«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛЕҢ ӘЙТКӘНДЕ ҠОЛАҒЫҢ ИШЕТҺЕН!
+  - 

Интернет киңлегендә берәүҙең: "Әгәр ҙә мәгәр шулай итмәһәк, беҙ юҡҡа сығасаҡбыҙ, беҙ бөләсәкбеҙ!" - тигән киҫәтеүен уҡығас, йөрәк жыу итеп китте. Бәй, был кеше үҙе үк бөтөү, юҡҡа сығыу программаһын Йыһанға ебәреп ята лаһа, тигән уйҙан тетрәнеп, тиҙ генә ғалимдарҙың ошо хеҙмәтен тәржемәләргә булдыҡ. Уҡыйыҡ һәм ниҙер әйтер алдынан һүҙҙең ниндәй эҙемтәгә юлыҡтырыры тураһында уйлап алырға өйрәнәйек.

"Ғалимдар шундай һығымтаға килгән: ДНК телмәрҙе һәм уйҙарҙы ҡабул итә! Һәр әйтелгән һүҙ - тормошоғоҙҙо тамырынан үҙгәртергә һәләтле тулҡынлы генетик программа ул. Икенсе төрлө әйткәндә, кемдәр менән аралашаһығыҙ, һөҙөмтәлә нәҫел унан программа ала. Тоҡом өсөн яуаплы молекулалар беҙ һөйләшкәндәге йәки ниндәйҙер телмәр ишеткәндәге акустик мәғлүмәтте үҙенә күсерә. Шулай уҡ ДНК беҙ шым ғына уҡығанда йәки нимәгәлер ҡарағанда яҡтылыҡ мәғлүмәтен дә ҡабул итә. Шул уҡ ваҡытта бер телмәр йәки текст - тоҡомдо һауыҡтырырға, икенсеһе уны йәрәхәтләргә мөмкин.
Медик-техник Фәндәр академияһы академигы, Нью-Йорк Фәндәр академияһы ағзаһы П. П. Гаряев, кеше һүҙ аша әйткән уйҙары ярҙамында үҙенең генетик аппаратын барлыҡҡа килтерә, тип иҫәпләй. Баҡтиһәң, доғалар генетик аппараттың резерв мөмкинлектәрен уята икән. Хатта өмөтһөҙ сирлеләр ҙә изгеләрҙең доғаһынан һуң һауығыуы билдәле. Изгеләрҙең фатихаһы уларҙың бер нисә быуынына тиклем дауам итә, һаҡлап тора.
Ҡарғыш иһә тулҡын программаларын емерә, тимәк, организмдың нормаль үҫешен боҙа. Кешене ихтыярынан, сәләмәтлегенән, ҡайһы бер осраҡта ғүмеренән дә яҙҙырған зомбилаштырыу, сихырлау, әсә ҡарғышында төп ҡорал булып һүҙ тора. Ә хәҙер ғалимдарҙың төп һығымтаһына иғтибар итегеҙ: тулҡын генетикаһын өйрәнеүселәр, кешенең генетик аппаратына уның хужаһы нимә уйлауы, тыңлауы йәки уҡыуы барыбер түгел, ти. Сөнки һәр мәғлүмәт тулҡын генына яҙылып бара икән. Шул уҡ ваҡытта ДНК аппараты мәғлүмәтте кемдән алыуығыҙҙы айырмай: уға тере әңгәмәсе ни, телевизор ни. ДНК молекулалары был мәғлүмәт менән акустик һәм электромагнит тулҡындар ярҙамында бүлешергә һәләтле. Әммә иң ғәжәбе, үҙ тәжрибәләрендә ғалимдар күп "мөғжизәне" йәки генетик һөҙөмтәләрҙе һүҙ ярҙамында тартып килтерә. Улар кеше һүҙен молекулаға - ДНК-ға тәьҫир итергә һәләтле электромагнит тирбәлеүгә әйләндереүсе аппарат уйлап таба. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер һүҙҙәрҙең ҡот осҡос мутация гены эффекты барлыҡҡа килтереүе асыҡлана: хромосомалар ҡалтая, өҙөлә, гендар урындары менән алмаша, ДНК киләсәк быуынға тәбиғи булмаған - үҙ-үҙен юҡ итеү программалары эшләп сығара башлай, улар организмда үрсей. Белгестәр баһалауынса, сәйер һүҙҙәр 30 мең ҡеүәтендәге рентген биргән радиоактив нурланыуға тиң мутаген һөҙөмтә бирә. Әгәр кеше өсөн 50 рентген үлемесле доза булып һанала икән, шундай телмәр эшкәртеүенән һуң ул нишләргә тейеш? Бәхеткә күрә, был тәжрибәне арабидопсис үҫемлеге орлоҡтарында үткәрәләр. Улар барыһы ла тиерлек һәләк була. Иҫән ҡалғандары иһә генетик зәғиф, сәләмәт организм үҫешен программалауға һәләтһеҙ. Бер нисә быуындан һуң уларҙың тоҡомо тулыһынса боҙола.
Ғалимдарҙы мутаген эффектының тәьҫир итеү көсөнә бәйле булмауы аптырата. Улар һүҙҙәрҙе ҡысҡырып та, шым ғына ла, шыбырлап та әйтә - һөҙөмтә бер үк. Бәлки, аппарат тауыш тирбәлеше энергияһын көсәйткәндер? Мөмкин түгел, сөнки ул, ғәҙәттә, кеҫә фонаренә көс биргән ике бәләкәй батарея ярҙамында эшләй. 30 мең рентген һөҙөмтәһен алыр өсөн ошо батареялар ҡеүәтенән меңдәрсә тапҡыр көслө көсөргәнеш бирергә кәрәк. Уйланырға урын бар, шулай бит. Тормошта күп ҡатмарлыҡтар йәмәғәт фекере, үҙҙәрен донъя тотҡалары тип уйлаусылар тарафынан һәр көслө затты көсһөҙ итеү һәм яман һүҙ, алкоголь, тәмәке тартыу, бирәнлек, аҙғынлыҡ һ.б. шундай "допинг"тарҙан бәйле итеү өсөн программаланған икәнлеге аңлашыла.
Бик йыш: "Нисек йәшәйһең?" - тигән ябай һорауға нимә тип яуап бирәһегеҙ? "Барырлыҡ... Яйлап ҡына... Барыһы кеүек..." Ир-ат мөхитендә нимә тураһында һөйләшеүегеҙ һәм ниндәй телдә һөйләшеүегеҙҙе күҙәтегеҙ әле. Интернетта ниндәй мәғлүмәт уҡыйһығыҙ, ниндәй тапшырыуҙар ҡарайһығыҙ? Хәҙер аңланығыҙмы инде? Әгәр тормоштағы уңышығыҙ фекерләүегеҙ һәм аралашыуығыҙ кимәленә бәйле икәнен һаман да аңламаһағыҙ, ғалимдарҙың фекеренә ҡолаҡ һалығыҙ.
Кем булырға теләйһегеҙ, үҙ мөхитегеҙгә ниндәй мәғлүмәтте индерергә рөхсәт итәһегеҙ, үҙ көсөгөҙҙө табыр, үҙегеҙгә ышаныр, ихтыяр көсөгөҙҙө нығытыр, үҙегеҙҙе һәм харизмағыҙҙы 100 процентҡа асыр, үҙ ҡатынығыҙҙы (ирегеҙҙе) донъялағы иң бәхетле кеше итер, балаларығыҙ аталары менән ғорурланһын, Ер йөҙөндә тормош ыңғайға китһен, изге күңелле һәм яҡшы күршеләр менән йәшәр өсөн бөгөндән башлап ниндәй фекерҙәр һәм һүҙҙәр ҡуллана башлаясаҡһығыҙ - ҡарар ҡабул итегеҙ!"

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Был мәҡәлә менән әллә ниндәй асыш яһаманыҡ. Был турала "Киске Өфө" гәзите биттәрендә даими яҙып торабыҙ. Ул хәҡиҡәтте, йәғни һүҙ менән һаҡ булырға кәрәклекте, тормошта уңыш ҡаҙанып, бәхеткә төрөнөп йәшәүсе геройҙарыбыҙ ауыҙынан да ишеткәнегеҙ, "Мосолман әҙәбе", "Уңыш ҡаҙан" рубрикаларында ла уҡығанығыҙ бар. Әммә... Кемегеҙ ниндәйҙер һүҙ, фекер әйтер алдынан ете ҡат үлсәп ҡарау ғәҙәтенә эйә? Уртаҡлашығыҙ әле шул матур фиғел-ғәҙәттәрегеҙ тураһындағы һүҙ менән...

Земфира ХӘБИРОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.02.18 | Ҡаралған: 738

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru