«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨМӨШ КҮЛДӘР ИЛЕНДӘ, АҪЫЛ БАШҠОРТ ЕРЕНДӘ
+  - 



Силәбе яғын көмөш күлдәр иле тип нарыҡлайҙар. Ысынлап та, бында балыҡлы тәрән күлдәр бик йыш осрай. Башҡортостан менән сиктәш мәғрур тау-ҡаяларҙы үтеп сыҡҡыһыҙ тайга, ҡарағай урмандары ҡаплаған. Мал үрсетеүгә ҡулай иркен дала яҡтарына башҡорт ырыуҙары Уралтау һырттары аша тегеләй-былай аша төшөп, күсенеп, күп ауылдарға нигеҙ һалған. Бында ҡыуаҡан, терһәк, һалйот ырыуы башҡорттары борондан йәшәгән, 18-се быуат баштарында хәҙерге Салауат районы яғынан, Әй һәм Йөрүҙән буйҙарынан әйле ырыуы күпләп күсенә, Учалы яғынан табындар килә. Был күсенеү башҡорт илендә ҡупҡан ихтилалдар менән, батша карателдәре эҙәрлекләүе менән дә бәйле. Төбәктәге халыҡ Урал аръяғында боҫоп ятмаған, киреһенсә, башҡорттарҙың ер һәм ирек өсөн күтәрелгән ихтилалдарында, айырыуса Салауат яуында әүҙем ҡатнашҡан, ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу рудниктарында һәм беренсе заводтарҙа эшләгән. Кантонлыҡ осоронда 8-се башҡорт кантонының күп ир-егеттәре Рәсәйҙең сиктәрен һаҡлауҙа һәм төрлө һуғыш-походтарҙа башын һалған. 1934 йылда ойошторолған Силәбе өлкәһенә Оло Башҡортостандың рудаға бай тау-урманлы, бик матур тәбиғәтле ерҙәре Калинин менән Сталиндың бер ҡултамғаһы менән бүлеп бирелә. Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған башҡорт батырҙарының ожмахтай бай ил хаҡында хыялы шулай Урал аръяғында айырылып тороп ҡала. Әммә халыҡтың күңеле һәм аҡылы бер бөтөн булып ҡала: силәбеләр Өфө ҡалаһына уҡырға килә, Башҡортостанда эшләй, үҙҙәренең мәктәптәрендә башҡортса уҡыу-уҡытыуҙы өҙмәҫкә һәм өҙөлгәнен яйға һалырға ынтыла. Бөгөн өлкәнең Силәбе, Магнит, Златоуст (Алтынтамаҡ), Ҡурған, Сатҡа, Сим (Эҫем) ҡалаларында һәм башлыса Арғаяш, Сосновка, Ҡоншаҡ, Красноармеец, Сыбаркүл районы ауылдарында 162 меңдән ашыу башҡорт йәшәй (2010 йылғы мәғлүмәт). Был юлы беҙ Силәбенең биш районына сәфәр ҡылдыҡ. Һүҙебеҙ шул турала.

Сосновка районында

Силәбе өлкәһенең Сосновка районы ағинәйҙәрен мин тәүбашлап 2013 йылда Сибай ҡалаһында үткән "Мөнәжәт" байрамында күргәйнем. Алыҫ ара тип тормай, Уралтау буйлап 450 саҡрымды елдереп, Рабиға Фәрит ҡыҙы Бикбулатова етәкселегендәге был төркөм Ирәндек буйына килеп еткәйне. Сәхнә тулып килеп сыҡҡан силәбеләрҙе сәләмләп, тамашасы оҙаҡ ҡул сапты. Һикһән йәштән утыҙ йәшкә саҡлы ун һигеҙ ҡатын мөнәжәт, бәйет, төбәк йыры менән бәйге тотто. Уларҙы тыңлау үҙе бер асыш һәм кинәнес булды. Сосновка районы Табын ауылынан оло йәштәге Ғәйдәнә Шафиҡова менән Заза Дауытова апайҙарҙың боронғо мөнәжәте бар халыҡты хайран ҡалдырҙы. Үҙҙәренең инәй-ҡартинәйҙәренән мираҫ булып ҡалған милли кейемдәре әле ул осорҙа ағинәйҙәр араһында саҡ ҡыҙып барған мәҙәни яңылыҡҡа - халыҡсан кейемдәр тегеп кейеүгә яңы этәргес, бер һулыш-күтәрелеш бирҙе.
Быйылғы сәйәхәтебеҙ ҙә Сосновка районында башланды. Беҙҙең тәүге осрашыу урынында - Трубный ауылының яҡты һәм аулаҡ мәҙәниәт йортонда "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары өсөн мәҙәниәт бүлмәһе бүленгән. Ауыл һәүәҫкәрҙәрен әйҙәп, байрам-кисәләрҙә даими ҡатнашҡан ағинәйҙәргә туған башҡорт телен өйрәнергә теләгән балалар һәм йәштәр ҙә йыш мөрәжәғәт итә, тинеләр. Сосновка районы Дәрбиш ауылында (Ҡолой кантондан алда хеҙмәт иткән 5-се кантон начальнигы Дәрбиш Килмәков исеме менән бәйле, Оло Ҡарағай күл тигән икенсе атамаһы ла бар, янындағы Мәрзембай ауылын Кесе Ҡарағайкүл, тигәндәр, "төньяҡ әйлеләр" нигеҙләгән ауылдар. А.А. Бикбулатов мәғлүмәтенән) тыуып-үҫкән һәм Трубныйҙа донъя көткән ветеран уҡытыусы Рабиға Фәрит ҡыҙы бынан дүрт йыл элек Силәбе өлкәһенең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһын ойоштора. Быйыл 2019 йылдың 13 авгусында ойошма рәсми теркәлеү үтә. Ағинәйҙәр өлкәлә туған телде һәм мәҙәниәтте үҫтереү, яҡлау һәм һаҡлау, милли кейемдәр һәм биҙәүестәрҙе, халыҡ ижады өлгөләрен тергеҙеү, шәжәрәләр төҙөү, иртәк-эпос, йыр-көй, легендаларҙы йыйыу һәм башҡарыу, башҡорт йәштәренә халыҡ йолаларын өйрәтеү буйынса ғәйәт ҙур эш алып бара. Сосновкалағы ҡорға килгәндәр араһында ике ханым ныҡ иҫтә ҡалды. Трубныйҙан алыҫ ҡына ауылдарҙа йәшәүгә ҡарамаҫтан, яйын табып йыйыныбыҙға килгән был зыялы ханымдарҙың икеһе лә шиғиранә йәнле, дини белемгә ингән кешеләр булып сыҡты. Мәймүнә Хәкимова - хажиә, ауылдарындағы мәсеттә Ислам дине һабаҡтарын уҡыта. Уның сығышындағы "Ҡатын-ҡыҙҙың бала саҡтан уҡ, ғаилә мөхитендә үк белемгә, мәҙәниәткә ынтылыуы, үҙ-үҙен тәрбиәләүе - бөтә нәмәнән дә ҡиммәт, бар өйрәтеүҙәрҙән дә мөһим", тигән фекере иҫтә ҡалды. Икенсеһе, Фәриҙә Ғөбәйҙуллина иһә Башҡортостанда киң билдәле шәхес, милли башҡорт музыкаһына яңы заманса юл ярған композитор Халиҡ Заимовтың (1914-1977) яҡын туғаны булып сыҡты. Фәриҙә апай халыҡсан дидактика, аң һәм изгелек менән йәшәүгә өндәү, уйланыуҙар, тормош фәлсәфәһе менән һуғарылған ҡыҫҡа шиғри парсаларын уҡып ишеттерҙе.
Тамаша залындағы берҙән-бер ир-уҙаман тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе, Силәбе яғы башҡорттары һәм ауылдары буйынса тарихи материалдар туплап, халыҡты архив яҙмалары, шәжәрәләр менән таныштырыусы Бикбулатов Арыҫлан Авзал улы булып сыҡты. Утыҙ йыллап мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булған, хаҡлы ялға сыҡҡас, тарих һәм топонимдар буйынса эҙләнеү-уҡыуға ныҡлап тотонған, ауылдар тарихы, шәхестәр тураһында ҡыҙыҡлы һәм фәһемле иҫтәлектәр, факттар туплаған. Ысынында, беҙҙең Башҡортостанда уның кеүек әүҙем крайҙы өйрәнеүсе юҡтыр ул. Арыҫлан Авзал улы үҙенең ошо эҙәрмән-тикшереүсе материалдарын өлкәнең һәм Башҡортостан Республикаһының төрлө баҫмаларында, ғилми йыйынтыҡтарҙа баҫтыра. Был эштә уға Силәбе ҡалаһындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһын етәкләүсе, ҡалала балалар өсөн йәкшәмбе башҡорт мәктәбен ойоштороусы ҡыҙы Резедә ярҙам итә.

Арғаяш районында

Иртәгәһенә беҙҙе Арғаяш район мәҙәниәт йортонда көтәләр ине. Мәҙәни усаҡтың һылыу хужабикәһе Милә Кашаф ҡыҙы Үлмәҫбаева беҙҙе ҡояш кеүек балҡып ҡаршы алды. Шул арала Арғаяш районының "Ағинәйҙәр ҡоро" етәксеһе Мәрфуға Фәрит ҡыҙы Ҡорманғәлина осрашыуға бөтә башҡорт ауылдарынан да ағинәйҙәрҙе, фольклор ансамбле ағзаларын, уҡыусы ҡыҙ балаларҙы саҡырыуы тураһында хәбәр итте һәм район биләмәһендә үткәргән мәҙәни һәм тәрбиәүи саралар, ауылдарҙа башҡарылған эштәре тураһында ла һөйләп өлгөрҙө. Уның һүҙҙәрен йөпләп, ағинәйҙәрҙең район мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләгән "Гүзәлем" фольклор ансамбле (етәксеһе Вәлиуллина Марина Ғәлиулла ҡыҙы) ошо төбәктең "Һәттә-түрә-ри" йырлы-бейеүле уйынын башлап ебәрҙе. Уларҙың сығышын Ҡуйһары ауылынан килгән ветеран уҡытыусы Винера Сөнәғәт ҡыҙы Шәймөхәмәтова яңғыратҡан моңло башҡорт халыҡ йыры алыштырҙы. Кисәбеҙҙе алып барыусы Милә Кашаф ҡыҙы һөйләүенсә, Винера апай үҙ тыуған яғында һәр милли байрамды, йыйындарҙы, осрашыуҙарҙы башҡорт халыҡ йырҙары менән биҙәй. Балаларға милли көйҙәрҙе өйрәтә, арымай талмай үҙ тыуған яғының мәнәжәт, бәйеттәрен пропагандалай. Йыраусыларҙың "Оҙон көй" (Туймазы ҡалаһы), "Ирәндек моңдары" (Сибай ҡалаһы), "Уралым" (Силәбе ҡалаһы) кеүек абруйлы бәйгеләре лә уның моңона шаһит - ул бер-нисә мәртәбә лауреат исеменә лайыҡ була, Башҡортостан һәм Силәбе телевидениеһы аша күп тапҡырҙар сығыш яһай. Ошондай Аллаһы Тәғәлә биргән һәләтен көн-ғәләм менән йомарт уртаҡлашып йәшәп ятҡан, моң әлиһәһе булған башҡорт ҡатынын нисек "ағинәй" тимәйһең инде!
Арғаяштағы осрашыуҙа Силәбе өлкәһенең "Урал" халыҡ ижады фестивалендә беренсе урын яулаусы, яҡташтарының йыр-моңға булған ихтыяжын ҡандырыусы "Сәләм" йыр төркөмө сығышы ла кинәндерҙе. Бигерәк тә уның ағзалары булған ағинәйҙәрҙең милли кейеме иғтибарҙы йәлеп итте. Нисек кенә булмаһын, был яҡтарҙағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары милли кейемдәге үҙенсәлектәрҙе һаҡларға тырыша. Кемдер "ҡартинәйемдең инәһенән ҡалған мираҫ" тип, тамбурлап ҡайылған алъяпҡысын, кемдер "теге замандарҙан бирле һаҡланған" тип, ҡушъяулығын яҙып күрһәтә. Арғаяштар милли кейемде ҡушъяулыҡһыҙ кеймәй. Был яҡтарҙа ҡашмау осрамай тиерлек, ә төп биҙәүестәрен "яға" тиҙәр, уныһы тәңкәләр һәм ҡортбаштар менән биҙәлә, гәрәбә теҙеп сығыла, ваҡ мәрйендән селтәрҙәр үрелмәй.
Беҙҙең осрашыуҙа "Һомай" халыҡ театры (Иҫән ауылы, етәксеһе Фәрхәнә Фәрит ҡыҙы Зөлфетдинова), "Аждаһаҡай" балалар драма студияһы ла ҡатнашты һәм үҙҙәренең эшмәкәрлеге - балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә башҡортса сығыш яһауҙары, "Башҡорт ҡунаҡханаһы", "Өләсәйем һандығы", "Инәйҙәр бәхете", "Беҙҙең ауыл", "Ир-егет абруйы", "Атайҙар мәктәбе", "Ил батырҙары" тигән әңгәмәләр-уйындар ҡороуҙары тураһында һөйләне. Райондағы башҡорттар төрлө йолаларҙы, ырымдарҙы ла яҡшы хәтерләй икән. Мәҫәлән, тиҙ генә мал һатыу ырымдарын барлап сыҡтылар: "Малыңды һатҡанда уны бәйләгән бауҙы яңы хужаһына бирмәйһең. Мал артынан буш биҙрә сиртәһең (Быныһы ҡотоңдо ебәрмәй, үҙеңә саҡырыу була микән? Ҡорт айырғанда ла саңҡылдатып тимер һуғалар бит. - Авт.). Һатып алынған малдың алдына боронғо ырыу тамғалы таҫтамал йәйеп (жәйеп, тиҙәр), шунан ғына ихатаға кертәбеҙ. Мал һатып алғас, артҡа әйләнеп ҡарарға ярамай, етәкләп, йортоңа хәтле алып ҡайтырға кәрәк. Малды һатҡанда уның һыртынан кеше күрмәгәндә генә бер аҙ йөнөн ҡырҡып алып, һарай мөйөшөнә ҡыҫтыраһың…" Силәбе ерлегендә элекке йолаларҙың тотороҡло йәшәүенә, көслө рухлы, энергетикалы кешеләр күп булыуына ишара булды был.
Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған юғары белемле ҡурайсы һәм фольклор белгесе Илмир Мансур улы Махиянов яңыраҡ Арғаяш районы мәҙәниәт комитеты етәксеһе булып эшкә килгән. Үҙе Баймаҡ районы Төркмән ауылы егете. Ул да киләсәктә бай фольклорлы, заманса ҡарашлы арғаяш таланттарын ҙур сәнғәт юлына алып сығыу тураһындағы уй-ниәттәре менән уртаҡлашты: "Ифрат сағыу талантлы йырсылар, бейеүселәр, театр сәнғәте маһирҙары күп Арғаяшта, - тине ул. - Бында тәрән халыҡсан традициялар һаҡланған. Был яҡтарға Башҡортостанда махсус белем алған музыканттарҙы саҡырыр инем, сөнки ҡурай, баян, думбыра, ҡумыҙҙа өйрәнергә теләүсе йәштәр күп. Шулай уҡ театр режиссерҙары, күмәк халыҡ менән тамашалар ҡора алған режиссерҙар ҙа кәрәк, улар бындағы һәүәҫкәрҙәрҙе оло сәнғәткә йәлеп итер ине…" Бына шундай уйҙар менән эш башлап тора йәш белгес.

Ҡоншаҡ районында

Ҡоншаҡ районында осрашыу Хәлит ауылында үтте. 1950 йылдарҙа Өфөлә вуз тамамлаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын юллама менән был яҡтарға эшкә ебәргәндәр. Хәлит ауылына бер нисә йыл элек Ләлә апай Бейешева менән бергә килеп киткәйнек, ул бында үҙенең уҡытыусылыҡ эшен башлаған булған. Уны был ауылда бик күптәр һаман да хәтерләй булып сыҡты, ҡырҡ йыл элек булған ваҡиғаларҙы иҫкә алып, рәхәтләнеп һөйләштеләр. Тап шул осорҙа, 1957-лә, аҙаплы Маяҡ атом станцияһы шартлай, ауыр хәлгә тарыған халыҡтарҙы ошо Хәлиткә лә күсерәләр. Һалдаттар бер аҙна эсендә төҙөп биргән щитовой йорттар әле лә ул йылдарҙағы ғибрәтле хәтирәләрҙе, радиация менән ағыуланған кешеләрҙең һыпырылып ҡырылыуы фажиғәһен иҫкә төшөрөп тора.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Тайып ҡыҙы Нәжметдинова ауылда ағинәйҙәр башҡарған матур эштәрҙе һанап үтте, теләктәрен әйтте. Хәлит ауыл биләмәһе башлығы Әхмәт Әхнәф улы Һәүәлиев был заманда һалйот ырыу башҡорттарының нисек донъя көтөүе, ҡатын-ҡыҙҙың тормоштағы ҙур роле хаҡында һөйләне. Ҡоншаҡ районы "Ағинәйҙәр ҡоро"н етәкләүсе Нәжибә Йәнмөхәмәт ҡыҙы Дилмөхәмәтованың башҡорт теленең көнсығыш диалектындағы сығышы ҡолаҡтарҙы иркәләп, йәнгә майҙай яғылды: "Ҡәҙерҙе туғантар! Беҙең ағинәйҙәр беренсе тапҡырға Башҡортостандың йөҙ йылдығына ҡарай кисә үткәрҙе. Баймаҡта һабантуйға, Ғафуриға йыйынға барҙыҡ, бик матур эштәгән һәм йәшәгән ағинәйҙәрҙе күреп кинәндек. Шуңа ҡарап, беҫ тә инде үҙебеҙтең телебеҫте онотмай, ойоштар үткәреп торайыҡ, тип жыйылдыҡ. Район етәкселеге лә беҫте аңдап, ярҙам итеп тора - уңа рәхмәтебеҙ ҙур". Кем нисектер, иллә мәгәр мин үҙем барған бер ерҙә һөйләш-диалекттарыбыҙҙың һутлы, мәғәнәле, образлы әйтелешенә һоҡланып, шағир әйткәнсә, халҡымдың сәскә күңеленән бал ҡортондай ынйы йыямын". Туған башҡорт теле үҙенсәлектәрен боҙмайынса һаҡлаған, әҙәби телде белмәйем, тип үҙен һәм телен кәмһетмәгән, асыҡ итеп һүҙгә ҡушылған милләттәштәребеҙгә шул хәтлем рәхмәтлемен…
Ҡоншаҡ районы ағинәйҙәре үҙҙәренең эштәре тураһында ғына түгел, ә дөйөм Силәбе өлкәһе башҡорттарына ҡағылған проблемаларҙы ла телгә алды.
Ғәшүрә Ҡадирова һүҙ алып, Хәлит мәктәбендә башҡорт теле уҡытылмауы, йәштәрҙең бер генә башҡорт яҙыусыһын да белмәй үҫеүен әсенеп һөйләне. Элек мәктәптә башҡорт теле дәрестәрен алып барған, бөгөн килеп рус теле дәрестәрен уҡытып йөрөгән Земфира Шафранская, ветеран уҡытыусы Римма Маннанова ла ошо уҡ теманы дауам итте: "Беҙҙә лә туған телде уҡытыуға ҡаршы сыҡҡан әҙәмдәр табылды. Улар башҡорт кластары асырға риза булып, ғариза яҙғандарҙы ла ҡултамғаларынан баш тартырға күндерҙе. Беҙҙең ил башлыҡтары Текслер менән Хәбиров бер булып ҡарар сығарһын ине: башҡорттар йәшәгән ауылдарҙа туған тел һәм әҙәбиәт тулы программа менән уҡытылһын, беҙ быға лайыҡ, беҙ бит быға хаҡлы!" - тине улар.
Бына шулай, ҡасандыр Хәлит мәктәбендә башҡорт телендә гөрләп үтеп торған әҙәби-мәҙәни кисәләр тынып ҡалған, йәш быуын туған телде белмәй үҫә. Бөтә Рәсәйгә ябырылған был телһеҙлек афәте башҡорт ауылдарында айырыуса ҡоторона. Уны кире ҡайтарыр, юҡ итер көс ҡайҙа - атай-әсәй, уҡытыусылар, закондар сығарыусылар, етәкселәр ҡулындамы? "Балаға йән биргән дә, тел биргән дә, шул туған телде киҫеп бәргән дә - бары тик атай-әсәй", - ти ағинәйҙәр. Ошоно, уйһыҙ атай-әсәйҙәргә уй һалып, балаһын туған телендә уҡытыу кәрәклеген аңғартып йөрөүҙе лә улар үҙ иңдәренә оло бурыс итеп ала. Силәбе өлкәһе "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рабиға Фәрит ҡыҙы Бикбулатова ла һәр ерҙә үҙенең сығыштарын Силәбе яғының күренекле сәсәнһүҙ оҫтаһы Рамазан Шәғәлиевтың әйткәне менән йөпләп ҡуя:
"Йәлләйем мин туған телен
Бар тип тә белмәүсене,
Туған телендә һөйләшмәй,
Шаяртып көлмәүсене…"
Шунан халыҡҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ҡобайыр һүҙен еткерә:
Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар -
Әсә телен белмәй үҫкәндәр…
Бармы Ерҙә тағы үҙ ҡулдары менән
Сабыйының телен киҫкәндәр?!"

Красноармейский районында

Красноармейский районының Тәүкәй менән Себәйғүрә (Яҡуп) тигән башҡорт ауылдарынан бер төркөм ағинәйҙәр, уҡытыусылар, китапханасылар беҙҙе Миәс ауылында - район китапханаһының аулаҡ һәм иркен залында көтә ине. Китапханала булғас, шунда уҡ бында башҡорт китаптары булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһындыҡ. Тик бер генә дана ла башҡорт китабы юҡ икәнен, әммә ихтыяж булыуын, йәғни башҡорт телендәге баҫмаларҙы уҡырлыҡ кешеләр барлығын асыҡланыҡ. Сөнки Өфөнән килтергән китаптар, гәзиттәр, башҡорт милли кейемдәрен һүрәтләгән календарҙарҙы тарата башлағайныҡ, йыйылыусыларҙың уларҙы ихлас ҡабул итеүен, шунда уҡ гәзит биттәрен асып, уҡырға тотоноуҙарын күрҙек. Китапханаға ла Башҡортостан тураһында мәғлүмәт бирерлек матур баҫмалар тапшырылды. Шуға ла китапханасы Розазия Мөхәмәтованың, кемдең был яҡтарға юлы төшә - һәммәһе лә Тәүкәй, Себәйғүрә балалары өсөн башҡортса китаптар, дәреслектәр, журналдар алып килһә ине, тигән теләген еткерәбеҙ гәзитебеҙҙе уҡыусыларға. Был ҡыҙ Тәүкәй ауылы китапханаһында эшләй. "Ике йөҙ йортта алты йөҙҙән ашыу кеше йәшәй, беҙ башҡорттоң ҡалмаҡ һәм сарт ырыуынанбыҙ", тип, беҙҙе тыуған ауылы менән таныштыра һалып та ҡуйҙы. Уға райондың "Ағинәйәр ҡоро" етәксеһе Нәбирә Сәйғәфәрова ҡушылып, ауылда киң таралған фамилияларҙы, шәхестәрҙе һанап китте. Мәктәп директоры Фәриҙә Ғилметдинова ла район тураһында байтаҡ мәғлүмәт биреп өлгөрҙө. Ул беҙҙең осрашыуға өлкән класс уҡыусыларын да алып килгәйне. Уларҙың кемдәрелер беҙҙең һөйләгәнде тыңланы, кемдәрелер Сәрүәр Аслаеваның оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Себәйғүрә ауылы ағинәйе Мәнәүәрә Байбулатова һөйләгәндәр "Йыйылыусылар беҙҙең әҙәби башҡорт телендә һөйләгәнде аңлаймы икән?" тигән шигебеҙҙе таратып ебәрҙе: "Бында йыйылған балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә һеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ. Ғөмүмән, беҙҙең ауылда барыһы ла башҡортса һөйләшә, сөнки элек ауылда бик матур мәктәп булды, башҡортса ғына уҡытылды. Әҡсән Ибраһимов атлы уҡытыусы беҙҙең ауыл кешеләрен шат, берҙәм, аҡыллы итеп тәрбиәләне, дан кеше ине, туған телгә, әҙәбиәткә һәм тормошҡа һөйөү менән, хөрмәт менән ҡарарға өйрәтте", - тине ул. Ошо уҡ ауылдың башҡа ағинәйҙәре лә туған телде белһен, үҙенең аҫаба ерендә башҡорт булып йәшәһен өсөн балалар араһында тәрбиәүи эштәр алып барыуҙары, уларҙы төрлө һөнәрҙәргә өйрәтергә тырышыуҙары тураһында һөйләне. Ғөмүмән, был районда ла милләттәштәрҙең ихласлығын, берҙәмлеген, бер-береһенә хөрмәтен тойҙоҡ.
Әйткәндәй, бөгөн Дубровка ауылында йәшәүсе Тәүкәй ауылы уҙаманы Тәлғәт Ғәйнетдин улы Хәйеров та беҙҙең осрашыуға килеп етте. Заманында Силәбе өлкәһендә юғары вазифала эшләгән, өлкә башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе булған Тәлғәт ағайҙы айырыуса шатланып ҡаршыланы яҡташтары. Тимәк, ул ысынлап та силәбеләрҙең хөрмәтенә лайыҡ аҡһаҡал, беҙ ҙә уны шулай тип беләбеҙ.

Сибәркүл районында

Артабан беҙ Сибәркүл районының Ҡаҙбай ауылына киттек. Бер нисә йыл рәттән өлкәлә юл буйындағы атамаларҙы төҙәтеп яҙыу буйынса эштәр алып барылған, шул арҡала бик күп топонимик атамаларҙың башҡортса әйтелеше танымаҫлыҡ булып үҙгәртелгән йәки бөтөнләй төшөп ҡалған. Ошо ҙур боронғо башҡорт ауылының мәктәбендәге алтаҡтаға яҙылған "Коротовская" тигәнде төшөнә алмай торҙоҡ. Баҡһаң, Ҡаратал тигән атаманы шулай яҙып киткәндәр икән. Ә бына башҡорт ауылы осонда әллә ҡайҙан балҡып ултырған ҙур йәшелсә һаҡлау базаһының ҡоймаһына ат башындай хәрефтәр менән "Русские овощи" тип яҙып ҡуйылған. Күрәһең, йәшелсәнең "милләте" бар, ә бында нисәмә быуат йәшәгән халыҡтың милләте юҡ… Ҡаҙбай ауылы балалары беҙҙе бейеү менән ҡаршы алды. Уларҙың килешле милли кейемдә теүәл һәм ипле хәрәкәттәр менән матур башҡорт көйөнә баҫыуы шунда уҡ кәйефте күтәреп ебәрҙе. Артынса уҡ башҡорт милли кейемендәге ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле йырлап ебәрҙе. Дүрт ауыл балалары уҡый икән был мәктәптә: Ҡаҙбай, Көлөс (Красный Ключ), Атъетәр, Ҡаратал, Бишкел. Мәктәп директоры - йәш һәм көләс йөҙлө Мәғәфүр Саҙрый улы Йомашев, баш ағинәй Гөлсимә Әбүзәр ҡыҙы Йомашева, башҡорт тарихсыһы һәм ғалимы, Абдулҡадир Инандың ейәне Таһир Миҙхәт улы Шаимов беҙҙе матур мәктәп бүлмәләренә алып инә. Ҡатын-ҡыҙҙар шунда уҡ беҙҙең юлдашыбыҙ - рәссам Сәрүәр Аслаеваның күргәҙмәһен һырып ала. Биҙәүестәр һайлай, кейем өлгөләрен самалай. Ҙур ғына класс бүлмәһендә күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү башлайбыҙ. Кинәнеп, ҡаҙбайҙарҙың һөйләшен тыңлайбыҙ: "Ҡараурман" жырын беҫтең ауыл кешеҫе Рамаҙан ҡарт сығарған, беҙ уны онотмабыһ, шуңа бергә жейелғабыһ",- тип әйтеп ҡуя бер ағинәй. Кемдәрҙер урындағы башҡорттарҙың милли аш-һыу рецебы менән уртаҡлаша: "Сумар - ул ҡаймаҡ, он, тоҙ ҡушып баҫылған ҡамыр икән, уны бүлгеләп-йолҡҡолап ҡайнар һөттә бешерәләр; әүмәлә - ул ҡаймаҡты оҙаҡ ҡайнатып, саҡ ҡына он һалып, бутҡа рәүешендә бешерелгән ризыҡ". "Урыҫ халҡы беҫкә хайран ҡала, ҡандай берйәнһегеҙ, тиһ. Байрамдарҙа бешергәһ һый-хөрмәткә бөтә кеше ябырыла, тотош ашатабыҙ, йәлдәмәйбеҙ!" - ти тағы бер ағинәй һәм башҡорт ҡайҙа ғына йәшәһә лә, уның ҡунаҡсыллығы айырылғыһыҙ бер сифаты инде, тигәнде мисәтләп ҡуя.
Шулай итеп, Ҡаҙбай ауылында рәхәтләнеп һөйләшеп, уйын-көлкө араһында ил хәлдәрен белешеп ултырҙыҡ. Бишкил ауылы уҙаманы, ошо мәктәптә технология уҡытыусыһы булып эшләүсе Данир Ғиләжетдин улы Шарапов йәштәргә ауылдың тарихын һәм киләсәген аңлатыу эшенә ныҡлап тотонғанын һөйләне. Мәктәп директоры балаларҙы бөтә өлкә, Урал тауҙары буйлап сәйәхәт-походтарға йөрөтөүен, ата-әсәләре менән бергә сәйәхәт иттереп, берҙәмлек нигеҙе һалыуын телгә алды. Осрашыуға йәш кенә балаһын күтәреп, декретта ултырыусы башҡорт теле уҡытыусыһы ла килгәйне. Уны күреп шатландыҡ, сөнки бөтә өлкә буйлап өс көн йөрөй торғас, аҙнаһына ике сәғәт булһа ла башҡорт теле дәресе уҡытылған мәктәпте һәм башҡорт теле уҡытыусыһын күрҙек…

Шундай диалекттар…

Силәбе яғында башҡорт теленең һалйот һөйләше әле лә яҡшы һаҡлана. "Тел - тере шишмә, үлмәгән, бөгөнгә еткән", тигән бөйөк шағирыбыҙ Баязит Бикбайҙың рухына мең аят булып ишетелә миңә был һөйләштең моңо. Сағыштырып ҡарап, төрлө һөйләштәр араһынан әҙәби тел нормаларын уртаға сығарыу ни хәтле ҡатмарлы һәм яуаплы булғанын аңлайһың. Бынан йөҙ йыл әүәл, 1924 йылда, Шәһит Хоҙайбирҙин етәкселегендә башҡорт әҙәби теле ҡабул ителә. Тарихта ул комиссияла кемдәр булғаны, ҡырҡ ырыуҙан торған башҡорттоң берҙәм әҙәби телен айырып күрһәтеү өсөн ниндәй бәхәстәр ҡупҡаны әле һаман беҙҙең йөрәккә ҡағыла һәм ҡолаҡҡа салына төҫлө. Башҡорт теленең бик-бик боронғо төрки тамырҙарын, байлығын, тарихын билдәләү өсөн әҙәби дөйөм телгә "ауылдар, аттар, тауҙар" формаһы, йәғни "-тар, -дар, -ҙар" ялғауҙары алынған. Күпселек башҡорттар "урманнар, ҡыҙлар, егетләр" тип һаман да һөйләшә, ләкин көнсығыштағы ҡыуаҡан, һыҙғы, тамъян, терһәк, һалйот, барын-табын ырыуҙары телендәге үҙенсәлектәр әҙәби тел нигеҙенә һалына. "Беҫ һеҫтекенсә һөйҙәшмәйбеҙ ҙә уы, беҙтең телебеҙ бүтәнсә", тигән булалар ҡайһылары. Киреһенсә бит, туғанҡайҙар, һеҙҙең телдә ҡәҙерләп һаҡланған ялғауҙар - башҡорт теленең бөтә төрки телдәр араһында иң байы һәм тамырлы икәнен күрһәтеүсе бер сифат. Беҙ уларҙы бөгөнгәсә һаҡлап һөйләшкән милләттәштәргә рәхмәтлебеҙ. Һалйот, ҡыуаҡан, ҡатай һәм әйле һөйләшен тыңлап, кинәнәбеҙ генә, был ерле халыҡтың йәтеш кенә йор һәм яғымлы телен кәмһетергә, киҫергә бер кем дә баҙнат итмәҫ. Миҫал өсөн башҡорт һөйләштәренән бер нисә генә һүҙҙе сағыштырып ҡарайыҡ, башҡорт телендә һөйләшкән төбәктәрҙә улар бөгөн бөтәһе лә ҡулланыла: беҙҙеке - беҫтеке, беҙнеке, безнеке; һеҙҙеке - һеҫтеке, һестеке, һеҙнеке, сеҙнеке; ҡыҙҙар - ҡыҫтар, ҡыһтар, ҡыҙлар, ҡызлар, ҡыздар; егеттәр - егетләр, жегеттәр, жегетләр; әсәй - инәй, әней, әннә, әсей; атай - ата, әтей, әттә; өләсәй - ҡартәсәй, ҡәрсәй, нәнәй, ҙуринәй, дәүинәй, ҡартинәй, әбей һ.б. Шунан үҙегеҙҙе әҙәби тел төҙөргә ултырған ғалим тип хис итегеҙ, ҡайһыныһын һайлар инегеҙ? Бик ныҡ баш ватырға ла тура килә. Ләкин халыҡтың аңына, рухына, киң һәм тәрән тарихи хәтеренә таянып, әҙәби телле булғанбыҙ, уны бер ҡасан да юғалтырға, һанға һуҡмаҫҡа, өйрәнмәҫкә хаҡыбыҙ юҡ.

ШУЛАЙ ИТЕП…
Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы һигеҙ йыл инде республикалағы ғына түгел, илдәге һәр бер башҡорт ҡатын-ҡыҙын барлап, хәлен-торошон белешеп, үҙ-үҙен һәм йәш быуынды боронғо милли тәртип талап иткәнсә - сабырлыҡ, аҡыл, тоғролоҡ менән үҙ асылында тәрбиәләргә саҡыра. Силәбе яғында ла ошо йүнәлешкә асыҡ йөҙ борған һәм халыҡ киләсәге, бөгөнгө рухи сәләмәтлеге өсөн ваҡытын-белемен йәлләмәгән фиҙаи йәндәр "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһына берләшеп, уны рәсми теркәтеп ҡуйған. Осрашыуҙарыбыҙ, һөйләшеүҙәребеҙ улар менән булды. Беҙҙең төркөмдә төп көс булған рәссам-дизайнер Сәрүәр Аслаева теләгән бер кешене башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен эшләргә өйрәтте, уның өйрәнсек-уҡыусылары араһында ҡайнаған йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә - һәр береһе үҙенә һәм яҡташтарына милли күркәмлек арттырыусы ҡул эшенә ихлас тотондо.
Осрашҡан бер урында "Кем ул ағинәй?" тигән һорау ҡуйылды. Республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева үҙенең бер нисә минутлыҡ сығышында ошо һорауға теүәл генә яуап бирҙе: "Ғаилә усағын, милләт ҡотон, башҡортлоҡ асылын, өләсәй-инәйҙәр асылын үҙ ҡанында, рухында, һын-йөҙөндә һаҡлаған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, нисә йәштә булыуға ҡарамай, Ағинәй вазифаһында. Ағинәйлек - үҙеңде милләт әсәһе, милләт тәрбиәсеһе, хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, "…баланың, буй еткән кешенең, кешелектең күркәм холҡон ҡойоп ҡуйыусы зат" итеп тойоу, кәңәшкә, тоғро юл табыуға мохтаж йәмғиәт вәкилдәренең күҙ төбәп бара торған кешеһе булыу, аҡыл, фекер, яуаплылыҡ, күркәм холоҡ, матур йөҙ-ҡиәфәт-кейем йәһәтенән дә өлгө булып тороу ул. Һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙы ошо ағинәйлек сифаттарына эйә булырға ынтылып йәшәһә, милләт тамырҙарын нығытыуға тос өлөш индерәсәк..."

Сәрүәр СУРИНА. 11-13 сентябрь, 2019 йыл.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.19 | Ҡаралған: 611

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru