«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФРАНЦУЗ ЯУЫ (6-се бүлек)
+  - 


Шул уҡ ваҡытта Рәсәй бик күп йәһәттән Францияға оҡшарға тырышып ята тағы үҙе. Дворян, аристократтарҙың барыһы ла француздар һымаҡ кейенергә тырыша, йорт та, йыһаздар ҙа француздарҙы ҡабатлай. Сит телде өйрәнеүселәр, һис шикһеҙ, француз телендә һөйләшә. Хатта хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең кейеме лә бер үк - французса бит. Тильзитта ике император йәнәш баҫҡайны, ҡайныһы кем икәнен айырып алыуы ла ҡыйын. Икеһе лә тәнгә һылашып торған аҡ салбар, алды асыҡ, арты үксәгә тиерлек төшкән камзул, ике яҡ сите арҡыры итеп һуҙып яһалған эшләпә... Ярай әле Александр кәүҙәгә Наполеондан бейегерәк, шулай булмаһа, кемдең кем икәнен айырып та алырлыҡ түгел.
Францияла Тильзит дуҫлыҡ килешеүен бөтөнөһө лә маҡтап ҡаршы алды. Наполеон ошондай килешеүҙе булдырыуҙы 1800 йылдан бирле теләй бит инде. Тик тормошҡа ашырыр өсөн ете йыл ваҡыт кәрәк булды. Рәсәй менән дуҫлыҡ килешеүе француздар өсөн беренсе сиратта урыҫ бысағынан ҡотолоу өсөн кәрәк ине. Хәҙер Рәсәй Францияға һөжүм итә алмаясаҡ. Киреһенсә, Францияға кемдер һуғыш менән янаһа, Рәсәй уны яҡларға бурыслы.
Рәсәй ике тапҡыр Францияға ҡаршы берекмәгә инеп йөрөнө. Рәсәйгә бының һис кенә лә кәрәге юҡ ине, тип уйланы Бонапарт. Англия, Пруссия, Австрия менән союздаш булған өсөн генә һуғышта ҡатнашып, тиҫтәләгән мең ҡорбан биреүҙән башҡа нимә күрҙе Рәсәй? Францияға ҡаршы һуғышҡан саҡта Рәсәй, Англия хәрби ярҙам күрһәтмәү түгел, аҡса ла бирмәне. Австрия менән Пруссиянан да бер нәмә лә ала алманы ул. Рәсәй өсөн союздашлыҡ килешеүе түгел, талау килешеүе булды инде, тип һығымталаны ул. Хәҙер беҙгә, Рәсәй менән дуҫлыҡ килешеүебеҙ булғас, бер генә дошман да ҡурҡыныс түгел. Рәсәйгә лә шулай булырға тейеш килешеү.
Тильзитта килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң Бонапарт Парижға ҡайтты ла дәүләт эштәренә тотондо.
- Ун ай Хөкүмәттең ултырышын етәкләргә тура килмәне, - тип башланы ул һүҙен. -Польшалағы һуғыш беҙҙең өсөн һуңғыһы булды!
Ултырыштағы кешеләрҙең ауыҙы йырылды, императорҙы алҡышҡа күмделәр. Хөкүмәттә генә түгел, Францияның һәр төбәгендә лә хуплап ҡаршыланылар был яңылыҡты. "Һуғыш бөттө, йәшәһен тыныслыҡ!" - тип ҡыуанды бөтөн халыҡ, шул иҫәптән хәрбиҙәр ҙә. Әммә күп тә үтмәне Банопарт генерал Жюноға:
- Байнға китәһең. Унда Португалияға китергә тейешле беҙҙең әрме тора. Шуны етәкләргә кәрәк, - тип фарман бирҙе.
Генерал да, бүтәндәр ҙә Бонапарттың "һуңғы һуғыш" тигән һүҙен боҙа тип ҡабул итмәне. Сөнки Наполеон элек үк асыҡтан-асыҡ был турала әйтеп йөрөй ине инде. Мәҫәлән, Тильзитта Александрға:
- Европала берҙән бер ил - Португалия ғына асыҡтан-асыҡ Англияны яҡлай. Англияның тауарҙарын үҙендә һаттыра, тегенең караптары Португалия порттарында ултыра. Минең "ҡитға блокадаһы" тигәнемде ишетмәмеш булып маташа, - тигәйне. Александрҙы Португалия ҡыҙыҡһындырманы, шуға Наполеондың был һүҙе ҡолағының береһенән инде лә икенсеһенән сыҡты. Әммә уны үҙ француздары онотмағайны, кемгә кәрәк - шуға еткергәйнеләр. 1807 йылдың 15 октябрендә күп илселәр кәңәшмәһендә Наполеон Партугалия илсеһенә бик ҡаты итеп, һин Франциянан сығып китергә тейешһең, мәғәнәһендә өндәште. Быныһы, әлбиттә, үҙенең короленә еткергән быны. Ҡото осҡан король шунда уҡ Англияға һуғыш иғлан иткән. Әммә был уны француз ҡыҫыуынан ҡотҡара алманы. Байндағы ғәскәр Испания аша Португалияға юл тотто һәм алты аҙнанан бер атыуһыҙ Лисабонды алды һәм Португалия Францияның бер өлөшө тип иғлан ителде.
Франция менән Португалия араһында Испания ята. Испания менән Франция күптән инде дуҫ илдәр, һәммә урында ла бер-береһен яҡлап, ярҙам итеп йәшәй, табышты ла уртаҡ бүлешә. Португалияны алғас, Наполеон, Испания хәҙер Португалияның бер өлөшөнә өмөт итә инде, тип уйлай. Бәлки, башҡа төрлө итергә кәрәктер...
Испанияның короле менән уның улы араһында тәхет өсөн низағлашыу күптән бара. Шуға сик ҡуйыу һылтауы менән Бонапарт ике кешенең бәхәсен һүтеүҙә үҙенең ярҙамын тәҡдим итә. Атай менән ул, уның әсәһе һәм Наполеон бик оҙаҡ һөйләшәләр. Испанияға етәкселектең төрлө ысулдарын тикшерәләр, ләкин король ғаиләһе уртаҡ телгә килә алмай. Аптырағас, атаһы ла, улы ла: Испанияға Франция императоры етәкселек итһен, ти. Ошолайтып, Бонапарт тағы ла бер атыуһыҙ яңы илде үҙенең ҡулына төшөрә.
Бындай маһирлыҡҡа Бонапарттың эйә икәнлеген күптән беләләр ине инде. Рим Папаһы Францияны һанға һуҡмайынса Англияны яҡын күреп йәшәй. Әлбиттә, бындай тормош Бонапартты ҡәнәғәтләндермәй. 1808 йылда уның ғәскәре бер атыуһыҙ Рим ҡалаһын ала. Тоскананы яулап, Наполеон уға хужа итеп Элиза Бонапартты тәғәйенләй.
Шулай итеп, Бонапарттың хакимиәте киңәйгәндән киңәйә бара. 1804 йылда ул Франция императоры тажын кейә, шунан бер йылдан Италия королдәренең таждарын берләштереп, үҙенә ала, Рейен союзын тарата. Ике Сицилия, Голланд короллеге, Вестфаль, Бавар, Саксон, Вюртемберг короллектәре, Баден, Варшава герцоглыҡтары тулыһынса Наполеон ҡулына күсә. Европа тулыһынса тиерлек Бонапарттың хакимлығына инеп бөтә яҙа.
Франция үҙенең хакимлығын арттырған һайын уның ҡаҙнаһы ҙурая, илдә байлыҡ арта, унда йәшәгән кешеләрҙең дә хәле яҡшыра бара. Әлбиттә, Францияла нисә миллион кеше булһа, барыһы ла бер тигеҙ байыҡҡан тигән һүҙ түгел был. Байҙар нығыраҡ байыған, ярлылар ярлы көйө ҡала биргән. Социаль тигеҙһеҙлек оҙаҡ дауам итһә, һис шикһеҙ, түбәнге синыфтың үрҙәгеһенә ҡаршы баш күтәреүенә килтерә. Франция империяһында ла шул уҡ хәл. 1806 йылда Италияла ситтән килеүселәргә ҡаршы ҡораллы күтәрелеш башлана. Рәсми матбуғат быны кеше талаусыларҙың ҡыланҡыһы итеп күрһәтә. Урындағы власть быларҙы баҫтыра алмай, сөнки халыҡ баш күтәреүселәрҙе яҡлай. Италияның төньяғында ла, көньяғында ла, яңыраҡ ҡына француздарҙы ҡолас йәйеп, сәскә тотоп, ҡаршылаған халыҡ хәҙер шуларға уҡ ҡаршы баш күтәрә. Уларҙы баҫтырыр өсөн ҡораллы әрме ебәрергә мәжбүр булалар.
Баш күтәреүҙәр француздар баҫып алған Германияла ла башлана. Испанияла милли-азатлыҡ хәрәкәте көсәйә. Унда-һанда ғына баш ҡалҡытыусылар булһа тәүҙә, торараҡ улар бөтөн ауыл һәм ҡалаларҙы солғап ала, партизандар хәрәкәтенә әүерелә. Байленда француздарҙың ғәскәрен ҡорал ташларға мәжбүр итәләр. Ошондай уҡ хәл Португалияла була, Германияның бөтөн ерендә лә халыҡ күтәрелә. 1796 йылда Бонапарт беренсе тапҡыр сит илгә - Италияға иҙеүселәрҙән ҡотҡарыусы, ирек, азатлыҡ таратыусы булараҡ барғайны һәм уны халыҡ һөйөнөп ҡаршылағайны, хәҙер, ун биш йыллап ваҡыт уҙғас, шул уҡ халыҡ уны иҙеүсе, илде лә, халыҡты ла талаусы итеп күрә һәм бөтөн ерҙә лә уға ҡаршы сыға. Уға яһалма рәүештә барлыҡҡа килгән империяһын һаҡлап алып ҡалыр өсөн тик көскә, ҡораллы көскә генә таянырға ҡала. Йөҙ меңле әрме менән ике ай буйына Испания халҡын баш эйҙерергә тырышыуы ошоға яҡшы миҫал.
Тильзит килешеүенә ҡул ҡуйғас, ике император ярты йыл самаһынан һуң Парижда осрашырға һүҙ ҡуйыша. Әммә ярты түгел, бер йылдан күберәк ғүмер уҙғас ҡына Наполеон менән Александр вәғәҙәһен үтәй. Парижда Рәсәй императорының килеүен түҙемһеҙлек менән көтәләр һәм уға бик ентекле әҙерләнәләр. Был ике императорҙың ғына күрешеүе түгел Европа илдәренең барыһының да тиерлек королдәре, герцогтарының осрашыуы була. Аҙнанан ашыу улар бер тантананан икенсеһенә йөрөй, ҡунаҡтан ҡунаҡҡа китә, шараптың ниндәйен генә лә күпме генә эсмәйҙәр, бер-береһен, бигерәк тә Наполеон менән Александр үҙ-ара маҡташа, әллә ниндәй вәғәҙәләр бирешәләр, хатта туғанлашыуға тиклем барып етәләр. Наполеон Александрҙың һеңлеһен үҙенә кәләшлеккә һорай. Александр өндәшмәй. Ҡайтҡас, туған-тыумаса менән һөйләшермен, тип ҡотола.
Ике императорҙың үтә ныҡ дуҫлашыу күренештәре, бер-береһен өрмәгән ергә ултыртмауы мәңгелек дуҫлыҡ кеүек күренә, ләкин үтә сөсөләнеү уларҙы ситтән күҙәтеп йөрөгәндәрҙә генә түгел, быларҙың үҙҙәренең күңелендә лә дуҫлыҡтың ысынлығына шик тыуҙыра. Александр ҡайтып киткәс, Наполеон күрешеүҙе ҡайтанан күҙҙән кисерә лә, "урыҫ батшаһы мине тишек шөмәнгә ултыртмаҡсы булды", - тип һығымта яһай. Шундай уҡ уй Александрҙа ла тыуа. "Тильзиттағы күрешеү ысын күңелдән ине, йылдан ашыу уҙғас, Бонапарт күберәк яһалмалыҡҡа күскән", - тип ҡуя Рәсәй императоры. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар бик йыш хат алыша. Кем генә яҙмаһын, хат һис шикһеҙ : "Йән дуҫым минең, туғандан да яҡыныраҡ кешем..." - тип башлана.
1810-1811 йылдарҙа Бонапарт ниндәйҙер ил менән рәсми иғлан итеп, һуғыш алып бармай. Шуға Франция берәү менән дә һуғышмай, тип һанала. Ғәмәлдә Европа илдәренең барыһында ла һуғыш бара. Ысынлап та Франция ғәскәре ниндәйҙер ил ғәскәре менән ҡара-ҡаршы тороп һуғышмай. Италия, Германия, Австрия, Португалияла халыҡ баш күтәрә, Испанияны партизандар тулыһынса үҙ ҡулына ала. Ауыл-ҡалаларҙа халыҡ француз власына баш бирмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Наполеон Пруссия, Германия төбәктәрендә ғәскәр туплай, хеҙмәткәрҙәрҙе бер туҡтауһыҙ һуғыш алымдарына өйрәтә. Бонапарттың кем менән һуғышырға йыйынғанын берәү ҙә белмәй, ул үҙе лә өндәшмәй. Әммә һуғышҡа әҙерлек барғанын бөтөнөһө лә күреп тора.
Кемдәр менән булыр һуғыш, ни сәбәптән ҡубыр - быныһын Наполеон ысынлап та белмәне. Һуғыштың ҡайһылай булырын, уның ғәскәре нисегерәк яу яланында ойошторолор - быларын ул аныҡ белде. Ниндәй генерал йә маршалдың ғәскәре ҡайһы тарафта тупланырына тиклем белә ине. Тик ҡаршыһындағы ғәскәрҙең кем булырын ғына төҫмөрләй алманы. Уның Рәсәйҙеке булырын самалай ул, тик аныҡ ҡынаһын белмәй. 1800 йылдан бирле Рәсәй менән дуҫлашырға ныҡлы ниәт тотто бит ул. Тильзитта шуға өлгәште. Хәҙер шуның менән үк һуғышырғамы ни? Рәсәйҙең батшабикәһе Екатерина Икенсе революцион Францияға ҡаршы бөтөн Европа берләшмәһен ҡуйырға хыял иткән. Хәҙер бөтөн Европа илдәренең дөйөм ғәскәрен Рәсәйгә ҡаршы Франция байрағы аҫтында күтәрергәме инде?
Төрлөсә уйланды Бонапарт. Рәсәй менән һуғышҡыһы килмәне, шул уҡ ваҡытта был кәрәк тип тә һананы. Рәсәйҙе еңеп алһа, ярты ер шары Франция байрағы аҫтына инер ине. Ул саҡта маҡтансыҡ Англия ла, үҙҙәрен һуғыш фәрештәһеләй күреп йөрөгән Испания, Италия, Германия партизандары ла шымыр ине.

(Аҙағы. Башы 31-36-сы һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.21 | Ҡаралған: 219

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru