«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫЛАНДАР...
+  - 

Быйыл яҙ ике аҙнаға алдараҡ килеүе һөҙөмтәһеме икән, көндәр йылыныу менән халыҡ дачаларҙа, йорт яны баҡсаларында йыландар күренеүгә зарлана башланы. БР Экология министрлығы белгестәре белдереүенсә, Башҡортостанда йышыраҡ туҙбаш, ҡара йылан, ялан ҡара йыланы, баҡыр йылан (еҙ йылан) осрай. Уларҙың араһынан ҡара йылан ғына ағыулы.

Икенсе яҡтан, йыландар ауыл хужалығына ҙур зыян килтергән, хәүефле сирҙәр таратҡан сысҡандарҙы һәм ҡомаҡтарҙы юҡ итә. Шуға ла, әгәр участкағыҙҙа йыландар күренә башлаһа, тимәк, кимереүселәр ҙә бар. Йыландар кешеләрҙән ҡурҡмай, әммә осрашыуҙан ҡаса. Йылы көндәрҙә улар былтырғы япраҡ, ҡороған ағас тамырҙары, төҙөлөш сүп-сары, өйөлгән таҡталар араһынан, башҡа хайуандарҙың ояларынан сыға. Үҙҙәренә пар эҙләгән ваҡытта йыландарҙы борсорға ярамай, был ваҡытта улар агрессив була, хатта ыҫылдауы, кешегә ташланыуы мөмкин. Туҙбаш һәм ҡара йылан, әгәр уларҙы тоторға тырышмаһағыҙ, зыянлы түгел, саҡмай. Шуға күрә йыландарҙы тоторға тырышмағыҙ. Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында сағылдығыҙ ҙа икән, албырғап китмәгеҙ, кемдәрҙер кәңәш иткәнсә, сағылған урынды ҡыҫып бәйләргә йәки ағыуын һурырға тырышмағыҙ. Тешләнгән урынды һабынлап йылы һыу менән йыуығыҙ һәм спирт йәки спиртлы шыйыҡса менән эшкәртегеҙ. Ауыртыуҙы баҫа торған дарыу эсегеҙ һәм яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.20 | Ҡаралған: 1073

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru