«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАЖЗӘХМӘТ ТУРАҺЫНДА МИФ ҺӘМ ЫСЫНБАРЛЫҠ
+  - 


Йәмғиәттә COVID-19-ға ҡаршы вакцинация тураһында төрлө имеш-мимештәр күбәйҙе. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эксперттары һәм билдәле табиптар менән уйҙырмаларҙы таратырға тырышырбыҙ.

1-се миф: Әгәр вакцина эшләткән кеше эргәһенә килеп, блютус ҡабыҙһаң, үҙеңде табырға була...

Артур Биктимеров, табип-нейрохирург, Нейротехнологиялар, виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡ технологиялары буйынса милли технологик инициативалар үҙәге аналитигы:
Күп йылдар функциональ нейрохирургия менән шөғөлләнәм - кешеләргә нейростимуляторҙар: һуңғы ваҡытта ниңәлер барыһы ла ҡурҡҡан чиптар ҡуям. Улар юғары технологик ҡорамалдар, йәғни кешенең башына уның организмына индерергә мөмкин булған махсус материалдан эшләнгән махсус электрод ҡуйыла. Артабан улар умрау һөйәге йәки бил тәңгәленә ҡуйылған микрокомпьютерға тоташтырыла һәм махсус программатор ярҙамында идара ителә. Был бик күп ауырыуҙарҙы дауалау өсөн кәрәк һәм ул бик ҡиммәт. Ысынлап та, бөгөн дәүмәле саң бөртөгөнән дә ҙур булмаған датчиктар эшләү буйынса тикшеренеүҙәр алып барыла, медицинала ҡулланыу өсөн рөхсәт ителгән һәм ҡандағы шәкәр күләмен тикшереү өсөн энә ярҙамында имплантацияларға мөмкин булған датчиктар бар. Әммә улар барыһы ла тышҡы энергия сығанағы һәм ҡабул итеүсе станция йәки антенна булыуын талап итә һәм улар индерелгән ҡорамалға йәбешеп торорға тейеш. Әммә барлыҡ ҡорамалдар ҙа теге йәки был сир менән интеккән кешеләргә ярҙам итеү өсөн уйлап табылған, ә улар менән идара итеү өсөн түгел.

2-се миф: Антиматдәләрҙе ай һайын үлсәп торорға һәм улар бөтөү менән вакцина эшләтергә кәрәк.

Дамир Вәлишин, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы:
Антиматдәләрҙе бөтөнләй үлсәмәҫкә лә була. Хәҙер коронавирус антиматдәләрен сағыштырыу киң таралды. Киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡас антиматдәләрҙе тикшермәйһегеҙ бит. Хәҙер күпселек ғалимдарҙың, табиптарҙың һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының позицияһы шундай: вакцинация эшләтергә ҡарар ҡабул итеү өсөн антиматдәләргә тест ҡулланыу кәрәкмәй, сөнки антиматдә булыуы иммунитет кимәлен күрһәтмәй. Йәғни коронавирустан антиматдәләр кимәле ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, вакцинацияланырға кәрәк.

3-сө миф: Беҙгә нимә ҡаҙағандарын берәү ҙә белмәй. Вакцина составы билдәһеҙ, ә табиптар уны уҡырға бирмәй.

Ысынбарлыҡ:
Барлыҡ мәғлүмәт Дауалау сараларының дәүләт реестрында асыҡ ҡулланыуҙа бар. Унда уларға ентекле инструкциялар менән танышырға мөмкин. Беҙ барлыҡ һылтанмаларҙы бер урынға тупланыҡ, рәхим итегеҙ: "Спутник V", "Спутник Лайт", "ЭпиВакКорона" ("Вектор"), "КовиВак" (Чумаков исемендәге үҙәк).

4-се миф: Вектор вакциналары - беҙгә бик аҙ билдәле булған яңы технология.

Рафаэль Яппаров, СПИД һәм йоғошло ауырыуҙар үҙәгенең баш табибы:
Ғалимдар вектор платформаларын бына бер нисә тиҫтә йыл инде эшләй. "Вектор вакцинаһы" тиеү уның башҡа вирустар нигеҙендә эшләнгәнлеген аңлата. Ғалимдар яҡшы өйрәнелгән вирусты ала, үрсей алмаһын өсөн уны "көйҙөрә" һәм буш урынға вакцина йүнәлтелгән вирустың "запчастарын" ҡуя. "Спутник V"-ла бының өсөн кешелә "тымау" барлыҡҡа килтергән аденовирус ҡулланыла. Векторҙың бурысы - иммун системаһы һәм вирустың коды менән осрашып, һаҡланыу матдәләрен эшләп сығара башлаһын өсөн "запчастарҙы" кеше күҙәнәктәренә алып барып еткереү. Шундай технология буйынса 1993 йылдан 250-нән ашыу препарат теркәлгән һәм ҡулланыла.

5-се миф: Бер нисә йылдан вакцинаның йоғонтоһо нисек булырын берәү ҙә белмәй.

Азат Мөхәмәтйәнов, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эпидемиологы:
Иртән омлет бешерәһегеҙме? Йомортҡаны һөттә туғып, тоҙ һалып, ҡыҙған табаға ҡояһығыҙ. Был һәр кемгә таныш продукттар һәм унан һәр кемгә билдәле тәмле ризыҡ барлыҡҡа килә. Ул һеҙгә бер айҙан һуң нисек тәьҫир итә? Бер нисек тә! Ул ваҡытҡа һеҙҙең организмда омлеттан бер нәмә лә ҡалмай. Вакциналар ҙа шундай, әммә ҡатмарлыраҡ юл менән эшләнә. Ғалимдар яҡшы өйрәнелгән, ниндәй химик реакциялар буласаҡ һәм тарҡалыу осоро ниндәй буласағын белгән матдәләрҙе бергә ҡуша. Прививка эшләттең дә матдәләр һеҙҙең орагнизмда бер нисә йылға ҡалды түгел. Юҡ. Улар организмға антиматдәләр эшләргә ярҙам итә һәм бер нисә тәүлектән сыға. Бер йылдан организмығыҙҙа бер нәмә лә ҡалмаясаҡ, 10 йылдан әйтеп тораһы ла түгел.

6-сы миф: Вакцина эшләтеү һөҙөмтәһендә мин COVID-19 йоҡтора алам.

Александр Ғилманов, Өҫтәмә һөнәри белем биреү институтының лаборатория диагностикаһы кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы:
Вакцина эшләтеү арҡаһында берәү ҙә сирләмәй, сөнки уларҙа вирустың бер генә тере өлөшсәһе лә юҡ. Әгәр кеше вакцина эшләткәндән һуң күпмелер ваҡыт үткәс ауырыһа, тимәк, ул вирусты вакцина эшләткәнгә тиклем эләктергән булған; аҙ ваҡыт үткән һәм организм тейешле күләмдә антиматдәләр эшләп өлгөрмәгән; "Дельта" штаммы иммунитетты еңеп өлгөргән. Үкенескә күрә, шулай ҙа була.

7-се миф: Бәлки, "Спутник V" хәүефһеҙҙер ҙә, әммә тап уны ҡаҙауҙары ла шикле.

Гүзәл Ғәбитова, СПИД үҙәгенең халыҡты иммунопрофилактикалауҙы ойоштороу бүлеге мөдире:
Беҙҙә СССР заманынан барлыҡ эпидемияларҙы вакцина ярҙамында еңеү традицияһы бар. Беҙ миллионлаған кешенең ғүмерен өҙгән сәсәкте, полиомелитты, тағунды һәм башҡа тиҫтә самаһы ҡурҡыныс сирҙе еңдек. Беҙҙең фәнни мәктәп - донъяла иң яҡшыһы, тимәк, был юлы ла еңәсәкбеҙ.

8-се миф: Вакцинаның йөклөлөккә нисек йоғонто яһаясағы билдәһеҙ. Ә миңә бала табырға кәрәк әле!

Татьяна Һәүбәнова, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш акушер-гинекологы:
Хәҙер инде вакцинаның йөклөлөккә бер нисек тә йоғонто яһамауы билдәле. "Кем вакцина эшләтә - түлһеҙ ҡала" тиеү иң ҙур уйҙырма, сөнки кешеләрҙе ҡурҡытыу уңайлы, әммә ғалимдар был хәүефте таратты. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының В. И. Кулаков исемедәге Акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология үҙәге тикшереү үткәрҙе. Унда 200-әр ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет ҡатнашты. Асыҡланыуынса, вакцинация ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив мөмкинлегенә лә (хатта 37 йәштә лә), ирҙәрҙең сперматогенезына ла йоғонто яһамай. Был, әгәр үҙегеҙҙе заразанан һаҡларға, ә һуңынан һау-сәләмәт бала табырға теләһәгеҙ, прививка эшләтегеҙ ҙә табығыҙ, бының һис хәүефе юҡ, тигәнде аңлата.

9-сы миф: Әгәр мин барыбер ауырыясаҡмын икән, вакцина эшләтеүҙән ни мәғәнә?

Ысынбарлыҡ:
Прививка ауырыуҙан һаҡламай, әммә реанимациянан алып ҡала. "Ҡыҙыл зона"лағы табиптар сирләүселәр араһында прививка эшләтеүселәрҙең бик аҙ булыуын белдерә. Прививка яһатыусылар сирҙе еңел үткәрә һәм реанимацияға эләкмәй тиерлек. Күптән түгел быны Европа университеты, Сергей Березин исемендәге медицина институты, А. А. Смородинцев исемендәге киҙеүҙе ғилми-тикшеренеү институты һәм башҡа учреждениелар ғалимдары үткәргән бойондороҡһоҙ тикшеренеүҙәр ҙә раҫланы. Был аныҡ тормошта коронавирус вакцинаһының һөҙөмтәлелеген беренсе бойондороҡһоҙ тикшереү булды. 14 мең кешенең сирләү тарихын анализлап, улар: вакцинаның беренсе курсын алғандан һуң ауыр сирләү ихтималлығы 5 тапҡырға кәмей; ныҡлы һаҡланыу өсөн беренсе вакцина ғына етмәй; вакцинацияланмаған пациент ни тиклем олораҡ, уның дауаханаға эләгеү ихтималлығы шул тиклем ҙурыраҡ, ә вакцина эшләтеүселәр өсөн был күрһәткес һәр йәштә лә бик түбән, тип һығымта яһаны. Йәғни, вакцинация - оло йәштәге кешеләрҙе һаҡлауҙың һөҙөмтәле ысулы.

10-сы миф: Еҫ тойоу тиҙерәк тергеҙелһен өсөн араҡы еҫкәргә кәрәк. Ковид госпитале табиптары шулай эшләй.

Азат Мөхәмәтйәнов, Йоғошло ауырыуҙар госпиталенең баш табибы:
Ковидтан һуң еҫ тойоуҙы тиҙ һәм һөҙөмтәле тергеҙгән препарат юҡ. Был ысынбарлыҡ менән тап килмәгән ахмаҡлыҡ. Табиптар улай эшләмәй, һеҙ ҙә интернеттағы кәңәшселәрҙе тыңламағыҙ.

11-се миф: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы "Спутник V"-ҙы һөҙөмтәле тип иҫәпләмәй.

Айгөл Ғәлиева, "Клиник-диагностика инфекцион үҙәк" айырым бүлексәһенең медицина часы буйынса баш табип урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты, йоғошло ауырыуҙар кафедраһы доценты:
Рәсәйҙең "Спутник V" вакцинаһын Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ошо арала хупларға тейеш. Уның хәүефһеҙлеге һәм һөҙөмтәлелеге ғилми даирәлә күптән етди фәнни журналдарҙа раҫланған. Бынан тыш, "Спутник V" үҫешкән илдәр тарафынан хупланды, уны, мәҫәлән, Венгрияла, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Сан-Маринола ҡулланалар.

Шулай итеп...

Нисек итеп вакцинанан ҡурҡыуҙан туҡтарға һәм тыныс йәшәй башларға?

Елена Садиҡова, психолог:
Прививка эшләтеү ҡурҡыта һәм был нормаль күренеш, сөнки быға тиклем эшләткәнегеҙ булмағас, һаҡланыу инстинкты эшләй башлай. Бында үҙеңдең ҡурҡыуың менән диалогка инергә, уларҙы рациональ дәлилдәр менән юҡҡа сығарырға кәрәк. Яҡындарығыҙҙан кемделер спектакль уйнарға күндерә алаһығыҙ: кемдер ҡурҡыу тауышы менән уйнаһын, кемдер - рациональ өлөшөн. Был һеҙгә нимәнән ҡурҡыуығыҙҙы әйтеп бирергә һәм һәр пункт буйынса яуап алырға ярҙам итер.
Йәки прививка яһатыу кабинеты алдында үҙ алдығыҙға ҡысҡырып әйтегеҙ. Мин был осраҡта медсестраны: "Мин хәҙер үҙ-үҙем менән һөйләшәм - үҙемә психологик ярҙам күрһәтәм", - тип иҫкәртәм.
Үҙеңде көсләп ыңғай фекерләү бурысы ҡуйырға ярамай. Иң мөһиме - уйҙарығыҙ тормошсан булһын. Прививканан һуң өҙлөгөү ихтималлығы ниндәй? Инъекцияны һәм бер тәүлек температураны нормаль үткәреү ихтималлығы ниндәй? Ошо ваҡытта мин күпме аҡса бөтөрәм? Ауырыған ваҡытта финанс юғалтыуҙарым күпме булыр?
Прививка яһатыусылар менән һөйләшеү ҙә ярҙам итер - был да хәүефләнеүҙе кәметә һәм тынысһыҙланған мейегә: "Ҡара, миңә оҡшағандар менән барыһы ла яҡшы, тимәк, минең өсөн дә был процесс хәүефһеҙ булыуы мөмкин", - тигән сигнал бирә.

Яңы коронавирус менән ауырыған кешегә нисек аҡылдан яҙмаҫҡа һәм яңынан тормош йәмен тойорға?

Гүзәл Ильясова, Республика физкультура-дауалау диспансеры психологы:
Коронавирус менән сирләүселәрҙең анализдары һәйбәт булһа ла, күп осраҡта улар үҙен сәләмәт тоймай. Хәтере насарайыуға, иғтибарһыҙлыҡҡа зарланалар. Диагностика үткәргәндән һуң уларҙың тамырҙарындағы үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә уйлау, фекерләү процесы ла аҡрынайыуы асыҡлана. Уларҙа һаулыҡ торошона бәйле ҡурҡыу, хәүефләнеү тойғоһо көсәйә, күңелдәрендә бушлыҡ хисе барлыҡҡа килә. Физдиспансерҙа пациенттарҙың нейропсихологияһын тергеҙеү буйынса махсус программа булдырылған. Мәғлүм булыуынса, һуңғы ун йылда мейе функциялары өйрәнелде, нервы күҙәнәге тергеҙелеүе иҫбатланды. Психологтар мейенең нейроһығылмалылығын төрлө күнекмә ярҙамында тергеҙә. Улар бармаҡ гимнастикаһын да, бөтә тәнде хәрәкәтләндереү күнекмәләрен дә ҡуллана. Шулай уҡ аутотренингтар үткәрелә. Өйҙә ароматерапия, аудиотерапия эшләргә лә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, физдиспансерҙа пациенттарға ышаныс тыуҙырыу, һауығыуға өмөт уятыу өсөн барыһы ла эшләнә.

Станислав ШАХОВ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.21 | Ҡаралған: 467

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru