менән теркәлер ине. Солженицындың яҙғандары күп, бөтәһен дә художестволы әҫәрҙәр тип нарыҡлап булмай, күберәк - публицистика, ә бына "Один день Ивана Денисовича" тигәне (повесть) тәүге әҫәрҙәренең береһе, заманында ҙур яңғыраш алды. Сыңғыҙ Айытматовҡа повестары шөһрәт килтерҙе, романға ғүмеренең һуңғы йылдарында ғына тигәндәй тотондо. Шакир Янбаев ике роман яҙһа ла, ижады, нигеҙҙә, ҡыҫҡа хикәйәләрҙән тора. Талха Ғиниәтуллиндың да тап хикәйә, повесть жанрында маһирлығын беләбеҙ. Әйткәнемсә, Рәшит ағай үҙе лә бер роман яҙҙы ("Беҙ йәшәгән ер"), ләкин ул, ҙурҙан ҡупҡанда, әҙәбиәт тарихында Шакир Янбаев һымаҡ, барыбер ҙә романист булып түгел, маһир хикәйәсе булып ҡаласаҡ. Бының менән шуны әйтергә теләйем: проза жанрының һәр ҡайһы төрө, күләменә ҡарамай, берҙәй үк миҡдарҙа баһаланырға хаҡлы. Һәр йүгереүсе еңел атлетиканың бөтә дистанцияларында ла берҙәй шәп йүгерә алмай, әйтәйек, спринтер бар, стайер бар һәм һәр ҡайһыһы үҙенең дистанцияһында көслө. Сөнки һәр кемдең, быныһы инде әҙипкә ҡағыла, үҙ холоҡ-фиғеле, характеры, темпераменты. Һәм ошо сифаттар ҡайһы жанрҙа ижад итергә "кәрәклеген" программалай ҙа инде.
Үҙемә килгәндә, бөгөнгө минең жанр - повесть. Хикәйәгә һыймайым, романға тарта алмайым. Эйе, логика буйынса, киләһе баҫҡыс роман булырға тейеш һымаҡ, әммә ул баҫҡысҡа күтәрелергә әлегә бер ҙә теләк юҡ. Ылыҡтырмай, тартмай ул мине, миңә ошо майҙанда комфортлы. Ул минең жанр. Был - бер. Икенсенән, тотонған хәлдә лә килтереп сығара алмам, тип ҡурҡам. Сөнки ҙур яуаплылыҡ тоям. Роман һынлы романға һелтәнгәс, яңы һүҙ әйтергә кәрәк бит. Әйтер һүҙең юҡ икән, ниңә тотонорға? Оҙон насар роман яҙғансы, бер ултырыуҙа уҡырлыҡ йыйнаҡ повесть тыуҙырыуың яҡшыраҡ. Унан килеп, уҡыусыны ла уйларға кәрәк. Уның бөгөн күләмле әҫәр уҡып ултырырға ваҡыты юҡ. Быны яҙыусы булған кеше шулай уҡ иҫәпкә алырға бурыслы, тип иҫәпләйем. Ғөмүмән, прозаға повесть иң ҡулай, йәтеш жанр, унда хикәйә материалын "һуҙып", ә романдыҡын "тыңҡыслап" һыйҙырыу мөмкинлеге бар. Быға инде оҫталыҡ кәрәк. Ә уныһы икенсе мәсьәлә.

"Әҙәбиәт айырым төркөм кешеләр өсөн генә "хобби" булып ҡала бара" тигән фекер менән килешәһегеҙме? Әҙәби китаптарҙы уҡыусыларҙың һаны кәмеүе генә был хәл-күренешкә дәлил була аламы?

- Һәр кем ансамблдә бейерлек оҫта, оло сәхнәнән йырларлыҡ тауышлы йырсы була алмай. Шиғыр йәки хикәйә яҙыу ҙа һирәктәрҙең өлөшөнә төшкән көмөшө, көй сығарыу, картиналар яҙыу өсөн дә фәрештәнең ҡанаты ҡағылыуы кәрәк, театр йәки кино сәнғәте шулай уҡ талантлылар профессияһы. Ошо юҫыҡта фекерҙе дауам итһәк, сәнғәттең, әҙәбиәттең, мәҙәниәттең һәр жанрының эстәлеген, фекерен, авторҙың әйтер һүҙен шунда эшләгән, шуның менән шөғөлләнгән, әйтер инем, ғүмерен һалған, тормошон бағышлаған кешеләр генә төптән аңлай ала. Тимәк, беҙ, теләйбеҙме, теләмәйбеҙме, улар, һеҙ әйтмешләй, айырым кешеләрҙең, төркөм өсөн хобби булып ҡала. Хобби тип әйтеү бында, бәлки, урынлы ла түгелдер, ул һүҙҙең мәғәнәһе икенсерәк, элитар кешеләрҙең шөғөлө, тиһәк, дөрөҫөрәк булыр. Әҙәби-художестволы китаптарҙы уҡыу ҙа шулай. Уны ла күп кеше уҡымай, уҡый алмай, ғөмүмән, тормошта уның кәрәге юҡ, тип иҫәпләүселәр ҙә бар. Әлбиттә, уҡыу - ижад итеү түгел, кемдер барлыҡҡа килтергәнде файҙаланыу, бешергәнде ашау, әммә ул да башты эшләтеүҙе, фекерләүҙе талап итә, нимәгәлер өйрәтә, кәңәш бирә, күңелде матурлай, зауыҡты арттыра. Бөтә кешенән дә китап уҡыуҙы талап итеп булмай һәм был дөрөҫ тә түгел. Китап, журнал, ғөмүмән, матбуғат менән бәләкәйҙән, мәктәп йылдарынан мауыҡмаһаң, олоғайғас, уҡып китеп булмай. Һуң. Ғәҙәткә кермәгән, ләззәт алып өйрәнелмәгән. Был эшкә мәктәп, атап әйткәндә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтте уҡытыусыһы ылыҡтыра ала һәм, әлбиттә, ата-әсә. Әрләмәй, түҙемле рәүештә, уйнау, ҡыҙыҡһындырыу рәүешендә. Телевидение, компьютер, кеҫә телефоны заманында баланы китапҡа ултыртыу ифрат ауыр. Әммә, әйткәнемсә, төрлө форма-алымдар табып, уларҙы уҡырға яҡынайтырға бурыслыбыҙ. Шулай иткәндә генә әҙәбиәтебеҙҙең, телебеҙҙең иртәгәһе көнө бар. Ә был үҙ сиратында милләттең һаҡланыу-һаҡланмауына барып тоташа.

Һеҙҙең йәшлек илебеҙ халҡы ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы мөхәббәт романтикаһы менән йәшәгән йылдарға тура килгән. Хәҙерге йәштәр хатта мөхәббәт мәсьәләһендә лә прагматиктар. Кешеләр үҙгәрҙеме, әллә дәүеренә күрә мөхәббәт тойғоһо ла үҙгәреш кисерәме?

- Йәмғиәт формацияһы үҙгәреү менән кеше холҡо ла үҙгәрә. Хәйер, бында улар бер-береһе менән бәйлелер, дөрөҫөрәге, кеше үҙгәреү менән йәмғиәт формацияһы ла үҙгәреш кисерәлер. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең күҙ алдында тигәндәй, ун-ун биш йыл элек кенә, кеше бөтөнләй икенсе ине бит, кешеләр араһында, хатта туғандар араһында мөнәсәбәттәр нисектер йылыраҡ, иғтибарлыраҡ, йомшағыраҡ ине. Аралашыу, ҡунаҡҡа йөрөшөү, бер-береңдең хәлен белешеү булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо һәйбәт күренештәр көндән-көн тигәндәй юғала бара. Миңә ҡалһа, һеҙ әйткән мөхәббәт романтикаһы ла үҙгәреш кисерҙе. Мин, ул заманда яҡшы ине, бөгөн насар, тип әйтмәйем, икенсе төрлөрәк ине, романтикаһы күберәк ине, тип әйтергә теләйем. Ауылда бигүк юҡ, ә бына ҡалала көпә-көндөҙ урам уртаһында, туҡталыштарҙа йәштәр үбешеп тора. Ҡосаҡлашып, ҡулға-ҡул тотоношоп барырға мөмкиндер әле, ә эргәңдән йөҙәрләгән, хатта меңәрләгән кеше уҙғанда осаларҙан тотошоп нисек үбешергә мөмкин? Ул бит ике кеше араһында, аулаҡта тип әйтәйемме, һәр хәлдә шаһитһыҙ башҡарыла торған эш. Был ҡылыҡты мин бер-береңде ихтирам итмәү, яратҡан кешеңде һаҡламау, һанламау тип ҡарайым, унан санитар-гигиена ҡағиҙәләре лә бар бит әле. Йәштәрҙең кәпәренеүе, бына мин ниндәй маладис, эргәмдәгеләр минең өсөн бар ни, юҡ ни, нимә теләйем, шуны эшләйем, тигән һымаҡ.
Бындай "мөхәббәт" тиҙ уңыусан, сөнки ул ялтырауыҡ, үҙең өсөн, йөрәгең өсөн эшләнмәй, ә сит күҙҙәр өсөн, публика өсөн эшләнә. Бөгөн йыш ҡына үҙәк телевидениенан әллә ғибрәт өсөн, әллә шулай уҡ публика өсөн артистар, олигархтар, сәйәсмәндәр һ.б. билдәле, аҡсалы кешеләрҙең тормошон, уларҙың балаларының тормошон күрһәтәләр. Заманында өйләнешкәндәр, кейәүгә сыҡҡандар, әле килеп айырылышалар, ғаилә тарҡалған, суд эштәре, мөлкәт, фатир, хатта балалар бүлешеү процесы бара, тәмһеҙләшәләр, бер-береһен ғәйепләйҙәр, ҡысҡырышалар, талап итәләр... Әлбиттә, яратышып өйләнешкәндәрҙең дә айырылышыуҙары ихтимал, ғаилә тормошоноң көтөлмәгән, уйламаған, "һыу аҫтындағы таштары" күп, әммә былар яратҡан кешегә түгел, аҡсаға, байлыҡҡа, мөлкәткә, билдәле фамилияға сыҡҡан йәки өйләнгән дә, бер-береһенә хис-тойғо булмағас, айырылышырға мәжбүрҙәр. Яратыу - көслө тойғо, ул йәштәр алдына баҫҡан көнкүреш ауырлыҡтарын, төрлө аңлашылмаусанлыҡтарҙы, хатта хыянатты ла еңә ала, ә тегеләр күбеһенсә юҡлыҡтан түгел, барлыҡтан, байлыҡтан, нәфсенән туйып һикерә...
Ғөмүмән, бөгөн кеше ваҡланды, һөҙөмтәлә мөхәббәт тойғоһо ла ваҡланды. Тормоштағы һәр нәмәгә еңел ҡараған һымаҡ, бөтөн мөхәббәткә лә еңел ҡарау килде. Алда әйткәнемсә, романтиктар динозаврҙар һымаҡ бөтә бара, прагматиктар, бар нәмәне тик аҡса, байлыҡ күҙлеге аша ҡараусылар арта бара. Бөгөнгө никахтарҙың һәр икенсеһе тарҡалыуы - шуға дәлил. Йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс симптом был.
Ә мөхәббәт бар. Мөхәббәт тигәндә беҙ был төшөнсәне тик егет менән ҡыҙ, йәғни ике енес араһындағы мөнәсәбәткә генә ҡайтарып ҡалдырабыҙ. Мөхәббәт менән яратыу - синонимдар. Шулай икән, быны киңерәк мәғәнәлә, ҡатын-ҡыҙға ғына түгел, балаларға, әсәгә, туғандарға, дуҫтарға, илгә, телгә, халыҡҡа булған мөнәсәбәт тә тип аңларға кәрәк. Тимәк, мөхәббәтһеҙ тормош юҡ, бар тереклектең көн итеүе шуға ҡоролған, ул - туплаусы, ойоштороусы, бар итеүсе, бер бөтөн итеүсе...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.12.15 | Ҡаралған: 1235

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru