«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Әхмәтзәки ВӘЛИДИ ТУҒАН - ХӘТИРӘЛӘР
+  - 

 Башҡортостан мөхтәриәтен иғлан итеү

Большевиктар Петроградта хакимлыҡ итә башлау менән, Рәсәй ҡул аҫтындағы милләттәрҙең үҙаллылығын таныуҙары хаҡында 2 ноябрҙә тарихи декларация ҡабул итте. Башҡорт Мәркәз шураһы, был хаҡта кәңәшләшеп, иғлан ителгән декларациянан файҙаланып маташмаҫҡа һәм халыҡты бындай пропаганданан алданыуҙан ҡурсалап, 11 ноябрҙә тарихҡа ингән "Беренсе һандағы фарманды (Приказ № 1)" нәшер иттек, һуңынан совет матбуғатында беҙгә ҡаршы бик оҙаҡ ҡулланылған һәм автономиялы Украинаға вәкил ебәреүебеҙҙе белдергән был фарманда шундай һүҙҙәр ҙә яҙылғайны: "25 октябрҙә Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте төшөрөлгәндән һуң Рәсәйҙә ватандаштар араһында һуғыш дәүере башланды. Беҙ Советтарҙы ҡабул итмәйбеҙ. Сөнки үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы үҙебеҙ ҡаҙанырға теләйбеҙ. Автономияны Советтар ҡулынан алмаясаҡбыҙ, сөнки беҙ үҙ өлкәбеҙҙә инсандың хоҡуҡ һәм ихтыярын үҙ ҡулыбыҙ менән сикләргә риза булмаясаҡбыҙ". Һуңыраҡ, Советтар менән солох төҙөгәндән һуң, Ленин үҙе минән был фарман хаҡында һораны. Мин уға: "Эйе, фарманды мин яҙҙым, ул халҡыбыҙҙың шул замандағы милли хакимиәтен аңлатыу ине. Бында иң мөһиме - Рәсәйҙә анархизм хөкөм һөрөү сәбәпле, Башҡортостандың мөхтәриәтен иғлан итеү кәрәк булды. Сөнки мосолмандарҙан башҡа бер өлкә лә бығаса өлкә мөхтәриәтен иғлан итмәгәйне әле", - тинем. Ысынлап та, эш тап шулай ине. Был фарманды иғлан иткәндән һуң, дүрт көн үткәс, 16 ноябрҙә (Европа хисабы менән 29 ноябрь) Башҡортостандың мөхтәриәтен рәсми рәүештә иғлан итеп, милли хөкүмәт төҙөнөк. Кантондарҙа милли ғәскәр ойоштора башланыҡ. Халҡыбыҙ араһынан үҫеп сыҡҡан Юныс Бикбовты хөкүмәт рәйесе итеп һайланыҡ. Миңә хәрби һәм эске эштәр тапшырылды. Был мөнәсәбәт менән халыҡҡа мөрәжәғәт итеп баҫтырған декларациябыҙҙа Украина менән аңлашыуыбыҙ һәм унда вәкилдәр ебәреүебеҙ хаҡында иғлан иттек. Украинаға һәм Дон казактарына яҙған мөрәжәғәтебеҙҙә 210 йыл элек украиндарҙың Мазепа етәкселегендә, Дон казактарының Булавин етәкселегендә, башҡорттарҙың Морат Солтан һәм һуңыраҡ Ибраһим Солтан етәкселегендә Бөйөк Петрға ҡаршы күтәрелештәр ваҡытында союз урынлаштырыуҙарын хәтерләттек. Был мөрәжәғәттәрҙең бик яҡшы тәьҫир ҡалдырыуын һуңынан белдем. Башҡортостандан һуң Ҡырым, унан (иҫкесә 11, яңыса 24 декабрҙә) Төркөстан һәм бер аҙҙан Әзербайжан һәм Ҡаҙағстан йөмһүриәттәре иғлан ителде. Ноябрь айы башында ҡаҙаҡ менәүәрҙәре менән юғарыла иҫкә алынған кәңәшмәләребеҙ барған осорҙа (Башҡортостан мөхтәриәте иғланынан алда) өс карта эшләнем. Уларҙың береһен Ҙур Башҡортостан, икенсеһен Бәләкәй Башҡортостан, өсөнсөһөн "Шәрҡи Рәсәйҙең Азат мосолман өлкәләре берлеге" исеме менән мөхтәриәт иғланы нигеҙендә нәшер иттек.

Өсөнсө Башҡорт ҡоролтайы

Ноябрь башында ҡаҙаҡ менәүәрҙәре менән берлектә ҡабул ителгән ҡарар бу-йынса Башҡортостандың III Ҡоролтайын 1917 йылдың 20 декабренән 1918 йылдың 4 ғинуарына тиклем үткәрергә булдыҡ. Был ҡоролтай өлкәбеҙҙең иң ҙур мәжлесе буласаҡ ине. Хө-күмәтебеҙ ағзаларының күбеһе шул арала Петроградта асыласаҡ Рәсәй Ҡороусылар мәжлесе ағзалары булып һайланған. Әммә большевиктарҙың был мәжлескә юл бирмәйәсәген, шуға күрә мәмләкәтебеҙҙә эшмәкәрлегебеҙ файҙалыраҡ буласағын аңлап, унда китмәнек. Киреһенсә, үҙ ҡоролтайыбыҙҙы Ҡороусылар мәжлесе асыла торған көндәрҙә йыйҙыҡ. Ҡоролтайҙың тыныс һәм ашыҡмай эшләүен тәьмин итеү маҡсатында йыйылыусыларға үҙ аты, аҙығы менән килеү тәҡдим ителде. Шулай уҡ ун көнгә егерме дүрт кешелек һаҡсы ғәскәр килеүен дә кәрәкле таптыҡ. Был сарабыҙ, ҡалалағы татар комитетының һәм Ырымбур вәлийе Архангельскийҙың беҙгә ҡаршы хас дошманса мөғәмәлә итеүҙәре шартында бик урынлы ине. Ҡаҙаҡтарҙың ҡоролтайы беҙҙән бер аҙ әүәл башланһа ла, ағзаларының күбеһе әле таралышмағайны. Ҡоролтайыбыҙҙа ҡаҙаҡтарҙан Сәйет Ғәзим Ҡыдырбаев менән Мостафа Чокаев күҙәтеүсе булараҡ ҡатнашты. Чокаев ун көндән һуң Ҡуҡанда ойошторолған үҙ аллы Төркөстан хөкүмәтенең сит ил эштәре министры булды. Мин дә бер-ике тапҡыр ҡаҙаҡтар ҡоролтайында күҙәтеүсе сифатында ҡатнаштым, һәр ике ҡоролтай бер-береһен тәбрикләне.
Минең өсөн башҡорт хәрәкәтенә етәкселек көтөлмәгән бер эш булды, йәғни мин был хәрәкәттең юлбашсыһы булырымды алдан белмәнем. Ташкент Советтар ҡулына күсмәгән булһа, мин Ырымбур менән Ташкент араһында йөрөп эшмәкәрлек итер инем. Ҡыҫҡаһы, был ҡоролтай Башҡортостан мөхтәриәтен ҡанунлаштырҙы. Рәсми хөкүмәт ҡоролдо. Юныс Бикбов - рәйес, мин элеккесә эске һәм хәрби эштәр мөдире, офицерҙарҙан Әмир Ҡарамыш миңә ғәскәри эштәр буйынса ярҙамсы булды. Ибраһим Мутин - финанс, татарҙарҙан Ғабдулла Әҙһәмов - мәғариф, Айытбаев ауыл хужалығы мөдирҙәре ине. Хәрби өлкәлә боронғоса "Башҡорт ғәскәри идараһы" (Башкирское войсковое управление) ойошторолдо. Ҡоролтай башҡорт милли ғәскәре төҙөргә ҡарар ҡабул итте. 1918 йылдың 5 ғинуарында офицерҙарыбыҙҙан Мөхтәр Ҡарамыш, Ғабдулла Мираҫ, Ғабдулла Иҙелбай, Ғимран Мағазов, поляк офицеры Бритц һәм уның ике арҡадашы, Ырымбур казак хөкүмәтенән бер аҙ ҡорал алып, Баймаҡ яғына беренсе башҡорт полкын төҙөү өсөн ебәрелде. Йыһаз булдырыу, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы биреү һәм полкты аҫрарлыҡ аҡса булмау сәбәпле, һалым һалып, аҡса тупланыҡ, Үҫәргән кантонында, батша тарафынан дөйөм мобилизация мөнә-сәбәте менән араҡы һатыу тыйылғанлыҡтан, Самакиндың араҡы фабрикаһында бик күп араҡы йыйылғайны. Уны конфискациялап, рустарға һатырға ҡарар иттек. Был яҡтағы бөтә рус ауылдарынан, хатта Ырымбур казак ауылдарынан рустар сәйнүк, шешә, биҙрә, ҙур шешә, мискә менән килделәр. Осһоҙ хаҡҡа һатылды. Ярты миллион һум тирәһе рус аҡсаһы йыйылды. Уны хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләргә кантондарға ебәрҙек.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.12.15 | Ҡаралған: 1249

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru