«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШСЕ СИНЫФ, ҺИН ҠАЙҘА?
+  - 

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков журналистарҙың йәмғиәттә мигранттарға ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереүҙәр буйынса тикшеренеү мәғлүмәттәренә ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе.

"Бындай тикшеренеү материалдары менән таныш түгелмен, шуға күрә был хаҡта аңлатма бирә алмайым", тине ул. Шул уҡ ваҡытта матбуғат секретары һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә мигранттар һанының кәмеүенә бәйле үкенес белдерҙе: "Амбициоз пландарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн беҙгә был мигранттар бик һәм бик тә кәрәк, - тип белдерҙе Д.Песков .- Улар пандемия арҡаһында кәмене. Был эшсе көстәр беҙгә ауыл хужалығы өлкәһендә лә бик кәрәк".
Бына нисек! Рәсәйҙә "амбициоз план"дарҙы ғәмәлгә ашырыу, йәғни ҙур һәм мөһим төҙөлөштәр яҙмышы ҡасандан бирле мигранттар көнлө булып ҡалды әле? Ә Рәсәйҙең үҙенең эшсе көстәре бындай мөһим төҙөлөштәр һәм ауыл хужалығын үҫтереү өсөн кәрәкмәй булып сығамы инде? Әллә был һүҙҙәр үҙебеҙҙең эшсе синыф вәкилдәренең сәменә тейер өсөн генә әйтелдеме? Нисек булһа ла, Песков әфәнденең бындай белдереүе йәмәғәтселектә төрлө һәм нигеҙҙә асыулы фекерҙәр тыуҙырмай ҡалманы, әлбиттә. "Лайыҡлы эш хаҡы түләгеҙ - беҙ ҙә эшләй беләбеҙ", "Мәшғүллек үҙәге тулы халыҡ, беҙгә мигранттар кәрәкмәй", "Әйтерһең, үҙебеҙҙә эшсе көстәр юҡ", "Үҙебеҙҙекеләргә түләгәнсе, мигранттарҙы арзанға яллау отошло властарға" - бына ошондай ярһыу ҙа, әрнеүле лә һәм тағы ла уҫалыраҡ комментарийҙар яуҙы социаль селтәрҙәрҙә Д. Песковтың был хәбәре айҡанлы. Р. Даянов тигән бер автор, мәҫәлән, ошолай тип яҙа: "Беҙгә лайыҡлы эш хаҡы кәрәк. ПТУ-ларҙы яңынан асып, төҙөлөш һөнәрмәндәре әҙерләгеҙ, колхоз-совхоздарҙы кире тергеҙегеҙ. Кешеләргә үҙ ерҙәрендә кинәнеп эшләргә ирек бирегеҙ. Эш кешеһенә аяҡ салыусы, кәрәкмәгән закондарҙы, аяуһыҙ һалымдарҙы бөтөрөгөҙ. Шул саҡ кеше тубыҡланған хәленән тороп баҫыр, эшкә тотонор. Мигранттарҙың да кәрәге ҡалмаҫ".
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа рәсәйҙәрҙең мигранттарға ҡарата мөнәсәбәте үҙгәреүе бер кемгә лә сер түгел. Юғары власть вәкиле Д. Песковтың был хаҡтағы тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре менән таныш булмауы аптырата, әлбиттә. Ә бына Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсәләм Магомедов был мәғлүмәттәр хаҡында бик яҡшы белә, ахры. Уның һүҙҙәре буйынса, былтыр ғына ла мигранттарға кире ҡарашлы рәсәйҙәр һаны 7,5 процентҡа артҡан. Тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашҡан һәр дүртенсе респондент ситтән килеүселәргә кире ҡарашта булып сыҡҡан. Был илдә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнеш тыуҙыра, ти Магомедов. Ләкин бындай хәлдең тыуыуында күп йәһәттән мигранттар үҙҙәре сәбәпсе булып тороуы хаҡында берәү ҙә өндәшмәй. Сит ҡорамға үҙ уставың менән йөрөмә, тигән хәҡиҡәтте улар танырға ла теләмәй. Үҙҙәрен бөтөнләй иркен, хужаларса тота башлауҙары күптәрҙең һарыуын ҡайната ла инде. Быныһы- бер булһа, уларҙың ауыр енәйәттәр ҡылыуы инде бер ниндәй сиктәргә лә һыймай. Рәсәй Эске эштәр министрлығының былтырғы өс ай мәғлүмәттәре буйынса ғына ла мигранттар тарафынан ҡылынған енәйәттәр һаны 2,2 процентҡа артып, 10 меңгә барып баҫҡан! Интернет сығанаҡтарҙа 2019 йылда мигранттар тарафынан ҡылынған иң ауыр енәйәттәр исемлеге баҫылып сыҡҡан. Был хаҡта ентекләп һөйләү түгел, уҡыуы ла бик ауыр. Мәҫәлән, Якутск ҡалаһында Ҡырғыҙстандан килгән мигрант 36 йәшлек ҡатынды көсләй һәм уны бәйләп, машинаһына ултыртып ала ла, автосервиста эшләгән ике дуҫына бурысын түләү хаҡы итеп ҡалдырып китә. Мигранттарҙың өсөһө лә бөгөн төрмәлә ултыра. Владимир өлкәһе Покров ҡалаһында 16 йәшлек ике үҫмер ҡыҙ бала тажик тарафынан мыҫҡыллана. Ә инде танылған көрәшсе Сергей Чуевтың фажиғәле үлеме бөтөн илде тетрәтте. Ауырлы ҡатынды алты тажик-мигрант тырнағынан ҡотҡарырға ташланған спортсыға бысаҡ ҡаҙайҙар. Был хәл Мәскәүҙә була. Элек спецназда хеҙмәт иткән Никита Белянкин да шундай уҡ фажиғәгә тарый. Көстәр тигеҙ булмауға ҡарамаҫтан, ул ике рус егетен дөмбәҫләүсе Кавказ егеттәренә ташлана һәм улар бысағынан һәләк була. Шул уҡ Мәскәүҙә былтыр 6 августа мигранттар ҡатнашлығында 60 кеше күмәк һуғыш ойоштора. Быларҙан тыш, ситтән килеүселәр араһында рөхсәт ителмәгән йәшерен террористик төркөмдәр менән бәйләнештә тороусылар, наркотик һатыусылар, кеше талаусы, бурҙар һәм башҡа шундай әтрәгәләмдәр етерлек.
Шулай итеп, яҡшығамы, яманғамы - пандемия мигранттарҙың күбеһен өйҙәренә "ҡыуып" ҡайтарҙы. Шунан, хәҙер рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса 4-5 млн эшһеҙҙәре булған Рәсәйҙә мигранттарҙы алмаштырырлыҡ ташсылар, сварщиктар, шоферҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре юҡмы ни? Бар, әлбиттә, ләкин улар әлеге арзан эш көсөн алыштырырға теләмәй, ә лайыҡлы эш хаҡы талап итә. Шул уҡ ваҡытта, 49 йыл буйы төҙөлөш колледжында уҡытҡан Лилиә Мәүлиева әйтмешләй, Рәсәй барыбер ҙә квалификациялы эшсе көстәргә ҡытлыҡ кисерә. Мигрант көстәрҙе ҡулланыуҙа ла һаҡ булырға кәрәк, тип иҫкәртә ул, сөнки улар бит үҙҙәре өсөн төҙөмәй (мәҫәлән, торлаҡ һәм башҡа объекттарҙы), тимәк, яуаплылыҡ та алмай үҙ өҫтәренә. Уларҙың квалификация кимәле лә бик самалы, күпселегенең махсус белеме юҡ. Шуға күрә уларҙы төп эш көсө булараҡ ташламалы шарттарҙа илгә саҡырып ятыу дөрөҫ түгел. Беҙгә үҙебеҙҙең эшсе кадрҙарҙы әҙерләүгә көс һалырға кәрәк. Эште сығарылыш класс уҡыусылары араһынан башлап, уларҙы эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итергә, ҡыҙыҡһындырырға, уҡытырға кәрәк. Элек-электән Рәсәйҙең "арҡа һөйәген" тәшкил иткән эшсе синыф бөгөн юғалып ҡалырға тейеш түгел, киреһенсә, артабан йәшәргә, үҫешергә, заманыбыҙҙың белемле һәм әүҙем синыфы булып ҡалырға бурыслы.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.04.21 | Ҡаралған: 303

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru