«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘРТИП КЕМДӘН ТОРА?
+  - 

Матурлыҡ салонында тырнаҡ буятып ултырам. Барыһы ла яҡшы, барыһы ла һәйбәт, тик мастер ҡыҙҙың яңы ғына тәмәке тартып ингәне беленә бит. Битлек кейһә лә, ҡулынан, үҙенән тәмәке еҫе сыға. Сыҙарға тырышып ултыра торғас, ауырып киттем. Күңелем болғанды, хәлем бөттө. Ахырҙа "Мине һеҙҙең сигарет еҫе ауырыта" - тинем. "Это дамские сигареты, там и запаха нет", - ти был. Эш тамамланмаған бит инде.

Администраторҙарын саҡыртып, икенсе мастер һораным. Уныһын көтөргә тура килде, әммә теге тәмәкесе ҡыҙҙы башҡаса яҡын юлатманым Минең дә ваҡытты алды, әтнәке, салон өсөн дә һабаҡ булды. Тартҡан хәлдә лә клиент менән эш итер алдынан сафланып-бөхтәләнеп алырға тейеш тә инде ул. Быны салон етәксеһе лә ҡабул итте, минең талапты үтәнеләр.
Шуның кеүек хәлдәр булып тора. Мәҫәлән, йыш ҡына аҙыҡ-түлек магазиндары янында һатыусылар тартып тора ла, һатып алыусы килгәнде күреп, йәһәтләп инеп прилавка артына баҫа. Пекарня, емеш-еләк, туңдырма һатылған урындарҙа ла шулай. Тәмәке тартыуҙы барыбер ҙә сикләй алмайҙар. Һәм бик һирәктәр генә, моғайын, ҡулынан тәмәке еҫе лә китеп етмәгән кеше хеҙмәтләндереүенән баш тарта ала. Ә асылда һеҙҙең ундай хоҡуғығыҙ бар. Тәмәке еҫе килгән мастерҙан да, официанттан да, һатыусынан да баш тартып, икенсеһен һорай алаһығыҙ. (Мин хатта такси алғанда ла тәмәке тартмаған водителде, салонда бензин, тәмәке йәки хушбуй еҫе булмаған машинаны һорайым.) Ул саҡта эшкә алыусылар ҙа ҡул аҫтындағыларға гигиена тәртиптәрен ҡәтғиләтә төшөр, тәмәке тартыусылар ошо сиктәрҙе тоторға тырышыр ине. Тәртип хеҙмәтләндереүселәрҙән генә түгел, ҡулланыусыларҙан да тора...

Миләүшә ХӘБИЛОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.20 | Ҡаралған: 902

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru