«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘҘӘМ ЫШАНМАҪЛЫҠ СӘЙӘХӘТ
+  - 


1944 йыл. Апрель. "Бәләкәй түбә", "Яйыҡ", "Ҡалҡан" колхоздары рәйестәре Ишмәкәй ауылынан Мөхәмәҙи Буранбаевты, Илтабандан Әхмәт Закировты, Ҡалҡандан Фәрзәнә Йоносованы саҡыртып ала. Мөхәмәҙи туғыҙ йәшендә инәйһеҙ ҡалған, тормоштоң әсеһен татырға өлгөргән етем. Бығаса мал ҡарап, ер тырматып, ашлыҡ һуғып, башҡа хужалыҡ эштәрен бөтөрөшкән ун алты йәшлек үҫмерҙәргә талап бер үк:
- Ҡустым... һеңлем... Оло ағайҙарығыҙ һуғышта. Ҡайтҡандары ғәрип. Эш кешеләре етешмәй. Дошмандан азат ителгән ерҙәргә мал ҡыуышырға һеҙҙе лә ебәрмәй әмәл юҡ. Иртәгә үк Учалыға заготскотҡа барығыҙ...
Үҫмерҙәр ниндәй оҙон, ҡыйын юлға сығасаҡтарын да белмәй, уны күҙ алдына ла килтермәй. Туйғансы ашарға алырға аҙыҡ-түлеккә ҡыҫаныс. Фәрзәнәгә өйҙән һоло ононан бешерелгән ике йәймә, Мөхәмәҙигә бер-нисә һоло күмәсе бирәләр. Әхмәт байыраҡ, уның тоҡсайында - биш килограмм һоло. Үҫмерҙәр ошо ризыҡтарын тотоп, өҫтәрендә бер ҡат күлдәк-ыштан, бишмәт менән Учалы ауылындағы мал йыйыу урынына юлға сыға.
Яҙ иртәләгән, ҡар иреп бөткән. Азат ителгән ерҙәргә оҙатырға колхоздарҙан тана-торпо йыялар. Килгән малды ябып, ас тотоп булмай, көтөргә алып сығалар. Шул ваҡытта Фәрзәнә зыяратта бер ябыҡ эттең бала ҡулын кимереп йөрөткәнен күрә. Зыҡ ҡубып, шаулашып, эттән ҡулды һалдырып алалар һәм ерләйҙәр. Күрәһең, бала үлгәс, ҡышҡы ҡаты һыуыҡта туң ерҙе соҡоп ҡәбер ҡаҙырлыҡ та ир-ат булмаған. Әле ас эт арлы-бирле күмелгән мәйеттең ҡулын умырып алған, һуғыш юҡ ерҙә ошондай йән өшөткөс күренеш, ә яу ҡырҙарында хәлдәр ҡот осҡостор инде.
Яйыҡ буйында ла халыҡ ас-яланғас көндәр кисерә, үҫтергәнде-йыйғанды фронтҡа оҙата, әле ҡара ергә баҫыуҙы дүрт күҙ менән көтә. Шулай ҙа башҡорттар бөлгөнлөккә төшкән колхоздарынан, үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, илбаҫарҙарҙан хәтһеҙ ҡаза күргәндәргә, донъяһыҙ тороп ҡалғандарға ебәреү өсөн дүрт йөҙ баш самаһы тана-торпо йыйҙы. Бәлә-ҡаза күргәндәргә, ҡайғы кисергәндәргә ярҙам ҡулы һуҙыу башҡортта әүәлдән килгән изге йола. "Кешегә шәфҡәт ит, уҙаманға хөрмәт ит" тигән аманат әйткән олатайҙар. Ә һыйыр биреү ғәйәт ҙур шәфҡәт. Һыйыры барҙың һыйы бар бит.
Ошондай шәфҡәт өсөн тупланған мал өс көтөүгә бүленеп, һәр көтөүҙе ете кеше оҙата барырға тейеш була. Гуртоправтар, йәғни көтөү башлыҡтары итеп Әһел Мөбәрәков, Ғәбиҙулла Кәлимуллин, Петр Петухов тәғәйенләнә. Таныулы булһын, юғалмаһын өсөн таналарға тамға һуғыла. 5 апрелдә, төштән һуң, егерме бер кеше өс көтөүҙе әйҙәп, меңәр-меңәр саҡрымлыҡ юлға сыға. Әйҙәүселәр йәйәү. Тик сиған арбаларына оҡшатып тауар менән көпләнгән алты арбаға аттар егелеп, юл кәрәк-ярағы тейәлгән, бер мылтыҡ та һалынған. Баш осонда ҡыҙыл әләм елберҙәй. Ағас күсәрле башҡорт арбалары ғәжәп ныҡ булған икән, ҡырылмай-нитмәй Украинаға хәтле тәгәрәй.
Төрлө хужалыҡтан йыйылған мал буйһонмаҫҡа итә, ҡасыу яғына ҡайыра. Ҡасҡандарын ҡыуып, кире бороп, Мөхәмәҙи, Әхмәт, юлдаштары аһылдағансы йүгерә. Уларға ололарҙан-оло, изгеләрҙән-изге бурыс йөкмәтелгән, уны намыҫ менән үтәргә кәрәк. Арыһаң да, хәлдән яҙһаң да, таш яуһа ла.
Тәүге көндө ун биш саҡрымлап ара үтеп, Иманғол ауылы янында туҡталыш яһайҙар. Иртәгеһенә таң һарыһынан ҡуҙғалалар. Сыбыртҡылар шартлай, "һәш-һәш", "әйҙә, әйҙә" тигән тауыштар тынмай, тамаҡтар ҡарлыға. Оҙон көн буйы тәпәйләп, аяҡтар талып, арып, арманһыҙ булалар. Байрамғол ерендә ял итәләр. Өсөнсө көндө Ҡаҙаҡҡол күперен сығып, ялға туҡтайҙар. Тәндәре яҙылырға ла өлгөрмәй, Белоретҡа табан йүнәләләр, текә, оҙон-оҙон үрҙәр үрләйҙәр, тау-түбәләрҙе артылалар, ҡара урмандар үтәләр. Көтөүҙәрҙе бер-бер артлы алып баралар, бер баш малды ла күҙҙән яҙҙырырға, юғалтырға ярамай.
Көн артынан көн үтә. Урау булһа ла юл буйлап китәләр. Апрель айы бит әле, юлдар бысраҡ. Тиренән тегелгән аяҡ кейемдәре, сарыҡтар еүешләнеп, ебеп, эшлектән сыға. Белореттың ауыр юлдарын үтеп, Ишембай еренә аяҡ баҫалар. Маҡарҙа һәр кемгә бер нисәшәр пар сабата һатып алалар. Улар ҙа оҙаҡҡа сыҙамай, таушала. Үҫмерҙәр ялан аяҡ та мал ҡыуа, ҡарттар әйтмешләй, нужа ҡалас ашата. Ләкин юлсылар ярым-яңғыҙ түгел, бер-береһенең хәленә керер, кәйефен күтәрер, донъяла күпте күргән һәм башынан уҙғарған юлдаштары бар. Аҡҡужанан Әүәл ҡарт, Әсмә әбей, Сәфәрҙән Таһир ҡарт, Ураҙҙан Разия еңгә, Ҡоҙаштан Таһира Ямалетдинова, Илтабандан Зыя Сәғитов, Ахундан Рәсүл Дауытов, Кирәбенән Шереметов, Вознесенканан әсәһе менән урыҫ малайы Нил... Нил Мөхәмәҙиҙе, Әхмәтте урыҫсаға өйрәтә, башҡорт араһында йәшәгәс, башҡортса йырлап та ебәрә:
Алтын мәсет яналыр,
Алтындары тамалыр.
Алтын кеүек атаҡайым
Төрмәләрҙә яталыр.
Ниңә шулай йырлағандыр. Тиңдәштәре төпсөнмәй, ирмәк күреп, уны йырлата ғына. Бәлки, Нилдең атаһына ла "халыҡ дошманы" ярлығы йәбештереп, ҡулға алған, төрмәгә япҡан булғандарҙыр. Бәлки, ул йырҙы икенсе берәүҙән отоп алғандыр. Ә Таһир ҡарт иһә сабата кейеп һәлпәндәүҙе йырға һалып:
Лапти пляшут,
Лапти пляшут,
Лапти песенки поют, -
тип урыҫса көй һупалай. Ҡалай итеп булһа ла күңелдәрҙе күтәреп, аҙымдарҙы еңеләйтеп атлайҙар ҙа атлайҙар. Барыу юлын һыулауға ҡарап билдәләйҙәр, был хаҡта ауыл кешеләренән белешәләр. Әлбиттә, һыйыр аяғы менән әллә ни юл ырамай. Әммә көн һайын алға барғас, байтаҡ ер-һыу үтәләр. Мал ҡыуыусылар тотҡарланырға тырышмай, мәгәр Өфө эргәһендәге Сиған яланында оҙаҡ ҡына туҡтап торалар.
Юлдың ыҙаһы күп. Башҡортостанды сыҡҡансы Ағиҙел йылғаһын биш мәртәбә кисәләр. Малдар йөҙә, ағып, арғы ярҙың төрлө урындарына барып сыға. Йүгерешеп йыйып килтерәләр. Ололарҙан кемдер һамаҡ та әйткеләй:
Ат башына көн килһә,
Ауыҙлығы менән һыу эсер.
Ир башына көн килһә,
Сабатаһы менән һыу кисер.
- Даръяға төшөү нимә ул? Башыңа төшһә, башмаҡ булырһың, күлдән һурпа эсерһең, - тип мәрәкәләп яуаплайҙар. Әле ирҙәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сабатаһы менән һыу кисә, ергә ятып һыу эсә. Иҙел кискәс, үҫмерҙәргә лә иҫ керә. Донъяның әсе-сөсөһө бына ҡалай була икән...
Төнгөлөккә мал ашарлыҡ ҡау, япраҡ булған ерҙәргәрәк туҡтайҙар. Ҡатын-ҡыҙ һыйырҙарҙы, быҙаулаған таналарҙы һауа. Һөт-ҡаймаҡ мул, теләгәнсә эсәләр. Ойотҡоһон сепрәк тоҡсайҙарға һалалар, һыуы һарҡҡас, эремсеген ашайҙар. Дегет-фәлән булмағас, шығыр-шығыр иткән арба тәгәрмәстәрен дә ҡаймаҡ менән майлайҙар. Һөт менән генә тамаҡ туймай, әлбиттә. Икмәк бешереү йорто булған урындарҙан икмәк тә һатып алалар.
Туҡталыштарҙа усаҡ яғалар, тирәләй ултырып йылыналар. Төндәрен һалҡын. Шуға ла усаҡ урындарының утлы көл-күмерен һыпырып ташлап, йылы ергә ятып, серем итәләр. Кейеменә ут тоҡанып, кемдер янып та китә яҙа. Малайҙар аҫтарына бишмәттәрен һалып тәгәрәй. Өшөп, бер-береһенә һырығышалар. Мөхәмәҙи Разия еңгәгә арҡаһын терәп йоҡлай. Таһир ҡарт күберәк ҡарауылда тора. Көндөҙҙәрен һәүкәштәр алға барһа, төндәрен ниңәлер артҡа борола, кире китмәксе итә. Мал да шулай тыуған төйәгенә тартыла. Юл йөрөүгә лә күнегәләр. Аттарҙы егә башлаһалар, иң тәүҙә ҙур ала һыйыр ҡуҙғала, шунан ятҡан урындарынан башҡалары тора, юлға ыңғайлай. Ала һыйыр - көтөү башы.
Ағайҙар малайҙарға ағайлыҡтарын күрһәтә, тегеләй-былай йүгертә. Эштән кеше үлмәй ул, тип, егәләр генә. Көн буйы йәйәү барып, мал ҡыуып арыһалар ҙа, көтөү башлыҡтары йәлләмәй төнгө ҡарауылға ла баҫтыра.
- Шулай бер ҡарауылда торғанда йоҡоға талғанмын... Гуртоправ Ғәбиҙулла ағай яңағыма һалмаһынмы. Тәкмәсеп киттем. Илағыларым килде. Аяҡ аҫтындағы дүңгәк һымаҡ ҡарауына йәнем көйҙө, һарыуым ҡайнаны. Яҡшылап ҡына уятһа, һәйбәтләп кенә өндәшһә булған да бит. Юҡ, яңаҡҡа йоҙроҡ менән тондороу кәрәк. Йоҡлап, малды ҡарауһыҙ ҡалдырыуыма ныҡ асыуы килгән булғандыр инде уның да, - тип, Мөхәмәҙи ағай күңел яраларын да һөйләп алды. Рәнйеү онотолмай икән.
Йөрөгәндең юлы үтә. Гел таш юлдан, оло юлдан баралар, гел яланда ҡуналар. Ялан уларҙың өйө. Ямғырҙар яуғанда өҫтәре лысма һыу булып, иҫке-моҫҡо кейемдәренән һыу ағып, тамып тора. Өшөйҙәр, дер ҡалтырайҙар. Йонсоу үҙәктәренә үтһә лә, әллә нисек ауырымайҙар. Тәгәрәгән ташҡа үлән үҫмәҫ, тигәндәй, хәрәкәттә бәрәкәттер, туҡтауһыҙ йөрөгән кешегә ауырыу йоҡмайҙыр, һалҡын теймәйҙер. Әсе елдәр иҫеп, ҡар ҡатыш ямғыр яуғанда бер генә мәртәбә малдарҙы ҡураларға ябып, йылы өйҙә йоҡларға насип була. Башҡа ваҡытта тупраҡ-япраҡ - түшәк, тәбиғәт ҡосағы - ҡосаҡ.
Күрмәгәнде күреп, Волга буйына килеп етәләр. Куйбышевтан түбән Духовенск тирәһендә оло һыуҙы паром менән сығыуҙы бер нисә көн көтөп көтөк булалар. Башҡа яҡтарҙан да мал ҡыуалар. Йылға йәйрәп ята, иртәнсәк көҙгө кеүек йылтырай, көндөҙ иҫәпһеҙ тулҡындарын ҡаға. Яр буйы ҡомлоҡ. Малды ситтәрәк йөрөтөп ашаталар. Ағас япрағын ғына көйшәй торғас, таналар ябыға. Ниһәйәт, паромға инергә учалыларҙың сираты етә. Әммә көтөүҙе туплағансы, быларҙың сиратына ҡуй көтөүе үтеп өлгөрә. Паром әйләнеп, һарыҡтар ҙа, кешеләр ҙә бата. Ығы-зығыла уларҙы учалылар тип фараз ҡылып, тыуған яҡтарына үлеүҙәре тураһында ҡайғылы хәбәр ебәрәләр.
Әммә учалылар Хвалынск ҡалаһына табан Волганы имен-аман йөҙөп сыға. Тик бер башмаҡ ҡына паромдан ҡолап ағып китә. Ниндәйҙер күл буйына етеп, үләнле ерҙә бирешкән малды бер нисә көн буйы ашаталар. Алда юл бик оҙон әле. Тирә-йүндән бала-саға һауыт-һаба тотоп һөт алырға килә. Һарыҡ ҡыуыусыларҙы ла һөт менән, ҡатыҡ менән һыйлайҙар. Күҙенә аҡ һалған, һуҡырайған малды тапшыралар. Юлда таналар быҙаулай. Быҙауҙарҙы арбаға һалып, яҡындағы хужалыҡҡа тиклем алып баралар һәм тапшырып китәләр.

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.
"Ғүмер артында - ғүмер" китабынан.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.21 | Ҡаралған: 529

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru