«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИНОЛАР ТӨШӨРӨЛҺӨН ҺӘМ ФЕСТИВАЛДӘРҘӘ БАҺАЛАНҺЫН
+  - 

Икенсе аҙнала Өфөлә II "Көмөш Аҡбуҙат" Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале башлана. Фестивалдең үҙенсәлеге, үткәреү тәртибе, унда ҡатнашҡан фильмдар тураһында режиссер, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айнур АСҠАРОВ һөйләй:

Яңы режиссерҙар, яңы фильмдар...


"Көмөш Аҡбуҙат" милли һәм этник фильмдар фестивале икенсе тапҡыр ғына үтә, шуға ла уны нимә менәндер сағыштырып та булмай. Былтыр уҡ ул шәп кинолар тәҡдим итеүе менән айырылып торғайны, хәҙергә ошо кимәлде һаҡлау шарт беҙгә. Һәм, әлбиттә, ойоштороу йәһәтенән быйыл ул тағы ла сифатлыраҡ буласаҡ, сөнки уны әҙерләүсе белгестәрҙең тәжрибәһе байыны.
Конкурс программаһына килгәндә, һис шикһеҙ, тәүге йылда ул һәр ваҡытта ла көслөрәк булалыр ул. Быйылғы фестивалдең фильмдары буйынса тамашасы үҙ фекерен еткерер, әлегә ниндәйҙер һығымталар яһауы ауыр. Көрсөк тә сағылалыр инде, ни тиһәң дә, кино сәнғәте ҙур сығымдар талап иткән өлкә, унан һуң, һәр киноның уңышлы булып китмәүе лә бар. Шулай ҙа быйыл яңы режиссерҙар, яңы йүнәлештәге фильмдар ҡатнаша - сара бик мауыҡтырғыс булырға тейеш. Иң ҡыҙығы, алдан ниндәйҙер тема билдәләнмәһә лә, ни мөғжизә менәндер, бар фильмдар ҙа тиерлек һыу менән бәйле: геройҙар һыу аша үтһенме, һыу эҙләһенме, һыу байрамы күрһәтелһенме. Ниндәйҙер сәбәп менән конкурс программаһына инмәгән фильмдар айырым күрһәтеләсәк. Этник кинола теге йәки был милләттең донъяға ҡарашы, ниндәй уйҙар-хыялдар менән йәшәүе, көнүҙәк проблемалары, уларҙы хәл итеүҙәге ҡараштарҙың төрлө булыуы асыҡ сағылыусан. Әммә быйыл миңә беҙ быға тиклем күтәреп өйрәнгән проблемалар бер ҙур донъяуи тема - тыныслыҡ темаһы эргәһендә ваҡланып ҡалған кеүек. Кешелектең һуғыш хәүефе алдында торғанын барыһы ла аңлай, был ҡурҡыныс барыһын да борсой. Халыҡтарҙың бер-береһен тоя, аңлай һәм ихтирам итә белеүе, бер-берең менән дуҫлыҡта, татыулыҡта йәшәү - ул ерҙәге тыныслыҡтың нигеҙе.

Йәштәргә ҙур мөмкинлек

Фестиваль сиктәрендә төрлө эшлекле осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған. Мәҫәлән, йәш кинематографистар ойошмаһы "Дебютанттар өсөн башҡорт питчингы" ойоштора. Бөтөн Рәсәйҙән килгән 51 проект араһынан иң көслө 12 эште һайлап алдыҡ. Фестивалгә төрлө режиссерҙар, продюсерҙар килә, әлеге мәлдә беҙ улар менән бәйләнештә, үҙ-ара аралашып торабыҙ. Ошо 12 эш авторы улар алдында сығыш яһап, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙенең проектын тәҡдим итергә тейеш була. Әгәр ҙә ҡыҙыҡһындыра алһалар, продюсерҙарҙың уларға хеҙмәттәшлек итергә тәҡдим итеүе лә бар. Өс еңеүсе "Башҡортостан" киностудияһының сертификаттары менән бүләкләнәсәк, уларға киностудия кино төшөрөүҙә техник яҡтан ярҙам итәсәк. 9-12 декабрҙә иртәнән кискә тиклем оҫталыҡ дәрестәре барасаҡ.
Бөтөн донъяла барған иҡтисади көрсөк кинола һиҙелерлек эҙ ҡалдыра, шулай ҙа йәштәрҙең кино сәнғәтенә ынтылышы көслө бөгөн. Бер оператор менән һөйләшкәндә һуңғы мәлдә үҙемде ҡыҙыҡһындырған идея таба алмауым, кешене аптыратырлыҡ берәй нәмә табырға кәрәклеге хаҡында уйланыуым тураһында ла әйттем. Сөнки фестивалдәргә йөрөгәндә хәҙер кинолар ысынлап та күп төшөрөлә, әммә уларҙың кимәле бер төрлө икәнен күрәһең. Ә ул оператор миңә: "Тамашасыны аптыратыр өсөн түгел, ә күңелеңде нимә борсой, шул турала кино төшөрөргә кәрәк", - ти. Уның менән тулыһынса килешәм, күңелеңдә йөрөтөп һалынған идея ғына яҡшы киноға әүерелә ала. Бөгөн йәштәрҙең кино төшөрөргә ынтылышы ла шуның менән бәйлелер. Тимәк, уларҙың күңелендә кешелек менән уртаҡлашырлыҡ фекерҙәр өлгөрөп еткән. Эштәрҙе ҡарағанда араларында шундай яҡшылары бар, бөгөндән уларға тотонорға мөмкин. Әлбиттә, Голливуд киноларында тәрбиәләнгән быуында Голливуд киноларына пародия эшләргә тырышыу ҙа бар. Бәлки, тәүге киноларын голливудса төшөрөргә теләйҙәрҙер, әммә ижадта был мөһим түгел. Иң тәүҙә һәр темаға үҙ ҡарашың, уны асыуҙа үҙ ысулың булырға тейеш. Бигерәк тә милли кинематографияла был йәки теге проблемаға минең башҡорт булараҡ ҡарашым мөһим. Әлеге эштәрҙең тематик төрлөлөгөнә килгәндә, уларҙа фантастика, социаль жанр өҫтөнлөк итә. Социаль тема башлыса ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ҡоролһа, фантастикала шул уҡ ғаилә мөнәсәбәттәренә киләсәктән ҡараш ташлана.

Көнүҙәк мәсьәләләр күп

"Милли" кино критерийын төрлөсә аңлатырға мөмкин. Мәҫәлән, Башҡортостанда төшөрөлгән һәр кино башҡорт киноһы булып иҫәпләнә. Фестивалдә лә Мәскәүҙән, ВГИК-тан кинолар күп, унда рус кешеһе башҡа берәй милләттең проблемаларын сағылдыра, шуға улар ҙа милли кино. Йәғни, милли кино тигән төшөнсәгә аныҡ ҡына яуап биреүе еңел түгел. РФ Мәҙәниәт министрлығы киноларға "Милли фильм таныҡлығы" бирә, унда төрлө фильмдар инә. Һәр хәлдә, башҡорт киноһы был төркөмгә еңел генә эләгер ине. Башҡорт киноһын башҡорт студияһында, Башҡортостан аҡсаһына башҡорт режиссеры төшөрә, ул башҡорт телендә һәм башҡорт тамашасыһына тәғәйенләнгән.
Киләһе йыл Рәсәй киноһы йылы тип аталасаҡ. Беҙ Рәсәй төбәге, тимәк, беҙ ҙә Рәсәй киноһын төшөрәбеҙ. "Рус түгелмен, ләкин россиянмын, Россияның һыуын эскәнмен", тигән бит әле бөйөк шағирыбыҙ. Рәсәй - беҙҙең Оло Ватан, тимәк, беҙ ҙә Рәсәйҙә үҫкән, Рәсәй һыуын эскән режиссер булып сығабыҙ. Кинематография өлкәһендәге финанс ҡытлығы тотош Рәсәйгә хас, бөтөн төбәктәрҙә лә бер үк проблема - аҡса етмәй. Бергә уҡыған режиссерҙар менән күп аралашам, улар миңә бер аҙ көнләшеп тә ҡарай әле, ярай һиңә республикаң аҡса бирә, һин кино төшөрәһең, тиҙәр. Һәр режиссерға ярҙам итеп тә булмайҙыр, шулай ҙа матди мөмкинлектәребеҙ артһын ине.
Башҡортостанда кино йорто, кинематоргафистар берлегенең үҙенең урыны юҡ. Кино йорто булһа, ул был өлкәлә эшләүселәрҙе юридик яҡтан яҡлаясаҡ, унда төрлө саралар үткәрергә буласаҡ. Әле нимә генә ойошторһаҡ та, "Родина" кинотеатрына мөрәжәғәт итеп, уларҙың эш планына ҡыҫылырға мәжбүрбеҙ. Бындай һорауҙар бик күп, бәлки, Республика Башлығының мәҙәниәт өлкәһендәге гранты күберәк фильмдар төшөрөүгә бүленер киләһе йылда.

Фестиваль - үҙеңде күрһәтеү ысулы

"Көмөш Аҡбуҙат" Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивалендә быйыл Башҡортостандан 5 режиссерҙың эше ҡатнаша. Сағыштырмаса ҙур күрһәткес был. Әлбиттә, фестиваль бөтөн башҡорт режиссерҙарын үҙенә туплай тип әйтеп булмай, беҙҙә режиссерҙарҙың һаны ла күп түгел. 4 млн халыҡ йәшәгән төбәк өсөн яҡынса 10 режиссер - ул бик аҙ. Уларҙың да йылына 1-2-һе генә кино төшөрә, ҡалғандар үҙенең сиратын көтөргә мәжбүр, сөнки матди хәлебеҙ шулайыраҡ. Һуңғы мәлдә һәр төбәктең үҙенең фестивале барлыҡҡа килде, уларҙың һәр береһе үҙенең режиссерҙарын күрһәтергә тырыша. Беренсенән, шул рәүешле улар төбәктәренең дә, режиссерҙарының да дәрәжәһен күтәрә, икенсенән, шунда йыйылған халыҡҡа үҙҙәрендә ниндәй кинолар төшөрөүен дә күрһәтә. Имидж булдырыу йәһәтенән был, бәлки, үҙен аҡлайҙыр ҙа, фестивалдә еңгән икән, әйҙәгеҙ, был режиссерға тағы ла төшөрөү өсөн мөмкинлек бирәйек, тип әйтеүҙәре ихтимал. Ни генә тиһәң дә, фестиваль - ул режиссерҙар өсөн пиар, реклама. Тик шулай ҙа мин үҙебеҙҙә үткән фестивалдә үҙебеҙҙең режиссерҙарға төп приздарҙы биреүгә ыңғай ҡарамайым. Шунда уҡ ниндәйҙер һүҙ китә, ғәҙелһеҙлек кеүек тойола был миңә. Быйыл тағы ла фестивалгә тулы метрлы фильм тәҡдим итә алмайбыҙ. Айсыуаҡ Йомағолов, Вилүрә Иҫәндәүләтова, Таңсулпан Бураҡаева, Руслан Юлтаев, минең фильмым да ҡыҫҡа метрлы, улар үҙ-ара конкурент булып сыға.

Шулай итеп...
Милли кинематография өлкәһендәге һәр аҙым мөһим бөгөн. Был фестивалдең дә милли киноны үҫтереүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Кинофестиваль байрам ғына түгел, ә республикабыҙға, милләтебеҙгә кино мәҙәниәтен алып килә - уның төп мәғәнәһе ошондалыр ҙа, бәлки. Конкурс программаһында ҡатнашыусылар араһында Рәсәй төбәктәре лә, Иран да, Тажикистан да, Һиндостан да, Эстония ла, Ҡырғыҙстан да, Бангладеш та, Үзбәкстан да, Әрмәнстан да бар. Был илдәрҙә йәшәүсе милләттәр башҡорт фестиваленә, тимәк, башҡорт киноһына ышанысын белдергән. Ә башҡорт тамашасыһының башҡорт киноһына ышанысы фестивалдең тулы залдары менән билдәләнәсәк. Фильмдар "Родина" кинотеатрында һәм "Актерҙар йорто"нда иртәнге сәғәт 10-дан башлап күрһәтеләсәк. Фестиваль киноларына билет һатып алырға кәрәкмәй, улар түләүһеҙ күрһәтелә. Был матур саранан ситтә ҡалмайыҡ!

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.12.15 | Ҡаралған: 1210

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru