«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ
+  - 

12-се һабаҡ: "Мине мөхәббәт ҡотҡарҙы"

Аллаһы Тәғәлә бәндәләренең иң ауыр сағында уларҙы ҡотҡарыр өсөн ергә үҙенең фәрештәләрен ебәрә, тиҙәр. Яр ситендә, ни кире диңгеҙгә төшөргә, ни ярҙа ҡалырға белмәй аҙапланғанымда, күктән нур шәлкеме ҡойолдо ла, күҙҙәремде сағылтып, бар булмышымды балҡытты. Был мөғжизәнең ни икәнен дә аңғармай ҡалдым, бер ҡасан да ишетмәгән сихри моң булып яғылды миңә ҡөҙрәтле көскә эйә булған яҡтылыҡ. Ҡан тамырҙарыма йәшәү һуты йүгерҙе, тын юлдарым иркенәйеп, йәнем асманға ашҡандай тойолдо, үҙемдә сикһеҙ көс барлығын да һиҙәм хәҙер. Йәшәгәндән-йәшәгеләрем килгәндәй…
Яр ситендә дым там итеп, кибеп-сарсап ҡорғаҡһыған күңелгә шул ғына кәрәк инде. Үҙемде-үҙем белмәҫтән, һикереп аяғыма баҫтым да, нур ҡойолған күккә ҡарарға итәм. Тик бер нәмә лә күрмәйем, күҙгә ҡапыл килеп һуғылған сағыу яҡтылыҡтан тамам һуҡырайғанмын.
Күккә ҡарап айбанғанмын икән, ҡараштарымды ергә күсергәс, эргәмдә баҫып торған ҡатын-ҡыҙҙы күрҙем. Үҙе таныш та, таныш та түгел һымаҡ, әммә ҡараштары шул тиклем яҡын. Хатта уның күҙҙәрендә үҙ-үҙемде лә күргән, уға ҡараһам, үҙ-үҙемә ҡараған кеүекмен. Таныным, үҫмер сағымда мине бер күреүҙә ғажиз иткән, әммә үҙемә бер тапҡыр ҙа күтәрелеп ҡарамаған илаһи зат. Тормош уны ла бик үк иркәләп бармағаны булмышына сыҡҡан. Әммә тәбиғи мөләйемлеген, кешелекле-кеселекле сифаттарын йылдар һис тә юя алмаған. Уның Илаһиә затынан икәнлеген асылына сығып балҡыуында күрергә була. Ысын мәғәнәһендәге Хоҙай кешеһе, үҙенә шәреҡ нуры һеңгән, нағыш та, һағыш та бергә үрелгән.
Уның янына килдем, тик ни эшләргә лә белмәйем. Шулай ҙа һүҙ әйтергә баҙнатым етте, тертләтеп ҡуймайым тип, ипләп кенә өндәштем үҙенә. Беҙҙең арала шундай һөйләшеү булды:
- Һаумы, һине бында ниндәй елдәр ташланы, әле генә миңә нур шәлкеме килеп һуғылғандай булды ла, ҡараһам, һин...
- Һауғынамын, уйланым-уйланым да, туҡта, мин әйтәм, ғүмер үтеп бара, был нисек икән, тип хәлеңде белергә килдем…
- Рәхмәт килеүеңә, хәлемде үҙең күреп тораһың, яр ситендәмен, килеп өлгөрмәгән булһаң, диңгеҙгә төшкән булыр инем…
- Был сир менән яфаланғаныңды белә инем. Шуға күрә лә, аҡылһыҙлыҡ тигән шарап диңгеҙенә кире суммаһын, тип килдем дә инде мин. Элегерәк тә килә ала инем, әммә ошо мәл өсөн үҙемде һаҡланым.
- Элегерәк тә килә ала инем, тиһеңме, ә һин минең был хәлемде ҡайҙан белдең һуң?
- Кәрәк булғаның өсөн белдем, күңелемдә йәшәгәнең өсөн…
- Йәшлегебеҙ сәскә атҡан саҡта мин дә һинең яныңа килгәйнем, һин, исмаһам, бер тапҡыр күтәрелеп тә ҡараманың...
- Үҙең ғәйепле, тимәк, баҙнатһыҙ булғанһың!
- Тормошоң нисек?..
- Ауылда торам, балалар үҫтерәм. Донъяла һин бар тип йыуанып йәшәйем…
Беҙҙең арала тик ошондай, ҡыҫҡа ғына һөйләшеү булды, үҙен күреп тә туйманым. Ергә нисек килеп төшкән булһа, шулай кире күккә осоп та китте. Күҙ ҡараштарым менән үҙен оҙатырға ла өлгөрмәнем. Уның ҡарауы, шифалы нуры булмышыма һеңеп ҡалды.
Тап ошо мәлдән мин "Нисек итеп яңынан йәшәй башларға?" тигән һорауыма яуап таптым да инде. Күптәр уны йәшәү мәғәнәһе тип тә атай. Миңә ҡалһа, ул эске инаныуҙыр, намыҫың, булмышың алдында бер ваҡытта ла хыянат итмәй торған үҙлегеңдер. Кеше хатта үҙ-үҙенә хыянат иткән хәлдә лә, намыҫ тигәнең үҙгәреүһеҙ ҡала, киреһенсә булған осраҡта ул намыҫһыҙлыҡ тип аталыр ине. Шул мәл яр ситендә эске тауышым телгә килде, ирендәрем дә уны ҡабатланы: "Ҡасандыр күңел донъяңды гөл-сәскәгә әйләндергән, тик хыялыңда йәшәүсе изге йән һиңә үҙе килгән. Ул һине ғүмере буйы яратып йөрөгән, һин уның күңелендә йәшәйһең. Бынан был яғына уның күңелен "йәшел йылан" менән ағыуларға тейеш түгелһең!" Был һүҙҙәрҙе мин үҙем уйлап сығарманым, булмышымда үҙенән-үҙе яңғыраны, ирендәрем уларҙы бары ҡабатланы ғына. Ә ниңә Аллаһы Тәғәлә беҙҙе йәшлегебеҙ сәскә атҡан саҡта уҡ ҡауыштырмаған, мин бит шундай кеше менән бергә йәшәгән булһам, бер ваҡытта ла шарап диңгеҙҙәренә батмаҫ инем, тип үрһәләнәм. Юҡ, тип кире уйлайым, Аллаһы Тәғәләнең ихтыярына ҡаршы килеп булмайҙыр. Хәҙер инде һуң, тормошта шул кешене эҙләргә тырышыу һәм ошоно маҡсат итеп ҡуйыу Бөйөк көстө инҡар итеү ҙә булыр ине. Үҙенең бәндәһенә ынтылғанымды белһә, язаһын да бирәсәк бит ул. Барыһы ла ошо мәлдән яңынан башлана икән, алда тағы ла һынауҙар, ауырлыҡтар көтәсәк мине, шунһыҙ тормошта еңеллектәр килмәй. Тимәк, юлымда кәртәләр осраған саҡта донъяла шундай кешемдең барлығын иҫкә төшөрөү миңә көс-ҡеүәт бирәсәк. "Минең бит шундай кешем бар, уның күңелендә йәшәгән кешеһе булараҡ, мин лайыҡлы ғүмер итергә тейешмен, ғүмер арауығын мөмкин тиклем сағыу итеп үткәрергә бурыслымын. Ул үҙенең шундай кешеһе барлығына ғорурлыҡ тойғоһо кисерһен һәм шунан үҙенә лә йәшәү көсө алһын!" тигән эске инаныуым йәшәү маҡсатыма әүерелде тап ошо көндә.
Әгәр ҙә кире диңгеҙгә сума ҡалһам, донъялағы иң мөҡәддәс тип һаналған мөхәббәт тойғоһо ла ялған ғына хис булып сығасаҡ. Тимәк, мин икебеҙ өсөн дә ошо тойғоно һаҡлап ҡалырға уйлаһам, уға мөхәббәттең барлығын иҫбат итер өсөн эсмәҫкә тейешмен.
Хоҙай уның менән аңлашыуҙы тап ошо мәлгә, ғүмеремдең иң ауыр сағына тип билдәләгән икән, юҡҡа түгелдер. Был бит, ысын мәғәнәһендә, Мөхәббәттең үҙе - Аллаһы Тәғәләнең икебеҙҙе лә үҙ итеп яратыуы. Ул миңә иң ҡыйын мәлемдә уны изге фәрештә итеп ебәрергә ҡарар иткән дә, йәш саҡта ҡараштарын ситкә күсерткән. Сөнки киләсәктә минең ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға уйлаған.
Араҡы-шарап диңгеҙе - Иблис ризығы, Мөхәббәт - Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте. Алдағы көндәремдә Иблис төрлө сүрәткә инеп, үҙ этлектәрен эшләп маташасаҡ әле, әммә иң ауыр мәлемдә булмышыма килеп тулған мөхәббәт тойғоһо барыбер еңәсәк.

Әхмәр ҮТӘБАЙ.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.12.15 | Ҡаралған: 1233

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru