«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАҠСАТҠА ӨЛГӘШЕҮ ӨСӨН АҘЫМЛАП АЛҒА БАРЫУ ҘА ЕТӘ
+  - 


"Пандемия уҙған быуаттың 40-сы, 90-сы йылдарындағы демографик һөжүмдең эҙемтәләре тап килгән ваҡытҡа тура килде. Шуға ла бөгөн демография өлкәһендә хәл-тороштоң ғәҙәттән тыш икәнен аңлайбыҙ. Рәсәй халҡын һаҡлап ҡалыу - беҙҙең иң мөһим милли өҫтөнлөгөбөҙ. Беҙҙең стратегия 2030 йылға тиклем илдә уртаса ғүмер оҙайлығы 78 йәшкә етһен өсөн халыҡтың тотороҡло үҫешенә сығыу", - тип билдәләне ил башлығы һәм тағы ла бер тапҡыр илгә ябырылған инфекциянан һаҡланыу саралары хаҡында онотмаҫҡа һәм вакцинация эшләтеүгә етди ҡарарға саҡырҙы. Ил Президентының сығышындағы төп мәсьәләләргә килгәндә, ҡыҫҡаса улар түбәндәге тезистарҙан ғибәрәт:

- Кешеләр үҙ сәләмәтлеген башлыса шифаханаларҙа һәм курорттарҙа нығыта алһын өсөн йыл һуңына тиклем Рәсәй буйлап туристик сәйәхәттә булған граждандарға сығымдарҙың 20 процентын кире ҡайтарыу программаһы йыл һуңына тиклем оҙайтыла.

- Студенттар туризмына өҫтәмә мөмкинлектәр биреү маҡсатында пилот проекттар эшләй башлаясаҡ, шул иҫәптән ил буйлап сәйәхәткә сыҡҡан студенттар университет кампустарында һәм ятаҡтарында туҡтала аласаҡ. - Үҙен олимпиадаларҙа, ирекмәнлектә һәм ижади инициативаларҙа күрһәтеүселәр, "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" платформаһы проекттарында ҡатнашыусылар өсөн туристик путевкаларҙың өлөшләтә хаҡы хатта каникул ваҡыттарында ла кире ҡайтарыласаҡ.

- Ил буйынса алдағы өс йылда ауылдар, ҡала тибындағы ҡасабалар, бәләкәй ҡалалар барлығы 5 мең яңы "Тиҙ ярҙам" машинаһы менән тәьмин ителәсәк.

- 2022 йылдан "социаль ҡаҙнасылыҡ" принцибы индерелергә тейеш һәм уға ярашлы барлыҡ социаль түләүҙәр (шул иҫәптән алимент юллау ҙа) "бер тәҙрә" режимында атҡарыласаҡ, йәғни кеше инстанциялар буйлап документ юллап сапмаясаҡ, ә был дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең күпселеге дистанцион рәүештә, аҙнаһына ете көн 24 сәғәт буйы күрһәтеләсәк.

- Синыф етәкселеге өсөн түләнгән 5 мең һум аҡса бынан ары техникум һәм колледждарҙың төркөм етәкселәренә лә биреләсәк.

- Педагогик вуздарға капиталь ремонт үткәреү һәм техник яҡтан йыһазландырыу өсөн 10 миллиард һум аҡса бүленәсәк.

- Йәштәр өсөн ата-олаталарының яҙмышы һәм еңеүе, замандаштары өлгө булып торорға, шуға күрә дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары ныҡлы тикшереү үтергә тейеш.

- Алдағы өс йылда ауыл, Рәсәйҙең тарихи ҡалалары мәҙәниәт йорттарын, китапханаларҙы, музейҙарҙы яңыртыуға 24 миллиард һум бүленәсәк.

- Заманса цифрлы платформала "Белем" йәмғиәте эше ҡабаттан тергеҙеләсәк.

- Мәҙәниәт, сәнғәт һәм ижад өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү өсөн Мәҙәни инициативалар Президент фонды ойоштороласаҡ, быйыл уның гранты иҫәбенә конкурс нигеҙендә мең ярымдан ашыу креатив команда финансланасаҡ.

- Әле белем усаҡтарын тамамлаусыларҙың 60 проценты бюджет урындарында уҡый ала. Алдағы ике йылда вуздарҙа тағы ла бюджет урындары асыласаҡ, уларҙың 70 проценты белгестәр талап ителгән төбәктәргә биреләсәк.

- Быйылдан башлап ил субъекттарындағы 100 вуз студент технопарктары, бизнес-инкубаторҙар асыу, уҡытыу-лаборатория базаһы һәм уҡыу программаларын яңыртыу өсөн 100 миллион һумдан күберәк гранттар аласаҡ.

- 2024 йыл һуңына тиклем федераль бюджеттан гражданлыҡ, шул иҫәптән фундаменталь тикшеренеүҙәр өсөн 1 триллион 630 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Шул уҡ ваҡытта ил өсөн мөһим булған йүнәлештәр буйынса инновацион программалар эшләй башлай.

- Яңы энергетика, яңы фармацевтика, климат проблемаларын хәл итеү иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең барлыҡ тармаҡтарын модернизациялау өсөн ҡеүәтле стимул булырға тейеш.

- Предприятие хужаларына зыянды бөтөрөү, сәнәғәт майҙандарын рекультивациялау буйынса финанс яуаплылығын билдәләгән законды ҡабул итеүҙе тиҙләтеү кәрәк. Тәбиғәт иҫәбенә килем алғанһың икән - артыңдан таҙартырға тейешһең.

- Илдең 12 эре индустриаль үҙәгендә атмосфераға зыянлы ҡалдыҡтар ташлау 2024 йылға 20 процентҡа кәмергә, был сәнәғәтте, ТКХ, транспорт, энергетиканы комплекслы модернизациялау иҫәбенә башҡарылырға тейеш.

- Былтыр ҡабул ителгән бәләкәй һәм урта бизнес өсөн страховка иғәнәһе күләме артабан да 15 процент булып ҡаласаҡ.

- Коммерция бурысы кимәле юғары булған төбәктәргә ярҙам маҡсатынан бурысы килеменән 25 процентҡа артҡан төбәктәр 2029 йылға тиклем түләү шарты менән бюджет кредиттары менән тәьмин ителә.

- Йыл һуңына тиклем илдә хеҙмәт баҙары тергеҙеләсәк.

- Ике айҙан түләү ваҡыты үткән эпидемияға ҡаршы көрәшкә бәйле төбәктәргә бирелгән бюджет кредиттары ла 2029 йылға тиклем оҙайтыла.

- 2023 йыл һуңына тиклем йылына 3 процент өҫтәмә менән 15 йылға 500 миллиард һумдан да кәм булмаған инфраструктура бюджет кредиттары биреү планлаштырыла. Коммерция бурысы ҙур булмаған төбәктәр инфраструктура кредитын күберәк алыу хоҡуғына эйә.

- Йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү күҙаллана.

- Хөкүмәткә төбәктәрҙә йорттарына газ инмәгән хужалыҡтарға газ индереүҙең аныҡ планын эшләү йөкмәтелә. Ауылдарҙа газ үткәргәндә шәхси участкаларҙа йәшәүсе граждандар үҙ участкаһына ингән өлөш өсөн генә түләй.

- Мәскәү - Ҡаҙан тиҙ йөрөшлө автомагистрален өс йылда тамамларға һәм уны Екатеринбургҡа тиклем һуҙырға, 2024 йылға Балтиканан Уралға тиклем илдең Европа өлөшөн хәүефһеҙ тиҙ йөрөшлө юл менән тәьмин итергә.

- Тиҙҙән туристик инфраструктураны реконструкциялау һәм төҙөлөш эштәре алып барыу маҡсатында льготалы кредит программаһы эшләй башлаясаҡ. Ул 15 йылға күҙаллана һәм йыллыҡ ставка 3-5 процент тәшкил итәсәк.

- Рәсәй сәйәсәтенең халыҡ-ара ареналағы мәғәнәһе һәм асылы - ил тотороҡло үҫешһен өсөн граждандарҙың хәүефһеҙлеген һәм именлеген һаҡлау.

- 2024 йылға Рәсәй ғәскәрҙәрендә заманса ҡорал һәм техника өлөшө 76 процент тәшкил итә, ядро триадаһында - 88.

"Беҙгә алға барырға кәрәк. Үҫештең милли маҡсаттарын билдәләнек. Хөкүмәткә 1 июлгә тиклем Рәсәйҙе үҫтереүҙең яңы социаль-иҡтисади инициативаларын әҙерләгәндә Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән бурыстарға иғтибар йүнәлтергә тәҡдим итәм. Көндәлек эш менән булып, беҙ стратегик үҫеш, милли маҡсаттар тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ һәм уларға өлгәшеү өсөн механизмдарҙы камиллаштырырға бурыслыбыҙ. Ә хәҙер тағы бер тапҡыр Рәсәйҙең барлыҡ граждандарына мөрәжәғәт иткем килә: беҙ алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ", - тип йомғаҡланы сығышын ил Президенты.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.04.21 | Ҡаралған: 293

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru