«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ УНЛАР - БАБАЛАРЫБЫҘ ҺУНДАР (3-сө бүлек)
+  - 

Башҡорт ырыуҙары XVI быуат урталарында Рус дәүләтенә ҡушылғандан бирле рус тарихи сығанаҡтарында унлар ырыуы ла иҫкә алына, әммә бында беҙ унларҙың әүәлге атамаһы ла оҙаҡ ваҡыттар буйына һаҡланып килгәнен күрәбеҙ. Мәҫәлән, 1662-1664 йылғы башҡорт ихтилалы менән бәйле бер документта Күсем хан вариҫтары менән бәйләнешкә ингән башҡорт ырыуҙары хаҡында бына ниндәй мәғлүмәт теркәлгән: "...стоит де царевич Бугай Салтан у озера Иреташа за Исетью в степи, а с ним де стоят изменники башкирцы: сынгранцы, бушкурты, сонгуты, терсяки, айлы". Рус документында телгә алынған сонгуттар кем булған һуң? Әлбиттә, сонгуттар - су-унгуттар ул замандағы башҡорт телендә су-онғоттар булған. Һыу, йәғни йылға онғоттары - улар, һис шикһеҙ, башҡорттоң унлар ырыуына тура килә. Унлар вариҫтарының хәҙерге Ҡариҙел районында йәшәгәнен беләбеҙ. Ошо район территорияһында, Йүрүҙән йылғаһының түбәнге ағымы үҙәнендә ҡасандыр Буронғот ауылы булған - бында беҙ шул уҡ онғот этнонимын күрәбеҙ.
Тарихи Башҡортостанға килеп урынлашҡан онғот-унларҙың айырым төркөмдәре башҡа бер башҡорт ырыуҙары менән килешеүгә инеп, үҙҙәренең яңы ватанын тапҡан. Ошо һығымтаны раҫлаусы тарихи факттар ҙа бар. Мәҫәлән, башҡорт ҡыпсаҡтары составында Суун-Ҡыпсаҡ олоҫо ла теркәлә. Шуныһы ҡыҙыҡлы, Ә.-З. Вәлиди Туған үҙенең "Хәтирәләр"ендә ауылдаштарының этник сығышы хаҡында ошондай мәғлүмәт бирә: "Ауылыбыҙҙың төп халҡы ике башҡорт ырыуының - Суҡлы-Ҡай һәм Онғот вәкилдәренән булып, әүәл 30-40 хужалыҡтан артыҡ булмаған".
XIX быуаттағы Рәсәй һәм XX быуаттағы совет историографияһы мәғлүмәттәре, шулай уҡ һуңғы йылдарҙа алып барылған этнографик тикшеренеүҙәр башҡорт милләте составындағы унлар ырыуы вәкилдәренең боронғо хунну һәм Азия һундарының вариҫтары булған онғот ҡәүеменең бөгөнгө нәҫелдәштәре булыуы хаҡындағы фекерҙе раҫлай. Меңәр йылдар буйына барған этногенетик бәйләнештәр һәм үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә хәҙерге башҡорт ырыуҙары вәкилдәренең генетик сығышын бер төрлө тип әйтеп булмай. Ғөмүмән, башҡорттар - этногенетикаһы буйынса төрлө ҡәүем төркөмдәре йыйылмаһынан хасил булған халыҡ. Әммә төрлө-төрлө ырыу атамалары тамырҙарының тарихи сығанаҡтарҙа теркәлеп ҡалған үтә боронғо ҡәүем исемдәре менән булған ауаздашлығын һис инҡар итеп булмай. Башҡорт унлар ырыуы этнонимын йөрөткән төркөм вәкилдәренең үҙатамаһын иң кәмендә 2,5 мең йыл дауамында һаҡлап ҡала алыуын халҡыбыҙ тарихындағы уникаль бер күренеш итеп ҡарарға кәрәк.
Башҡортостан Республикаһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты һәм Рәсәй медицина фәндәре академияһының Медик-генетик ғилми үҙәге коллективтары 2012-2013 йылдарҙа профессор Е.В. Балановская етәкселегендә башҡорт халҡының генофондын өйрәнеү буйынса тикшеренүҙәр үткәргәйне. Ул саҡта Ҡариҙел районында йәшәгән унлар ырыуы вәкилдәренән 9 кешенең генетик маркерҙары асыҡланды. Һөҙөмтәлә уларҙың барыһының да R1a-M198 гаплотөркөмөнә ҡарауы асыҡланды. Ошо гаплотөркөм табын, ҡатай, күҙәй, әйле, балыҡсы һәм башҡа төньяҡ-көнсығыш һәм көнсығыш башҡорттарына хас генетик билдәләмә булып тора. Был гаплотөркөм генетик сығышы буйынса нәҫелдәштәр булған һинд-европа ҡәүемдәрендә айырыуса йыш осрай. Тикшеренеүсе С.Г. Боталов сюнну-хунну мәҙәниәтен хасил иткән ҡәүемдәрҙең ҡатнаш антропологик (Азия европеоидтары) һәм этнолингвистик (иран-тохар) типҡа ҡарауы хаҡында яҙа. Тарихи процестар барышында был боронғо ҡәүемдәр палеотөрки һөйләштәре хас булған халыҡтар менән тығыҙ этник бәйләнешкә инеп, һуңынан һун этнонимы менән аталып йөрөтөлә башлаған ҡеүәтле этник берләшмәне хасил итә. Тап шуға күрә уртаҡ Rla-M198 гаплотөркөмөнөң төрлө субкладтары Алтай, Тянь-Шань алды, Урта Азия, хәҙерге Ҡаҙағстан, Көньяҡ Урал һәм Волга буйы территорияһында йәшәүсе абориген халыҡтарҙың төп генетик маркеры булып тора. Ошо генетик маркер эйәләре Тарихи Башҡортостан территорияһына көнсығыштан, Себер тарафтарынан трансурал юлы (Мейәс йылғаһы үҙәне буйлап) аша барған миграцион ағым һөҙөмтәһендә килеп инә. Ошо генетик йүнәлешкә хас булған төп маркер хәҙерге Белорет, Иглин, Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле, Ҡариҙел, Асҡын районында йәшәүсе башҡорт ырыуҙары вәкилдәренең геногеографияһын билдәләй.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 35-36-сы һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.21 | Ҡаралған: 288

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru