«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢ ЯҠШЫ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ ӨФӨЛӘ ҺӘМ ХӘЙБУЛЛАЛА
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡалала Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында "Тәрбиә һәм белем биреү башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы" төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды.

Балалар баҡсалары араһындағы был ярыш беренсе тапҡыр үткәрелә һәм унда бөтәһе 55 учреждение һынау тотҡан, шул иҫәптән Силәбе һәм Һамар өлкәләренән дә ҡатнашҡандар. Конкурс "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә февраль башынан март аҙағына тиклем дистанцияла ойошторолған. Ярыш ике этаптан торған, һөҙөмтәлә иң яҡшы 20 ауыл, 10 ҡала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы билдәләнгән. Улар араһында юғары эш һөҙөмтәһе күрһәткән Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" 3-сө балалар баҡсаһы (мөдире Зәбирә Бикбаева), Өфө ҡалаһының 308-се Башҡорт балалар баҡсаһы (мөдире Фәйрүзә Мусабирова) абсолют еңеүселәр тип табылған.
Еңеүселәрҙе тәбрикләрҙән алда БР Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров, бүлек мөдире Розалия Сафиуллина, БР Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәре, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ педагогтары һәм балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында "Башҡорт теле - балаларға" тигән түңәрәк ҡор ойошторолдо. Уның барышында мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн башҡорт телле йәш кадрҙар әҙерләү, тәрбиәселәргә квалификация яңыртыу, методик ярҙам күрһәтеү кеүек актуаль мәсьәләләр ҡаралды. Әйткәндәй, тиҙҙән балалар баҡсаһында башҡорт телендә белем биреү өсөн "Бала саҡ" һәм башҡорт телен өйрәтеү маҡсатында "Шатлыҡ" программалары нәшер ителәсәк. Ә бына М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла буласаҡ тәрбиәселәрҙе әҙерләгән яңы уҡытыу йүнәлеше асыла. "Башҡорт балалар баҡсаһында бик матур эш һөҙөмтәләренә өлгәшкәндәргә республика кимәлендә тәжрибәһен күрһәтеү өсөн ҡулай конкурс барлыҡҡа килеүенә шатландыҡ. Мәктәп өлкәһендәге кеүек грант программалары ла булдырылһын ине. Беҙҙең балалар баҡсаһында 13-төң 6-һы - башҡорт төркөмдәре. "Башҡорт йәйләүе" ҡоролмалар төҙөү үҙәгебеҙ бар, бында 5 йәштән алып балалар бик теләп шөғөлләнә һәм башҡорт халҡының кәсептәренә лә өйрәнә. Атай-олатайҙар ярҙамы менән ете төр умарта өлгөһө, ауылдың эшҡыуарҙары, балта оҫтаһы Рәмил Билалов ике төр тирмә макеттарын эшләп бирҙе. Балалар схемаларға ҡарап, шул тирмәләрҙе үҙҙәре ҡороп ҡарай", - ти Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" 3-сө балалар баҡсаһы мөдире Зәбирә Бикбаева.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.04.21 | Ҡаралған: 357

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru