«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР БЕР АРХИВ – ХАЗИНАЛАР УТРАУЫ, УНДА БЫУАТТАР АУАЗЫ ТАУЫШ БИРӘ
+  - 


Йылдың Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы булараҡ үтеүе, бер яҡтан, былтырғы Башҡорт теле йылының үҙенсәлекле дауамы булһа, икенсе яҡтан, алда мөһим сәйәси ваҡиға - Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тора. Башҡорт халҡының сал тарихына күҙ һалһаң, унда сәйәсәттең ниндәй урын алыуы, улай ғына ла түгел, кешеләр, милләттәр яҙмышы менән нисек уйнауҙары ап-асыҡ күренә. Кем өсөндөр иҫәп алыу - илдәге йән башын, мал-тыуар, шәхси милек һәм хужалыҡты һанап сығыу ғына булып тойолһа, уның асылында киләсәкте күҙаллау, артабанғы быуындарға үҙебеҙ тураһында дөрөҫ мәғлүмәт һәм аныҡ тарих ҡалдырыуҙың бер мөмкинлеге лә ул. Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Ниязбай СӘЛИМОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

Ниязбай Булатбай улы, халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерләнеүҙә архивтарҙың роле ифрат ҙур, тиһәк, һис яңылышмабыҙ, сөнки тап уларҙа күптәр әле аңлап та етмәгән иҫ киткес ҙур байлыҡ тупланған. Шул уҡ ваҡытта, әгәр шул хазинаға юлыҡһаң, ундағы хәҡиҡәтте инҡар итеү бөтөнләй мөмкин түгел. Ошо мөһим сараға әҙерлек осоронда Башҡортостандың төп архив учреждениеһы ниндәй эштәр башҡара?

- Ысынлап та, һәр бер архив - хазиналар утрауы, унда һаҡланған документтарҙың әһәмиәте йәмғиәт тормошонда баһалап бөткөһөҙ ҙур! Хәҙерге ваҡытта халыҡ араһында алып барылған аңлатыу-мәғрифәтселек эшендә архивтар төп урынды биләй, тип әйтер инем. Совет дәүерендә дәүләт кимәлендә алып барылған сәйәсәт арҡаһында 70 йылдан ашыу үҙенең тарихын оноторға дусар ителгән халыҡты ҡабат тамырҙарына, асылына ҡайтарыу буйынса эш, йәғни үткәндәрҙәге хаталарҙы төҙәтеү бер көндә генә туҡталмай.
2006 йылда республика Хөкүмәте ҡарары менән Шәжәрә байрамын ойоштороу халыҡтың рухи-мәҙәни әүҙемлеген, үҙенең тамырҙарына ҡыҙыҡһыныуын бермә-бер арттырҙы. Арттырҙы, тим, сөнки уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында ырыуҙар хәрәкәте тергеҙелеп, нәҫел-ырыу тамырҙарын барлау башланғайны инде, әммә был эш менән бары тик энтузиаст зыялылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр генә шөғөлләнде. Бәғзеләр иһә архив материалдары менән эшләү тәжрибәһе булмағанлыҡтан, бәлки, был эшкә тотонорға йөрьәт тә итмәгәндер.
Халыҡтың үҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныуының артыуын иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы ҡарамағында 2017 йылда Шәжәрә үҙәген ойоштороп ебәрҙек. Метрика кенәгәләре ғәрәп яҙмаһында бирелгәнлектән, күптәр шәжәрәһен үҙаллы эшләй алмай. Боронғо документтарҙы иркен уҡый алған белгестәребеҙ был юҫыҡта һәр кемгә булышлыҡ итә. Быға тиклем ике туғандаш милләт араһында "аҙашып" йөрөгән кешеләрҙең, хатта уларҙың балалары һәм ейәндәренең, халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре һәм метрика кенәгәләрен төплө өйрәнеп, оло асыш яһауы - хәҙер инде беҙҙең өсөн ғәҙәти күренеш. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарындағы һәм Татарстандың көнсығыш төбәгендәге татар булып йөрөгән кешеләр, нәҫел ептәрен тағатып, күп осраҡта үҙҙәренең ҡайһы милләт вәкилдәре икәнлеген асыҡлай. Һуңғы йылдарҙа беҙгә: "Татар булып килгәйнем, башҡорт булып ҡайтам!" - тигән һүҙҙәрҙе күп тапҡыр ишетергә тура килде. Эйе, архив документтары - хәҡиҡәти яҙмалар, үткәндәрҙең дөрөҫ сағылышы! Улар - бер нисә быуат элек үк тарих битенә бер ниндәй сәйәси баҫымһыҙ яҙып ҡалдырылған төплө дәлилдәр.

Ишетеүемсә, Милли архивта шәжәрә эшләтеү хаҡы бик арзан түгел. Ауыл халҡы өсөн ниндәйҙер ташлама ҡаралмағанмы?

- Әлегә ташлама юҡ, әммә был тәңгәлдә льгота булдырыу хаҡында уйланабыҙ. Сөнки шәжәрә мәсьәләһе буйынса Милли архивҡа мөрәжәғәт итеүселәр һаны йылдан-йыл арта бара, улар араһында пенсия йәшендәгеләр ҙә байтаҡ. Теге йәки был нәҫелдең тарихын өйрәнеп, уларға ҡағылышлы документтар эҙләү, ғәрәпсә яҙылған метрика кенәгәләрен тикшереп, исем-шәрифтәрҙе табыу, артабан шәжәрә эшләү - быларҙың барыһы ла ҙур көс, ғилем һәм ваҡыт талап итә. Шуға күрә генеалогик хеҙмәт түләүле: нәҫел шәжәрәһен үҙ эсенә алған портфолио рәүешендәге документтар тупланмаһының хаҡы хәҙерге көндә уртаса 20-25 мең һум тәшкил итә. Һүҙ ҙә юҡ, ябай ауыл ғаиләһе өсөн был ҙур аҡса. Әммә теге йәки был юбиляр өсөн магазиндан ҡыйбатлы әйберҙәр алғансы, уға шәжәрә бүләк итеү, беҙҙеңсә, иң отошлоһо! Тимәк, уның балалары, туған-тыумасаһы бергә йыйылышып, шәжәрәгә заказ бирә ала. Ошондай кооперация ысулы менән эш итеүселәр хәҙер күбәйә бара. Был мәсьәләне хәл итеүҙең йәнә бер юлы бар. Мәғлүм булыуынса, яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең "Атайсал" тигән яңы проекты эш башланы. Әйтәйек, берәй ауылдағы ҙур ғына нәҫел-ара үҙенең шәжәрәһен эшләтергә ниәт итһә, ул ошо порталға мөрәжәғәт ҡалдырырға мөмкин. Һәр ауылдан сыҡҡан уңышлы эшҡыуарҙар, күренекле шәхестәр бар. Улар бергәләшеп, ауылдаштарына ярҙам ҡулы һуҙа ала. Икенсе яҡтан, ауылда бер кешенең шәжәрәһе эшләнһә, унда күптәр үҙҙәренең нәҫел-нәсәбен таба аласаҡ, сөнки барлай башлаһаң, ауылдың яртыһы тигәндәй нисәнселер быуында туған булып сыға.
Шәжәрә - ул ғаиләнең йылъяҙмаһы ла, ата-бабалар менән бөгөнгө быуынды тоташтырған күпер ҙә, атай менән әсәйҙең үҙ балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә аманаты ла. Быуындар тарихын һәм күсәгилешлеген сағылдырған нәҫел ағасы һәр башҡорт ғаиләһендә булырға тейеш!

Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн шәжәрәләр һәм аҫабалыҡ грамоталары башҡорттарға үҙ тамырын асыҡлауҙа ҙур ярҙам булып тора, белеүебеҙсә, аҫабалыҡ хоҡуғы башҡа бер милләттә лә булмаған. Башҡорттар ошо ике төшөнсәне һәм рәүиз документтарын мөһим мәғлүмәти сығанаҡ тип баһалай...

- Ысынлап та шулай, сөнки тарихты күпме генә болғарға тырышмаһындар, хәҡиҡәт барыбер үҙ юлын таба - тарихи документтар төп һәм инҡар ителмәҫлек сығанаҡ булып тора. Был йәһәттән Милли архив менән Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең "Башархив" сайтын үҙенсәлекле проект тип баһаларға мөмкин. Тарихта беренсе тапҡыр Өфө губернаһының биш - Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Стәрлетамаҡ, Өфө - өйәҙе буйынса 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу ваҡытындағы һәр йорт хужалығы буйынса карточкаларҙың электрон күсермәһе менән танышыу мөмкинлеге тыуҙы.
Проектта барлығы 5278 уникаль документ тупланған. Бында шуны билдәләп үтергә кәрәк: 1917 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре Рәсәйҙең биш төбәгендә генә һаҡланып ҡалған. Уйлап ҡараһаң, был - тиңе булмаған хазина, сөнки унда хужалыҡ иҫәбе, ғаилә составы, милләт, мал-тыуар һаны һәм төрө, иген культуралары буйынса сәсеүлек майҙандарының күләме, тотош ер майҙаны, ергә эйә булыу формалары, уны ҡуртымға тапшырыу буйынса мәғлүмәт, ер эшкәртеү ҡорамалдары һәм сауҙа нөктәһе булыу-булмауы аныҡ билдәләнгән.
БР Милли архивында шулайуҡ XVIII-XIX быуаттың рәүиз мәғлүмәттәре (ревизские сказки), XIX быуат аҙағы - XX быуат башындағы метрика кенәгәләре буйынса бик күп документтар һаҡлана. Улар нигеҙендә заманса гаджеты булған һәр кем үҙенең шәжәрәһен төҙөп, ғаиләһенең тарихын яҙа ала.

Һуңғы йылдарҙа Милли архив халыҡ араһында шәжәрә культын тергеҙеү буйынса ысын мәғәнәһендә оло эш башҡара. Мин был осраҡта инде конкурстарҙы күҙҙә тотоп әйтәм.

- Эйе, тап шулай. Һәр ауылға, һәр ғаиләгә шәжәрә идеяһын еткереү буйынса, ысынлап та, беҙ төрлө ысулдар ҡулланабыҙ. Ижади бәйгеләр ойоштороу - ошо мөһим эштең бер йүнәлеше. Башҡортостандың Милли архивы Архив эштәре буйынса идаралыҡ ярҙамында 2017 йылда Шәжәрә конкурсын башлап ебәргәйне. Быйыл "Минең ғаиләм тарихы - архив документтарында" тигән IV республика асыҡ фәнни-тикшеренеү конкурсын иғлан иттек. Ул 25 ғинуарҙан 31 апрелгә тиклем барҙы. Ижади бәйге тарихи тамырҙарын асыҡларға, нәҫел-нәсәбен барларға һәм ғаилә шәжәрәһен эшләргә теләге булған 8-11-се класс уҡыусылары, колледж, юғары уҡыу йорттары студенттары һәм 30 йәшкә тиклемге йәштәр араһында өс номинация буйынса уҙғарыла. Шәжәрә конкурстарында йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта бара, республика райондары һәм ҡалаларынан ғына түгел, Силәбе, Һамар, Ырымбур, Түбәнге Новгород өлкәләренән дә байтаҡ эштәр килде. Иң мөһиме - халҡыбыҙҙың милли бренды булараҡ баһаланырға тейешле шәжәрә хәҙерге заман йәштәренең милли ғорурлығы һәм ата-бабалар мираҫын ҡәҙерләп һаҡлауҙың сағыу өлгөһө булып ҡалһын ине, тигән теләктәбеҙ.

Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивының тағы ла бер мөһим проектын билдәләп үтмәй булмай: ул да булһа - илдәге, бигерәк тә республикалағы халыҡ иҫәбен алыу документтары урын алған күсмә күргәҙмә. Ошо хаҡта ла һөйләп китегеҙ әле.

- Күсмә күргәҙмәне кисә-бөгөн генә башламаныҡ. Төрлө райондарҙа һәм ойошмаларҙа, шулай уҡ Өфөнөң мәҙәни усаҡтарында төрлө сәйәси-ижтимағи ваҡиғалар айҡанлы тематик күргәҙмәләрҙе электән ойоштороп киләбеҙ. Былтыр сентябрҙә Милли архивтың төп корпусында "Башҡортостанстат" идаралығы вәкилдәре ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың 100 йыллығына арнап, ҙур күргәҙмә уҙғарғайныҡ. Уларҙа рәүиз мәғлүмәттәре, метрика кенәгәләре, устав грамоталары, шәжәрәләр күрһәтелде. Был документтар менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың күп булыуын иҫәпкә алып, үткән йылдың декабрендә күсмә күргәҙмә ойошторорға ҡарар иттек һәм "Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу тарихынан" тигән үҙенсәлекле проектты башлап та ебәрҙек. "Тау Мөхәммәткә килмәһә, Мөхәммәт тауға үҙе бара" тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Һәр кемдең архивҡа килергә ваҡыты йәки мөмкинлеге юҡ икән, архив үҙе кешеләр янына бара ала!
Баш ҡалабыҙҙа ойошторолған күсмә күргәҙмә тәүҙә "Ҡунаҡһарай"ҙа "ҡунаҡ" булһа, артабан уны "Башкирия" лайфстайл үҙәге һәм "Мега", "Планета" сауҙа-күңел асыу үҙәктәре ҡабул итте. Февралдә иһә күргәҙмә менән Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары танышты. Ҡыҙыҡлы документтар менән яҡындан танышыу мөмкинлегенә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары эйә булды. Артабан күргәҙмә марафоны Башҡорт дәүләт медицина университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм башҡа юғары уҡыу йорттарына юлланды.
Күргәҙмәләге боронғо документтар, шәжәрә өлгөләре һәм сенсор өҫтәлендә урынлаштырылған 1917 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре халыҡта, шул иҫәптән йәштәрҙә, ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Күптәр был документтарҙы тәүгә күрә, үҙҙәре өсөн яңы серле донъя аса. Экспозиция эргәһендә һәр ваҡыт архив хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр эшләй, улар экскурсанттарҙың барлыҡ һорауҙарына төплө яуап бирә.
Бынан тыш, Архив эштәре буйынса идаралыҡ һәм Милли архив сайттарында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә виртуаль күргәҙмәләребеҙ ҙә бар.
Ҡыҫҡаһы, республикабыҙҙың төп архив ойошмаһы заман менән бергә атларға һәм йәниҫәп документтарын, шәжәрә эшләү өсөн кәрәкле метрика кенәгәләрен, рәүиз мәғлүмәттәрен төрлө ысулдар менән популярлаштырырға тырыша. Асылда, нәҡ ошо документтар кешеләрҙең милли асылына юл аса, ата-бабаларының кем икәнлеген, ниндәй милләттән булыуын асыҡларға ярҙам итә. Ҡыҫҡаһы, БР Милли архивы, төрлө йүнәлештә халыҡҡа социаль-рухи хеҙмәттәр күрһәтеп, Бөтә Рәсәй йәниҫәп алыу кампанияһы алдынан ғәйәт оло эш башҡара.

Башҡортостан Республикаһының Милли архивы киләсәккә ниндәй пландар һәм маҡсаттар менән йәшәй?

- Архивтарҙың төп бурысы - быуаттар ауазын беҙҙең көндәргәсә еткергән документаль мираҫты тейешенсә һаҡлауҙы тәьмин итеп, уны киләһе быуындарға еткереү, фондтарҙы тулыландырыу өсөн предприятие-ойошмаларҙан яңы документтар ҡабул итеү, халыҡҡа социаль-хоҡуҡи хеҙмәттәр күрһәтеү. Йәмғиәт өсөн мөһим был эшмәкәрлек киләсәктә лә даими алып барыласаҡ. Әлбиттә, заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, бөгөн беҙ архив документтарын электрон рәүешкә күсереү буйынса бик әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Хәҙер күптәр өйҙәрендә йәки беҙҙең уҡыу залдарында ултырып ҡына, боронғо яҙмалар менән таныша ала.
Хеҙмәт стажын, эш хаҡының күләмен билдәләү, шулай уҡ судта исем-шәрифтәре һәм ер биләмәләренең дөрөҫлөгөн иҫбатлау кеүек донъяуи мәсьәләләр буйынса архивҡа көн һайын бик күп кеше мөрәжәғәт итә.
Милли архив, Пенсия фонды һәм МФЦ менән электрон хеҙмәттәшлек урынлаштырып, халыҡ мөрәжәғәттәренә тиҙ арала яуап биреүгә өлгәшә. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ғына архив хеҙмәткәрҙәре тарафынан уртаса 35-40 мең самаһы социаль-хоҡуҡи мөрәжәғәткә төплө яуаптар әҙерләп ебәрелде.
Нәҫел тамырҙарын юллау буйынса халыҡҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында Шәжәрә үҙәген ойоштороу, матур йолаға әүерелгән ғилми-тикшеренеү конкурстарын үткәреү, стационар, күсмә һәм виртуаль күргәҙмәләр ойоштороу, архив хеҙмәткәрҙәренең төрлө тарихи темалар, күренекле шәхестәр тураһында киң мәғлүмәт сараларында даими сығыш яһауы, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ республикабыҙҙа үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашыу - быларҙың барыһы ла халыҡ менән архив араһын яҡынайтыуға, бихисап архив документын фәнни әйләнешкә индереүгә булышлыҡ итә. Милли архивтың киң ҡоласлы эшмәкәрлегендәге был йүнәлештәр артабан да һаҡланасаҡ.
Бөгөн Милли архив заман технологияларын иркен файҙалана. Был йәһәттән төп архив ойошмаһын яңы архив һаҡлағыстар, ҡеүәтле сканерҙар һәм башҡа ҡорамалдар менән тәьмин иткән Башҡортостан Хөкүмәтенә бик тә рәхмәтлебеҙ. Бик күп сер һаҡлаған метрика кенәгәләрен, рәүиз мәғлүмәттәрен һәм башҡа боронғо документтарҙы тиҙ арала электрон рәүешкә күсереүҙе теүәлләү - алда торған иң ҙур бурыстарыбыҙҙың береһе. Республика етәкселегенең Милли архивҡа тос ярҙамы беҙгә бер нисә йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы Архив фондының берҙәм мәғлүмәти системаһын булдырыу, "Эш" электрон документ әйләнешен тулыһынса яйға һалыу һәм, "Электрон архив" базаһын тулыландырып, ундағы документтарҙы интернет аша халыҡҡа еткереү кеүек үтә мөһим бурыстарҙы уңышлы атҡарып сығырға мөмкинлек бирәсәк.
Бай тарихлы Рәсәй һәм Башҡортостан архивтары элек-электән дәүләт һәм халыҡ ихтыяжына хеҙмәт иткән, киләсәктә лә ошо изге һәм яуаплы бурыс уларҙың төп йүнәлеше булып ҡаласаҡ.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.21 | Ҡаралған: 335

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru