«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГӘЗИТ УҠЫУ ҠАНАТЛАНЫП ЙӘШӘҮ УЛ
+  - 

Янырак шулай матбуғат баҫмалары хаҡында һүҙ сыҡҡас, ниндәй гәзит уҡыйһың, тигән һорауға осраҡлы бер танышымдың: "Эй, ҡуй инде, бынауындай ваҡытта гәзит ҡайғыһы бармы..." - тип ҡул һелтәп кенә ҡуйыуы сәмемә тейҙе, ғәрлекте килтерҙе.

Һөйләгән хәбәре лә үҙенән, ваҡ-төйәк көнкүреш ығы-зығыһынан ары китмәгән, ары киткәне лә шул бер үк аһ-зар, ризаһыҙлыҡ, ил етәкселәрен "ҡырып-һепереп түгеүгә" ҡоролған әрепләү һәм ғәйепләүҙәрҙән генә ғибәрәт был әҙәм янында ултырыуы күңелгә ауыр була башлағас, сиратымды юғалтып булһа ла тиҙерәк тороп китеү яғын ҡараным. Ҡара болот төҫлө ауыр энергетика сорнап алған ине был меҫкен ҡатынҡайҙы. Шул томан эсендә сәбәләнеп, йүнәлешен юғалтҡан юлсыны хәтерләтте ул миңә. Исмаһам, нескә генә еп ишеләй булһа ла ҡояш нуры төшһәсе, яҡтыртып ебәрһәсе шуның донъяһын, тип теләнем мин уны йәлләп. Күрер ине: ете һаның теүәл булып, донъялар имен торһа, йәшәүҙәре - йәннәт бит. Эйе, сир килеп баҫты, күнегелгән тормош тәртиптәрен боҙоп, тыныслыҡты ебәрҙе, йоҡоларҙы осорҙо. Һәр замандың үҙ ауырыуы тиҙәр, ил күргәнде күрербеҙ, иң мөһиме - бергә булырға, позитив булырға, ғауғаламаҫҡа. Бындай ваҡытта кеше, ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тигәндәй, юҡ-бар хәбәрҙәргә ышаныусан, алданыусан була, сөнки ысынбарлыҡты сағылдырған мәғлүмәттәргә эйә булмай, психологик яҡтан әҙерлекһеҙлеге асыҡлана. Бына шундай тома һуҡыр-һаңрау хәлендә ҡалмаҫ өсөн яныңда таянырлыҡ яҡын дуҫтарың, тоғролоҡло юлдаштарың булыу мотлаҡ. Әммә дуҫтарҙың да төрлөһө була, улар ҙа кеше бит: кемеһелер кәйеф ҡоло - күңеле килгәндә генә асылып китеүсән; кемеһенең ваҡыты юҡ, кемеһелер ил-йорт хәлдәрендә хәбәрҙар түгел, телевизор ҙа ҡарамай, гәзит тә уҡымай.
Бына, ниһайәт, ҡыялатып булһа ла яҙмамдың төп темаһына килеп баҫтым, буғай: иң яҡшы, ышаныслы, тоғро дуҫ һәм юлдаш - гәзит икән ул! Элек тә шулай булды, хәҙер - бигерәк тә, сөнки, баяғыса, һәр кем үҙенә бикләнеп, аралашыу мөхите тарая төшкән бер заманда гәзит кенә үҙенә һәм дә үҙенең ихтирамлы уҡыусыларына тоғро ҡалыуын дауам итә. Дөрөҫ, гәзиттәрҙең дә төрлөһө бар, тиерһегеҙ, ләкин мин үҙем яҡшы белгән, һыналған, тәүге һаны донъяға сыға башлағандан алып айырылғыһыҙ дуҫыма әйләнгән " Киске Өфө" гәзите хаҡында һүҙ алып барам. Килеп тыуған ниндәй генә тормош шарттарында ла объективлыҡ, тигеҙлекте һаҡлап, беҙҙе ағымдағы ил-йорт хәбәрҙәре менән таныштырып ҡына ҡалмай, уҡыусылары мәнфәғәттәрен дә хәстәрләй: аңлата, кәңәшләшә, даими рәүештә беҙҙең фекер менән дә ҡыҙыҡһына, теге йәки был темаға мәҡәләләр яҙыуыбыҙҙы һорай. Тәүге һанынан алып гәзиттең милли рухиәтебеҙгә тоғролоғо, теманы юғары кимәлдә алып барыуы, авторҙарының компетентлығы һоҡландыра. Гәзитебеҙҙең тәүге һандарынан алып бөгөнгөһөнә тиклем халҡыбыҙ тарихы, туған тел яҙмышы, рухиәтебеҙ кимәле хаҡында ниндәй генә мәҡәләләр баҫылып сыҡманы ла, исемдәре тарихыбыҙға алтын хәрефтәр менән уйылырлыҡ ниндәй генә ғалимдар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, уҡытыусылар һәм дә тағы бик күп зыялылар сығыш яһаманы уның биттәрендә!
Ә бит ул әңгәмәләр һәм мәҡәләләр ошо гәзиттән башҡа бер ерҙә лә баҫылмай. Ошо гәзитте уҡып, айырым мөһим мәҡәләләрҙе йыйып, туплап барған кешеләр ҙә бар һәм улар ота ғына: ниндәй бай мәғлүмәткә эйә улар бөгөн. Хәйер, гәзит уҡып, бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, ер шарының ҡояшлы яғындағылар менән бергә йәшәү өсөн бер ҡасан да һуң түгел, яҙылырға теләгән, ил-йорт ваҡиғалары, башҡорт донъяһы яңылыҡтары менән хәбәрҙар булырға теләгән кеше йүнен таба: "Киске Өфө"нөң уҡыусылары сафында булыу, уны даими уҡып, ҡанатланып йәшәү атҡа атланғандай тойғолар бүләк итһә лә, уға яҙылыу хаҡы ат хаҡы түгел бер ҙә. Ярты йылға бер тапҡыр биш-алты йөҙөңдө сығарып һалаһың да, 6 ай буйына рәхәтләнеп гәзит уҡыйһың. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: ҡайһы бер милләттәштәребеҙ аңында ошо 5-6 йөҙ тәңкә ғәләмәт ҙур байлыҡ булып тойола, ахыры, шулай булмаһа, ошо аҡса был кешеләрҙең милли аңына арҡыры торған һөйәк ишенә әйләнмәҫ ине...
Ғөмүмән, туған телебеҙҙә нәшер ителгән гәзит-журналдарыбыҙға иңдәрҙе ҡуйып, уларҙың рухи ҡиммәтен аңлап, баһалай белеү - асылда, уның уҡыусыларының да аң кимәлен билдәләп тора шул, сөнки фәҡәт бергәләшеп кенә беҙ әсә телебеҙҙе һаҡлап ҡала алабыҙ. Ә инде баяғы һүҙ башында телгә алынған "эшем эйәһе" ҡатын кеүек, гәзит ҡайғыһы юҡ әле, тип йәшәһәк, милләтебеҙ киләсәгенә аяҡ салыусылар, маңҡорттар быуыны үрсетеүселәр тап беҙ буласаҡбыҙ... Ә ундай яҙмышты Хоҙай дошманыңа ла күрһәтмәһен, сөнки был донъяла ҡылынған яҡшыһы ла, яманы ла тарих хәтерендә мәңгелеккә ҡала. Беҙгә тиклемге ата-бабаларыбыҙ быуындары ирек һөйәрҙәр, ерһөйәрҙәр булараҡ дан ҡалдырһа, беҙ ҙә уларға лайыҡ булайыҡ: үҙебеҙҙе телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр итеп танытайыҡ.

Фирүзә ИШБИРҘИНА,
хеҙмәт ветераны.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.20 | Ҡаралған: 419

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru