«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҘҘӘРҘӘ БӘХЕТ НУРЫ САҒЫЛҺЫН
+  - 

Донъя шундай матур һәм сағыу! Бер-береһен алыштырған миҙгелдәр генә әллә күпме төҫтәре менән күҙҙәрҙе иркәләй. Әгәр ҙә күреү һәләте насарайһа, тирә-яҡ тоноҡлана, тормош сифаты түбәнәйә. Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының офтальмология бүлеге мөдире, юғары категориялы табип Амур МОТАЛЛАПОВ раҫлауынса, күҙҙәр ҙә һаҡлауға мохтаж. Гәзит уҡыусыларыбыҙға уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ

Амур Хөрмәт улы, һеҙҙең бүлектә халыҡҡа ниндәй төр медицина ярҙамы күрһәтелә?

- Күҙ ауырыуҙарын дарыуҙар ярҙамында дауалайбыҙ һәм операция яһайбыҙ. Башлыса, катарактаға зарланып киләләр. Катаракта - күҙ яҫмығының (хрусталик) тоноҡланыуы, халыҡ әйткәнсә, күҙгә аҡ һалыуы ул. Яҡтылыҡ нурҙары тотҡарлыҡһыҙ үтһен өсөн күҙ яҫмығы үтә күренмәле булырға тейеш. Ул тоноҡланһа, күреү һәләте кәмей. Уның үҙгәреүе әкрен бара, тәүҙә күҙ бәбәге һорғолтлана, унан күҙ күрмәй башлай. Катарактанан операция ярҙамында ғына ҡотолоп була. Был ауырыу, ғәҙәттә, 60 йәштән өлкәндәрҙе яфалай.
Әгәр ҙә күҙҙә ҡан баҫымы юғары булһа, глаукома тигән сир барлыҡҡа килә. Тәүге осорҙа күҙ тамсылары, дарыуҙар ҡулланыла. Әгәр ҙә пациенттың хәле яҡшырмаһа, операция яһала. Был сирҙе шулай итеп һүрәтләргә мөмкин: йылға үҙәне ҡаплана, һөҙөмтәлә ул һәйбәтләп аҡмай (күреү һәләте насарая), яры бысраҡ һыу менән тула. Оператив юл менән шул йылға йырыла, һөҙөмтәлә һыу аға һәм таҙара (күреү һәләте һаҡланып ҡала). Күҙ күргән саҡта операция яһап өлгөрөргә кәрәк. Юғиһә, нервы күҙәнәктәре һәләк була һәм кеше тома һуҡыр булып ҡала. Һуңынан уға бер нисек тә ярҙам итеп булмай.

Бөгөн тормошобоҙҙо компьютер-гаджеттарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Йәш ата-әсәләр ҙур проблема менән осраша: бәләкәстәр телефон, планшет, компьютер даулай. Бирмәһәң, күҙ йәштәре, үпкәләүҙәр. Нимә эшләргә?

- Был осраҡта ата-әсә үҙе өлгө күрһәтергә тейеш. Әгәр ҙә әсә, балаһы менән шөғөлләнеү урынына, туҡтауһыҙ телефонына текәлһә, ә атаһы эштән ҡайтып, компьютер алдында донъяһын онота икән, баланың талабын аңларға була. Кескәйҙәр ололарҙың һәр аҙымын ҡабатларға ярата бит. Саф һауала йөрөү, бергәләшеп мауыҡтырғыс уйындар уйнау, китап уҡыу ғаиләләге мөнәсәбәтте нығыта, бәләкәсте лә насар ғәҙәттән аралаясаҡ. Кесе йәштән үк күҙгә күп көс төшһә, киләсәктә күреү һәләте түбәнәйәсәк. Телефон һорап мыжыған балаға теләгәнен тотторор алдынан шуны онотмағыҙ. Ете йәшлектәргә көнөнә 10-15 минут компьютер алдында ултырырға мөмкин. Бәләкәйҙәргә заман гаджеттарын бөтөнләй бирмәгеҙ.

Бөгөн бар йәштәрҙең ҡулында кеҫә телефоны. Күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу, йәнле осрашыу урынына һәр береһе телефон экранына текәлә. Был ҙур социаль проблема. Уның тағы ла икенсе яғы бар - күҙҙәргә зыян киләлер...

- Ысынлап та, һуңғы осорҙа йәштәрҙең күреү һәләте түбәнәйеүе күҙәтелә, күҙлек кейеүселәр йылдан-йыл артыуға табан бара. Әлеге заманда күптәрҙең эше компьютер менән бәйле, унан бер нисек тә баш тартып булмай, әлбиттә. Әммә ябай ғына талап үтәлһен: ике сәғәт һайын 15 минут ял булырға тейеш. Телефондың сағыу экранына оҙаҡ текәлеү күҙгә насар йоғонто яһай. Йоҡлар алдынан ятҡан килеш ҡараңғыла телефондан оҙон-оҙаҡ уҡып ятыу хатта һуҡырайға илтеүе бар. Шуға күрә, мотлаҡ ут ҡабыҙырға кәрәк һәм сама тураһында оноторға ярамай. Телевизорҙы ла ҡараңғы бүлмәлә ҡарамағыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән күҙ гимнастикаһы эшләп алырға була.

Контакт линзаһы бик уңайлы. Ә уның зыяны бармы?

- Гигиена шартын теүәл үтәһәң, линзаны дөрөҫ һаҡлаһаң, уның тик уңайлы яғын ғына тойорһоғоҙ. Әгәр ҙә юҡ икән, конъюнктивит, күҙ бәбәге елһенеүе кеүек күңелһеҙ хәлдәр барлыҡҡа киләсәк. Минән кәңәш - уны иртәнән-кискә тиклем йөрөтмәгеҙ. Мәҫәлән, эш ваҡытында - линза, кискеһен күҙлек кейегеҙ. Күҙҙәргә ял кәрәк.

Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

- Күреү, ишетеү, тойоу, атлап йөрөү кеүек үк, ҙур бәхет ул. Ана шуның ҡәҙерен белегеҙ. Үкенескә, арабыҙҙа Хоҙай биргән байлыҡтан - күҙ нурынан яҙғандар бар. Ниндәйҙер проблема барлыҡҡа килһә, бар эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, тиҙ арала күҙ табибына барығыҙ. Ваҡытында мөрәжәғәт итмәү арҡаһында, күңелһеҙ хәлдәргә тарығандар булды. Мәҫәлән, күҙгә насар инфекция эләкһә, дауаханаға һуң килеү арҡаһында, уның менән көрәшеп булмай. Алдан әйтеп үтеүемсә, глаукоманың эҙемтәһе насар. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға һаулығына айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Унан иң алда күҙҙәр өҙлөгә. Хатта йәштәр араһында ла ошо сир арҡаһында күреү һәләтен юғалтыусылар бар. Ғөмүмән, табип ҡушҡандарҙы теүәл үтәгеҙ, донъяға һау күҙҙәр менән бағып, йылмайып йәшәгеҙ!

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.02.18 | Ҡаралған: 1094

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru