«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАҠСАТҠА ӨЛГӘШЕҮ ӨСӨН АҘЫМЛАП АЛҒА БАРЫУ ҘА ЕТӘ
+  - 

Гәзитебеҙҙең был һанын сығарғанда Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Сығышының башында уҡ Владимир Владимирович төп темалар булып илдең эске, аныҡлап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, иҡтисади һәм шулай уҡ тышҡы мөнәсәбәттәр, именлек мәсьәләләре торасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мөрәжәғәтнамәлә "Әйт, тиһәгеҙ..." рубрикаһындағы әлеге сығыштарҙа күтәрелгән проблемалар буйынса ошондай юлдар ҙа бар һәм уларҙы уҡыусыларыбыҙ иғтибарына айырым тәҡдим итәбеҙ:

- Быйыл йәйге лагерҙарҙа балалар путевкаһының ярты хаҡын ғына түләп ял итәсәк.

- Өс йәшкә тиклем беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәрҙе (5650 һумдан 11 300 һумға тиклем) һәр ғаилә ағзаһына килем күләме ике йәшәү минимумы күләменән кәм булған ғаиләләр ала. Уның күләме һәр балаға 11300 һум тәшкил итә. Федерацияның 78 субъекты өсөнсө балаға ла шундай уҡ күләмдәге түләүҙәрҙе индергән дә инде.

- Балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән әсәйҙәр һәм атайҙарға айырым ярҙам күрһәтеү өсөн 1 июлдән шундай ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 8-16 йәшлек балаларға 5650 һум түләү индерелә.

- Йөклөлөктөң иртә мөҙҙәтендә иҫәпкә торған һәм ауыр матди хәл-торошта булған ҡатын-ҡыҙҙарға ай һайын 6350 һум түләү индереү мәсьәләһе ҡарала.

- Быйылдан башлап 7 йәшкә тиклемге бала ауырып, ата-әсәһе эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы алған осраҡта, уларға түләү эш хаҡының 100 процентынан сығып билдәләү тураһында закон ҡабул ителеүе ихтимал.

- Әсәлек капиталын түләү программаһы 2026 йылға тиклем оҙайтыла. Ул беренсе бала тыуғанда уҡ бирелә. Индексацияланғандан һуң уның күләме 640 мең һум тәшкил итә.

- Мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләгә августа һәр балаға 10-ар мең һум бер тапҡыр ярҙам бирелә. Был категорияға беренсе синыфҡа барыусы балалар ҙа инә.

- 2024 йыл һуңына тиклем илдә тағы ла 1300 яңы мәктәп төҙөләсәк, унда миллиондан ашыу бала белем аласаҡ. Бынан тыш, 4 йыл эсендә 16 мең мәктәп автобусы алынасаҡ.

(Мөрәжәғәтнамәнең дауамын был һанда уҡығыҙ).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.04.21 | Ҡаралған: 319

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru